Студопедия — йнан Әмири.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

йнан Әмири.






P.S. Ошондай ҡайғы йөкмәткәнем өсөн ғәфү ит. 32 йыл буйына күтәреп йөрөттөм мин уны — миңә лә ауыр булды.

Ғ.Ә. 20. III. 1970”.

 

Текстағы, тора-тороп, “һеҙ”гә күсеүенең мәғәнәһе шул: бер миңә генә түгел, ә миңә тиңдәш бөтәбеҙгә лә өндәшә шағир... Шунан һуңғы ғүмеремдә Ленинградҡа бара алмағанлыҡтан, был матәмле вазифаны егәрле һәм форсатлы бер егеткә — ул саҡтағы “Ленинсы” гәзитенең баш мөхәррире Марат Әбүзәровҡа үтенеп тапшырҙым; ул, фотоһүрәт күсермәһен яһатып (гәзитендә лә баҫтыртып сығарҙы), Ленинградҡа бер барғанында эҙәрмәнләнеп ҡайтты, ләкин изге ҡәберҙе таба алманы...

Бының менән мин, Ғ. Сәләмдең үҙе кеүек үк, “Шоңҡар” поэмаһы ла Ғ. Әмири күңеленә тәрән тамыр йәйеүен, атаҡлы повесен яҙғанда ла ныҡ тәьҫир итеүен баҫымсаҡларға теләйем. Сәләм үҙе “Шоңҡар”ының темаһын һәм аһәңен күпмелер дәрәжәлә Булат Ишемғоловтың “Ҡараҡлыҡ” поэмаһынан алғанлығын йәшермәгән; үҙ сиратында Ғ. Әмири “Мораҙым”ының темаһы һәм сюжеты ла Сәләмдекенә иш килә, хатта икеһе бер ҡалыптан, тип әйтерлек, әммә улар һәр ҡайһыһы бер үк теманы ике төрлө һәм үҙенсә балҡытҡан (ижадтағы бындай хәлдәрҙең тәбиғилеге тураһында Ғ. Әмириҙең А. Игебаевты яҡлап әйткән һүҙҙәрен хәтерләйек). Яңылыш юлдан барһаҡ, Ғ. Әмириҙең “Салауат аманаты»нан һуң яҙған З. Биишеваның “Салауат монологы»н да, йомшаҡ ҡына әйткәндә, Ғ. Әмириҙе ҡабатлау тип, М. Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесен — З. Биишеваның “Гөльямал” шиғри повесенән (әйткәндәй, унда “Өйҙөң йәме” тигән бүлек тә бар!) алынған, тип баһалап булыр ине... Зирәк уҡыусы шуға ла иғтибар итә: “Мораҙым” повесенең сюжет-йөкмәткеһендәге бөтә аһәңен, ваҡиғаларының нигеҙен төньяҡ Башҡортостанда тыуып үҫкән Ғ. Әмириҙең 1939 йылдың йәмле йәйендә мөһәбәт-сал Урал тауҙарына ғилми сәйәхәтендә тәрән хисләнеп кисерелгән, “Атлы халыҡ” әҫәрендә маһир тасуирланған онотолмаҫ сағыу тәьҫораттары тәшкил итә.

 

“Хөкүмәт беҙҙе Башҡортостандың көньяҡ райондарында йәшәүсе халыҡтарҙың тел һәм музыка ижадын яҙып алыу өсөн экспедицияға сығарҙы, — тип яҙҙы ул. — Ҡунаҡсыл кешеләр беҙҙе һәр ауылда киң күңел менән ҡаршы алалар һәм эйәрле аттар биреп оҙаталар...

Урал.

Тау шишмәһе кеүек саф, шыңғырауыҡлы йырҙарҙа, туңған йөрәктәрҙе лә йылытырлыҡ көйҙәрҙә, меңәр йыл буйы халыҡтың иң ҙур васыяты булып, юғалмай, һөйөлөп һөйләнгән легендаларҙа маҡталған Урал!

Һәр бер һүҙе — мең Ҡояш йылыһы кеүек ҡайнар, океан һыуҙары кеүек бай, бер йылмайыуы — миллион геройға дәрт, илһам, ҡанат биргән бөйөк Сталин тарафынан маҡталған бай, матур, ғорур Урал! (Бөгөнгө уҡыусы иҫтә тоторға тейеш: ул йылдарҙа Уралды һәм Урал балаһы башҡортто данлау — милләтселек сире булып һанала һәм киҫкен хөкөм ҡылына, быны фәҡәт “бөйөк Сталин”ды ҡушып маҡтау аша ғына атҡарып була ине. — Й.С.).

Ни генә юҡ һуң беҙҙең Уралда!

Бына шул Урал, — уның, ишелеп төшһәләр, йылғаларҙың ағышын кирегә борорлоҡ ҙур, ҡыҙыл, йәшел, һары, зәңгәр, ал төҫтәге, күп мең йылдар йәшәгән мөһәбәт ҡаялары, шаулауҙары күк күкрәүен йотҡан ҡалын урмандар менән ҡапланған, түбәләре болоттарҙы шәл итеп ябынған тауҙары, йырып сыға алмаҫлыҡ үләндәр, донъяның бөтә төр хуш еҫле майҙарын килтереп һипкән кеүек хуш еҫле сәскәләр, ашап туя алмаҫлыҡ татлы еләктәр менән ҡапланған, диңгеҙ кеүек киң болондары, иң татлы шәрбәттән дә татлыраҡ, иң саф хрусталдән дә сафыраҡ һыулы йылғалары менән беҙҙең күҙ алдыбыҙҙа мәңге онотолмаҫлыҡ картина булып баҫты”...

 

Урал тәбиғәтенең ошо һәм 1947 йылда яҙылған “Ҡояшлы йыр” хикәйәһендәге тап ошондай уҡ тасуирнамәһе тулы килеш “Мораҙым»ға барып кергән; икеһендәге лә “бик боронғо крепостәрҙең харабаларына оҡшап ултырған ҡаялар” ҙа шул көйөнсә күсерелгән. “Мораҙым”дың 18-се битендә башҡорт халҡы тураһындағы: “Атҡа менһә, ул ҡош булып осҡан, ат өҫтөндә сабып барышлай, һауала осҡан ҡарсығаны атып төшөргән”, — тигән, йәки 154-се биттәге “Башҡорттар, ат менеп, шоңҡар булып осҡандар”, кеүек һоҡланыуын да шул уҡ 1939 йылғы “Атлы халыҡ”та күрәбеҙ: “Эйе, башҡорт халҡы атты һөйә, данлыҡлы толпарҙар үҫтерә белә һәм шул толпарҙар өҫтөндә ыласын ҡоштай оса белә”.

Авторҙың шундағы һәм 1947 йылда яҙылған “Йыр” хикәйәһендәге башҡорт халыҡ йырҙарына сикһеҙ һоҡланыуы ла тап шул көйөнсә, тип әйтерлек, “Мораҙым”дың 69-сы битендә һ.б. урындарҙа ҡабатлана. Йәғни ҙә нәҡ бына ошо, үҙенең элекке хикәйәләрендә һәм очерктарында йырланған иҫ киткес хозур тәбиғәт ҡосағында, батыр кешеләр араһында тыуып үҫә, йәшәй ҙә инде “Мораҙым”дың төп геройы Мораҙым! 1947 йылғы “Бәхет тауы” хикәйәһендәге “бөркөт халыҡ”тан алынып, уның тыуған ауылы ла “Бөркөт”, ә халҡы иһә “бөркөтлөләр[24]” тип исемләнә бит.

Автор Уралға сәйәхәтендә тыңлаған һәм яҙып алған легендалар араһында, баяғыса, ҡоштай осоусы толпарҙар, уларҙы урлаусы атаҡлы ат ҡараҡтары тураһындағылары ла байтаҡ ине, әлбиттә. Яҙыусы үҙе Мораҙым һәм уның “остаз”ы — һөрһөгән ат ҡарағы Иркәбай образдарының тере прототиптарын тап шунда, Уралға сәйәхәтендә, осратыуын, ат урлауҙың үтә нескә серҙәрен иһә үҙенең тап шул яҡтарҙа тыуып үҫкән дуҫы шағир Батыр Вәлидтән ишетеп белеүен һәм файҙаланыуын (Аҡ елкән. 256 — 257-се биттәр) кинәнеп һөйләй торғайны. Ғәйнан Әмири хикәйәләрендәге (“Беренсе һикереү”, “Бер өйҙөң кешеләре”, “Һуңғы таж япрағы”) егеттәре гел “һары сәсле, зәңгәр күҙле”, күбеһенсә урыҫ милләтле ҡыҙҙарға ғашиҡ булһалар, Мораҙымдың һөйгәне Лидия Расцветаева ла шундай уҡ. Хатта ваҡ ҡына деталдәр ҙә уның әүәлге әҫәрҙәренән килә: “Ҙур баҡса”лағы (1947), ҙур баҡса үҫтереп тә, варенье ҡайната белмәү — “Мораҙым”дың 70-се битендә ҡабатлана, ә «ғәскәровтар ғаиләһе»ндәге (1956) “аҡ самауыр сәйенән” (араҡы) ауыҙ итеү — “Мораҙым”дың 157-се битендә урын ала...

Быларҙан тыш, повескә авторҙың фольклорсы булараҡ индергән өлөштәре лә байтаҡ: бөрйән риүәйәттәре (30-сы бит), башҡорт халыҡ йырҙары тураһында уйланыу (69, 127-се биттәр); шулай уҡ автор-публицист сәхифәләре: әсәлек миссияһы, изге әсәләр тураһында уйланыуҙар (214 — 216-сы биттәр), башҡорт атлыларының Рәсәй тарихындағы яу батырлыҡтары (153 — 154-се биттәр) һ.б.

Тап “Мораҙым” повесе яҙылыу осорондағы автор үҙе эсендә ҡайнап йәшәгән билдәле факттар, замана үҙе тыуҙырған яңы һүҙҙәр (неологизмдар) һ.б. йыш осрай. Мәҫәлән, повесть геройы «Мораҙым»дыҡынан һуңғыраҡ осорға ҡараған, армияға алғанда “ҡараусыһы булмаған яңғыҙ әсәләрҙең улдарына льгота биреү тураһындағы закон” (80-се бит), “мильтон” (милиционер), “еүеш эш” (үлтереү), “бейеүселәр ансамбле”, “хореографик композиция”, “һауынсы”, “капут” (немецса), “кәкүк” (1939 йыл фин һуғышындағы “кукушка” — ағас башына ҡунаҡлаған снайпер)... Мәшһүр хореограф Фәйзи Ғәскәровтың шанлы бейеү ансамбленең һәм ул сәхнәгә ҡуйған бейеүҙәрҙең повесть геройы Мораҙымға “йәбештерелеүен” дә күрәбеҙ: “бөркөттәр бейеүе” (81-се бит), “Ете ҡыҙ” бейеүен хәтерләткән “ете ҡыҙ менән ете егет” (83-сө бит); “бөркөттәрҙең осорға өйрәнеүе” тигән хореографик композиция ла (95-се бит) Ф. Ғәскәров либреттоһына ҡуйылған “Сыңрау торна” балетын һ.б. хәтерләтә. Һәм йәнә Ғ. Әмири, ҡайһы берҙә урыҫса уйлап яҙыу шауҡымылыр инде, урыҫтың “орел” (ата бөркөт), “орлица” (инә бөркөт), “орленок” (балапан — бөркөт балаһы) тигән һүҙҙәрен күҙ уңында тотоп, буғай, “бөркөт” тип кенә әйтәһе урында, Мораҙымын ҡолаҡты ярғыс “ата бөркөт” рәүешендә бейетә (Һәҙиә Дәүләтшина һис тә былай эшләмәҫ ине)... Композитор Мәсәлим Вәлиевтың һуғыштан һуңғы заманала (Ғ. Әмириҙең “Мораҙым”ды яҙыу осоронда) киң билдәле булған “Умырзая” йырының тексын, сәсмәүерләндереп, повескә индереп ебәреү осрағы ла бар: “Умырзая ла барлыҡ гөлдәрҙән элек, ҡар ҡатламын ярып сығып, сәскә ата, ләкин үҙе яҙ Ҡояшының сыуаҡ һәм йомарт нурҙары аҫтында ҡаушап-юғалып ҡалғандай, уның йөҙөнә тура баға алмай, бәбәктәрен түбән эйә” (82-се бит). Шул йылдарҙа институттың фольклор бүлегендә Ғәйнан Әмири менән бергә эшләгән Нәҡи Исәнбәт тә хас үҙе көйө әҫәргә инеп киткән: “Бер ауылға барып сыҡһам, унда башына кейеҙ эшләпә, ялан аяғына сабата кейеп алған, ҡап-ҡара түңәрәк һаҡаллы, бик сибәр бер кешегә тап булдым; арҡаһына тоҡсай аҫҡан, ҡулына дәфтәр менән ҡәләм тотоп алған. Ҡойоп ҡуйған мосафир, йәки народник инде! Танышып, һөйләшеп киттек. Баҡһам, был татар яҙыусыһы Нәҡи Исәнбәт булып сыҡты. Ул икенсе йәй инде шулай, ауылдан ауылға йәйәү йөрөп, ҡарттарҙан һорашып, башҡорт (мин һыҙыҡ өҫтөнә алдым. — Й.С.) әкиәттәрен, йырҙарын, мәҡәлдәрен яҙып алыу, башҡорт халыҡ теле диалекттарын өйрәнеү менән шөғөлләнә икән... Хәтеремдә, яҙыусы үҙенең шаҡтай ҡабарынҡы тоҡсайына күрһәтте лә: “Беләһегеҙме, бында күпме байлыҡ ята? — тине. — башҡорт күңелендә быуаттар буйына йыйналған ынйы-мәрйендәр, алтын-көмөштәр улар!” (“Мораҙым”, 185-се бит).

Әйткәндәй, бына шул “бер тоҡсай” (әсе телле Сәғит ағай Агиш уны “бер вагон” ти торғайны) байлыҡты сибәр татар ағай, күҙ ҙә йоммай, Ҡазан ҡаҙнаһына илтеп ауҙарҙы — татар фольклоры яһап томдар сығарҙы...

Ғәйнан Әмири бөтәһен ылғый тормоштан һоҫоуы хаҡында үҙе лә яҙғыланы, мәҫәлән, “Ҙур баҡса”һы геройының прототибы итеп — ауылдаштарынан Нуримөхәммәт ағайҙы, “Мораҙым”дағы Ғәлимулла Дәүләтшин образының прототибы итеп Ғәлимулла ағай Долғаршинды алыуы, ә уның ҡыҙы Зөбәйҙә иһә повескә хатта исемен дә үҙгәртмәй кереп китеүе тураһында (Аҡ елкән. 365, 372-се биттәр). Адвокат Әмирхановты ла ул үҙ фамилияһы менән үк тормоштоң үҙенән һурған — һуғыштан һуңғы осорҙа был зыялы татар кешеһе беҙҙең районда ла прокурор булып эшләп киткәйне. Уға ҡалһа, Мораҙым һәм Лидия Расцветаева образдары, шулай уҡ уларға тығыҙ бәйле, повесте повесть иткән көсөргәнешле ваҡиғалар үҙҙәре үк шау тормоштан — ғүмеренең һуңғы йылдарында Өфөлә йәшәүсе халыҡ судьяһы Шацкая Валентина Антоновнаның эш тәжрибәһенән алынған. Уҡыусыларға киң билдәле “Йәлил” хикәйәһенең нисек яҙылыу тарихына туҡталып, автор былай тип хәтерләне: «Ғәҙәттә, дуҫтарыма хөрмәт йөҙөнән, мин әҫәрҙәремдәге ыңғай геройҙарҙы күңелемә яҡын кешеләрҙең исемдәре менән атаусанмын. Исемдәре генә түгел, йыш ҡына үҙҙәре лә ниндәйҙер күләмдә геройҙарымдың прототибы була. Был осраҡта ла шулай эшләнем — хикәйәмдең геройын йәшлек дуҫым Жәлил Кейекбаев хөрмәтенә уның исеме менән атағайным. Ул сағында минең дуҫым танылған, популяр кеше түгел — Мәскәүҙәге сит телдәр институтының студенты ғына; геройымдың фамилияһын да Кейекбаев тип алырға баҙнат иттем.

Ун һигеҙ йыл буйына минең геройым Йәлил Кейекбаев булып йөрөнө. Был ғүмер эсендә Жәлил Кейекбаев үҙе бик ҙур ғалим дәрәжәһенә күтәрелеү менән бергә, бик үҙенсәлекле яҙыусы ла булып китте. Мин китап уҡыусыларҙан хаттар ала башланым, улар: “Хикәйәлә тасуир ителгән ҡыйыу ҡыҙыл әрмис ысынлап та беҙҙең Жәлил Кейекбаевмы?” — тип һорайҙар. Мин уларҙың һәр береһенә, эштең ҡайһылай булғанлығын аңлатып, яуаптар яҙҙым. Тик хаттар килде лә килде. Аптырағас, мин яратҡан геройымдың фамилияһын үҙгәртергә мәжбүр булдым, ә исемен шулай ҙа ҡалдырҙым, артыҡ күнеккәйнем инде уға, Йәлилдең исемен үҙгәртергә ҡулым барманы” (Аҡ елкән. 207-се бит). Бының дөрөҫлөгөн “Мораҙым”да ла күрәбеҙ: әле әйтелгәндәрҙән тыш, унда авторҙың замандаш һәм ҡәләмдәштәренең фамилияларын йөрөткән Юлтыев, Кулибаев, Кусимов, Дәүләтшина кеүектәр ҙә бар...

Билдәле булыуынса, теләгән бер яҙыусының һүҙ байлығының нигеҙендә уның тыуып үҫкән үҙ ауылының, ырыуының, төбәгенең һөйләше, мәҡәл һәм әйтемдәре “алтын фонд” тәшкил итә; әҙип йыш ҡына, теләйме-теләмәйме, әҫәрҙәрен яҙғанда беренсе сиратта, хатта үҙе лә һиҙмәҫтән, бала сағынан үҙләштерелгән шул байлыҡты шул көйөнсә ҡағыҙ битенә төшөрә лә ебәрә. Быны беҙ Һәҙиә Дәүләтшина текстарындағы Ырғыҙ буйы үҫәргән-бөрйән һөйләшенә генә хас айырым һүҙҙәр рәүешендә лә күрәбеҙ, һәм шулай уҡ башҡорт әҙәби телен гәрсә яҡшы итеп үҙләштергән Ғәйнан Әмири “Мораҙым”ында ла телдәре ярым татарлашҡан Ғәйнә башҡорттары һөйләшенең үҙенсәлекле “боҙоҡ” һүҙҙәре, мәҡәлдәре сифатында автор тексында ла, персонаждар телмәрендә лә һибелеп ятыуын шәйләйбеҙ. Бына шуға миҫалдар (тәүҙә — Ғ. Әмири һүҙе, һыҙыҡ аша икенсе урында — шул уҡ һүҙҙең әҙәби тел үрнәге, йәйәләр эсендә шул уҡ һүҙҙең Һ. Дәүләтшинала осраған әйтелеше килтерелә):

дертләп — тертләп (тертләп); баҫынҡы — баҫалҡы; сибәрлеге (ҡатын-ҡыҙға ҡарата) — һылыулығы; соҡондолар — соҡсондолар (соҡсондолар); алты баҫмалы тальян — алты телле тальян; конюх — ат ҡараусы (көтөүсе); бәртәкә —? — (?); тоҙаҡлап (сабып барған атты) — ҡороҡлап (ҡороҡлап); үкәлде — һөйкәлде (һөйкәлде); әйбәт — һәйбәт; кипшек ҡар — ҡырпаҡ ҡар (ҡырпаҡ ҡар); икмәк силәге — ашлау (ҡоштабаҡ); саңғы аҫты — саңғы табаны; итәгеңде -- сабыуыңды — итәк-салғыйыңды; мамыҡ шәл — дебет шәл; һыу ҡыҙы — һыуһылыу; ыҡтымат — ыҡсым; ҡорт иле — ҡорт күсе; нәләтләнгән — ләғнәтләнгән; имеҙлеге (ҡатын-ҡыҙ имсәгенең) — имсәк башы, бәбәге; ҡабилиәтле (Ғ. Әмириҙең яратҡан һүҙе); йомшаҡ күңеллелек — миһырбанлылыҡ; үткен — үткер (үткер); мүкәйләп — имгәкләп (имгәкләп); еүеш тауыҡ — күшеккән тауыҡ (күшеккән тауыҡ); мунса төшөп — мунса инеп (мунса инеп); арт аяҡтарына үрә баҫтылар (аттар) — ҡарғынылар; бүрене күпме генә ашатһаң да урманға ҡарай — бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай; кикереге төшөр — кикереге шиңер; ҡойроғоңдо һабынларға — ҡойроғоңдо тоттортмаҫҡа; тәңкәһен һыуға төшөрөп ебәргән ҡыҙ шикелле (ир-атҡа ҡарата) — балтаһы һыуға батҡандай; “татарҙа бер һүҙ бар: тилене тиле дигән саен тигәнәк буе сикерә” (үҙҙәрендә йөрөгән мәҡәл); киҫеп ҡаплаған кеүек — һуйған да ҡаплаған; үҙең баш, үҙең ҡуш — үҙең баш, үҙең түш (үҙең баш, үҙең түш)...

Күренеүенсә, “Мораҙым»ға Ғәйнан Әмириҙең фәҡәт үҙенең генә шуға тиклемге барлыҡ тормош, эш, ижад тәжрибәһе һәм тел үҙенсәлеге (уңышлыһы ла, уңышһыҙы ла) һалынған, уны башҡа авторҙарҙың (бигерәк тә Һ. Дәүләтшинаның!) әҫәрҙәре менән бутау һис кенә лә мөмкин түгел. Уның текстарының һәр һөйләме, абзацы йырлап тора, әлбиттә, ләкин был һис тә бөйөк Һәҙиә Дәүләтшина йыры түгел, ә Ғәйнан Әмири йыры. Ябайлаштырып әйткәндә, әгәр Һәҙиә Дәүләтшинаныҡы йырсы Иншар Солтанбаев, йәки Абдулла Солтанов башҡарған оҙон көйҙәребеҙгә оҡшаһа, Ғәйнан Әмириҙеке иһә йырсы Ғүмәр Әбделмәнов башҡарған ҡыҫҡараҡ көйҙәргә тартым, ләкин икеһе лә гүзәл һәм йөрәккә яғышлы... Шундай айырма күҙгә ташлана тороп та, баяғы әйткәнемдәй, “Мораҙым” авторының хатта һыуынып өлгөрмәгән ҡәбере өҫтөнә нахаҡ бәлә өйөүселәр табылды, ҡайһы бер яһил һәм яуапһыҙҙар ҡыҫырыҡта ҡыҫыр ҡойон уйнатып, ялаларын ҡуйыртты ла ҡуйыртты. Мәрхүмдең бөтә тормош юлын, ижадын, намыҫлылығын яҡшы белгән замандаштарына был ғиллә шомло борсоу һалды. Өҫтә телгә алынған мәҡәләһендә оло шағирыбыҙ Яҡуп Ҡолмой, “Мораҙым” хаҡында уйланып, бөтә республика йәмәғәтселегенә ишеттереп әрнене: “Шуны ла әйтергә кәрәк, һуңғы осорҙа был әҫәрҙең авторы хаҡында бик буталсыҡ уйҙырма йөрөй. Уҡыусылар араһында шундай шикле, асыҡланмаған һүҙҙәр таратыуҙы сикләргә ваҡыттыр инде”.

Кемдәр улар, ни өсөн? — Был ауыр һорауға ошоғаса һәр төрлө имеш-мимештәрҙән тыш төплө яуап бирелмәгәнлектән, мәсьәләне ышаныслы сисер өсөн, күптәнге түгелге тарихыбыҙға йәнә бер килке күҙ һалайыҡ, шул йылдарҙың тынсыу һауаһы менән һулыш алайыҡ.

ВКП(б) Үҙәк Комитетының бер-бер артлы 1945 йылдың 27 ғинуарында һәм 1946 йылдың 26 авгусында башҡорт яҙыусылары башына һелтәнгән баяғы тос күҫәге урындағы партия өлкә комитеты тарафынан уғата һәлмәкләтелеп, әҙиптәребеҙҙең милләтселеген тамырынан ҡоротоу буйынса “изге көрәш”тең ни рәүешле барышын асыҡлау өсөн, ышаныслы коммунистарҙан махсус бригада төҙөлә һәм улар, темеҫкенеп йөрөп, Юғарыға ошондай яугир хисап бирә (ҡыҫҡартыбыраҡ алынды):

 

 

ВКП(б) өлкә комитеты сәркәтибе С.А. Ваһапов иптәшкә — Башҡортостан совет Яҙыусылары берлегенең эше тураһында ВКП(б) өлкә комитеты бюроһының 1946 йыл 22 октябрь ҡарарын үтәү барышы тураһында хисапнамә.

 

...Шулай итеп, мәҫәлән, Р. Ниғмәти үҙенең “Большевик” поэмаһында байтаҡ ҙур, принципиаль сәйәси хаталарға юл ҡуйҙы. Иң ҙур хаталары большевиктар партияһының теорияһы һәм тарихы мәсьәләләрендә ебәрелгән. Унда коммунизм тураһында фәнгә ҡаршы концепция киңәйтеп үткәрелгән. М. Тажиҙың “Ер һулышы” поэмаһы идея яғынан да, художество йәһәтенән дә колхоз тормошон тупаҫ боҙоп күрһәтеүсе әшәке нәмә булып тора. Ҡ. Даяндың “Йәш бөркөт” поэмаһында ваҡыт тойғоһо юҡ, тик бер урында ғына колхоз хаҡында иҫкә алына...

Ҡайһы бер яҙыусылар, хатта 15 — 20 йыллыҡ ижади стаждары була тороп та, ошоға тиклем урыҫ телен үҙләштермәгәндәр (М. Буранғолов, С. Агишев, Ҡ. Даян һәм башҡалар)...

...Яҙыусыларҙың лайыҡһыҙ ҡылыҡтары буйынса ла байтаҡ миҫалдар килтереп була бында. Шулай, мәҫәлән, Башҡортостан совет Яҙыусылары берлегенең партия ойошмаһы сәркәтибе Ғ. Зөлҡәрнәйевтең үҙенең үк белдереүе буйынса, ул яҙыусы Кирәйевтең фатирында иҫенән яҙғансы эскән, уны кеше ҡатыны менән бер койкаға һалғандар һәм эш оло ғауға менән тамамланған... Яҙыусы Баязит Бикбай, етди киҫәтеүҙәрҙән һәм бер нисә тапҡыр һөйләшеүҙән һуң, шаҡтай ваҡыт аҙмы-күпме әҙәм рәтле тотҡайны үҙен, ләкин һуңғы ваҡытта йәнә ҡәбәхәтләнә башланы. Ошо көндәрҙә иҫерек килеш опера театрының художество етәксеһе Григорян иптәштең кабинетына ябырылған һәм уны иң тупаҫ һүҙҙәр менән битәрләгән, физик көс ҡулланыуға тиклем саҡ-саҡ барып етмәгән... Яҙыусылар араһында үҙенең йыш эскеселеге менән Чанышев иптәш айырылып тора. Мәскәүҙә булараҡ, тәнҡитселәр кәңәшмәһендә ул үҙен лайыҡһыҙ тотҡан. Уны ресторандан иҫерек хәлендә дәүләт хәүефһеҙлеге майоры алып киткән. Чанышев иртәгәһенә генә ҡайтҡан, ә уның Лоҡманов иптәштә ҡалған партбилеты икенсе көндә генә ҡайтарылған.

Зарарлы кәйефтәрҙең моронлау осраҡтары ла булды йыш ҡына, мәҫәлән: Рәшит Ниғмәти, Кейекбай һәм Буранғолов иптәштәрҙең башҡорттар һәм татарҙар араһында ҡаршылыҡ тыуҙырғыс зарарлы һөйләшеүҙәре. Әммә шулай ҙа совет Яҙыусылары берлегенең партия ойошмаһы был факттарға мөнәсәбәтен белдермәне.

...Ә инде З. Биишева кеүек ҡайһы бер иптәштәр, урта белемле булараҡ, йәнәһе “беҙ ошоғаса ошолай йәшәнек, артабан да ошо белемебеҙ менән йәшәрбеҙ”, тип белдерәләр.

Башҡортостан совет Яҙыусылары берлегенең органы “Үктәбер” (яуаплы мөхәррире Зөлҡәрнәйев иптәш) хәҙерге тормоштан артта ҡала, партиябыҙ тарафынан бөгөн әҙәби-художестволы журналдарға ҡуйылған талаптарға яуап бирмәй... М. Тажиҙың “Ер һулышы” тигән идеяһыҙ, әшәке поэмаһын, Р. Ниғмәтиҙең тарихи ысынбарлыҡты һәм большевик образын боҙоп күрһәткән “Большевик” поэмаһын, Б. Вәлидовтың тупаҫ, артта ҡалған кешеләрҙең зауығына иҫәпләнгән шиғырҙарын, Н. Иҙелбаевтың “Күк шинель” тигән китабын лайыҡһыҙ маҡтаусы Ғиләжев иптәш мәҡәләһен һәм шул Н. Иҙелбаевтың “Фронт хәтирәләре” маркаһы аҫтында әүмәләгән халтураһын урынлаштырыу журналдың хатаһы булып тора...

...Шул уҡ ваҡытта яҙыусы Буранғолов үҙенең милләтселек йәһәтендәге иҫке хаталарын ҡабатлауҙы дауам итә (“Тулҡынлы көндәр” пьесаһы)...

...Тәнҡитсе Ә. Чанышев, “Үктәбер” журналында (1947 й.) С. Ҡудаштың “Ленин һәм һуғышсы” поэмаһына ифрат юғары баһа бирә тороп та, 1948 йылдың мартында “Әҙәбиәттә патриотлыҡ темаһы” тигән мәҡәләһендә шул уҡ поэманы тар-мар ҡыла. Принцип та, логика ла юҡ бында. Ошо уҡ тәнҡитсе, сама тойғоһон юғалтып, бер мәҡәләһендә шағир Мостай Кәримовты бөтә совет йәштәренең йырсыһы итеп иғланлай, ә икенсеһендә иһә уны милли архаизмда ғәйепләй. 1947 йылда яҙыусы Ғ. Ғүмәровтың әҙәбиәттә Ленин һәм Сталин образдарын һынландырыуҙағы ҡаҙанышын һыҙыҡ өҫтөнә алған Чанышев башҡа мәҡәләләрендә, Ғ. Ғүмәров 28 йыллыҡ ижади эшендә совет кешеһен аҙ ғына булһа ла һынландырған әҫәр тыуҙыра алманы, тип раҫлауға тиклем барып етте...

Һөҙөмтә: Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе һәм сәркәтибе һуңғы ваҡытта, һаулыҡтарына бәйле, етәкселек итеүҙән янтайҙылар, ә партойошма сәркәтибе үҙенә йөкмәтелгән эшкә яуаплылыҡ тойғоһон юғалтты.

Бригада етәксеһе — партия өлкә комитетының мәҙәниәт секторы мөдире вазифаһын башҡарыусы Р. Хәйруллин.

Бригада ағзалары: 1. И. Мамлеев, 2. Ә. Харисов, 3. И. Гулин, 4. В. Нафиҡов”.

 

Партия өлкә комитеты үҙенең был бригадаһын юҡҡа ғына юлландырмаған икән: хисапнамә артынса уҡ Яҙыусылар берлеге етәкселеген үҙгәртеп ҡороу, етәкләнеүселәрҙе ҡалыпҡа ултыртыу башлана: С. Ҡудашты, Ғ. Зөлҡәрнәйевте “һаулыҡтары ҡаҡшау сәбәпле ирекле ялға” ебәреп, урындарына Ә. Харисовты — идара рәйесе, С. Агишты — “Әҙәби Башҡортостан” (элекке “Үктәбер”) журналының яуаплы мөхәррире итеп, ә Ғ. Әмириҙе шул яуаплы мөхәррир урынбаҫары һәм партбюро сәркәтибе (ә урынбаҫары — Ә. Бикчәнтәйев) итеп тәғәйенләйҙәр; тәртиптәре бушаҡланған әҙиптәр ҡорон, тоғро юлдан яҙлыҡтыртмай, ҡаты ауыҙлыҡлап тотор өсөн, кисекмәйенсә йыйылыштар, ултырыштар үткәрә башларға бойорола. Үҙен арыу ауыҙлыҡсы итеп танытҡан Р. Хәйруллин иптәш иһә вазифаһында үрләтелеп, партия өлкә комитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт секторы мөдире булып ала.

Инде ошо шаҡтай етди һөҙөмтәләргә килтергән баяғы тексҡа — бригада хисапнамәһенә иғтибар йүнәлтәйек. Шунан күренеүенсә, атаҡлы “милләтсе-контрреволюционер” М. Буранғоловҡа эйәртеп, заман ихтыяжы талап иткән яңы “башҡорт милләтселәре”н эҙләп табып әтмәләү эше ҡыҙа — Юғарынан шулай ҡушҡастары ни, үтәмәй ҡайҙа барһындар, быларҙың да башы ике түгел бит. Ләкин большевистик тәнҡит күҫәгенең гелән генә башҡорт милләтле әҙиптәр башына ғына яҫҡаныуы, татар милләтлеләрҙең гелән ситтәрәк тороп ҡалыуы ул саҡтағы ҡәләмдәштәрҙе үҙенең шул сәйерлеге менән ифрат хәүефләндереп, шаҡтай шомға ла һала. Юғарынан ҡубынғанға икеләнмәй ышаныусан ихласйәндәр был тәңгәлдә абруйлы бригада ағзаларының ауыр хәлгә ҡалғанлығын әллә аңлап еткермәйҙәр, әллә төптө төшөнөргә теләмәйҙәр; сөнки уйлап ҡына ҡарағыҙ: ылғый татар милләтле, йәки урыҫ милләтлеләрҙән “башҡорт милләтселәре” яһап буламы?.. Булмай, әлбиттә, быны тарих күрһәтә! “Башҡорт милләтселәре”н ҡырсыған һәм һепереп түккән 1937 йылғы репрессияларға ла, бер Имай Насириҙан башҡа, башҡорт милләтле әҙиптәр генә тарыған бит... Шул яуаплы мәсьәләне шул көйөнсә ҡабул ҡылмай, мөйөш-һәйештә сөңкөлдәшеүселәр (мәҫәлән, “хисапнамә”лә телгә алынмыш “Р. Ниғмәти, Кейекбай һәм Буранғолов иптәштәр”) араһында үҙенең һөйөклө партияһының рәсми мөнбәренә тәүәккәл сығып, тура ярып әйтерлек коммунист-әҙибә була икән алай ҙа — Зәйнәб апай Абдулла ҡыҙы Биишева. Шул хаҡтағы архив шаһаҙәтнамәләрен, алға һөргән теманы асыуға ныҡ бәйле булғанлыҡтан, өсөһөн тиң тулы килеш күсереүҙе тейешле һананым. Бына беренсеһе —партия өлкә комитеты вәкиле булып яҙыусылар йыйылышында ҡатнашҡан Р. Хәйруллиндың Юғарыға йүнәлтелмеш шикәйәте:

 

ВКП(б) өлкә комитеты сәркәтибе С.А. Ваһапов иптәшкә хисапнамә — Башҡортостан совет Яҙыусылары берлеге партия ойошмаһы йыйылышында ВКП(б) ағзаһы, Башгосиздат балалар әҙәбиәте секторы мөхәррире З. Биишеваның милләтселекле сығышы һәм ВКП(б) ағзаһы Ә. Чанышевтың партияһыҙлыҡлы сығышы тураһында.

Ошо йылдың 11 ноябрендә Башҡортостан совет Яҙыусылары берлеге партойошмаһы ВКП(б) өлкә комитеты бюроһының “Башҡортостан совет Яҙыусылары берлегенең эше тураһында” 1948 йылдың 2 ноябрь ҡарары буйынса фекер алышыу йыйылышы үткәрҙе. Ошо йыйылышта, ВКП(б) өлкә комитеты сәркәтибе Шафиҡов иптәштең ҡушыуы буйынса, мин баяғы ҡарарҙы уҡып ишеттерҙем, шунан һуң үҙемдең бюрола биргән хисапнамәмде ҡабатланым. Хисапнамәлә Биишева фамилияһы үҙенең белемен күтәрергә теләмәүсе булараҡ телгә алынды.

Минең доклад артынан уҡ Биишева иптәш ошондай һорауҙар бирҙе:

1. Ни өсөн беҙҙә фәҡәт башҡорт яҙыусылар ғына хаталана, ә татар яҙыусылар түгел?

2. Ни өсөн һәр саҡ башҡорт яҙыусыларҙы ғына әрләйҙәр?

Бер килке яҙыусылар (М. Кәрим, Ә. Кирәйев, Министрҙар Советы вәкиле Ғәлиев иптәш һ.б.) башҡорттар һәм татарҙар араһында ошондай һорауҙар биреп ҡаршылыҡ дөрләтеүҙең түҙеп торғоһоҙ икәнлегенә күрһәттеләр һәм Биишева белдереүен зарарлы, асылында партияға ҡаршы, ВКП(б) өлкә комитеты ҡарарын ревизияларға маташыу рәүешендә хөкөм иттеләр. Ләкин Биишева үҙенең ялалы, милләтселекле сығышын дауамлау өсөн һүҙ алды. Ул былай тип белдерҙе:

“Кадрҙарҙы тәрбиәләү өсөн, Яҙыусылар берлеге етәкселеге үҙ урынының бейеклегендә булырға тейеш, әлеге осраҡта был С. Ҡудашҡа ҡағыла. Ул йәш яҙыусылар кадрҙарын тәрбиәләмәй. Әгәр ғаилә башлығы шәхси өлгө күрһәтә белмәһә, ғаиләлә эш бармай ул. Беҙҙә лә тап шулай. Юғары белемле түгел, ә урта белемле генә булыуым менән хурлайҙар мине. Мин урыҫтың бер-нисә әҫәрен тәржемәләнем. Урыҫ телен мин арыу беләм, үҙ әсә телемде лә насар белмәйем һәм насар яҙмайым, тип уйлайым. Халҡым мине баһалар[25]. Ошондай бейеклеккә күтәрелгән берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ яҙыусы мин. Мин үҙемде оҫталыҡ яғынан Бикчәнтәйевтән дә түбән тип һанамайым. Талантлыларҙы тотанаҡламайҙар беҙҙә, һәр саҡ тәнҡитләйҙәр, ошолайтып бар таланттарҙы ла юғалтып бөтөрөүебеҙ мөмкин. Бына Ниғмәти — ул бит беҙҙә иң талантлы башҡорт шағиры[26], ә уны даими әрләйҙәр. Мин, әлбиттә, хисапнамәсегә бик тупаҫ һорау бирҙем. Тик мин әйтергә теләнем: шул тиклем дә аңра халыҡмы ни башҡорттар? Башҡорт шағирҙар ғына яһаймы ундай хаталарҙы? Ни өсөн башҡа шағирҙарҙың хаталары тураһында бер кем дә һәм бер ҡайҙа ла өндәшмәй? Беҙҙә хаталарҙы фәҡәт башҡорт яҙыусыларҙан ғына күреүсән бәндәләр бар...

(Йыйылыш рәйесе Әмиров иптәш репликаһы: “Тәғәйенерәк мөмкин түгелме? Кем ул быны шулай эшләй?”)

...Бына, мәҫәлән, Ғ. Әмиров, Ә. Бикчәнтәйев, Р. Хәйруллин, башҡорттар уҡырға теләмәй, улар насар әҫәр тыуҙыралар һәм башҡалар, тип, башҡорттарға ҡаршы кампания алып ба







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 648. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

РЕВМАТИЧЕСКИЕ БОЛЕЗНИ Ревматические болезни(или диффузные болезни соединительно ткани(ДБСТ))— это группа заболеваний, характеризующихся первичным системным поражением соединительной ткани в связи с нарушением иммунного гомеостаза...

Решение Постоянные издержки (FC) не зависят от изменения объёма производства, существуют постоянно...

ТРАНСПОРТНАЯ ИММОБИЛИЗАЦИЯ   Под транспортной иммобилизацией понимают мероприятия, направленные на обеспечение покоя в поврежденном участке тела и близлежащих к нему суставах на период перевозки пострадавшего в лечебное учреждение...

Алгоритм выполнения манипуляции Приемы наружного акушерского исследования. Приемы Леопольда – Левицкого. Цель...

ИГРЫ НА ТАКТИЛЬНОЕ ВЗАИМОДЕЙСТВИЕ Методические рекомендации по проведению игр на тактильное взаимодействие...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия