Беренсе күренеш
Хазина. Йәмил Йәлилов. Самат Райманов. Клава апай. Күрше.
Ваҡиғалар беҙҙең көндәрҙә ҡалала бара.
БЕРЕНСЕ ШАРШАУ Беренсе күренеш
Ике ҡатлы барак. Йәлиловтар бүлмәһе. Ул бик бәләкәй. Аҫлы-өҫлө өйөлгән әйберҙәр, китаптар, йыуылмаған һауыт-һаба бүлмәне тағы ла ҡыҫынҡы итә кеүек. Радионан әсәйҙәргә бағышланған йыр яңғырай. Ҡапыл дөйөм кухняла шау-шыу ҡуба. “Ниңә тейәһең минең сәйнүккә?!”, “Көнө буйы өйҙә ултыраһың, атаң башы ҡараныңмы?!”, “Мин сирләйем, мин ауырлы!”, “Хәҙерге заманда кем бала таба?!”, - тигән йәмһеҙ тауыштар ишетелә. Ярһыған Хазина инә, уның артынан Клава эйәргән. Хазина ҡулындағы сәйнүген иҙәнгә атып бәрә. Уның ауыры күҙгә бәрелеп тора, үҙе лә бына-бына шартларға торған һымаҡ.
Хазина. Юҡ, башҡаса йәшәй алмайым мин бында! Йәшәй алмайым! Ҡасан ҡотолам инде ошо барактан?! Эй аллам. (Үкһеп илай.) Клава. Тыныслан, Хазина. Тыныслан, ҡәҙерлем. Һиңә хәҙер улай бөтөрөнөргә ярамай. Көнөң еткән. (Балалар кейеме күрһәтә.) Ҡара әле, бөгөн мин балаға ниндәй әйбер әҙерләнем. Үҙем тектем. Хазина (өҙә). Кәрәкмәй миңә бер нәмә лә! Бала ла, кейем дә… Эй аллам, ҡайҙан тарыным мин ошо бәләгә. Клава. Тфү, тфү, ауыҙыңдан ел алһын. Улай тип әйтмә, бына тыуһын ғына, һинән дә бәхетле кеше булмаҫ. Хазина. Бәхет түгел ул миңә, ғүмерлек ғазап… Ниңә баштан уҡ алдырманым икән?! Клава. Эй, иҫәр ҙә инде һин, Хазина. Минән фәһем ал, исмаһам. Шул йәш саҡтағы иҫәрлек арҡаһында ғүмер буйы яңғыҙ кәкүк кеүек йәшәйем. (Ҡуйынынан хат сығара.) Ҡуй, иғтибар итмә шул алкаштарға. Бына, лутсы, атайыңдан килгән хатты уҡып йыуан. Хазина (хатты атып бәрә). Клава апай, нисә тапҡыр әйтергә була – юҡ минең атайым, юҡ! Ҡабат миңә уның хатын килтермәгеҙ! Белмәйем мин ундай кешене. Клава (хатты ала.) Һуң, атай бит ул. Барып хәлен белмәһәң дә хатын уҡыһаңсы, исмаһам. Ауыр хәлдә ята тиҙәр бит. Хазина. Шул кәрәк уға, таш бәғерлегә. Хәҙер иҫенә төшөргән, элек нимә ҡараған һуң?! Клава. Нишләптер бөгөн көйөң китеп тора. Әллә ауырыйһыңмы, Хазина? Хазина (Клаваға һыйынып илай). Клава апай, мин бит гонаһ ҡылдым. Ауыр гонаһ. Шуға күңелем тыныс түгел. Клава. Ниндәй гонаһ?! (Ҡапыл, ишек шаҡыйҙар.) Эйе, керегеҙ. Ишек асыҡ.
Бик ҡупшы кейенгән Самат инә. Ҡулында таяҡ.
Самат. Һаумыһығыҙ. Йәлиловтар бында йәшәйме? Клава. Һауғынамы, улым. Саматты танып, ҡатып ҡала. Самат та уны таный. Хазина әле айный алмай тора. Самат Клаваның; ҡулынан тота ла тиҙ генә ситкә алып китә.
Самат. Мин һеҙҙе ҡайҙйлыр күргәнем бар, шикелле. Клава. Беҙ бит… Самат. Ә, иҫкә төштө: беҙ бит баҙарҙа осрашҡайныҡ. Һеҙ, ниндәйҙер, сепрәк-сапраҡ һата инегеҙ… Клава (аптырап). Булғандыр… Хәҙерге заманда бер пенсияға йәшәп булмай бит. Самат. Эйе, заманалар ауыр… Ә пенсияғыҙ етәме һуң? Клава. Етһә, мин кейем-һалым тегер инемме ни?! Самат. Етмәйҙер шул, етмәйҙер… (Шыбырлап.) Урамда минең машина тора, зинһар, шуға күҙ-ҡолаҡ булығыҙ әле. (Кеҫәһенән ҙур сумма аҡса сығарып Клаваға тоттора. Быныһы ауыҙын асып ҡатып ҡала.) Барығыҙ, бер-бер хәл булһа, миңә аңғартырһығыҙ.
Клаваны этеп тигәндәй сығарып ебәрә. Хазина һаман да Саматты таный алмай тора.
Самат. Һаумы, Хазина. Әллә һин мине танымайһыңмы? Хазина. Сам… Рай… Саму-рай… Самат. Эйе, мин. Тик мине хәҙер Самурай тип түгел, ә Самат Раянович тип йөрөтәләр, йәки Райманов әфәнде. Йә, күрешәбеҙме? Хазина. Райманов әфәнде??? Ете ай эсендә шундай ҙур кеше булып киттеңме? Вазифаң ниндәй? Самат. Кешене хәҙер вазифаға ҡарап хөрмәт итмәйҙәр. Кеҫәгә ҡарап баһалайҙар. Хазина. Һин ысынлап та әфәндегә оҡшап ҡалғанһың. Килештереп, таяҡ та тотоп алғанһың… Самат (аҡһай-аҡһай атлай барып сәйнүкте ала, өҫтәлгә ҡуя). Кәрәге теймәһә, бөгөндән үк ташлар инем. Хазина. Ғәфү ит, иғтибар итмәгәнмен. (Сәйнүкте бер ала, бер ҡуя.) Сәй менән һыйлар инем. Газплитала урын юҡ. Алты ғаиләгә бер кухня. Самат. Куреп торам: тормошоғоҙ яҡшынан түгел. Ә үҙегеҙ бала табырға йыйынаһығыҙ. Хазина Һин берәй йомош менән килдеңме? Беҙҙе нисек таптың? Самат. Адрестар бюроһынан. Әллә ҡайҙа, йәҙәннәм төпкөлөнә йәшеренгәнһегеҙ, бик оҙаҡ эҙләргә тура килде. (Тәҙрәнең ҡорғанын тартып, урамға ҡарап ала.) Өс яҡлап өс туғыҙ ҡатлы йорт. Һеҙҙең баракты табырлыҡ та түгел. Хазина. Шуның өсөн дә “Бермуд өсмөйөшө” тип атайҙар был тирәне.
Ишекте бәреп, һуҡмыш Күрше инә.
Күрше. Һин, кәнтәй, минең бисәгә тағы бер тапҡыр аҡырһаң, үҙеңде лә иреңде лә выкину… Аңланыңмы? Хазина. Сығып кит бынан, алкаш! Күрше. Нимә тинең?!. Кем алкаш? Кем алкаш, ә? Хәҙер ауырыңды һығып төшөрәм бит…
Яҡын килә. Шул мәл Самат таяғы менән уның эсенә һуға. Күрше бөгөлөп төшә. Самат уның яғаһынан эләктерә лә бер яҡ ситкәрәк алып китә.
Самат (тегенең ҡолағына). Һин, алкаш, Самурай хаҡында ишеткәнең бармы? Күрше. Кем ул? Блатноймы? Самат. Ана, урамда торған машинаны күрҙеңме? Күрше. Эйе, күрҙем. Шунан ни булған? Самат. Ҡолағыңа киртеп ҡуй: ул машина минеке. Ә Самурай ул, мин үҙем… (Күршенең эсенә һуғып ала.) Аңланыңмы? Күрше. Аңланым, аңланым. Самат. Ә хәҙер, тай бынан! Ҡабат бында эҙең булмаһын. Юғиһә, мин һинең үҙеңде выкину, шестерка… Күрше. Бөттө, бөттө, шеф… Барыһы ла ништяк буласаҡ.
Сығып һыҙа. Пауза.
Самат. Нисек килеп эләктегеҙ был өсмөйөшкә? Хазина. Әхирәтем урынлаштырғайны. Под снос булғас, ҡыуанып риза булғайныҡ та, килеп сыҡманы. Самат. Йортто һүтмәҫкә булдылармы ни? Хазина. Эйе. Ҡала администрацияһы артыҡ мәшәҡәттән ҡасып, беҙҙең йортто ниндәйҙер бер фирмаға һатҡан. Ул фирманан беҙгә иҫкәртеү ҡағыҙы килде лә инде: беренсе майға бүлмәләрҙе бушатырға ҡушҡандар. Самат. Улай икән… Бөгөн егерме беренсе март. Һеҙҙе ҡыуырға күп тә ҡалмаған бит. (Ниңәлер, бик мәғәнәле көлә.) Хазина. Һин беҙҙән көлөр өсөн килдеңме? Самат (етди). Көлөр өсөн түгел, ярҙам итер өсөн килдем. Ауырың нисә айлыҡ? Хазина (аптырап). Ете. Самат (үҙ алдына). Ете ай… Беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙға ла ете ай… (Ҡапыл.) Ә бала табырға ҡурҡмайһыңмы? Хазина (һағая). Ниңә мин ҡурҡырға тейеш?! Мин бит уйнаштан тапмайым, минең законлы ирем бар. Самат. Һин мине яңылыш аңланың, Хазина. Бик насар йәшәйһегеҙ бит, шуға әйткәйнем дә… Хазина. Уратаһың да суратаһың. Күреүемсә: һин бизнес менән шөғөлләнәһең. Ә бизнесмендар ваҡыттарын бушҡа әрәм итмәйҙәр. Самат. Эйе, мин һеҙгә эш менән килдем. Бик сетерекле эш менән. Хазина. Ниндәй эш инде ул, сер булмаһа? Самат (кеҫәһенән газета сығара). Бына был иғланды һин бирҙеңме? Хазина. Ниндәй иғлан ул? Самат (уҡый). “Май айында бала табырға тейешмен. Балалары булмаған ғаиләләрҙе бәхетле иткем килә. Үҙемдең дә, иремдең дә таҙалығы һәйбәт…” Ҡапыл өҫкө ҡатта аяҡ тауыштары, бала-сағаның сыр-сыу килгәне ишетелә. Хазинаның;йөрәге дөп-дөп һуға башлай. Ул ижауҙы алып, өҫкө ҡатҡа киткән йылылыҡ торбаһын туҡмарға тотона.
Хазина. Туҡтағыҙ! Туҡтағыҙ, тим! Ҡороп ҡына китһен шул балалары. Эй хоҙайым, ҡасан ҡотолам инде ошо ғазаптан?! Самат. Тимәк, май айында тиһең инде… Яҡшы. Барыһы ла тап килә… Хазина. Нимә тап килә?! Нимә?! Нимә беләһең һин минең турала?! Самат. Ғалимдар раҫлауынса. Май айында тыуған балалар бик һәләтле була. Миңә тап шундай бала кәрәк тә инде.
Ашығып Клава инә.
Самат. Ни булды? Әллә машинаға тейәләрме? Клава. Һинең машинаңа ни булһын. Бына бында ни булды? Самат (тәҙрә ҡорғанын асып ҡарай). Унда кемдер йөрөй бит. Үәт ышан инде кешеләргә…
Ашығып сыға.
Клава. Уф алла, ҡотом алынды. Шул тиклем дә яман итеп ҡысҡырҙың. (Стаканға һыу һалып, дарыу бирә.) Бына дарыу эсеп ебәр. Ниңә шул хәтлем ҡалтыранаһың, Хазина? Бынау әҙәмде әйтәм. ай-һай, машина йәнле икән. Нишләп йөрөй ул бында? Хазина. Ул минең бәхетемде урларға килгән… Клава. Һин әллә нисек шомло итеп һөйләйһең. Әйтәм, һеҙҙең янда урала ла урала. Темеҫкенеп йөрөгән эт һымаҡ. Хазина. Нисек урала? Ул бит бында беренсе тапҡыр килә. Клава. Беләм инде, беләм. Бер аҙна элек тә килеп киткәйне. Етмәһә, мине танымаған була. Баҙарҙа күрҙем, имеш. Танымаһа, танытырмын мин уға… Хазина. Килеп киткәйне??? Ә беҙ ҡайҙа инек ул мәлдә? Клава. Өйҙә инегеҙ. Тик ул һеҙгә инеп торманы, минән генә һорашты ла китеп барҙы. Бында күптән торалармы, нисек йәшәйҙәр, ти… Хатта, балалары ҡасан тыуасаҡ, тип һораны. Хазина (истерика). Эй аллам, миңә яфалайһың мине шул хәтлем?! Ул бит юҡҡа килмәгән. Ҡотолоу юҡ миңә унан! Ҡотолоу юҡ! Ҡайҙа барайым икән, башҡайымды ҡайҙа ҡуяйым?! Клава. Тыныслан, Хазина. Нимә һөйләйһең һин?! Әллә һаташаһыңмы? Врач саҡыртайыммы? Хазина. Кәрәкмәй! Миңә инде бер кем дә ярҙам итә алмай.
Көлөшә-көлөшә Йәмил менән Самат инә.
Самат. Ғәфү ит, Йәмил, мин бит һине машинаны алып ҡасырға йөрөй икән тип уйланым. Йәмил. Ә мин һине бөтөнләй таныманым. Һин шундай үҙгәргәнһең. Самат. Ә ниңә аптырайһың, аҡсаң булһа, хәҙер бөтәһен дә эшләргә була. Йәмил (Саматтың кеҫәһен ҡапшап). Аҡсаң күптер шул, кеҫәң ҡалын күренә. Самат. Аллаға шөкөр, елдәр уйнамай. Йәмил. Ну, малай, ну, Самурай! Хазина. Ҡайҙа йөрөнөң быға ҡәҙәр? Ниңә оҙаҡланың? Тағы эстеңме? Йәмил. Эстем, ҡәҙерлем, шатлығымдан эстем… Хазина. Минең турала уйлайһыңмы, һин, хайуан? Йәмил. Хазина, ҡәҙерлем, беҙгә фатир бирәләр. Ишетәһеңме, фатир бирәләр!..
Барыһы ла ҡатып ҡала. Ут һүнә.
|