Студопедія
рос | укр

Головна сторінка Випадкова сторінка


КАТЕГОРІЇ:

АвтомобіліБіологіяБудівництвоВідпочинок і туризмГеографіяДім і садЕкологіяЕкономікаЕлектронікаІноземні мовиІнформатикаІншеІсторіяКультураЛітератураМатематикаМедицинаМеталлургіяМеханікаОсвітаОхорона праціПедагогікаПолітикаПравоПсихологіяРелігіяСоціологіяСпортФізикаФілософіяФінансиХімія






Потенційно небезпечного об'єкта


Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 784



Тарлыҡ-маҙар күрмәбеҙ,

Теләгәнебеҙ итербеҙ,

Барын ҡулда тоторбоҙ.[61]

Күк батшалары Әзрәҡә менән Ҡәһҡәһә ни өсөн кешенән үтә алмай? Хикмәт ниҙә hуң? Тик рәхәтлектe, ҡәнәғәтләнеү тойғоhона сорналып, көн күреүсе аллалар ни өсөн кешенән көсhөҙөрәк? Сөнки, йога өйрәткәнсә, әҙәм балаhына ғына рухи кимәлде үҫтереү теләге хас.

Сансара ҡуласаhының уртаhына тап килгәнгә күрә, кешелек донъяhына уның ләззәте hәм ыҙа-яфаhы бер самала тиң бирелгән. Кеше, шуның алтын уртаhын тойоп, өҫкә ынтылыр көс таба алыр булыр. Ә уның аҫҡы ҡаттары булған ғазап ситлектәре – тамуҡ, хайуандар hәм мәңге ас ендәр донъяларында йән аҫырау ҡайғыhынан башҡа хәстәр юҡ, ә кешелектән юғарыраҡ баҫҡыстарҙа тороусы асурҙар hәм күк аллалары өсөн, байманлыҡта йәшәп, ҡайғы-хәсрәт барлығын онотоуға дусар булғанлыҡтан, рухи ғәмәлдәр алып барыу мохтажлығы юҡ. Шуға күрә улар Рух бөйөклөгөнә ынтылыуҙан мәхрүм hәм нәтижәлә, кешенән көсhөҙөрәк булып ҡала. Эпоста hүҙ барған көрәш бына шул сәбәптән бара ла инде. Күк батшалары кешенең аң кимәлен, үҫешен матди донъяның төрлө алдатҡыстарына ымhындырып, туҡтатырға маташа. Yҙҙәре иhә, вишудда (бишенсе элемент – бөйөк бушлыҡ батшалығында) – аджня (аждаhа) кимәлдәрендә азатлыҡта, иркенлектә мәңге хужа булып ҡалырға теләрҙәр.

Был кимәлгә еткән Шүлгән менән Урал уларҙың ысын көндәштәре, сөнки уларҙың алтынсы ил Аджняға күтәрелеү мөмкинселеге дейеүҙәрҙекенән артыҡ – кеше атлы әҙәм затынан улар. Был тәңгәлдә пәйҙә булған ай ҡыҙы Айhылыу, ҡояш ҡыҙы Һомайҙың ролдәре нимәлә? Уларҙың образына йога тәғлимәтенең ниндәй сере hалынған?

Йогала ҡур hөйәгендә йоҡо хәлендәге йылан рәүешендә hаҡланыусы ҡеүәтте уятып, хәрәкәткә килтереү, чакралар аша юғарыға күтәреү өсөн бер рухи ғәмәл башҡарылыуы мотлаҡ: Ида hәм Пингала ҡыл-каналдарын унда йыйыла килгән карма ҡалдыҡтарынан, иҫке ҡеүәттән бушатып, таҙартыу маҡсатында hыу hәм ут тәьҫирендә hабаҡ алыу. Һул яҡ каналды таҙартыу йогала “hыу менән таҙарыныу[62]” тип атала hәм физик тәндең ҡайhы бер үҙгәреш кисереүе менән оҙатыла: кундалини ҡеүәте күтәрелеү ваҡытында оҙайлы ғына ваҡыт өшөүҙән ҡалтыраныу тойғоhо биләп ала, кеше hүрәнләнеп ҡала, баш ойой. Бер ниндәй йылы кейем hәм тышҡы йылылыҡ ҡотҡара алмай был хәлдән: астраль тәндәге был ҡеүәт төрөн Айҙың магнит тәьҫире хәрәкәткә килтерә икән.

Пингала юлағын таҙартыу “ут менән hынау” (“крещение огнём”) тип атала, сөнки кундалини ҡеүәте күтәрелеү тәндең йылылығын самаhыҙ арттыра, кеше сәбәпhеҙгә асыулы, ярhыулыға әйләнә – был күренеш Ҡояш әүҙемлеге менән бәйле.

Хәҙер инде ошо “ойоғанлыҡ” hәм “әүҙемлек” хәлдәренә килтергән ике төр ҡеүәтте юғары сифатына әүерелдереү бурысы килеп тыуа: hәр береhен, үҙ юлағы буйлап, Аджня чакраhына – уларҙың hуңғы нөктәhенә тиклем күтәреү, бергә ҡушылыу мәленә еткерергә кәрәк. Ошо саҡта уларҙы урта юлаҡҡа – Сушумна каналына юллатып, яңы ҡушылманан барлыҡҡа килгән Кундалини ҡеүәтенә эйә булыу. Бындай әҙәмдең тәне, бер ниндәй сирҙәргә бирешмәҫ, ауыртыныуҙар белмәҫ, ә йәне аллалар кимәленә хас hәләттәргә эйә булыр. Был кимәлдәге ҡеүәт ярҙамында кеше күҙенә яҡтылыҡ сатҡылары күренер, йәғни көндөҙ йондоҙҙар күрер ул.

Шулай итеп, ҡобайырҙағы артабанғы хәл-ваҡиғаларҙы күҙәтәйек.

Һул яҡтан киткән hәм шуға күрә йогалағы “hыу менән бәйле hынау” тотҡан Шүлгәндең яңынан пәйҙә булған мәле, ысынлап та, шулай hүрәтләнә:

Ай киткән, ти, йыл киткән,

Күп йылға, тауҙар үткән,

Ҡайҙа уға төн булhа,

Шунда ятып йоҡлаған.

Барып сыҡҡан бер ергә

Осраған, ти, бер күлгә,

Ситен ҡуға уратҡан,

Томбойоҡтар япрайып,

Тик ағастай, сәскә атҡан;

Һаҙмыт түгел, ҡырсын төп,

Өйрәк, аҡҡош, ҡыр ҡаҙы

Йөҙөп йөрөй – шундай күп.

Күлдә ятҡан балығы,

Ялтуш, сабаҡ, суртаны

Бергә йөҙөп уйнайҙар,

Бер-беренә теймәйҙәр.

Был күлдең эргә-тирәһендә лә шул уҡ хәл:

Ҡуй-һарыҡ та, бүре лә,

Әтәс-тауыҡ, төлкө лә

Бер тирәгә йыйылған...

Ожмах тигәндең үҙе инде бына! Ошо урында ул Зәрҡумға осрап, тегеhе уны, маҡтау алып, данланыр өсөн, атаhының дуҫы Әзрәҡәғә алып килә. Ошонда улар тарафынан урланып тотҡонда йәшәгән Айhылыуҙы[63] күрә hәм, әлбиттә, шул тәьҫирҙән уны ойоу ала:

Күмәк ҡыҙ уртаhында:

Буҙ таштар араhында

Айырым бөртөк ынйылай,

Күктә балҡып йәмләнгән

Йондоҙҙарҙың айындай;

Һылыуҙарҙың битендә

Айырым торған миңендәй –

Һылыуҙарҙың - hылыуы

Айhылыуҙы күргәс тә,

Шүлгән күҙен текләгән.

Шүлгән был матур hәм hил донъя рәхәтлектәрен татып, ни маҡсаттан йәрөүөн дә онотоп китә :

Данлы туйын ҡорған hуң,

Ҡыҙ ҙа hылыу булғанға,

Егетте лә hөйгәнгә,

Шүлгән шуға мауығып,

Был hарайҙа йотолған,

Бөтә эше онотолған.

Ләкин был кимәл йоганың маҡсатына ярашлы булмағанға күрә, Шүлгәнде был “ойоуҙан” сығарырлыҡ тышҡы сәбәп табыла:

Берҙән-бер көн Әзрәҡә

Зәрҡум менән Шүлгәнгә

Самрау батшаның ҡыҙын,

Булат ҡылыс, Аҡбуҙын

Ала торған юлыны,

“Аҡбуҙатҡа менгән ир,

Булат ҡылыс тотҡар ир –

Бөтә донъя йөҙөндә

Иң ҙур батыр булыуҙы,

Барын баш эйҙереүҙе

Теҙеп hөйләп аңлатҡан”, –

Төрлө яҡлап самалап

Ҡул тамырыны тартҡан.

Һомайҙы ил маҡтағас,

Яуға ҡалhа, аҙағы

Дейеү ҙә бирәм тигәс,

Шүлгән бармаҡ булған, ти,

Һомайҙы алмаҡ булған, ти.

Зәрҡум, Шүлгән икәүhе

Yҙ-араhы hөйләшеп,

Бер дейеүгә менгәшеп,

Самрау батша иленә

Икәү бергә киткән, ти,

Күҙ асып, күҙ йомғансы

Барыр ергә еткән, ти.

 

Быныhы инде йогалағы телепортация күренеше: уй-буй кимәлендә генә өлгәшерлек теләhә ниндәй алыҫлыҡтағы арауыҡты үтә алыу, теләгән бер донъяға сәйәхәт итеү hәләте асылыуы, сөнки йән, аджня аша физик тәндән айырылып сығып, ирекле хәлгә килә. Шүлгәндең Ҡояш ҡыҙы Һомайҙы тап итеүе егеттең аджня кимәленә күтәрелеүен дәлилләй, фәҡәт ошо чакрала ике ҡыл-каналдың юлдары киҫешеп, урындары алмашына: һул юлаҡтағы ай ҡеүәте мейенең уң яғына, ҡояш ярымшарына күсә, ә уң яҡтағы ҡояш әүҙемлегендәге ҡеүәт, киреһенсә, һул ярымшарға – айға күсә. Шүлгән, шулай итеп, дейеүҙәр hәм Зәрҡум ярҙамында Сансараның ҡулсаhынан ысҡынды булды. Шул уҡ ваҡытта, был кире ниәтле яуыздарҙың яйына төшөп, ул изгелеккә хеҙмәт итер туғаны Уралға ҡаршы була. Әммә был да Юғары көстәр тарафынан тәүҙән үк икеhен ике яҡҡа аймылыш иткән ике юл – Махаяна hәм Хинаяна аша үҫеш. Yҙ үҫешен генә хәстәрләр Шүлгәндең “үҙен башҡаларҙан айырым тойоу” аңы ла шулай үҫешә. Мин-минлек идеяhы бындай аңдың хужаhын “бөтөн, камил, тулы” сифатындағы яҡтылыҡ-нурҙан ғына туҡылыр бөйөк бушлыҡ – Нирванаға hәм Маха Нирванаға күтәрмәйәсәк; киреhенсә, ҡапма-ҡаршы йүнәлешкә, түбәнгә ҡолауға борасаҡ, сөнки ул донъяуи нәфсе-теләктәрҙән арына алмауҙан “ауыраясаҡ”. Шуға күрә үҙе нурҙан яралған Һомай-ҡыҙ был икәүҙең мәкерле ҡара уй-хәсрәттән килеүҙәрен шунда уҡ төшөнөп ала, шул яуыз теләктәрен ҡуйҙырыу, ваз кистереү ниәтенән уларға бер hынау ҙа үткәрә. Икеhен ямға ҡолатып, шул ямды hыуҙан баҫтырып, “йөҙҙөрөп” алыр, hабағынан hуң, кәңәш итеп, ошондай киҫәтеү hүҙҙәрен әйтә булыр:

Ҡан көҫәгән, йәш түккән,

Күптәр башына еткән,

Ҡан эсергә уҡталған

Уҫал йөрәгең бөтhөн,

Бәғерле йөрәк үҫhен.

Йөрәк майың иреhен,


<== предыдущая лекция | следующая лекция ==>
Ліцензування діяльності об’єкту підвищеної небезпеки | Додаток 2.
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36 | <== 37 ==> | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 |
Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (1.737 сек.) російська версія | українська версія

Генерация страницы за: 1.737 сек.
Поможем в написании
> Курсовые, контрольные, дипломные и другие работы со скидкой до 25%
3 569 лучших специалисов, готовы оказать помощь 24/7