Студопедія
рос | укр

Головна сторінка Випадкова сторінка


КАТЕГОРІЇ:

АвтомобіліБіологіяБудівництвоВідпочинок і туризмГеографіяДім і садЕкологіяЕкономікаЕлектронікаІноземні мовиІнформатикаІншеІсторіяКультураЛітератураМатематикаМедицинаМеталлургіяМеханікаОсвітаОхорона праціПедагогікаПолітикаПравоПсихологіяРелігіяСоціологіяСпортФізикаФілософіяФінансиХімія






Епідемія — масове розповсюдження інфекційного захворювання людини в будь-якій місцевості, країні, яке суттєво перевищує загальний рівень захворюваності.


Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 798



2.1.Буй етмәгән ергә уй, ҡорал етмәгән ергә хыял етә

 

90-сы йылдар аҙағында башҡорт теленә дәүләт теле статусы бирелгәс, беҙҙең алдыбыҙға башҡорт теленең ҡулланыу даирәhен киңәйтеү бурысы килеп баҫты. “Әле үҙебеҙҙең туған телебеҙҙе тулыhынса белеп файҙаланмайбыҙ, уның сикhеҙ бай hүҙлек запасы hандыҡ төбөндә ятҡан хазинаны хәтерләтә. Алтын-көмөш йәки аҫылташ hандыҡ төбөндә быуаттар буйы ятhа ла, тутыҡмай ҙа, иҫкермәй ҙә. Ҡулланылмаған тел байлығы иhә, ҡиммәтле булыуы менән хазинаға оҡшаhа ла, икенсе бер үҙенсәлеге менән унан ныҡ айырыла. Һандыҡта ятҡан алтын-көмөш оҙаҡ йылдар буйына үҙенең төп сифаттарын юғалтмаhа, ҡиммәтен hаҡлаhа, ижтимағи тормошта, көндәлек hөйләштә киң ҡулланыу тапмаған тел үҫешә, камиллаша hәм байый алмай, киреhенсә, ярлылана, ҡатып ҡала, уның ҡулланылыш даирәhе тарая. Бындай телдең, әгәр уға артабан үҫеү, байытыу өсөн шарттар булдырылмаhа hәм дәүләт яҡлауына алынмаhа, аҡрынлап бөтөүгә табан юл алыуы, үҙенең төп ролен – кешеләрҙең аңлашыу ҡоралы булыу ролен юғалтыуы ихтимал,” – тип яҙып сыҡты был турала БР Хөкүмәт ҡарамағындағы Терминология комиссияhы ағзаhы Абдулла Исмәғилев[1].

Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың төрлө райондарында алып барылған археологик эҙләнеүҙәр нигеҙендә Көньяҡ Уралда бик боронғо дәүерҙәрҙә hинд-герман телдәр ғаиләhенә ҡараған иран-арий ҡәбиләләре йәшәүе иҫбат ителде. Был ҡәбиләләрҙең йәшәү рәүеше, йолалары hәм ғәрөф-ғәҙәттәренең үтәлеше, боронғо Һиндостанда дини- фәлсәфәүи ихтыяждарға хеҙмәт итеүсе әҙәби тел – санскриттеленең башҡорт теле менән уртаҡлыҡтары булыуы тураhында фәнни мәғлүмәттәр көн битенә сыҡты. Бигерәк тә үҙенең ғилми хеҙмәттәре менән тарихсы-ғалим hәм күп телдәр белгесе Салауат Fәлләмов ошо өлкәгә кире ҡаҡҡыhыҙ дәлилдәр менән асыҡлыҡ индерҙе. Уның китаптары йәмғиәттең төрлө ҡатламдары араhында ҙур ҡыҙыҡhыныу тыуҙыра hәм өйрәнелә.

Донъя мәҙәниәте, диндәр тарихынан билдәле булыуынса, Һиндостанға Kуру тип йөрөтөлгән төньяҡ континенттан күсеп барған арийҙар үҙҙәренең йога тигән тәғлимәтен дә алып килгән. Ҡояшҡа, утҡа табыныусы был ҡәбиләләр араhынан саҡтар ырыуы ла унда юғары мәҙәниәтле үҙ дәүләтен булдыра. Ошо ырыуҙың халҡын бик яратып хәстәрләгән hәм үҫтергән, улар тарафынан үҙе лә ҙур ихтирам яулаған Шуддходана батшаның ғаиләhендә тыумыштан иҫ китмәле hәләтле Сиддхартха Гаутама тигән аҡыл эйәhе үҫә. Ул арий ата-бабаларының дине – юғары кимәлдә ҡатмарлы булған йога тәғлимәтен урындағы ҡәбиләләр, күп ҡатлам кешеләренә аңлайышлы булhын өсөн пали теленә тәржемә итә, яраҡлаштыра. Атаhының сикhеҙ күп матди байлыҡтарынан, батшалыҡ итеүҙән, фани донъяның башҡа шатлыҡтарынан баш тартып, рухи байлыҡҡа өлгәшеүҙе генә маҡсат итеп ҡуя ул. Ошоноң менән саҡтар ырыуының вариҫы Сиддхартха Гаутама яңы донъяуи динбуддизмға нигеҙ hала. Ә арийҙарҙың теле, Һиндостан ярымутрауының үҙендәге ҡәбиләләр тарафынан саҡтар дәүләте ҡыйратылыу сәбәпле, яйлап был тарафтарҙа онотола, латин менән бергә үле телдәр иҫәбенә керә.

Әгәр Уралдан күсеп китеүсе веда арийҙарының буддизм диненә нигеҙ hалырлыҡ йога тәғлимәте кеүек белемдәре булған икән, уның ярсыҡтары әле лә бында, уларҙың ҡан туғандары башҡорттарҙа, hаҡланмаған микән ни? Улай булғас, hандыҡта ятҡан алтын-көмөш оҙаҡ йылдар буйына үҙенең төп сифаттарын юғалтмай, ҡиммәтен hаҡлаған кеүек, тел төбөндә ниҙәр ятҡанын тикшереп ҡарайыҡ.

Башҡорт теленең hүҙлегендә ошондай аңлатма бирелә: Йога(рус/ санскрит) – үҙ-үҙеңде рухи, психик hәм физик яҡтан тота белеү ысулдары, юлдары тураhында боронғо hиндтарҙа таралған дини-философик тәғлимәт. Билдәле булыуынса, йогтарҙың төп маҡсаты – йәшәүҙең нигеҙе, шарты булған йән, энергия ҡеүәтен уятып, бер нөктәгә туплап, ҡоймостан (ҡур һөйәге) алып, ете рухи үҙәк – чакраларҙы таҙартыу юлы аша, баш түбәhенә – мейегә тиклем күтәреү hәм йыhан энергияhына тоташтырып, байытыу, шул энергия иҫәбенә рухыңды күтәренке тотоу. Беҙҙең телебеҙҙәге “йоғоу”, “йоғонто”, “йоғонос” кеүек тамырҙаш hүҙҙәрҙең бер мәғәнәhе лә ошоға тап килеп тора: “аңға hеңеү”, “күңелгә ятыу”, “файҙалы булып, үҙләшеү”, “тәьҫирле булыу” h.б., йәғни кеше аңының Абсолют Аңға тоташыуы!

Йоганың төп маҡсаты – кешенең рухи кимәлен, аңын үҫтереү булhа, йөкмәткеhе – бөтә ҡылған эштәрең өсөн, Йыhан алдында карма законы буйынса яуап тотоп, хөкөм ителеүеңде белергә өйрәтеү. Ябайлаштырып әйткәндә: “ниндәй сәбәп ҡылғанhың, шуның hөҙөмтәhен күрерhең”. Тереклек донъяhында көн күреүселәрҙән бер генә йән эйәhе лә был ҡанундан азат түгел. Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан бик күп тапҡыр әйтемдәр hәм мәҡәлдәрҙең мәғәнәүи яҡтан ошо ҡанунға тап килеүе иғтибарға лайыҡ: “Ни сәсhәң -– шуны урырhың”, “Арпа сәсеп, бойҙай үҫмәҫ”, “Орлоғона күрә – емеше”, “Ел иҫмәй, япраҡ hелкенмәй”, “Утhыҙ төтөн булмай”, “Кешегә соҡор ҡаҙыма – үҙең төшөрhөң” h.б. Yҙ телебеҙҙәге “ҡармаҡ”, “ҡармау” hүҙҙәренең дә кемдеңдер, аңhыҙлығы сәбәпле, йә уҫал ниәттән ҡылған ҡылығы өсөн кире ысҡынмаҫлыҡ булып ауға эләгеп, язаға тарыу осрағы менән бәйле: мәҫәлән, балыҡ, аҙыҡҡа ымhынып, ҡармаҡҡа эләгә. Кешенең үҙен дә бындай хәлдәр һағалап ҡына тора тормошта:

Боғаҙаҡҡай күлгә ҡармаҡ hалдым,

Ҡармағыма сабаҡ ҡапманы.

Сабаҡ ҡына кеүек килеп ҡаптым,

Ҡотолоу юлҡайҙарын тапманым.

( Башҡорт халыҡ йыры)

Шулай булғас, ошо ябай миҫалдар аша ата-бабаларыбыҙҙың исламғаса дини-фәлсәфәүи белемдәре, этик нормалары тураhында күҙаллау бер ҙә ҡатмарлылыҡ тыуҙырмай: ул – йога тәғлимәте булып сыға!

Хәҙер Көньяҡ Уралды төйәк иткән арий телле куру ҡәбиләләренең рухи мираҫы – йога тәғлимәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән буддизм диненең нигеҙендә ятыусы тәрән мәғәнәле концепция – кармағаентекләберәк туҡталайыҡ. Шул уҡ ваҡытта йога hәм буддизмдың терминдарын башҡорт теленең hүҙ байлығынан эҙләүҙе дауам итәйек.

Карма түбәндәге ҡанундарҙы үҙ эсенә ала:

1. Йән сансарала (алты өлөштән торған матди донъя тәгәрмәсе) күп тапҡырҙар, бер туҡтауhыҙ яңынан-яңы рәүештә тыуа килә (реинкарнация), hәм был тыуымдарҙың тәртибе карма аша хәл ителә;

2. Ниндәй генә эш-хәл ҡылhаң да, hөҙөмтәhе бары тик үҙеңә кире әйләнеп ҡайта;

3. Кармаңды юҡҡа сығарыуға, унан ирекле булыуға тик изге ғәмәлдәр ҡылыуға нигеҙләнгән эволюция юлы менән килергә мөмкин. Был осраҡта йән Юғары Аң тыуҙырған донъяла Камил, Ысын, Тулы Азатлыҡ, Бәхет hәм Шатлыҡҡа өлгәшә.

Шулай итеп, карма законынан азат булыуҙы үҙмаҡсат итеп ҡуйған йога тәғлимәте hәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән буддизм йәнде фани донъяның алты ҡаттан торған ҡуласаhынан, йәғни Сансаранан[2], ысҡынырға әҙерләй. Yҙ гонаhтары, ҡылған хаталары өсөн ысынбарлыҡта, йәки сансарала, ҡат-ҡат тыуып, уның ғазаптары, михнәттәре аша үтеп, тәүбәгә килгән йән таҙарына, тормош тәжрибәhенән арынып, үҙенең тәүбулмышына – азатлыҡҡа, бөйөклөккә ынтыла. Йогала бер сәбәптең ниндәй эҙемтәгә илтеүе – киләhе хәл-ваҡиғаға сәбәп тыуҙыра, hәм был өҙөлмәҫ сылбыр Сансара тигән матди донъя ҡуласаhын барлыҡҡа килтерә. Беҙҙең халыҡта был турала: “Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа” тигән әйтем бар.

Түңәрәктең үҙ радиусы ярҙамында алты өлөшкә бүленеүе, hыу парҙарының туңған саҡта алты саталы ҡар бөртөктәренә әйләнеүе, бал ҡортоноң төҙөк алты мөйөшлө ояларҙан торған кәрәҙ ҡойоуы – ысынбарлыҡтың, йәғни сансараның моделе түгелме ни? Ни өсөн башҡорт халҡының ете hанын изгеләштереүен тойомларға була был миҫалдарҙан: “Донъя – ҡуласа, әйләнә лә бер баҫа” тәртибенә буйhонған фани донъяның сынйырлы ирекhеҙлегенән, йәғни алты ҡатлы сансаранан ысҡынып, Күктең етенсе ҡатына, Яҡтылыҡ, Азатлыҡ, Камиллыҡ донъяhы – Юғары Аңға тоташыуҙы күҙ уңында тотоу был. Аҫалы балаҫтарҙа, таҫтамалдарҙа, шаршауҙарҙа ҡулланылған алты мөйөшлө төҙөк биҙәктәр ҙә – фани донъяның моделе ул. Шуға күрә лә улар быуындан-быуынға үҙгәртеүhеҙ күсерелә, тапшырыла килгән.

 


<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Наркоманія | Бактеріальні інфекції
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | <== 29 ==> | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 |
Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (4.56 сек.) російська версія | українська версія

Генерация страницы за: 4.56 сек.
Поможем в написании
> Курсовые, контрольные, дипломные и другие работы со скидкой до 25%
3 569 лучших специалисов, готовы оказать помощь 24/7