Студопедия — Дүртенсе күренеш
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Дүртенсе күренеш






 

Шул уҡ барак, шул уҡ бүлмә. Йәмил уйға батып ултыра. Самат ишекле-түрле йөрөй, бер туҡтауһыҙ тәмәке тарта.

Самат. Һин миңә асыуланаһыңмы, Йәмил?

Йәмил. Миңә хәҙер барыбер. Шағир әйтмешләй: йәшәгем дә, үлгем дә килмәй, күңелемдә бары тик елдәр уйнай…

Самат. Әгәр кисерә алһаң, кисер мине. Барыһына ла мин ғәйепле.

Йәмил. Беҙ икебеҙ ҙә ғәйепле. Хазинаны һаҡлай алманыҡ…

Самат. Эйе, ир була белмәнек беҙ. Бисәне баштан, баланы бишектән тигән боронғолар.

Йәмил. Хазина бит бишектән уҡ боҙолған булған. Шуны әле килеп аңланым. Хәтерләйһеңме, уның атаһы беҙҙең детдомға аҙнаһына бер килеп, кәнфит-печеньелар тарата торғайны.

Самат. Ул көн беҙҙең өсөн оло бер байрамға әүерелә ине. Хазинаның атаһы бар ине, исмаһам. Тәрбиәселәр ҙә гел генә алдынан алып торҙо…

Йәмил. Етенсе класта Хазина өсөн һуғышып киткәйнек. Шуны иҫләйһеңме, Самат?

Самат. Иҫләмәй ҡайҙа ул. Ус саҡта тәрбиәселәрҙән миңә ныҡ ҡына эләккәйне. Мин һинең күҙлегеңде онтағайным. Хазина өсөн бер беҙ генә һуғышманыҡ. Кемуҙарҙан йүгерә торғайнылар уның артынан. Ә ул арабыҙҙан һине һайланы.

Йәмил. Аңламайым, ниңә үҙ үҙен алданы икән? Үҙен дә, мине лә алдаған…

Самат. Һин бит отличник булдың. Һәр яҡтан да уңған, тәртипле малай инең. Ул ваҡыттағыса әйткәндә: перспективалы… Ә ҡыҙҙарға шул ғына кәрәк тә инде.

Йәмил. Беләһеңме, Самат, мин Бермуд өсмөйөшөнөң серен астым, шикелле. Һин, мин һәм Хазина… Беҙ өсөбөҙ ҙә үҙ үҙебеҙҙе алдап, үҙ үҙебеҙгә хыянат итеп йәшәйбеҙ түгелме?! Өсөбөҙҙөң араһында шундай яһалмалыҡ, ҡот осҡос аңлашылмаусанлыҡ. Шул арҡала үҙебеҙҙең күпме хыял-өмөттәрҙе үлтерҙек. Хәҙер килеп сабыйҙың яҙмышы ошо өсмөйөш уртаһында ҡалды.

Самат. Эйе, беҙ алданыҡ, ҡыландыҡ, төрлөсә борғоландыҡ. Әммә ләкин беҙҙе бит шулай йәшәргә өйрәттеләр. Беҙ үҫкәндә бөтә тормошобоҙ яһалма, ялған ине. Йәмғиәт үҙе Бермуд өсмөйөшө кеүек ине.

Йәмил. Йәмғиәткә һылтанмайыҡ, Самат. Барыбер, сабыйҙың ғүмере беҙҙең намыҫта. Исмаһам, уның алдында борғоланмайыҡ, саф булып ҡалайыҡ.

Самат. Ә мин борғоланмайым. Әгәр ҙә уның менән бер-бер хәл була ҡалһа, мин үҙемде ғәфү итмәйәсәкмен. (Араҡы ҡойоп эсә.)

Йәмил. Ниңә һин ебеп төштөң?! Сабый бит ҡалпаҡ аҫтында ята. Хазинаны көтәйек. Ул көн һөтөн алып барып биреп тора. Бәлки, кеше булып китер.

Самат. Аңлайһыңмы, Йәмил, ул минең һуңғы таянысым, һуңғы өмөтөм. (Тағы ҡойоп эсә.)

Йәмил. Үҙеңде ҡулға ал, Самат. Ҡайҙа әүәлге тәүәккәл, көслө Самурай?!

Самат. Бөтә хикмәт тә шунда шул. Мин хәҙер әүәлге Самат түгел инде. Нишләп һин минең үткәнем тураһында һорашмайһың?

Йәмил. Мин бит һинең биографияңды яҡшы беләм. Бергә үҫтек тә баһа.

Самат. Бөтәһен дә белмәйһең шул. Беләһеңме, ни өсөн миңә Самурай тигән ҡушамат таҡтылар. Табаҡ битле, ҡыҫыҡ күҙле булған өсөн.

Йәмил. Ул ҡушамат һинең исемең менән фамилияңдың тәүге ижегенән алынған бит.

Самат. Ялғанлашма, Йәмил. Үҙең әйтмешләй күҙгә тура ҡарап һөйләшәйек. Самурай булғаным өсөн дә мине бер ваҡытта ла бер кем дә яратманы. Армияға барғас та мине: “Чурка, Чурбан” тип мыҫҡыл иттеләр. Ә ҡыҙҙар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ.

Йәмил. Һин дә ялғанлашаһың, Самат. Хазина гел генә һинең яныңда сыуалды.

Самат. Уға үҙен яҡлаусы, башҡаларҙан аралаусы ғына кәрәк ине. Бары тик шул ғына. Авиация институтына ла мин уның өсөн генә керҙем бит. Ә ул минең мөхәббәтемдән көлдө, хистәремде һалып тапаны… Бына шунан һуң мин үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем: “Нисек булһа ла кеше булырға!”

Йәмил. Һин үҙ маҡсатыңа ирешкәнһең. Бына тигән машинала йөрөйһөң. Үҙеңә Райманов әфәнде тип кенә өндәшәләр.

Самат. Эйе, ирештем. Тик уның өсөн күпме көс түгергә, күпме интегергә, күпме юғалтыуҙар аша үтергә тура килде. Уныһын мин үҙем генә беләм.

Йәмил. Ни булды бөгөн һиңә, Самат? Ниңә шул хәтлем өҙгөләнәһең?

Самат. Үҙең әйттең бит, исмаһам, сабый алдында саф булайыҡ, тип. Бына бөгөн мин күңелемдә булған юшҡынды йыуып сығарғым килә. Таҙарынғым килә минең, Йәмил.

Йәмил. Тәүбә итергә булһаң, алдан әйтәм, мин барыбер ғәфү итә алмайым. Күңелем һыуынған инде.

Самат. Ғәфү итмәһәң дә һөйләйем. Эс-серемде мин ҡасандыр кем гә булһа ла сисергә тейешмен бит. Институтты ташлап киткәс, мин машиналар менан эш итеусе бер компанияга барып юлығтым…. Үҙебеҙгә күрә бер төркөм булып, ойошоп та алғайныҡ. Тотонолған машиналарҙы тегендә осһоҙ хаҡҡа алабыҙ ҙа бында унлата арттырып һатабыҙ…

Йәмил. Мин аңламайым һине, нимәгә һөйләйһең һин быларҙы? Маҡтаныр өсөнмө, әллә тиҙерәк байыу юлын күрһәтеү өсөнмө?

Самат. Алла һаҡлаһын һиңә ул юлға баҫырға. Зинһар, тыңла, һинең алда булған ғәйебемде саҡ ҡына булһа ла юйғым килә минең… Беҙҙең эштәр хотҡа киткәс, беҙҙе күрә алмаусылар күбәйҙе. Конкуренттар барлыҡҡа килде. (Пауза.) Берҙән-бер көндө шул конкуренттар мине машина менән төкөп китте… (Араҡы ҡойоп эсә. Пауза.) Шунан бирле мин ирлек һәләтемде юғалттым… бына ни өсөн кәрәк миңә бала.

 

Ҡапыл өҫкө ҡатта бала-сағаның сыр-сыу килгәне ишетелә. Самат йөрәген тотоп сайҡалып китә. Клава инә.

 

Йәмил. Ни йомош, Клава апай?

Клава. Тегендә ниндәйҙер өс әҙәм бына уның машинаһында соҡона.

Самат. Суҡынып китһен шул машина! Ни бысағыма ул миңә?! Әгәр ҙә ул үлһә, мин дә үләсәкмен. Бер минут та тормаясаҡмын был донъяла.

Клава. Мин ваҡытһыҙ индем, ахырыһы.

Йәмил (ҡулы менән ишара яһай. Клава сыға). Самат, тыныслан. Өмөтһөҙ шайтан ғына. Ете айлыҡтар йәшәй тиҙәр бит.

Самат (үҙен ҡулға ала). Минең турала Хазинаға һөйләмә. Кәрәкмәй. минеңсә ул бер кемде лә яратманы, бары тик үҙен генә…

Йәмил. Хазинаға ла рәхәт түгел. Ул да ғазаплана, ни өсөндөр үкенә, шикелле. Тик дөрөҫөн әйтергә ҡыйыулығы етмәй.

 

Хазина инә. Ул йөгөнән ҡотолоп, нисектер еңеләйеп ҡалған кеүек.

 

Сабыйҙың хәле нисек?

Хазина. Һин ни өсөн борсолаһың уның өсөн. (Саматҡа.) Ә һин ниңә һормайһың уның хәлен? Ниңә шымып ҡалдың? Ниңә мәйет көткән ҡоҙғон кеүек ултыраһың?

Йәмил. Ни булды, Хазина? Әҙәмсә аңлата алаһыңмы?

Хазина. Бына ул… Бына был Самурай минең дә, һинең дә, үҙенең дә йөрәгенә бысаҡ ҡаҙаны. Ул беҙҙе тереләй һуйҙы…

Самат. Хазина, әллә сабый?!

Хазина. Юҡ инде беҙҙең сабыйыбыҙ! Юҡ! Ул ҡайтмаҫ ергә китте…

Самат. Юҡ, юҡ, ышанмайым! Һин алдашаһың… Шаяраһың…

Хазина. Һин үҙең еттең уның башына. Үҙ балаңды үҙең үлтерҙең.

 

Самат йөрәген тотоп, ултыра төшә.

 

Йәмил. Самат… Хазина… Нисек инде улай?.. Булмаҫ.

Хазина (зәһәр көлә). Ир бул, имеш. Һеҙҙең икегеҙҙең исмаһам береһе ир була белмәне. Бер бисәгә баш була алманығыҙ. Ваҡытында мине ҡулға алып тейешле урынға ултыртырға була ине бит. Юҡ, ир түгел һеҙ, сепрәк…

Самат (үҙен ҡулға ала). Хазина, ғәфү ит мине. Йәмил, һин дә… Мин китәйем инде. Миңә лә ваҡыт етте.

Сайҡала-сайҡала сыға.

 

Йәмил (Самат артынан). Самат, ҡайҙа бараһың? Һиңә бит машинаға ултырырға ярамай…

Хазина (Йәмилде туҡтата). Йөрөмә, Йәмил. Китһен. Йәне йәһәннәмгә олаҡһын.

Йәмил. Һин нимә һөйләйһең, Хазина?! Нисек телең әйләнә? Сабыйҙың үлемендә ул ғына ғәйепле түгел бит.

Хазина. Тыныслан, Йәмил. Бисәләр кеүек булма. Сабый үлмәгән. ул иҫән.

Йәмил. Иҫән??? Нисек?

Хазина. Мин Саматты алданым. Йөрөмәһен бында сыуалып.

Йәмил. Юҡ, минең башыма һыймай. Нисек инде улай?! Ул бит Саматтың һуңғы өмөтө. Аңлайһыңмы, һуңғы өмөтө!

Хазина. Өмөтө аҡланманы уның. Көткәне бушҡа булды. Мин үҙем дә яңылышҡанмын. Сабый һинеке, Йәмил.

Йәмил. Юҡ, ышанмайым мин һиңә! Ышанмайым!

 

Ҡапыл, машина тауышы, тормоздың хәтәр сыйылдағаны, быяланың селпәрәмә килгәне ишетелә.

Самат! Самат, туҡта!

Йәмил сыға. Пауза. Клава инә.

 

Клава. Әллә бында буран булдымы? Теге “барин”ды әйтәм, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй. мине төртөп үтеп китте. Йәмил дә абына-һөрөнә сығып йүгерҙе.

Хазина. Бер ни ҙә булманы, Клава апай. Мин Саматты ҡыуып сығарҙым. Йөрөмәһен бында донъя бутап.

Клава. Яҡшы иткәнһең икән. Әтү, мин бында хужа, мин һеҙҙе ҡыуам тип күкрәк ҡаға ине. Шул кәрәк уға. Ә сабыйҙың хәле нисек һуң?

Хазина. Бөгөн тәүге тапҡыр имсәк алды. Һурып-һурып имде. Былай булғас, шәбәйер тине доктор. Белһәң икән минең шатлығымды, Клава апай. Үҙемде шулай бәхетле итеп тойҙом бөгөн.

Клава. Бына бит, әйттем бит… Ә һин, алдырам, имеш. Әсә өсөн бала һөйөүҙән дә олораҡ бәхет бармы ни донъяла. Ә бына мин, ғүмер буйы ул бәхеттән мәхрүм булып йәшәнем. (Күҙҙәрен һөртөп ала.)

Хазина. Һеҙ миңә үҙегеҙ тураһында бер ҙә һөйләгәнегеҙ юҡ. Нишләп шулай килеп сыҡты һуң?

Клава. Йәш саҡта ныҡ хаталандым мин. Йөрөгән егетемдән ауырға ҡалғас, кешеләрҙән шикләнеп, ата-әсәйемдән ҡурҡып, бер ҡарсыҡтан сабыйымды төшөрткәйнем. Аҙаҡ, егетем менән өйләнештек тә ул, әммә тороп-тороп та бала булмағас, ул мине ташлап китте…

Хазина. Мин дә бер тапҡыр гонаһ ҡылдым бит, Клава апай. Хәйер, һеҙгә әйтә биреп ҡуйғайным да инде. Йәмилгә сыҡмаҫ борон Самат менән йөрөгәйнем. Ете ай элек тағы ла осраштыҡ…Дөрөҫөн әйткәндә баланың кемдеке икәнен дә белмәнем.

Клава. Тәүбә, тәүбә… (Шыбырлап.) Ә сабыйҙы әйтәм, кемдеке һуң?

Хазина. Йәмилдеке. Саматҡа оҡшар тип ҡурҡҡайным. Ә ул хас Йәмил. Үҙе шундай һөйкөмлө.

Клава. Аллаһы тәғәләгә рәхмәт әйт. Ул һине оло бәләнән ҡотҡарған. Ә бына мине ярлыҡаманы. Кисермәне минең гонаһымды. (Хат сығара.) Һүҙгә әүрәп, онота яҙғанмын. Бына тағы хат килде. Бик ҡалын күренә, үҙенә әллә күпме марка йәбештерелгән. Тик, ниңәлер, һуңлап килгән. оҙаҡ ултырып ташланым. Мин китәйем инде.

 

Сыға. Хазина хатты асып, башта үҙ алдына уҡый. Күҙ йәштәрен һөртә-һөртә уҡый. Икенсе ҡағыҙҙы ала. Микрофон аша ҡалын ир тауышы ишетелә.

 

Ир тауышы. Мин, Хәкимов Хикмәт Ғиззәт улы, бөтә булған мөлкәтемде, йорт-ҡаралтыны, “Нива” машинаһын һәм өй эсендәге барлыҡ йыһаздарҙы берҙән-бер һөйөклө ҡыҙым – Хәкимова Хазина Хикмәтовнаға мираҫ итеп ҡалдырам…

Хазина. Атай! Кисер мине, атай! Атаҡайым минең… (Илай.)

 

Йәмил инә. Ул бик ныҡ ярһыған.

 

Йәмил. Йылан! Күрә алмайым мин һине, күрә алмайым! Һин минең дә, сабыйҙың да яҙмышын селпәрәмә килтерҙең. Һин Саматтың башына еттең. Һин!

Хазина (үҙен ҡулға алып). Самат өсөн ҡайғырма, үҙ бәхетен үҙе табыр әле.

Йәмил. Юҡ инде Самат. Үлтерҙең һин уны. Минең ҡулда йән бирҙе. Юл сатында машинаһы КамАЗ-ға бәрелгән. (Пауза.)

Хазина. Яҙмыш бит, ни хәл итәһең. Тимәк, маңлайына шулай яҙылған.

Йәмил. Ниңә шулай ҡаты бәғерлеһең һин, Хазина? Ниңә алданың Саматты?

Хазина. Беҙ унан ҡотола алмаҫ инек. Ул беҙҙе ғүмер буйына эҙәрлекләр ине.

Йәмил. Кеше яҙмышы менән улай шаярма. Ҡарғыштарың берәй ваҡыт үҙеңә лә төшөр.

Хазина. Ә һин беләһеңме, минең ниҙәр кисергәнде?! Ете ай буйы күңелемде шик-шөбһәләр тырнаны, ете ай буйы ике ут араһында яндым!

Йәмил. Барыһына ла үҙең ғәйепле. Мин башҡаса һинең менән йәшәй алмайым. Китәм мин һинән, Хазина. (Йыйына башлай. Хазинаға асҡыс бирә.) Самат теге фатирҙы беҙҙең өсөн һатып алған. Үлер алдынан бына был асҡысты һиңә тапшырырға ҡушты.

Хазина яңғыҙ ҡала. Бер хатҡа, бер асҡысҡа ҡарап шым ғына илай. Ҡапыл, сабыйҙың үкһеп-үкһеп илағаны ишетелә. Ут һүнә.

 







Дата добавления: 2015-08-12; просмотров: 424. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Условия, необходимые для появления жизни История жизни и история Земли неотделимы друг от друга, так как именно в процессах развития нашей планеты как космического тела закладывались определенные физические и химические условия, необходимые для появления и развития жизни...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

Билет №7 (1 вопрос) Язык как средство общения и форма существования национальной культуры. Русский литературный язык как нормированная и обработанная форма общенародного языка Важнейшая функция языка - коммуникативная функция, т.е. функция общения Язык представлен в двух своих разновидностях...

Патристика и схоластика как этап в средневековой философии Основной задачей теологии является толкование Священного писания, доказательство существования Бога и формулировка догматов Церкви...

Основные симптомы при заболеваниях органов кровообращения При болезнях органов кровообращения больные могут предъявлять различные жалобы: боли в области сердца и за грудиной, одышка, сердцебиение, перебои в сердце, удушье, отеки, цианоз головная боль, увеличение печени, слабость...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия