Головна сторінка Випадкова сторінка КАТЕГОРІЇ: АвтомобіліБіологіяБудівництвоВідпочинок і туризмГеографіяДім і садЕкологіяЕкономікаЕлектронікаІноземні мовиІнформатикаІншеІсторіяКультураЛітератураМатематикаМедицинаМеталлургіяМеханікаОсвітаОхорона праціПедагогікаПолітикаПравоПсихологіяРелігіяСоціологіяСпортФізикаФілософіяФінансиХімія |
Основні напрями, мета та завдання захисту населення і територійДата добавления: 2015-10-19; просмотров: 709
Бары эшкә баш булыр... Был васыятнамәлә боронғо диндең иң төп hәм үҙәк таяуҙарынан hаналған фекерҙәре hалынған: “был донъяның бөтә нәмәhе, хәл-ваҡиғалары – тотороҡhоҙ, алмашыныусан”. Шуға күрә беҙ үҙебеҙ ҙә – был донъяның ҡунағы ғына. Һәр көнөн уның, бер ғүмергә торош итеп, файҙалы эштәр менән үткәреү беҙҙең бында көн итеүебеҙҙе аҡлар: яҡшы ниәт, яҡшы hүҙ, яҡшы ҡылыҡ менән Кеше ғүмеренең hәр осоронда бер күтәрелеш кисереп, Йыhан ҡапҡаhына яҡынайыу өсөн кәңәш был hүҙҙәр. Шул эштәрҙең нигеҙендә ятыусы “яҡшылыҡ ҡылыу” идеяhы йогала үҫеш юлының беренсе баҫҡыстары булған яма-нияма – кереш, инеш кимәлдәрен иҫкә төшөрөп, ошо ғәмәл ярҙамында уның юғары булған баҫҡыстарында ла, тик шуларға таянып, эш итергә кәрәклеген ҡабатлай аҡhаҡал. Ҡобайырҙың буйынан-буйы ҡабатланып килгән төшөнсәләр – тәүэлементтар ни өсөн бында ла иҫкә алына икән? Халыҡ ижадында хатта уларҙы Ер Тәңре, Һыу Тәңре, Ут Тәңре, Күк Тәңре тип ололау бар. Ер (был урында - бағ) – муладара, hыу – свадистана, ут – манипура, күк- hауа – анахата булhа, вишудда кимәле был осраҡта тел төшөнсәhе аша атала. Бөтә кимәлдәге чакраларҙы ла таҙа тотоу юлы тик бер генә ғәмәл, йәғни яҡшылыҡ ҡылыу юлы ярҙамында, атҡарылыуына тағы бер ҡат иҫкәртелә әҙәм балаhы. Онотмайыҡ, йогала бер үк төшөнсәләрҙе күп тапҡыр ҡабатлау – төплө үҙләштереү, йәғни аңбаҙына индереүҙең отошло hәм аҡланған алымы. Шулай итеп, аҡыллының кәңәше менән Урал батыр, Бөтә серҙе аңлағас, Бар халыҡты эйәртеп, Йәншишмәгә барған, ти, Һыуын уртлап алған, ти; Yҙе сапҡан юлына, Дейеүҙәр өйгән тауына Һыуҙы шунда бөрккән, ти.
Ошо урында hорау тыуыр: ни өсөн халыҡ менән бергә булhа ла, hыуҙы тик бер Урал ғына уртлай? Кешелек донъяhына үҫеш юлын үҙ үрнәгендә күрhәтергә бурыслы булып килгән Күк илсеhе Урал халыҡ араhында ҡәҙимге кеше сүрәтендә йөрөhә лә, уның булмышы – башҡа ғәмдән, сөнки бөйөк заттан ул. Йоганың hуңғы баҫҡысында Сахасрараңдан ошо тереhыу тамсылары тамғанын тойоу – ул тик эске донъяңда, күңел киңлегендә кисерелер күренеш булғанға, шулай hүрәтләнә был тамаша. Ләкин Пәйғәмбәрҙең бөйөк бурысы – шул кешелек донъяhындағы hәр әҙәмдең ошондай үҫеш юлы аша үҙенең тәүбулмышына яҙған hәр яҡтан камиллыҡ сифаттарына өлгәшеү, саф hәм тулы аң эйәhенә әүерелеүгә хаҡы hәм мөмкинселеге барлығына ышандырыу, шуның юлын өйрәтеү. Хаҡ яҙмышы ҡушҡан ошо бурысын аҙағына тиклем нисек алып барып еткерер батырыбыҙ? Йәншишмәнең тере һыуын бөрккәндән hуң, мәңге йәшел булып ҡалған был бағта “байман табып, тын алып, рәхәтләнеп” көн күргән халыҡҡа өсөнсө тапҡыр антын боҙған Шүлгәндең, ҡалдыҡ-боҫтоҡ дейеү-йыландарҙы туплап, яңынан зыян күрhәтә башлауын нисек аңларға йога күҙлегенән? “Бар hәм Бер” булған саф, камил, бөтөн тәүбулмыш – Нирвананың ҡапма-ҡаршы, тиҫкәре, киреhе, түбәне булған был донъяның дуаль булыуынан: көндөң төнө, яҡтының ҡараңғыhы, татлының әсеhе, рәхәттең ҡыйыны, мөхәббәттең нәфрәте булғандай, яҡшылыҡ менән яманлыҡҡа ла мәңге бергә булыу насибынан инде, ни хәл итәhең! Йыhан ҡанунына бер кем дә ҡаршы тора алмаҫ был “ике ярты – бер бөтөн” фанилыҡта. Унан ҡотолоу, йәғни Сансараның алты ҡатынан ашып, етенсеhендә – Сахасрара чакраhындағы Йыhан ҡапҡаhынан аңын сығарыуға өлгәшерме Урал батыр? Йәндең “рух арбаhы»” рәүешен генә үтeүсе есмани тәнде ошо юғары идея өсөн ҡорбан итеп, Yлем менән күҙгә-күҙ осрашыуға әҙер булыу – рух азатлығына килеүҙең берҙән-бер юлы, кешелек тарихында башҡа донъяуи диндәрҙә лә Аллаhының ерҙәге илселәренең барыhына ла хас сифат булып ҡабатланасаҡ әле был юғары дәрәжәләге батырлыҡ. Камил булмаған кешелек донъяhының хата-кәмселектәрҙән йыйылған насар кармаhы өсөн яуап тотоу, таҙартыу hәм ярлыҡау hорау өсөн булыр был ҡорбан. Сөнки ағаhы Шүлгәнгә ҡат-ҡат ышаныс күрhәтеп, уның йөҙөндә кеше-ара мөнәсәбәттәргә, ниндәй кимәлде генә алма (туғанлыҡ, дуҫлыҡ, ғаилә h.б.), юғарыларға хас сын тоғролоҡ юҡлығын иҫбатланы Урал пәйғәмбәр был тормошонда. Ялғанлыҡ, хыянатсанлыҡ, тәүбәне тиҙ онотоу кеүек кәмселектәр кешелекте ғүмер баҡый эҙәрләрен тоҫмаллаған Урал hуңғы батырлыҡ ҡылырға мәжбүр: “Кешегә тынлыҡ бирмәгән Ҡалған-боҫҡан дейеүҙән, Яу булыусы Шүлгәндән Бар халыҡты ҡотолтам!” – Тиеп, күлде уртлаған. Күл hыуы ҡайнай башлаған, Дейеүҙәр ҡурҡып шаулаған, Шүлгән барын туплаған. Урал күлде hура, ти, – Дейеүҙәр эскә тула, ти, Берәм-берәм Уралдың Йөрәк-бауырын телә, ти. Дейеү бик күп тулған hуң, Йөрәгене телгән hуң, Урал күлде бөрккән, ти, Ҡырға сыҡҡан дейеүҙе Батырҙары тотҡан, ти. Аяғына баҫалмай, Ҡабат яуын асалмай; Урал шунда йығылған, Бөтә кеше йыйылған, “Ил бәхете ине”, – тип, Бары hыҡтап илаған. Был батырлыҡтың анахата кимәлендә барғанын hәм фәҡәт кешелек өсөн тәғәйен ҡорбан икәнен өҫтәге hүҙбәйләнештәрҙән күрҙек. Артабан уның аңы, вишуддакимәленә күтәрелеп, бар ҡәүемдәр hәм замандар күңеленә хуш килерлек хаҡ hүҙҙәр– өгөт-нәсихәттәрен әйтер көс бирәсәк: Улдарым, тыңлаң, hеҙгә әйтәм? Тыңла, илем, hиңә әйтәм: Ир-арыҫлан булhаң да, Батыр беләкле тыуhаң да, Илдә йөрөп, ил күрмәй, Тубығыңдан ҡан кисмәй, Йөрәгең батыр булалмаҫ. Яуызға юлдаш булмағыҙ, Кәңәшhеҙ эш ҡылмағыҙ. Уландарым, hеҙгә әйтәм: Мин әрсегән ерҙәрҙә Кешегә байман табығыҙ; Яуҙа булhа, баш булып, Кешегә ил ҡороғоҙ; Данлы батыр булығыҙ. Олоно оло итегеҙ – Кәңәш алып йөрөгөҙ; Кесене кесе итегеҙ – Кәңәш биреп йөрөгөҙ. Күҙенә сүп төшөрҙәй, Күҙhеҙ булып ҡалырҙай Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ. Аҡбуҙатым, булатым Илдә тороп ҡалыр ул, – Өҫтөнә менеп сабырҙай, Яуҙа ҡылыс hелтәрҙәй Батырға менер ат булыр. Әсәгеҙгә әйтегеҙ: Минән риза булhындар, “Ирем, хуш бул!” – тиhендәр. Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булhын атығыҙ, Кеше булhын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ! Күктәгеләр тарафынан уның батырлығын (аң кимәленең юғарылығын, бөйөклөгөн) таныуының шаhиты hәм тиң күреүҙәренең билдәhе булыр бүләктәре – Аҡбуҙатын hәм булат ҡылысын васыят hүҙҙәренә ҡушып, ерҙәгеләргә аманат итеп ҡалдырыуында ниндәй мәғәнә hуң Уралдың? “Рух” символы булған Аҡбуҙаты hәм әҙәмдең аңын түбән hөйрәүсе “нәфсе-теләктәргә ҡаршы тороу” символы тип hаналған булат ҡылысы – ошо ике төшөнсәнең, кешелеккә юлдаш булыр мәңгелек рухи ҡиммәттәр икәнлеген иҫкәртеүе булыр уның. Ә был ҡиммәттәрҙең баhаhы тағы ла артасаҡ замандың киләсәген дә күҙаллаған ул Һыуғояр. Әҙәмдәргә төбәп әйткән hуңғы мөрәжәғәтендә уның үҙенең дә кеше кимәленә хас хата-кәмселектәрҙән азат булмағанлығына күрhәткән hүҙҙәр бар: Дейеүҙәргә яу асып, Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп, Ерҙә торлаҡ табыштым, Кешеләрҙе яуыздан Ҡотҡарырға тырыштым. Менhәм буҙ ат бар ине, Ҡулда булат бар ине; Яу тупларлыҡ еремдә Талай илем бар ине; Ҡулдаш булыр илемдә Батыр ирҙәр бар ине. Шулар ҡәҙерен белмәнем, Батырлыҡҡа маhайып, Кәңәш ҡороп торманым, Яңғыҙ башым уйланым, Уңмаҫ юлды hайланым. Был hүҙҙәрҙe ул “балыҡтар дәүеренә” хас эске донъяңдағы сикләнгәнлек, үҙ-үҙеңде генә таныу кеүек сифаттарҙың hауаланыуға, маhайыуға килтереүен үҙ тәжрибәhендә таныуын белгертеп, үкенес кисерә. Был юлды уңмаҫ юл тип атап, тәүбәhен бар ғәмгә еткерә. Ошоноң менән ул, бәндәләргә хас хата-кәмселегенән арынып, Аллаhының ризалығына өлгәшеренә ышаныс кисертә. Сөнки башҡаларҙы, өгөт-нәсихәт менән генә тәрбиәләп, үҙгәртеп булмай; “әйләнә-тирәңдә бөтәhе лә hинең аңыңдың сағылышы”, – ти был турала йога тәғлимәте. Тимәк, иң алда үҙ аңыңды үҙгәртеп, кәмселектәреңдән арынып, камиллыҡҡа килгәс кенә, башҡаларҙы үҙгәртеп була, тигән hабаҡ бирҙе беҙгә Урал батыр был hүҙҙәр аша. “Донъяла бар нәмә үҙгәреүсән, алмашыныусан” тигән таяуға таянып, шул иҫәптән, үҙ аңыңды башҡаларҙыҡы менән бер бөтөн итеп тойоу, шул хәлде ысын мәғәнәhендә, мөмкин тиклем күберәк hанда бергәләп кисереүгә өлгәшкәндә генә, кешелек ойошоп, бер үҫеш баҫҡысына күтәрелерен төшөндөрә ул! Бына ошо эске донъябыҙ – “мин-минлек, мин-үҙем” (микрокосм) hәм тышҡы донъя – “башҡалар менән бер бөтөнлөк” хәленең (макрокосм) ҡушылыуын иң юғары маҡсат итеп ҡуйған йога тәғлимәтенең hабаҡтары әле бөтмәгән ҡобайырҙа. Даими үҙгәреүсәнлек хәлендәге алдаҡ ҡына булыр был донъянан, Сансараның ҡатлы-ҡатлы ҡоллоғонан Азатлыҡҡа илтеүсе юлдың ҡапҡаhы аша сығарыусы Yлем батырыбыҙҙың йәнен Мәңгелеккә, тәүбулмыш донъяhы Бөйөк Нур Иле Нирванаға атҡанын “күктән йондоҙ атылып, Һомайға оран биреүенән” таныйбыҙ. Уй hәм яҡтылыҡ тиҙлегендә хәрәкәт итеүсе бөйөк Күк ҡыҙы, Уралына мәңге тоғро Һомайҙың, һөйгәне менән бәхилләшкәндә әйткән сабыр hәм ышаныслы hүҙҙәренә ҡолаҡ hалмау мөмкинме: Илгә затлы булырҙай, Кешегә татлы булырҙай, Йәндәй hанап йөрөрҙәй Тағы ла затлы булырhың, Юғалмаҫ алтын булырҙай, Кешегә данлы hаналып, Донъяға батыр булырhың. Уралдың исеме донъя кимәлендә танылыр, дан-шөhрәт яулар көн тыуыуына ғына түгел, ә дөйөм кешелеккә hәләкәт янағанда ҡотҡарыр тәғлимәттең серҙәре асылырынамы, әллә батырҙың ҡайтанан тыуыуына ишарамы был? Ҡалай ғына булмаhын, Ҡояш ҡыҙы Һомайҙың тоғролоҡ символы аҡҡошҡа әүерелеп, еребеҙҙе йыл hайын ҡышҡы тәрән йоҡо хәленән сығарыр ҡот килтереүсе изге ҡош икәнлеген онотмауыбыҙ быға шаhит. Әйткәндәй, йогала hәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән Будда динен тотҡан көнсығыш илдәрҙә йәндең бер кәүҙәнән икенсеhенә күсеп яңынан тыуыуы реинкарнациятип атала. Ҡобайырҙа артабан Һомай артынан эркелеп, Уралда үрсеп киткән ҡош-ҡорт hәм башҡа йәнлектәр тураhындағы мәғлүмәт бирелеү, шулар араhында Ҡатил үгеҙенең дә кешегә буй биреүе, Аҡбуҙаттан йылҡы тоҡомо түлләп китеүе, “шул йәнлектәр, ҡош-ҡорттар килеү көнө кешегә ай, йыл hанап белеүгә исем булып китеүе” – барыhы ла hуңынан Будда динен тотоусылар даирәhендә ҡулланыласаҡ өлгө, көнсығыш фәлсәфәhендә киң тараласаҡ миҫалдар. Айһылыуҙың хәл-ваҡиғалар үҫешендә әсәһе Ай янына күккә оҙатылып, күҙ уңынан ысҡыныуында ла хикмәт бар. Сөнки будда динендәге “Сансара – донъя тәгәрмәсе” тураһындағы ғилем буйынса, Ай фани донъя ғазаптарын туҡтата алыу, юҡҡа сығарыу ихтималлығын белдереүсе символды аңлата. Ошо мәлдән кешелек донъяhының, ысын хәҡиҡәттән алыҫлашып, донъяуи белемдәргә генә мауығып, матдилашып китер hәм Кали Юга тип аталыр ҡараңғылыҡ дәүеренә инеүен тояhың – Мәңгелекте ваҡыт төшөнсәhенә бүлгелeүҙән танылыр был осор. Сөнки үткәнен онотор hәм киләсәген күҙалламаҫ бәндә, бөгөнгөhө менән генә йәшәүҙе ысын hанап, ошо яңылышыуҙан аҙашып китеп, тормош мәғәнәhен юғалтыр осор ул. Әммә йога өйрәткәнсә, бер нәмә лә сәбәпhеҙ булмай: был кире тәжрибә яман менән яҡшыны танытыр hабаҡ өсөн кәрәк булыр әҙәмгә. Ә был матди донъяла икегә бүленгән бөтөндөңhәр яртыhының ярышлап ҡына түгел, сиратлап, берен-бере алмаштырып торған хәлендә, уларҙы айырып таныуҙары, ай-hай, ҡатмарлы булыр кешегә. Халҡының киләсәген хәстәрләгән Урал батыр был осраҡты ла күҙ уңында тотҡан – уның рухын дауам итер аңлылар, миhырбанлылар изге эштәрен дә дауам итер:
Ҡош-ҡорт, йәнлек күбәйгәс, Шишмә hыуы етмәгәс, Күлдән ҡурҡып эсмәгәс, Иҙел батыр, Яйыҡҡа, Халыҡ йыйылып килгән, ти, “Нишләйбеҙ?” – тип, барыhы Аптырашып әйткән, ти. Иҙел был хәлдән ҡотолоу юлын, яңынан Шүлгәнгә яу асыуҙа күреп, шуға әҙер булғанда, ер ҡотон hаҡлаусы Һомай килеп етеп, улын был ниәтенән туҡтатыуы, аҡыл менән башҡа сара табырға кәңәш итеүенән дә өҫтәге фекерҙең үҫтерелеүен күрәбеҙ: яҡшылыҡ менән яманлыҡ артабан да бергә ҡаласаҡ. Шуға күрә әҙәм затына, был хәҡиҡәтте иҫтә тотоп, аңлы рәүештә яҡшылыҡты үҫтерер эш-ғәмәлдәр ҡылыу юлын эҙләргә кәрәк булыр: “Атайымдың ҡулында Булат дейеү тураны; Уралдан тыуған ул булып, Халыҡты hыуhыҙ ҡаңғыртып, Батыр исеме күтәреп, Һыу табалмай тилмереп Тороу ирлек буламы?” - Тигән дә Иҙел ирәйеп, Тауҙы яра сапҡан, ти, Көмөштәй бер аҡ йылға Шылтырап шундуҡ аҡҡан, ти; Тауҙы буйлап киткән, ти, Әзрәҡәнән бар булған Ямантауға еткән, ти. Иҙел килеп уҡталып, Билен өҙә сапҡан, ти, - Йылға ары аҡҡан, ти; Иҙел баҫып торған тау – Ирәмәл[65] булып ҡалған, ти. Йылға быуған ҙур тауы, Ҡырҡа сапҡан урыны – Ҡырыҡты[66] булып ҡалған, ти. Иҙел батыр тапҡан hыу Иҙелбулып ҡалған, ти. Күктәгеләрҙең фатихаhынан сығып эш итеүсән Урал батыр ошо изге урындарҙы йәнтөйәк итеп беҙгә ҡалдырған, шул турала бәйән итер бөйөк йөкмәткеле тәғлимәтен аманат итеп беҙгә төбәгән икән, уның уландары Иҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмарҙар тағы бер ҡат халыҡ булып ойошоп, ерегеп китергә сәбәп ҡылған икән, беҙ бының hөҙөмтәhен дә шул кимәлдә раҫларға тейеш.
|