Студопедия — Зигат Султанов
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Зигат Султанов






1948 йылдың 11 ноябрендә совет Яҙыусылары берлеге партия йыйылышында минең ипһеҙ сығышым булды, ул хаҡта мин Һеҙгә ҡабул ҡылыуығыҙ ваҡытында ентекле һөйләгәйнем һәм үҙ сығышымдың ипһеҙлеген танығайным.

Шул йыйылыштан һуң совет Яҙыусылары берлеге партойошмаһы минең өҫтән материал төҙөнө һәм ВКП(б)-ның мин хисапта торған Ленин район комитетына атҡарҙы.

Минең ҡылығымды артабан тикшереүҙе туҡтатыуығыҙҙы һорайым Һеҙҙән, сөнки был минең беренсе хатам һәм һуңғы хатам буласаҡ.

Большевистик матбуғат органдарында яуаплы вазифаларҙа мин егерме йылға яҡын эшләнем, оҙаҡ йылдар комсомолда торҙом, партия ағзаһы булып торам һәм ошоғаса бер ваҡытта ла бер ниндәй ҙә хатаға юл ҡуйманым, бер ниндәй ҙә киҫәтеү алманым. Һәр саҡта ла намыҫлы, тотанаҡлы, әүҙем эшмәкәр һаналдым. Ышандырам Һеҙҙе, Ваһапов иптәш, мин артабан да шундай уҡ булырмын. Сөнки был минең төп фиғелем. Ә Һеҙҙең аталарса хәстәрлекле кәңәштәрегеҙҙән һәм инандырыуҙарығыҙҙан һуң, мин уғата бер ваҡытта ла бындай ипһеҙлеккә юл ҡуймам һәм артабан бөйөк совет Ватаныбыҙҙың файҙаһына тағы ла яҡшыраҡ, тағы ла емешлерәк эшләргә тырышасаҡмын.

Үтенеп: З. Биишева. 26.11.48”.

Ҡағыҙ мөйөшөндә резолюция: “Шафиҡов иптәшкә. Ошоноң менән мәсьәлә сиселде тип иҫәпләргә. 26.11. — Ваһапов”.

 

Шулай итеп, республикалағы “беренсе кеше” С.А. Ваһаповтың “күҙ йомоп ҡарауы” (йәки, баяғы иптәш һүҙҙәре менән әйткәндә, “аумаҡайлығы”) арҡаһында ғына З. Биишева көтөлмәгән бәләнән — “һөрһөгән милләтсе” М. Буранғолов урынына иң кәмендә беренсе кандидат ителеүҙән ҡотолоп ҡалды, ләкин был уның йөрәгендә бөтәшмәҫлек ҡанлы яраға әйләнде.

Дөрөҫ, был драматик алыш, рәсми яҡтан ҡарағанда, Зәйнәб апай Биишева файҙаһына осланды. Ләкин ғорур һәм үҙ һүҙле әҙибә быны Юғары хакимиәт ҡаршыһында тубыҡландырылыуы, үҙе төптө юҡ һәм булмаған тип һанаған “хаталарын» бар тип таныу һәм ваз кисеү хаҡына яулай алды, шуның арҡаһында сикһеҙ тетрәнеп түбәнһенде, уны мөшкөл хәлгә төшөргән “дошман”дарына (башлыса Ғ. Әмиригә, М. Кәримгә) һүрелмәҫлек әсе нәфрәт тойғолары кисерҙе һәм ошо хис ахырғаса уны оҙата барҙы (Өфөгә күсеп килгәнемдән биреле апай менән ныҡ аралашыусы булараҡ, быныһын да яҡшы беләм); баяғы йыйылыштың етәксеһе Ғәйнан Әмири менән йыйылышта уны иң ҡаты тәнҡитләүсе Мостай Кәрим уның иң ныҡ “дошман” күргән кешеләре булып ҡалды. Үс иткәндәй, биш йылдан һуң йәнә шул уҡ З. Биишева мәсьәләһен партия йыйылышында дөйөм тикшереүгә һалдылар һәм шулай уҡ үҙенең партбюро сәркәтибе булмыш вазифаһы буйынса Ғ. Әмири рәйеслек иткән, ә М. Кәрим төп тәнҡитсе булған йыйылыштың һөҙөмтәһе З. Биишеваның был икәүгә ҡарата яндырғыс нәфрәт хистәрен уғата дөрләтеп ебәрҙе лә һүнмәҫлек ҡылып ҡалдырҙы. Эш шунда: Зәйнәб апай Биишева балалар өсөн, ашыҡ-бошоҡ, тигәндәй, “Юлдаш һәм Ҡыҙрас” тигән ҙур ғына повесть яҙа һәм уны, балалар әҙәбиәте секцияһында “сей” тип кире ҡағылыуға ҡарамаҫтан, “башҡорт әҙәбиәтендәге бөтә нәмәне хурлаусы нигилист” тип яманатланған баяғы Ә. Чаныштан, шуныһы ғәжәп, матбуғатҡа тәҡдимләгес ыңғай рецензия яҙҙыртып ала ла, ҡулъяҙмаларын бер юлы Башҡортостан китап нәшриәтенә һәм “Әҙәби Башҡортостан” журналына тапшырып, кисекмәҫтән ташҡа баҫтыртып сығарыуҙарын дәғүәләп йөрөй башлай. Нәшриәттә эштәр ҡайһылай торғандыр, әммә журналда ҡабул ҡылынған тәртип буйынса әҫәрҙе башта редактор урынбаҫары Ғәйнан Әмири уҡып, редакциянан тыш йәнә бер әҙәбиәтсенән ентекле эске рецензия ла яҙҙыртып, уның “сеп-сей” икәнлеге тағы ла дөрөҫләнгәс (был рецензия һаҡланған), ғауғалы эш Яҙыусылар берлеге идараһына барып етә лә берлектең ул саҡтағы рәйесе Мостай Кәрим үҙ сиратында повесте тәүҙә үҙе уҡып сыҡҡас, йәнә байтаҡ кешенән уҡытып алалар, ләкин береһенең дә фекере ыңғай булмағанлыҡтан, апайҙың баш бирмәүсәнлеген иҫәпкә алып, партия ағзаһы булараҡ ошо ойошмала теркәлеүен дә иҫкә төшөрөп, мәсьәләне, коммунистарса, ябыҡ партия йыйылышында тикшереп хәл ҡылырға ҡарар итәләр; был йыйылыш 1953 йылдың 11 майында, КПСС-тың Киров район комитеты өгөт-нәсихәт бүлеге мөдире Әхмәтова иптәш ҡатнашлығында уҙа. Көн тәртибенә ҡуйылған “З. Биишева иптәштең “Юлдаш һәм Ҡыҙрас» повесен тикшереү” тигән мәсьәлә буйынса яҙыусы Хәким Ғиләжев доклад яһай. Повесть, темаһы менән мөһим булһа ла, етлекмәгән хәлендә ҡалған, ти ул һәм, бөтә етешһеҙлектәрен ентекләп күрһәтеп, авторға мәктәп тормошон яҡшылап өйрәнергә лә ныҡлап ултырып ҡабат яҙырға кәрәк, тигән кәңәшен бирә. Уның артынан һөйләгән С. Агиш, Ә. Вәли, Ә. Харисов, К. Кинйәбулатова, Ҡ. Даян, Ә. Ғафури нигеҙҙә докладсы фекерен ҡеүәтләйҙәр, ҡайһы берҙәре Биишеваның тәнҡитте күтәрмәүен, тәнҡитләүсегә асыуланыуын әйтәләр. Ошоларҙан һуңғы өс сығыштың протоколын тулыраҡ сағылдырһаҡ, дөйөм фекер яҡшыраҡ аңлашылыр.

 

“М. Кәрим. — Повесть балалар әҙәбиәтендәге яуаплы темаға яҙылған. Повестә ҡыҙыҡлы, файҙалы нәмәләр күп, ләкин ул ҡабат, ә бәлки тамырынан уҡ үҙгәртеп, эшләүҙе талап итә.

Повескә хас етешһеҙлектәр: геройҙарҙың хәрәкәт даирәһе тар, урыҫ халҡы менән дуҫлыҡ һулышы өрөлмәгән; ошо дуҫлыҡ атмосфераһының булмауы хаҡында балалар әҙәбиәте секцияһында повестең беренсе вариантын тикшергәндә лә ғәҙел әйтелгән. Ләкин Биишева иптәш идея йәһәтендәге был киҫәтеүҙәрҙе иҫәпкә алырға теләмәне; шуныһын әйтергә кәрәк, Биишева иптәш ғөмүмән ижади тикшереүҙәрҙәге тәнҡитте ауыр кисерә. Шуға күрә лә уның повесен партия йыйылышында тикшерергә, үҙебеҙҙең партиялы тура һүҙебеҙҙе әйтергә һәм иптәшкә әҫәренең етешһеҙлектәрен аңлауҙа ярҙам итергә кәрәк булды. Бөтәһе лә насар түгел повестә. (Ыңғай яҡтарын һанай). Ваҡ иҫкәртмәләр: повестә шулай килеп сыға: инженер балалары яҡшы уҡый, ә эшсе балалары — насар. Был, һис һүҙһеҙ, сәйер яңғырай. Автор мәктәптә социалистик ярыш тураһында һөйләй. Дөрөҫ түгел был.

Повесте уҡып сыҡҡандан һуң ғына белдем: был повесть хупланғанһәм баҫмаға әҙерләнгән. Миңә ҡалһа, повесте был көйөнсә баҫырға ярамай һымаҡ күренде. Хәҙер ҙә шулай уйлайым. Мин үҙемдең фекеремде нәшриәттең баш мөхәрриренә яҙҙым. Минең иҫкәртмәләремде, шулай уҡ башҡа иптәштәрҙекен дә Биишева иптәш дошмандарса ҡаршыланы. Тап бына шуға күрә лә, ҡабатлап әйтәм, партия йыйылышында беҙгә уртаҡ тел табырға кәрәк ине һәм, моғайын, ул телде табырбыҙ ҙа.

Биишева З. — Мин сығыш яһарға теләмәгәйнем. Ләкин һорау тыуа миндә: эш ниҙә? Нимә хаҡында һүҙ бара — минең әҫәрем тураһындамы? Башҡортостан китап нәшриәтенән рецензенттарҙы саҡырырға кәрәк ине. Мине һөмөрөм ҡойолоп ултырыуҙа ғәйепләйҙәр. Ләкин йөрәк өйәнәгем тота минең һәм мин ҡайһылай итеп тыйылып ҡалырмын икән, тип уйланып ултырам. Мин “Дуҫлыҡ” тигән пьеса яҙҙым, насар түгел ул, ләкин хәҙер академтеатр сәхнәһендә ҡуйылмай. Сөнки Яҙыусылар берлегенең һулышын тоя театр. Мин хеҙмәтсән халыҡтың үҙ араһынан сыҡҡан башҡорт ҡатын-ҡыҙы тураһында “Гөльямал” тигән повесть яҙҙым. Был хаҡта һөйләмәйҙәр ҙә, яҙмайҙар ҙа... Белмәйем, Яҙыусылар берлеге ни өсөн ҡаршы икән миңә? Ләкин аяҡ сала алмаясаҡһығыҙ...

Мин повесть өҫтөндә эшләйем. Һеҙ повесте сығартмаҫҡа күпме генә аяҡ салһағыҙ ҙа, ул барыбер сығарыласаҡ...

Әхмәтова. —...Һигеҙ кеше сығыш яһаны. Ләкин З. Биишева иптәш был йыйылыштың файҙалы икәнен, күрһәтелгән иҫкәртмәләр артабанғы эшендә уға ярҙам итәсәген аңламаны, был уға барып етмәне.

Биишева иптәш тәнҡитте яратмай, партиялылыҡ һәм эшлеклелек етешмәй уға. Үҙеңде коллективҡа ҡаршы ҡуйыу — кәрәкмәгән эш...

Ғ. Әмири. — Биишева иптәш йәнәһе был повесте партия йыйылышында тикшереүгә кемдер[31] һөйрәп сығарған, тигән фекер белдерҙе. Эш шунда тора, повесть тәүҙә секцияла тикшерелеп, автор тарафынан Башгосиздатҡа һәм “Әҙәби Башҡортостан” журналына тапшырылған. Йәнә килеп, Биишева иптәш, Яҙыусылар берлеге, редакция, партия ойошмаһы Һеҙгә ҡаршы сәйәсәт үткәрә икән тип уйларға ярамай. Был Һеҙҙең ижади эшегеҙҙе һәм беҙҙең дөйөм эште ҡыйынлаштыра. Һеҙ үҙегеҙҙең һаулығығыҙҙың насар булыуына зарландығыҙ. Ә Һеҙ Әкрәм Вәли (журналдың баш мөхәррире) һау тип уйлайһығыҙмы: һуғышта шаңҡыған (контужен), яраланған. Партия уны редактор итеп ҡуйҙы — Һеҙ уны төрлөсә хурлайһығыҙ. Хөрмәт итегеҙ уны ла. Мостай Кәримде партия яҙыусылар ойошмаһы менән етәкселек итергә ҡуйҙы. Ул да сирле, үлемдән саҡ ҡалған. Һеҙгә ҡарата объектив мөнәсәбәте өсөн Һеҙ уны төрлөсә хурлайһығыҙ.

Дөйөм йыйылыш ҡарар ҡыла:

1. Биишева иптәштең повесть өҫтөндә артабан эшләйәсәге тураһындағы белдереүен иғтибарға алырға. Бер үк ваҡытта партия йыйылышы Биишева иптәшкә тәнҡиткә партиялы мөнәсәбәттә булырға кәрәклеген күрһәтә.

2. Биишева иптәшкә повестең йыйылышта сығыш яһаусы коммунистар ғәҙел күрһәткән етешһеҙлектәрен иҫәпкә алырға һәм төҙәтергә тәҡдим итергә.

Рәйес: Ғ. Әмиров.

Сәркәтиптәр: Ш. Бикҡолов, П. Куликов”.

 

Партия йыйылышындағы берҙәм тәнҡит шулай ҙа повесть авторы өсөн файҙалы була: күпме генә киреләнеп маташһа ла, әҫәрҙе ул, ғәрләнеп, бер йыл буйы баш ҡалҡытмай өр-яңынан эшләп сыға һәм ул “Дуҫ булайыҡ” тигән яңы исемдә донъя күрә, ләкин авторҙың Ғ. Әмиригә, М. Кәримгә тотҡан ауыр кенәһе, йәшермәйек, ниндәйҙер сир рәүешен алып нығына. Бының яңынан дөрләп тышҡа сығыуын етмешенсе йылдар башында яҙыусыларҙың партия йыйылышында үҙемә күрергә тура килде: З. Биишева үҙенең сығышында ҡәләмдәше М. Кәримгә бик ҡаты ябырылып, шул урында йөрәк өйәнәге тотоп йығылыуынаса барып етте. Ике яҡтың береһен дә яҡлап сығыш яһаусы кеше булманы, ә абруйлы ағайыбыҙ (М. Кәрим) һуңынан тап ошо хаҡта үҙенең, хәтерем яңылышмаһа, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесендә, булһа кәрәк, йыйылышта дошманым йөҙөмдө йыртҡан саҡта миңә дуҫ булып йөрөгәндәрҙең береһе лә мине яҡлап һүҙ әйтмәне, тиеберәк әсенеп яҙҙы һәм шул әҫәр биттәрендә Зәйнәб исемле бик алама ҡатынҡайҙың ҡиәфәтен күргәҙмәле ҡылыҡһырлай биреп тә ҡуйҙы (теңкәһенә ныҡ тейгәнгәлер инде). Әммә оҙаҡ йылдарғаса һуҙылған хөсөт касафатының иң ауыры Ғ. Әмири өлөшөнә төшөргә яҙған икән...

1956 йылда З. Биишева “Кәмһетелгәндәр” романының беренсе вариантын баш мөхәррир урынбаҫары булып Ғ. Әмири эшләгән “Әҙәби Башҡортостан” журналына килтерә; редколлегия ағзалары (бигерәк тә Баязит Бикбай) уҡығандан һуң әҫәр, өлгөрөп етмәгән тип, авторына эшләргә кире ҡайтарыла (был йәһәттән редколлегия ағзаһы Б. Бикбайҙың абруйлы һүҙе ҙур урын тота), ләкин нәфрәтләнгән автор быны фәҡәт Ғәйнан Әмириҙең этлеге итеп һанай, ошо фекерен Әмириҙе дуҫ күрмәүсе ҡәләмдәше С. Агиш менән уртаҡлаша һәм унан теләктәшлек таба, сөнки тап Ғәйнан Әмири партия өлкә комитетының әҙәбиәт һәм сәнғәт секторын етәкләгән осорҙа С. Агиштың «Нигеҙ” романы әҙәбиәтсе йәмәғәтселек тарафынан уңышһыҙ тип баһаланғайны (хаҡ баһа!), өҫтәүенә, “Үктәбер” журналының сифат-күрке түбән төшөү арҡаһында, уның яуаплы редакторы С. Агиш вазифаһынан бушатылғайны. Ошондай ғәмдәр ҡыҫымында ғазапланмыш был икәүгә 1960 йылда “Әҙәби Башҡортостан” һандарында Ғ. Әмириҙең “Мораҙым” повесенең күкрәп килеп сығыуы, уҡыусылары тарафынан да, тәнҡитселәр күҙенән дә йылы ҡаршыланыуы көтөлмәгән һәм теләнмәгән хәл була, асыуҙарын ҡабарта, шомло шиккә төшөрә. Һәҙиә Дәүләтшина тере ваҡытында, етәксе ҡәләмдәштәре даирәһендә асып керер ишек таба алмай ҡулъяҙмаларын күтәреп интегеп йөрөгәнендә уның барлығын белергә лә теләмәгән (Сәғит ағай Агиш хатта “Ырғыҙ” романына күпмелер аяҡ та салған), вафат булғас та шулай уҡ ҡулъяҙмаларын йыйып алыу, һаҡлап ҡалыу йәһәтенән ҡыл да ҡымшатмаған хөрмәтле әҙибә һәм әҙибебеҙ, ни өсөндөр, көтмәгәндә, мәрхүмәнең архивының яҙмышын ҡайғырта башлайҙар һәм уны үҙендә ваҡытлыса һаҡлап тотҡан намыҫлы әҙип Ғәйнан Әмириҙең өҫтөнә үҙҙәре уйлап сығарған һәр төрлө яла, бысраҡ өйөргә керешәләр. Һөҙөмтәлә Ғ. Әмириҙең “Мораҙым”ы — Һ. Дәүләтшинаның урланған “Ат ҡарағы” тигән әҫәре икән ул, тигән ялалы имеш-мимеш таратыла түҙеп торғоһоҙ тынсыу әҙәби мөхиттә. Яҙыусылар берлеге идараһында (рәйесе Мостай Кәрим) был шик-шөбһәнең нигеҙһеҙлеген, Ғ. Әмириҙең повесть яҙа башлауы тураһында бынан ун йыл элгәре үк рәсми хәбәр ителеүен иҫтәренә төшөрөп, кире ҡаҡһалар ҙа, тегеләр төңөлмәйҙәр һәм нахаҡ ғәйбәт оҙаҡ йылдарға һуҙылған һәм Ғ. Әмириҙең ҡанын ағыулаған бәләгә әүерелә. Шулай ҙа яугир әҙип, һуғышта алған шаңҡыуы, яралары, өҫтәүенә шәкәр ауырыуы (диабет), тын быума сире (астма), әҫпе (аллергия) һәм йөрәк өйәнәге менән интекһә лә, рухи яҡтан бирешмәй, шиғриәт һәм проза өлкәһендә бер юлы ырамлы эшләй: 1965 йылда — “Ғашиҡтар”, 1971 йылда — “Аҡ елкән”, 1976 йылда “Толпарҙар”, 1981 йылда “Август йондоҙҙары” тигән китаптары күкрәп донъя күрә. Хәким Ғиләжев етәкләгән Яҙыусылар берлегенең киңәйтелгән ултырышы 1971 йылда шағирҙы мәшһүр “Салауат аманаты” поэмаһы өсөн шул йылдағы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт бүләгенә кандидат итеп күрһәтә, ләкин бүләк бирелмәй...

Йөрәге ярылып үлгән әҙиптең яҡты исеме өҫтөндә ҡара ғәйбәт ҡойоно ҡабат ҡоторона — шуларға алданған һәм үҙ ҡылыҡтары өсөн яуаплылыҡ тоймаған бер килке бәндәләр ул ҡойондо 1988 йылда Башҡортостандың Юғары хөкөм залына илтеп керетәләр (күренекле әҙиптәребеҙ Х. Ғиләжев, Н. Нәжми, И. Абдуллин унда мәрхүмдең намыҫлы исемен яҡлап сыға), ғәҙел хөкөм иһә ҡойонсолар дәғүәһен нигеҙһеҙ тип таба ла башкөлләй кире ҡаға. Шуға ла ҡарамаҫтан, башта уҡ әйтелеүенсә, мәшһүр әҙип Ғәйнан Әмириҙең ижады һәм исеме хаҡһыҙ рәүештә һәм күрәләтә онотолоуға дусар ҡылына, сөнки ҡойон уйнатыусылар Яҙыусылар берлегендә күпмелер вазифа биләп, әлегәсә баяғы ҡылған гонаһтары өсөн үкенгәндәре, мәрхүмдең яҡындары һәм йәмәғәтселек ҡаршыһында ғәфү үтенгәндәре юҡ (ҡайһы берҙәре шул гонаһлы көйө мәрхүм дә булды инде), Яҙыусылар берлеге лә башын ҡомға тыҡҡан баяғы дөйәғоштай өндәшмәйенсә ҡалды. Сталинград тамуғынан да бирешмәй еңеп сыҡҡан, аҡтыҡҡаса бирешмәйенсә йәшәгән һәм ижад иткән өлкән ҡәләмдәшебеҙҙең яҡты рухы ҡаршыһында шул арҡала барыбыҙҙың тиң гонаһлы булып йөрөүебеҙҙең, ҡалыуыбыҙҙың билдәһе түгелме был?..

Сталинград алыштарының ҡатнашсыһы булған татар яҙыусыһы Абдулла Әхмәт һуғыштан һуң ошолай хәтерләне:

 

“Ҡала яна. Әйтергә яраһа, Волга ла ут эсендә. Арғы ярҙан катерҙар, баржалар ҡорал, техника, һалдаттар сығара. Дошман йылғаны ла, Волга ярын да ҡотороп утҡа тота. Ана шул йәһәннәм ваҡытында йәш, зифа буйлы сибәр офицер сабый баланы күкрәгенә ҡыҫып, арылы-биреле сәбәләнеп йөрөй, ҡотҡарған сабыйын биреп ебәрергә арғы ярға сығыусы карапты эҙләй. Был офицер — күренекле башҡорт әҙибе капитан Ғәйнан Әмири була”.

 

Сталинград тупрағында мине ерләгеҙ;,

Гильзаларҙан көрәк кермәҫ ерҙе асып.

Һалдаттарым менән бергә ятайым,

Һалдат винтовкаһын ҡосоп.

Сталинград ҡаһарманы Ғәйнан Ғимазитдин улы Әмировҡа лайыҡлы хаҡ һүҙҙәрҙер.

 

“Эйе, Ғәйнан аға ифрат кеселекле, кешелекле шәхес ине, — тип өҫтәй быға үҙебеҙҙең өлкән ҡәләмдәшебеҙ Ибраһим ағай Абдуллин. — Ул күп кенә шағирҙарға аҡ юл теләп, фатиха бирҙе. Тик үҙе үлгәс ҡара эсле кешеләр уға бысраҡ яғырға тырышты, әммә алтын саф булһа, уға бер бысраҡ та йәбешмәй. Был осраҡта ла шулай булды” (“Ағиҙел”, 1997/4, 18-се бит).

 

...Германияның баш ҡалаһы Берлиндың атаҡлы Трептов-паркында фашизмды еңгән совет һалдатына мөһәбәт һәйкәл ҡуйылған: бер ҡулындағы булат ҡылысын фашист тәреһенә үлемесле сабып, икенсе ҡулында көнгә табан талпыныусы сабый баланы ҡосаҡлап тотоп, йәшәйешебеҙгә мәңге ғашиҡ уҙаман баҫып тора. Уның яҡты һынында мин бөтәбеҙгә мәңге-мәңге ғашиҡ булып йәшәгән мәшһүр шағир Ғәйнан ағай Әмириҙе лә күрәм.

14.01.2001


[1] “Ядкәр”, инш-Алла, Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә, ниһәйәт, донъя күрҙе.

[2] Текст өҫтөнә: «Получено 11 декабря 1986 г.» тип билдәләп ҡуйылған.

[3] Һүҙ барған партия йыйылышында идара сәркәтибе Б.З. Рафиҡов белдереүенсә, «Ядкәр» романының авторы, имеш, башҡорт милләтсеһе булараҡ, күрше татар халҡына яла яҡҡан. Бының нахаҡлығын йыйылыш барышында уҡ фашланым. Ә теләгән һәр кем быға әҫәрҙе (Йыһат Солтанов. Ядкәр. Роман-ҡисса. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1992) үҙе уҡып инана ала.

[4] Ә дөрөҫө, ҡамса — биш китаптан торасаҡ, тип әйткәйнем.

[5] Теүәлерәге, идара рәйесебеҙ Ә.М. Мирзаһитовтың партия өлкә комитетына барып ошаҡлауы буйынса.

[6] Ул саҡтағы партия өлкә комитеты культура бүлегенең инструкторы һәм Яҙыусылар берлеге, «Ағиҙел» журналы буйынса куратор.

[7] Йәғни «башҡорт милләтселеге» сатҡыларына күҙ йомған.

[8] Ғ. Рамазанов, шул «әҙәбиәт генералдары» өйөрөнөң айырылғыһыҙ бер вәкиле булараҡ, әҫәрҙе тотҡарлау йәһәтенән өйөрҙөң заказын, әлбиттә, еренә еткереп үтәне.

[9] Тимәк, Зәйнәб Биишева ла, “совет хакимиәтенең ҡан дошманы” Әхмәтзәки Вәлидов кеүек үк, һөрһөп бөткән башҡорт милләтсеһе ул, тимәккә баралар һәм бер киҙәнеүҙә уны ла юҡ иттертергә яҫҡаналар.

[10] Заманаһының халыҡ шағиры (20-се йылдарҙың рәсми ҡағыҙҙарында ул тап шулай «халыҡ шағиры» тип атала), ләкин 1937 йылда «башҡорт буржуаз милләтсеһе» итеп тамғаланмыш Хәбибулла Ғәбитовҡа һылтаныусы Ҡ. Аралбаев та, уның башлығы Ә. Дилмөхәмәтов та, һәм улар тарафынан яҡланған Й. Солтанов та, тимәк, «башҡорт милләтселәре» кәштәһенә һалына.

[11] Ҡыҙыҡһынғандарҙың иғтибарын «Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)» тигән әҫәремә йүнәлтәм («Ағиҙел» журналының 1999/12, 2000/1 — 5 һандары).

[12] Халыҡ шағиры Мостай Кәрим “Ғүмер миҙгелдәре”ндә үҙе хәтерләүенсә, Ғ. Әмири уға: “Һинән шағир сығасаҡ... Һин тере сағыңда уҡ юбилейы уҙғарыласаҡ шағир буласаҡһың”, — тигән (“Ағиҙел”, 1996/9, 39-сы бит).

[13] Һуңынан ул талантлы тәнҡитсе Ким Әхмәтйәнов булып китә.

[14] Остаздың был изге өгөтөн мин үҙем ихлас ҡабул ҡылғанмын һәм, үҙ алдыма ла, ситтән тороп та уҡып, башланғыс мәктәп белеменән иң юғары белемгә эйә булғанмын.

[15]Был тәңгәлдә Ғ. Әмири нигеҙҙә М. Кәримдең докладын тәнҡитләй.

[16] Күренеүенсә, Ғәйнан Әмири йәш шағирҙы яҡларға алдан уҡ әҙерләнеп, уның рәсми әһелдәр фекерен ыңғай яҡҡа борорҙай “партиялы” шиғырҙарының күркәм исемлеген төҙөп килгән, шуның менән докладтағы төп юҫыҡтан “ауышҡан”.

[17] Мәҫәлән, М. Кәрим кеүектәрҙер.

[18] Мәҫәлән, А. Игебаев кеүектәрҙер.

[19] Ғәйнан Әмириҙең шул ваҡытта уҡ үҙенсә хаҡлы булыуын инде ғалимдарыбыҙ ҙа таный: “Халыҡ ижады әҫәрҙәре булып йөрөгән был ҡобайырҙар М. Буранғоловтың үҙе тарафынан ижад ителгәндәр. Улар халыҡ араһында йөрөгән легендаларға нигеҙләнеп яҙылғандар”. (Мөхәммәтша Буранғолов. Сәсән аманаты. — Өфө, “Китап”, 1995; 351-се бит).

[20] Күренекле был райондаштарҙың икеһе ике ауылдан икәнлектәрен яҡшы белһә лә, көләмәс шартына тура килтереп, шулай һөйләй торғайны.

[21] Дөрөҫ, бәғзе берәүебеҙ унда барыуҙан мәхрүм булып, Бахус ҡунағы рәүешендә иҙерәп ятып ҡалды.

[22] Ул һөйләгәнде яҙып бармағанлыҡтан, һүҙмә-һүҙ түгел, ләкин дөрөҫ мәғәнәһендә килтерәм.

[23] Әҫәрҙең был тәүге варианты ысынлап та шундай сикләнгәнлеккә эйә.

[24] Тап Ғ. Әмириҙең Ғәйнә һөйләшенсә. Ә көньяҡ һөйләштә ул “бөркөттәр” булыр ине.

[25] Хаҡ әйткән: Зәйнәб Биишеваға “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән хөрмәтле исем бирелде.

[26] Был баһаһы ла лайыҡлы: Рәшит Ниғмәтигә “Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән хөрмәтле исем бирелде.

[27] Ә. Чаныштың С. Ҡудашты тәнҡитләүе лә, З. Биишеваның Р. Ниғмәтиҙе яҡлауы ла берҙәй үк нарыҡта — партияға ҡаршы булып сыға, күрәһең...

[28] Датаһы ҡуйылмаған, ләкин йыйылыштың иртәгәһенә үк — 1948 йылдың 12 ноябрендә яҙылған булырға тейеш.

[29] “Һөрһөгән милләтсе” М. Буранғоловты һәм Б. Бикбайҙы эҫе мәлендә үк яҡлап рәсми сығыш яһаусы берҙән-бер ҡыйыуйән — Зәйнәб Биишева булған. Ләкин был партия сәйәсәтенә ҡаршы килә һәм шул ҡаршы килеүгә ҡаршы партия органдары, шул иҫәптән партбюро сәркәтибе Ғәйнан Әмири, ең һыҙғанып көрәшергә тейеш була. Ғәмәлдә Ғ. Әмири ҙә, З. Биишева ла, башҡа ҡәләмдәштәре лә тоталитар режимдың ҡотолғоһоҙ ҡорбандары инеләр.

[30] Бер аҙ фәстереү бар бында: Сәйфи Ҡудаш милләте буйынса татар.

[31] З. Биишева уны Ғ. Әмири тип һанай.

Зигат Султанов







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 438. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Решение Постоянные издержки (FC) не зависят от изменения объёма производства, существуют постоянно...

ТРАНСПОРТНАЯ ИММОБИЛИЗАЦИЯ   Под транспортной иммобилизацией понимают мероприятия, направленные на обеспечение покоя в поврежденном участке тела и близлежащих к нему суставах на период перевозки пострадавшего в лечебное учреждение...

Кишечный шов (Ламбера, Альберта, Шмидена, Матешука) Кишечный шов– это способ соединения кишечной стенки. В основе кишечного шва лежит принцип футлярного строения кишечной стенки...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия