Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сөнсө күренеш





 

Шаршау ябыҡ. Авансцена. Самат кемделер көтә. Бер аҙҙан Күрше сыға.

 

Күрше. Сәләм, шеф! Саҡырҙыңмы?

Самат. Кем? Йәмилде кем таланы тим?

Күрше (ҡурҡып). Мин түгел, шеф, икмәк өҫтө…

Күрше. Бар бында өсәү…

Самат. Һеҙҙең йорттанмы?

Күрше. Эйе. Малай-шалай…

Самат. Һин ул малай-шалайға минән сәләм әйт. Бүректе лә, аҡсаны ла тиненә хәтлем Йәмилгә кире ҡайтарһындар. Аңланыңмы?

Күрше. Аңланым, шеф. Бөгөн беҙҙә менттар булды инде.

Самат. Йәмилдең эше буйынсамы?

Күрше (ыржая). Юҡ. Беҙҙең барактың подвалында ташландыҡ сабый таптылар. Әллә мин әйтәм, Йәмил бисәһенекеме икән? Бында унан башҡа ауырлы ҡатын юҡ.

Самат (ҡыҙып, Күршенең яғаһынан ала). Һин нимә һөйләйһең, алкаш?! Хазинаныҡы?! Булмаҫ!..

Күрше. Мин түгел, бөтә халыҡ һөйләй.

Самат. Халыҡ һөйләй?! Хазина! (Ашығып сыға.)

Күрше (ыржайып көлә). Һы-һы, ташландыҡ сабый тапҡандар. Әйттем бит, беҙҙең “Бермуд өсмөйөшө”ндә карап менән самолеттан башҡа бөтәһен дә табып була тип. Үәт халыҡ китте әй… Ташландыҡ сабый әй…

 

Көлә-көлә сыға. Шаршау асыла. Йәлиловтар бүлмәһе. Башы бинт менән уралған Йәмил карауатта ята. Ашығып Клава инә.

 

Клава (борсолоп). Йәмил, ҡайҙа Хазина? Хазина ҡайҙа китте, тим?

Йәмил (тороп ултыра). Ул поликлиникаға китте. Нимәгә ул һеҙгә Хазина?

Клава. Былай ғына, хәлен белешергә ингәйнем. Хәле нисек һуң уның? Бөгөн биҙгәк-фәлән тотманымы үҙен?

Йәмил. Иртәрәк бит әле, Клава апай. Үҙе һөйләүенсә тағы ике ай көтәһе бар. Ниңә шулай борсолаһығыҙ? Төҫөгөҙ ҡасҡан…

Клава. Хазина өсөн ҡурҡам. Һуңғы ваҡытта бигерәк бөтөп китте. Атаһы мәрхүм булып ҡалды, етмәһә, һине туҡмап ташланылар.

Йәмил. Минең ярам төҙәлер, бына йөрәктәге яра мәңге уңалмаҫ. Ҡайнымды ҡайтып ерләй алманым, шуныһы үкенес. Һәйбәт кеше ине үҙе.

Клава. Һин һәйбәт тип әйтәһең дә ул, Хазина яратманы уны, ниңәлер.

Йәмил. Хазинаны тапҡанда әсәһе вафат булған, ә атаһы сабыйын балалар йортона тапшырған.

Клава. Шулаймы ни?! Әйтәм, Хазина атаһының хәлен белеү түгел, хатта хатын да уҡыманы бит. Бигерәк бәғерһеҙ булған икән шул атаһы.

Йәмил. Ҡайнымдың ғәйебе юҡ бында, йәш кәләше мәжбүр иткән уны. Йә Хазина, йә мин тигән…

Клава. Бисә һүҙенә төшкәс, ир түгел инде ул. Ир башым менән бисәне тыңлай буламмы ни мин.

Йәмил. Мин үҙем дә аптырайым: нисәмә йыл шундай ҙур колхозға хужа була тороп та, бер бисәһенә баш була алмаған.

Клава. Бәтәс, хужа булғас, донъяһы ла бөтөндөр әле. Йорт-ҡаралтыһын әйтәм.

Йәмил. Ауылда унан бай кеше юҡ, тип һөйләйҙәр.

Клава. Йә инде, бигерәк үкенесле булған шул үлеме. Бына үҙе үлде лә китте, ә бар мөлкәте теге яһил бисәгә ҡалғандыр әле.

Йәмил. Һуңғы йылдарҙа ҡайным яңғыҙ йәшәне. Бик ҡаты ауырып түшәккә йығылғас, бисәһе ташлап киткән. тотоп торорлоҡ балалары ла булманы шул. Шуға ла ҡайным Хазинаны бик ныҡ көткәйне. Ә Хазина уны ғәфү итә алманы.

Клава. Хәҙерге бисәләрҙе лә әйтер инем инде. Нимә етмәйҙер уларға?! Хазинаны әйтәм, шул әҙер донъяға ҡайтып, йәшәп ал да кит ине.

Йәмил. Бигерәк үҙ һүҙле шул Хазина. Уны еңеп буламы ни.

 

Ашығып Самат инә. Ул да ныҡ тулҡынланған.

 

Самат. Ҡайҙа Хазина? Ни булды Хазинаға?

Йәмил. Хазинаға бер ни ҙә булманы. Бына һеҙгә ни булды? Бөтәгеҙ ҙә утҡа баҫҡан бесәй кеүек…

Самат. Ҡайҙа китте тим Хазина?

Йәмил. Поликлиникаға. Ҡаралырға китте. Ни булды һуң?

Клава. Һин, Йәмил, өйҙә ятҡас ишетмәгәнһеңдер инде. Беҙҙең йорттоң подъезында ташландыҡ сабый тапҡандар бит.

Йәмил. Сабый тапҡандар?! Нисек? Кемдеке?

Клава. Кемдеке икәнен ҡайҙан беләһең инде. Берәй ҡыҙ-ҡырҡын ташлап киткәндер.

Йәмил. Хазинаның бында ни ҡыҫылышы бар һуң?

Самат. Йәмил, ғәфү ит, халыҡ һөйләй бит. Шуға күңелемдә шик яралды. Хазинаға бер-бер хәл булдымы тип уйланым.

Йәмил. Халыҡ әллә нимә һөйләр ул. Һинең үҙеңдең башың бар бит. Хазинаны кем тип уйлайһың?! Ул бит урам ҡыҙы түгел.

Самат. Бащҡа әллә ниндәй уйҙар килде. Тормошта төрлө хәлдәр була…

Йәмил (һағая). Беҙгә артыҡ йыш килә башланың, Самат. Хазина менән булған әүәлге мөнәсәбәтеңде онот.

Самат. Һин мине яңылыш аңлағанһың, Йәмил. Был ҡалала һеҙҙ!н башҡа минең яҡындарым юҡ. Беҙ бит детдомдаштар.

Йәмил. Һин килеп күренгәне бирле Хазина үҙ-үҙенә урын тапмай. Бына шул хәл борсой мине.

Клава. Эйе шул, һин килгәне бирле беҙҙә бәлә-ҡазалар күбәйҙе. Йә Хазина сирләй, йә үле сабый табалар. Ана, Йәмилде лә туҡмат-талап киттеләр…

Самат. Әбей, ауыҙыңды ипләп ас. Юғиһә, ҡыуҙым сығарҙым.

Клава. Ҡыуылды ти, көтөп тор. Тоже миңә барин. Был һинең имениең түгел.

Самат. Иҫкәртеү ҡағыҙын алдыңмы? Йортто бушатыу хаҡындағы ҡағыҙҙы әйтәм.

Клава. Алһа, шунан ни булған? Һинең ниндәй ҡыҫылышың бар унда.

Самат. Ҡолағыңа киртеп ҡуй. әбей, был йортто мин һатып алдым. Мин хужа был йортҡа.

Йәмил. Һин һатып алдың???

Клава (үҙ алдына). Тартай теленән табыр тигән. Йә хоҙай, үҙең һаҡла.

Йәмил. Сер булмаһа, ни өсөн быны эшләнең? Беҙҙе мыҫҡыл итер өсөнмө?

Самат. Һин минең турала гел насар уйлайһың. Мин һине аңлайым, Хазина өсөндөр, күрәһең.

Йәмил. Һин бит быны юрый эшләгәнһең. Йәнәһе лә һеҙ кем дә мин кем…

Самат. Туҡта әле, ҡыҙма. Эштең аңын-тоңон белмәйенсә нахаҡ яла яғаһың. Бына был әбей сығып китһен дә шунан аңлатырмын. Был фирма сере.

Клава. Ярай, мин китермен. Әммә ләкин мине был йорттан еңел генә ҡыуып сығарырға уйлама.

Һөйләнә-һөйләнә сыға.

 

Йәмил. Шунан, фирмаңдың серен белергә буламы инде хәҙер? Һин миңә ышанаһыңдыр тип уйлайым.

Самат. Йәмил, үҙебеҙҙең балалар йортон иҫкә алаһыңмы ҡайһы саҡта? Күпме йәберләнгән йәндәрҙе, ата-әсә йылыһын тойоу бәхетенән мәхрүм булған етемдәрҙе үҙ ҡуйынына алды ул.

Йәмил. Һинең эшеңә балалар йортоноң ниндәй ҡыҫылышы бар? Мин һинән ни өсөн беҙҙең баракты һатып алдың тип һорайым. Беҙҙе ҡыуып сығарыр өсөнмө?

Самат (ҡыҙып). Подъезда тапҡан анау ташландый сабыйҙар булмаһын өсөн. (Пауза.) Мин бында балалар йорто асырға уйлайым.

Йәмил. Бына нисек?! Ниәтең изге икән. Ә беҙҙе, анау Клава һымаҡ әбейҙәрҙе ҡайҙа ҡуймаҡсыһың?

Самат. Һин бит фатир алаһың. Ә башҡалар өсөн ҡайғырма, уларға ла урын табылыр.

Йәмил. Бер ниндәй ҙә фатир алмайым мин. Һәм бынан китергә лә йыйынмайым.

Самат. Нисек инде улай? Һин бит ордер алаһы ғына ҡалды тип әйткәйнең.

Йәмил. Алданым мин. Хазинаны үҙең беләһең, хискә бирелеүсән. Етмәһә, ваҡытһыҙ атаһы үлеп ҡалды. Ҡурҡтым мин, Хазинаға бер-бер хәл булып ҡуймаһын тип уйланым.

Самат. Ә фатирҙы кемгә бирҙеләр һуң?

Йәмил. Бер кемгә лә бирмәнеләр. Беҙгә тип бүленгән дә ул, тик ойошманың аҡсаһы булмай сыҡты. Фатир өсөн ҡайҙалыр аҡса күсерергә кәрәк икән.

Самат. Ике бүлмәле фатир алырға ла аҡсаһы булмаған ниндәй ойошма ул?

Йәмил. Мин бит нәшриәттә эшләйем.

Самат. Нәшриәт директорының исем-шәрифе нисек? (Блокнот, ручка ала.)

Йәмил. Булат Тимерйәнович. Нимәгә ул һиңә?

Самат. Һөйләшеп ҡарармын, бәлки, уртаҡ тел табырбыҙ. Фатир хаҡында әлегә Хазинаға әйтмәй тор. Берәй нисек ваҡытты һуҙырға кәрәк.

Йәмил. Аңлайым, Самат, аңлайым. Мин шуның өсөн дә уны ордер-фәлән тип йыуатып торҙом.

 

Хазина инә. Өҫ-кейемен сисеп ырғыта. Йәмил уларҙы элеп ҡуя.

 

Хәлең нисек, Хазина? Әллә сирләп тораһыңмы?

Хазина. Мин күптән ауырыйым инде. Һин генә уны һиҙмәйһең.

Йәмил. Врач саҡырайыммы?

Хазина. Минең сирҙе докторҙар ғына дауалай алмаҫ шул.

Йәмил. Ни булды, Хазина? Әллә ниндәй һүҙҙәр һөйләйһең.

Хазина. Һин һуҡырһың, минең сиремде ваҡытында күрә алманың.

Йәмил. Беләһең бит, мин мөхәбәттән һуҡырмын…

Хазина. Шуға ла һин минең тик таҙа, саф яғымды ғына күрҙең, ә ауырыуымда абайламаның.

Йәмил. Әле төҙәтерлек түгелме ни? Һуң түгел бит.

Хазина. Һуң инде, һуң. Мин нарсудта булдым. Һинән айырылам.

Йәмил. Айырылам??? Ни өсөн? Булдыҡһыҙ хужа булған өсөнмө?

Хазина. Миңә ҡатты ҡуллы ир кәрәк ине. Ә һин йомшаҡ булып сыҡтың.

Йәмил. Мин бит яратам һине, Хазина.

Хазина. Ышанмайым мин һиңә. Мин бит һинең эшеңә лә һуғылдым. Фатирҙы бит беҙгә бирмәгәндәр. Ниңә алданың мине?

Йәмил. Өмөт бар әле… Ана, Самат та ярҙам итәм тине. Эйе бит, Самат.

Самат (йөҙөн ситкә бора). Мин әлегә бер нәмә лә вәғәҙә итә алмайым.

Хазина. Етте, Йәмил, күп түҙҙем. Мин хәҙер кеше күҙенә күренергә лә оялам. Көҙгөгә ҡараһам, үҙ-үҙемде танымайым.

Йәмил. Фатир өсөн генә кеше айырылмай бит. Яңғыҙың нисек йәшәрһең?

Хазина. Үҙ көнөмдө үҙем күрермен әле.

Йәмил. Ә тыуасаҡ бала хаҡында уйланыңмы һуң?

Хазина. Баланың яҙмышы хәл ителгән инде.

Йәмил. Нисек хәл ителгән? Һин уны балалар йортона бирергә уйламайһыңдыр бит?

Хазина. Үҙебеҙҙең баштан үткәне лә еткән. Мин тыуасаҡ баламды һаттым.

Йәмил. Һаттың??? Нисек? Улай мөмкинме ни?..

Хазина. Беҙҙең заманда бөтәһе лә мөмкин. Сабыйҙың киләсәге ышаныслы ҡулда. Уны бик хәлле кеше уллыҡҡа ала. (Йәмил аптырап ҡала.)

Самат. Уллыҡҡа алыу, сабый һатыу көнбайышта күнегелгән, тәбиғи хәл. быға аптырарға ярамай.

Хазина. Сабыйҙы мин Саматҡа һаттым. Беҙ эштең формаль яҡтарын бөтөрҙөк тә инде. Үҙ теләгем менән ғариза ла яҙҙым.

Йәмил. Был ысынмы, Самат? Әйт, тим, ысынмы?

Самат. Мин ни… Мин ябай һатып алыусы. Хазина үҙе иғлан биргән бит.

Йәмил. Ниндәй иғлан ул? Аңлат миңә, Хазина?

Хазина. Ҡысҡырма миңә. Мин башҡаса һинең менән йәшәй алмайым. Аңла, йәшәй алмайым.

Йәмил. Шулаймы ни?! Бына нисек!.. Бәлки, һеҙ Самат менән алдан һөйләшеп ҡуйғанһығыҙҙыр, ә?.. Мин һиҙенә инем, һиҙенә инем… Һин бит ғүмер буйы уны көтөп йәшәнең.

Самат. Йәмил, бында һин белмәгән нюанстар бар. Мин бит ярҙам итер өсөн килдем.

Йәмил. Ярҙам итер өсөн түгел, ярҙан этер өсөн килгәнһең. Йәшлегеңдә бойомға ашмаған хыялдарың өсөн үс алырға килгәнһең. Хазина, ишетәһеңме, ул бит һинең миңә кейәүгә сыҡҡаныңды кисерә алмай.

Самат. Һин Хазинаны көнләшәһең, тимәк, һаман яратаһың.

Йәмил. Эйе, яратам. Ә һин уны бер ваҡытта ла яратманың. Яратһаң, ташлап китмәҫ инең. Ул бит һинең өсөн бары тик На-на ғына булды…

Хазина. Етте тим, Йәмил! Туҡта! Һин мине кеше алдында мыҫҡыл итергә уйлайһыңмы?

Йәмил. Ә һин, беләһеңме: бына был йортито кем һатып алған? Самат ебәргән беҙгә иҫкәртеү ҡағыҙын. Ул барыһын да алдан уйлап эшләгән. (Саматҡа.) Йылан һин, аҫтыртын йылан. Имеш, ул ташландыҡ сабыйҙарҙы бәхетле итә. Һин мине лә, Хазинаны ла бала һөйөү бәхетенән мәхрүм итмәксеһең. Килеп сыҡмаҫ.

Хазина. Баш тарт баланан, Йәмил. Шулай яҡшы буласаҡ.

Йәмил. Һин нимә һөйләйһең, Хазина? Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә?

Хазина. Эйе, яҙҙым! Һин бит мине алйот иттең! Хыялый иттең! Мөхәббәтем, яҡты йондоҙом, имеш. Бермуд өсмөйөшөнөң серен ул аса! Ул ғына! Ә һин, беләһеңме, мине лә, үҙеңде лә шул өсмөйөшкә алып барып тыҡтың!

Самат. Ярай, мин китәйем инде. Борсоғаным өсөн ғәфү итегеҙ. (Китә башлай.)

Хазина. Туҡта, Самат. Мин үҙ уйынан кире ҡайта торғандарҙан түгел. Йәмил, баш тарт баланан. Юғиһә, уны ла теге ташландыҡ сабый яҙмышы көтә.

Йәмил. Юҡ инде. Хәҙер баш тартып, аҙаҡ атайың кеүек үкенә-илай хаттар яҙып ятырға ниәтем юҡ. Йомшаҡ тигәс тә, мин дә ир ҙә баһа. Үҙ баламдан баш тартырға һин мине кем тип уйлайһың.

Хазина (ҡысҡырып ебәрә). Һинеке түгел ул! Түгел! Саматтыҡы!

 

Хазина эсен тотоп, ултыра төшә.

Йәмил. Хазина?!

Самат. Хазина, ни булды?!

Ут һүнә. Тиҙ ярҙам машинаһының сиренаһы ишетелә.

 







Дата добавления: 2015-08-12; просмотров: 439. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...


Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...


Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...


Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Классификация ИС по признаку структурированности задач Так как основное назначение ИС – автоматизировать информационные процессы для решения определенных задач, то одна из основных классификаций – это классификация ИС по степени структурированности задач...

Внешняя политика России 1894- 1917 гг. Внешнюю политику Николая II и первый период его царствования определяли, по меньшей мере три важных фактора...

Оценка качества Анализ документации. Имеющийся рецепт, паспорт письменного контроля и номер лекарственной формы соответствуют друг другу. Ингредиенты совместимы, расчеты сделаны верно, паспорт письменного контроля выписан верно. Правильность упаковки и оформления....

Методы анализа финансово-хозяйственной деятельности предприятия   Содержанием анализа финансово-хозяйственной деятельности предприятия является глубокое и всестороннее изучение экономической информации о функционировании анализируемого субъекта хозяйствования с целью принятия оптимальных управленческих...

Образование соседних чисел Фрагмент: Программная задача: показать образование числа 4 и числа 3 друг из друга...

Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия