Студопедія
рос | укр

Головна сторінка Випадкова сторінка


КАТЕГОРІЇ:

АвтомобіліБіологіяБудівництвоВідпочинок і туризмГеографіяДім і садЕкологіяЕкономікаЕлектронікаІноземні мовиІнформатикаІншеІсторіяКультураЛітератураМатематикаМедицинаМеталлургіяМеханікаОсвітаОхорона праціПедагогікаПолітикаПравоПсихологіяРелігіяСоціологіяСпортФізикаФілософіяФінансиХімія






Шумове, вібраційне та електромагнітне забруднення міст


Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 882



“Эй һеҙ, китап әһелдәре! Китаптағы һеҙ йәшергән йәки ситләтеп үткән күп нәмәне аңлатыр өсөн Беҙҙән һеҙгә рәсүл барҙы. Алланан һеҙгә нурһәм асыҡ китап барҙы.Шуның менән Алла Уның ризалығын алырға теләгән кешеләрҙе татыулыҡ юлынан алып барып, Үҙ рөхсәте менән ҡараңғынан яҡтыға алып сығара, хаҡ юлға төшөрә.” [Ҡөрьән Кәрим: “Әл-Маидә” (Аш табыны) сүрәһе, 5:15,16]

 

Сахасрара[20] – Сәхрәгә сығыу – иркенгә сығыу, тәбиғәт менән ҡушылыу мәғәнәhендә етенсе чакра аша Йыhанға тоташыуға бәрәбәр. Башҡорт – тәбиғәт балаhы! Был чакра баш мейеhе үҙәгендә урынлашҡан. Йога тәғлимәте өйрәткәнсә, аңын, көс-ҡеүәтен ошонда туплауға өлгәшеүселәр – пәйғәмбәрҙәр кимәлендәге ер кешеләре – кешелекте, иманhыҙлыҡтың иң түбән дәрәжәhенә етеп, юҡҡа сығыу кимәленә еткән осраҡтарҙа ҡотҡарыу, тәүбәгә килтереү өсөн был донъяға үҙ теләктәре менән тыуалар. Улар ярҙамында донъяуи диндәр барлыҡҡа килгән. Сахасрара аша кеше аңы Юғары Аңға тоташа – был йоганың иң бейек баҫҡысы. Был – рухи ғәмәлдең hуңғы өлөшө, Йыhан ҡапҡаhы.

Йәнен ошо чакра аша сығара алыусылар Нирванаға[21] өлгәшә. Йога тәғлимәте hәм буддизм дине буйынса, нирвана– тик яҡтылыҡ, нурҙан ғына яралған бушлыҡ, Юғары мәғлүмәт донъяhы. Шулай итеп, бында ла ике ят hүҙ тамырҙаш килеп сыға. Был серле чакраны баш түбәhендә көмөштәй аҡҡа зәңгәрhыу төҫ ҡушылған айшар рәүешле hүрәтләйҙәр. Был кимәлдең асылына тап килгән әйтемдәр ҙә бар:

Айға үрелгән – нурға күмелгән.

Хәйлә – алты, аҡыл – ете.

Кемдең кем икәнен, ете көнлөк юлға сыҡҡас, белерhең.

Етегән hүҙен ете ҡабат әйтhәң, сауап булыр.

Изге Ҡөрьән был турала түбәндәге аят менән иҫкәртер: “Эй һеҙ, кешеләр! Һеҙгә Раббығыҙҙан иҫбат (дәлил) килде. Беҙ һеҙгә яҡты нуребәрҙек” [“Ән-Ниса” сүрәһе, 4:174].

Тимәк, ошо миҫалдарҙан күҙәтеүебеҙсә, башҡорт әҙәби теленең ҡулланыу даирәhен киңәйтеү, уны сәхнә теле, матбуғат теле, көнкүреш hөйләү теле генә булып ҡалыуҙан hаҡлап алып ҡалып, уға йән өрөү, тулы ҡеүәтенә эшкә ҡушыу зарураты тыуғанда, төрлө дәүерҙәрҙә төрлө сәбәптәр арҡаhында ҡулланылыштан сыҡҡан hүҙҙәрҙең тәү мәғәнәләрен киренән тергеҙеү – тарих hандығының төбөндә hаҡланған ынйы-мәрйендәребеҙҙе, йәғни hүҙ байлығыбыҙҙы ҡулланылышҡа сығарып, телебеҙҙе байытыу сараhы ул.

Махсус әҙәбиәттән билдәле булыуынса, йоганың төп маҡсаты – кундалини ҡеүәтен уятыу, артабан шул сихри көс ярҙамында ғәҙәти булмаған hәләттәреңде асыу hәм үҫтереү өсөн уның төрлө кимәлдәре үҙләштерелергә тейеш. “Йога-сутра»”ла Махариши Патанджали был тәғлимәттең 8 баҫҡысын hүрәтләй:

1.Яма – аңыңды алама ҡылыҡтар ҡылмауға йүнәлтеү hәм яман ғәҙәттәрҙән бөтөнләй арыныуға ынтылыу;

2.Нияма – бөтә булмышың менән тик яҡшылыҡтар ҡылыуға өлгәшеү, көс-кәреңде изге ғәмәлдәргә сарыф итеү;

3.Асана күнегеүҙәре аша кәүҙәңде ҡатып ҡалған рәүешкә күндереп, хәрәкәттәрҙән азат тотороҡло хәлгә кереү;

4.Пранаяма– махсус күнегеүҙәр ярҙамында hулышыңды көйләү һәм шул рәүешле эске донъяң менән идара итеү;

5.Һиҙеү ағзаларының эшмәкәрлеген ваҡытлыса туҡтатыуға өлгәшеү hәм, хис-тойғоларҙан арынып, тышҡы донъяны ҡабул итеүҙән алыҫлашыу;

6.Концентрация– аңды тәрән туплауға өлгәшеү;

7.Медитация;

8.Самад(х)и – күҙәтеүсенең аңы күҙәтеүгә дусар булған йәнле йә йәнhеҙ предмет менән бер бөтөнгә әүерелеүе, эске hәм тышҡы донъяның ҡушылыуы.

Күреүебеҙсә, йоганың ҡатмарлы тойолған юғары кимәлдәренә өлгәшеүҙән элек, кеше тәүҙә уның нигеҙ ташын тәшкил иткән Яма hәм Ниямала камиллашырға бурыслы, йәғни яҡшыны ямандан айырырға тейеш. Уның өсөн билдәле бер йола ҡағиҙәләренә бойhоноу, әҙәпселек талаптарын теүәл үтәү, әхлаҡилыҡ сифаттарын тәрән үҙләштереү hәм йәшәү рәүешеңде мөмкин тиклем ябайлаштырыу мотлаҡ. Ошо юл аша тән hәм күңел таҙалығына өлгәшеүселәргә генә йоганың киләhе баҫҡыстарына күтәрелеү мөмкинселеген биреүсе алымдарҙың серен оҫталар телдән-телгә тапшыра килгән.

Ауыҙ-тел ижадының бик боронғо төрөнә ҡараған ҡобайырҙарҙыңбайтағы әҙәп-әхлаҡ, тәрбиә мәсьәләләренә бағышлана. Әгәр санскрит телендә ҡоpay[22]асыуландырыу, тетрәндереү, хәрәкәткә килтереү, ҡыбырлатыу, тулҡынландырыу мәғәнәhен бирә икән, тимәк, халыҡ ижадының был төрө халыҡтың аңын уятыуға, иҫен йыйнауға, күңелен тетрәндереүгә, аҡылын hиҫкәндереүгә, тәьҫирләнеүгә булышлыҡ итергә тейеш булып сыға түгелме? Донъя малына әүрәп, рухиәттән алыҫлашҡан халыҡты ғәмһеҙлектән арындырыу, битарафлыҡтан сығарыу – ҡобайырсының маҡсаты!

Ҡоба һүҙенең мәғәнәһен эҙләп, телебеҙҙең һүҙ ҡаҙнаһына юлланһаҡ, түбәндәге һүҙбәйләнештәрҙә осратырбыҙ уны:

ҡоба мал, ҡоба ҡош – аҡһыл, көлһыу төҫтәге мал, ҡош. Аллаһы Тәғәлә өсөн ҡорбанға килтерер малдың йышыраҡ ошондай төҫлөһөн һайлағандар. “Аҡ ҡорбан салыу” һүҙбәйләнешен иҫкә алайыҡ, ә бит эре малдың төҫө ап-аҡ булыуы – бик һирәк күренеш;

Ҡобағош – Учалы районында күбәләк ырыуына ҡараусы ауыл исеме. “Аҡмырҙа менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше” ҡобайырындағы сәсән исеменән ҡушылған[23]. Аҡ күңелле, бөйөк рухлы, изге кеше булараҡ, лайыҡ булғандыр сәсән был исемгә, тип фаразларға ҡала;

Ҡобатау – Өфө ҡалаһында хәҙерге көндә телебашня урынлашҡан ҡалҡыулыҡ. Ташының төҫөнә генә ҡарап исем бирелгәнме, әллә боронғо замандарҙа ниндәйҙер бик әһәмиәтле ваҡиға мәлендә халыҡты йыйнау, туплау өсөн тәғәйенләнгән изге урын булғанғамы?

ҡоба дала – аҡ ҡылғаны елгә бәүелеп, тулҡынланып ятыусы һил дала;

ҡобара осоу – ағарыныу,тетрәнеү, ҡурҡыу. “Даны оло, ҡобараһы ҡоро” (Мәҡәл).

Урал тауҙарының тамамланған урынында, башҡорттарҙы тышҡы донъя менән бәйләүсе киң билдәле Ҡәнифә, Ҡуңыр буға юлдары кеүек үк әһәмиәтле, күктәге Ҡош юлы йүнәлешендәге һәм хажға илтеүсе юлды Ҡобаюл тип йөрөткәндәр. Был юл Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы, Медногорск ҡалаһы аша үтә.

Хажға барыусыларҙан ишетеүебеҙсә, Мөхәммәт пәйғәмбәр Мәҙинәнән алыҫ түгел ерҙә төҙөткән тәүге мосолман мәсете Ҡоба мәсете тип атала икән!

Ошоларҙан сығып, ҡоба – аҡ, изге мәғәнәләренә тап килә, тимәк, ҡобайыр – йәнебеҙҙе имләүсе бер сара, изге һүҙ, “тарихи боролош мәлдәрендә, яу-ғәскәрҙәр килгәндә, ”аҡһаҡал да аҙашыр, күрәҙә лә яңылышыр” болар мәлдәрҙә бәндә зиһенен асып, аҡты ҡаранан, хаҡты нахаҡтан айырып әйтеүсе мәшһүр һүҙ, ҡылыстан үткер ҡорал”[24].

Иң боронғоларҙан hаналған “Ни яман?” ҡобайырының исеме үҙе генә лә йоганың Яма, Нияма кимәлдәренең атамаларына тап килеп тора бит! Йоганың ошо баҫҡыстары өсөн тәғәйенләнгән талаптарын, бурыстарын, киҫәтеүҙәрен, тыйыуҙарын үҙләштереү маҡсатына көйләнгән был hорау ни өсөн күп тапҡыр ҡабатлана hуң? Сөнки төпкө аң тик күп тапҡыр ҡабатлаған мәғлүмәтте генә үҙләштерә, йәғни йота, hәм ошо мәғлүмәт нигеҙендә өҫкө аң (аҡыл) аша кешенең ҡылыҡтарында, тәртибендә сағыла башлай.

Бер тигәс тә, ни яман?

Беҙҙең өсөн бей яман.

Ике тигәс тә, ни яман?

Илhеҙ ҡалған ил яман.

Өс тигәс тә, ни яман?

Өлгөhөҙ бескән тун яман.

Дүрт тигәс тә ни яман?

Дәртhеҙ булhаң – шул яман.

Биш тигәс тә, ни яман?

Бишектәге балаң илап ҡалhа – шул яман.

Алты тигәс тә, ни яман?

Атылып барған атың абынhа – шул яман.

Ете тигәс тә, ни яман?

Етем ҡалhаң – шул яман.

Һигеҙ тигәс тә, ни яман?

Һикhән йәшлек ҡарт әсәң,

Һуҡыр күҙен секрәйтеп,

Ҡатҡан билен бөкрәйтеп,

Һыу ташыhа – шул яман.

Туғыҙ тигәс тә, ни яман?

Туҡhан йәшлек ҡарт атаң,

Тумыртҡалай туҡылдап,

Ябалаҡтай ухылдап,

Утын ҡырҡhа – шул яман.

Ун тигәс тә, ни яман?

Ун бармағы ҡамыштай,

Утыҙ теше көмөштәй,

Уң бите айҙай балҡыған,

Һул бите ҡояштай яҡтырған,

Уңған булған hылыуың

Илап ҡалhа – шул яман.

Ун бер тигәс тә, ни яман?

Уҡ-hаҙаҡлы батыр ир,

Уҡталған аттан йығылып,

Аяҡ-ҡулы ҡаймығып,

Яуҙан ҡалhа – шул яман.

Ун ике тигәс тә, ни яман?

Уттан-hыуҙан ҡурҡҡан ир яман.

Ун өс тигәс тә, ни яман?

Урынhыҙ әйткән hүҙ яман.

Ун дүрт тигәс тә, ни яман?

Ун дүрт йәшлек hылыуҙы

Ҡартҡа бирhәң – шул яман.

 

“Ололар hүҙе”, “Бейек тауҙың үлгәне”, “Ил тигәндең кеме юҡ” тип аталған ҡобайырҙар ҙа нәҡ ана шул әҙәп-әхлаҡ хаҡында. Улар яҡшылыҡ менән яманлыҡты, әҙәп менән әҙәпhеҙлекте айыра белергә өйрәтә, кешеләр араhында итәғәтле, кеселекле булырға өндәй, ил-халыҡ мәнфәғәте өсөн янып йәшәүҙе хуплай. Ритм, рифмаға hалынғанлығы өсөн көйләп уҡыу мөмкинселеге биргән был өгөт-нәсихәттәр күп ҡабатланыуҙан ялҡытмай, киреhенсә, төпкө аңға үтеп, иҫтә ҡала, уй-фекер, йәшәү рәүешенә әйләнә. Шуның менән аң кимәлдәре бик юғары булған шәхестeр – аҡhаҡалдар, сәсәндәр, бындай ҡобайырҙарҙы төрлө йыйындарҙа башҡарып, ябай халыҡҡа рухи ярҙам күрhәтеү, әхлаҡи тәрбиә биреү маҡсатында Яма-Нияманың бурыстарын үтәгәндәр булып сыға! Шулай итеп, беҙ башҡорт халҡының иң боронғо сәсмә тел төрҙәренән hаналған ҡобайырҙар, мәҡәлдәр, әйтемдәр нигеҙендә уның әхлаҡ нормаларының боронғо донъяуи дин – йога тәғлимәтенең нигеҙе булған Яма-Ниямаға тап килгәнен асыҡланыҡ. Был дәлилләүҙәр аша тағы ла бер тапҡыр боронғо рухи ҡиммәттәребеҙҙең тәғәйенләнешен билдәләнек. Йога – ул юл; кешенең аңын күтәреү, үҫтереү юлы; әхлаҡи тәрбиә биреү мәктәбе. Ә ул мәктәптә төп вазифаны башҡарыусылар йоганың иң юғары баҫҡыстарына күтәрелгән аҡыл эйәләре, аң үҫеше буйынса юғары шәхестәр – сәсәндәр[25].

Мәғәнәле hәм тәрән йөкмәткеле әйтемдәр, тетрәндергес ҡобайырҙары аша сәсәндәр hүҙ ярҙамында тарҡау халыҡты тупланыуға, бер бөтөнгә ойошоуға өндәгән:

Ил тигәндең кеме юҡ

Ил тигәндең кеме юҡ,

Кеме юҡ та ние юҡ;

Ҡарты ла бар был илдең,

Йәше лә бар был илдең,

Туғы ла бар был илдең,

Асы ла бар был илдең,

«Бир»ҙән бүтәнде белмәгән

Бейе лe бар был илдең,

Кешенең зарын ағыҙған

Йыры ла бар был илдең,

Көйө лә бар был илдең,

Ҡыҙы ла бар был илдең,

Наҙы ла бар был илдең,

Ҡыҙ алам тип туҡмалған

Таҙы ла бар был илдең,

Барымтаға килеүсегә

Yсе лә бар был илдең,

Урманы күп, тауы күп,

Ере алтын был илдең,

Йылғаhы күп, күле күп,

Һыуы hалҡын был илдең.

Һылыуы бар был илдең,

Матуры бар был илдең,

Йылғаhында hыулаған,

Тупрағында аунаған,

Урал буйын буйлаған,

Ат өҫтөндә уйнаған,

Ҡаяла башаҡ ҡайраған,

Ҡыҙҙарҙың hылыуын hайлаған,

Тыуған ерен hаҡлаған,

Ир намыҫын hатмаған

Батырыбар был илдең!

 

Бына ошондай күп төҫлө ҡораманан түшәк-юрған ҡораған оҫта кеүек, төрлө кимәлдәге халыҡ ҡатламдарын берләшеүгә өндәүсе сәсәндәргенә түгел, ә уларҙың именлеген, бөтөнлөгөн тәьмин итер батырҙар ҙа – аң кимәле буйынса анахатанан юғарыраҡ күтәрелгәндәр булып сыға. Был кимәлгә етеү өсөн, үҙеңдә бик күп hәләттәреңде асыу, үҫтереү генә етмәй, ә бәлки бөтә булмышыңды ана шул аҫта ҡалғандарҙың аң кимәлен күтәрешер, халыҡты хәстәрләр шәхес булып әүерелер кәрәк.


<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Екстремальні ситуації криміногенного характеру | Загальні та допоміжні функції управління
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | 32 | <== 33 ==> | 34 | 35 | 36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 |
Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (4.476 сек.) російська версія | українська версія

Генерация страницы за: 4.476 сек.
Поможем в написании
> Курсовые, контрольные, дипломные и другие работы со скидкой до 25%
3 569 лучших специалисов, готовы оказать помощь 24/7