Студопедия — Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Халыҡ әйтhә, хата әйтмәҫ, хаҡ әйтер






Ҡулдаш булыр илемдә

Батыр ирҙәр бар ине,

Шулар ҡәҙерен белмәнем.

Батырлыҡҡа маһайып,

Кәңәш ҡороп торманым,

Яңғыҙ башым уйланым...

Батырҙың ошо тәүбәһе – шәхес менән халыҡ, кеше менән йәмғиәт араһындағы хәл-ваҡиғаларҙа үҙ-ара бәйләнештең әһәмиәтен иҫәпкә алыу йәһәтенән бик мөһим һабаҡ.

Был һүҙҙәрҙә ул “күмәктән айырылыу – яңылыш юл” икәнен асыҡ атай. Уның тәғлимәтенең нигеҙендә халыҡ менән шәхес араһында, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә берҙәмлек, ойошҡанлыҡ, татыулыҡ, ғәҙеллек идеяһы ята. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадында был идея быуаттар буйы үҫтерелә килгән.

Ҡобайырҙа һүрәтләнгән кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе ике төркөмгә бүлергә мөмкин: ҡан-ҡәрҙәшлек нигеҙенә бәйлеләре һәм үҙ-ара танышлыҡҡа, йәғни бер-береңде танып-белеүгә ҡоролғандары. Уларҙың икеһенең эсендә лә ыңғай, тимәк, яҡшыға көйләнгәндәре, шул уҡ ваҡытта кире, йәғни бер-береңә насар ҡарашта булыу ихтималлығы ла ҡобайырҙағы геройҙар аша асыҡ бирелә. Уралдың ошо мөрәжәғәтендә күмәкте – ҡулдаш булыр ил тип атауы бик мәғәнәле һүҙбәйләнеш. Телебеҙҙәге ошоға ауаздаш кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе атаусы терминдарҙың тормошта күҙәтелгән һәр осраҡҡа ҡарата ҡулланылышы, уларҙың күп төрлөлөгө – айырым бер фәлсәфәүи күренеш.

Тәүҙә туған-ара мөнәсәбәттәрҙең төрҙәрен барлап ҡарайыҡ. Уларының иң яҡын бәйләнешлеләренә ата-әсә һәм бала мөнәсәбәттәре керә, йәғни аталы-уллы, аталы-ҡыҙлы, әсәле-ҡыҙлы, әсәле-уллы булыу осраҡтары. Ә шуларҙың араһында әсә кешенең балаһына ҡарата мөнәсәбәте – тормоштоң иң ҡаты һынауҙарға ла бирешмәҫе. Был турала халыҡ ижадындағы бихисап өлгөләр тормошсанлығы менән мәңгелек:

Ҡаҙ бәпкәләре һары икән,

Теҙелеп кенә һыуҙан ҡайта икән.

Йөрәк башҡайына һары һалған

Йөрәк ярып сыҡҡан бала икән.

Әүеш кенә күлен йәмләндергән –

Ҡара ла ҡаҙҙан һары бәпкәһе.

Кем балаһы өсөн кем һарғайһын?

Ҡайғыра ла тапҡан әнкәһе.

(“Әүеш”)

Унан һуң апалы-һеңлеле, ағалы-ҡустылы, ағалы-һеңлеле, апалы-ҡустылы кеүек туған-ара атамаларға ҡарата халыҡ телендә бик мәғәнәле имсәктәш, ҡарындаш/ҡәрендәш [71] тигән һүҙҙәр ҡулланыла. Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙең был төрҙәре тормош тирмәнендә тартылып, иләгендә иләнеп нығына, үҙ-ара өҙөлмәҫ сылбырҙарға бәйләнә. Ағас тамырҙары ергә беркелеп үҫешкән кеүек, шәжәрә тамырҙары ла тарала, быуаттар буйына ҡеүәтле туғанлыҡ нигеҙендә ҡәрҙәш, [72] нәҫелдәш бәйләнештәре барлыҡҡа килә. Төрлө ырыуҙар үҙ-ара ҡатнашып, егет-ҡыҙ, кейәү- кәләш, ир-ҡатын, ҡайны-ҡәйнә – килен, ҡайны-ҡәйнә – кейәү, ҡоҙа-ҡоҙағый, еҙнә-ҡәйнеш, еңгә-бикәс, еҙнә-балдыҙ, еңгә-ҡәйнеш кеүек төрҙәре лә барлыҡҡа килә уның. Ошоларға өҫтәп, үгәй ата-әсә һәм бала араһындағы бәйләнеште лә иҫкә алырға тура килер, сөнки был бөтә замандарҙа ла булған күренеш. Ғаилә-ара, ырыу-ара мөнәсәбәттәрҙең ҡылдай нескәлектән арҡандай ныҡ рәүешкә әйләнеүе фарыз. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың төрлө сәбәптәр арҡаһында таралып китеүе, шаурап тирелеүе лә мөмкин:

Ҡарағасҡай тауҙың көн битенән, туғанай, йөрәккәйгенәм,

Ҡар һыуҙары аға күпереп.

Туғанды ла туған үлтерә икән, туғанай, йөрәккәйгенәм,

Эт үлтергән кеүек үкереп.

(“Шоғайып”,“Туғанай”)

Бындай осраҡта халыҡ аҡылы быуаттар буйы ҡәрҙәштәр, нәҫелдәштәр тураһында бихисап күп мәҡәл-әйтемдәр һәм тапҡыр һүҙҙәр аша киҫәтеүҙәр йыйнаған:

Ҡәрҙәш:

Ата-инәһен һөймәгән ҡыҙ яман, ҡәрҙәш -ҡәүемен һөймәгән ул яман.

Баш ҡәрҙәш булһа ла, мал ҡәрҙәш түгел.

Дуҫ – иш менән, ҡәрҙәш – ырыу менән.

Ете ауылда ете ҡәрҙәшең; булһын.

Кәзәнең – маллығы, бажаның – ҡәрҙәшлеге.

Ҡан ҡәрҙәште мал ҡәрҙәше айырған.

Ҡәрендәш:

Ауырыу – аштан, дау – ҡәрендәштән,

Таҙ – таныштан,ҡутыр – ҡамыштан.

Ашап-эскәндә дуҫ яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы.

Ҡатын ҡәрендәш ҡаҙан янында, ир ҡәрендәш ишек төбөндә.

Ҡәрендәшең; юҡ булһа, далала ҡалыр яңғыҙ баш.

Ҡәҙер белмәгән ҡәрендәштән ҡәҙер белгән эт яҡшы.

Ҡәрендәшең үлһә лә, ҡәҙерләүсең үлмәһен.

Ҡәрендәштең; байы яҡшы, ҡатындың һауы яҡшы.

Йән ҡәрендәште мал ҡәрендәш айырған.

Тауҙа булыр тарғыл таш, тарыҡһаң, сыға күҙҙән йәш;

Тар ҡултыҡтан уҡ тейһә, тартып алыр ҡәрендәш.

Яҙ ҡышынан билдәле, ҡыҙ – ҡәрендәшенән.

Яҡындуҫ йыраҡ ҡәрендәштән яҡшыраҡ.

Яулы көндә ят яҡшы, ҡанлы көндә ҡәрендәш яҡшы.

 

Был мәҡәл-әйтемдәрҙән күреүебеҙсә, туған-ара мөнәсәбәттәрҙә киҫкенләшеү осраҡтары булыуына ҡарамаҫтан, ҡан-ҡәрҙәшлек ептәренең өҙөлөүе хупланмай. Юҡҡамы ни, башҡорттоң үҙ нәҫелдәштәрен ете быуынына тиклем мотлаҡ белергә тейеш булыуы йола, ҡанун рәүешендә үтәлгән һәм халыҡты туплау, бер бөтөнгә ойоштороуҙа төп шарт булып быуындан-быуынға күсә килгән. Юҡҡамы ни, халыҡ был идеяны йырға һалып, быуындан быуынға күсергән:

Бәләкәй генә бүртә аҡрын юрта,

Йыраҡ еркәйҙәргә лә тиҙ етә.

Ашаған да бөтә, кейгән үк туҙа,

Татыулыҡҡайҙарға ни етә?

(“Мәжлес” йырҙарынан)

Йога күҙлегенән ҡарағанда ла, ҡәрҙәшлек ­­– карма законы буйынса бирелгән сылбыр, уны өҙөү йоланы үтәмәүгә, бойһонмауға һанала.

Халҡыбыҙ меңйыллыҡтар дәүерендә үҫешкән кеше-ара мөнәсәбәттәрҙең танышлыҡҡа ҡоролған икенсе төрөнә лә бик һиҙгер, иғтибарлы булған. Шуға күрә был осраҡта ла уның төрҙәре һанап бөткөһөҙ күп төрлө, тормоштоң бөтә өлкәләренә, тармаҡтарына ҡағыла. Урын, ваҡыт, шарт хәлдәре күҙ уңында тотолоп төҙөлгән был терминдарҙан айырым һүҙлек төҙөргә мөмкин. Уларҙың араһында бик боронғолары ла, һуңғараҡ барлыҡҡа килгәндәре бар:

Аҙаш ­­– бер исем йөрөткән ике йәки бер-нисә кеше; исемдәш;

Арҡалаш – беренә-бере терәк булырҙай кеше;

Ауаздаш ­(фарсы) – оҡшаш тауышлы, оҡшаш тәбиғәтле, оҡшаш йөкмәткеле;

Ауылдаш – бер ауылдан булған кешеләр;

Аһәңдәш (фарсы) – үҙ-ара ярашлы, килешле (өн-ауазға ҡарата);

Быуындаш – бер осорҙа йәшәп, йәш араһы яҡын булған кешеләр;

Ватандаш (ғәр.) – бер илдә тыуып үҫкән һәм йәшәгән кешеләр;

Ғәмдәш (ғәр.) – бөтә халыҡ эсендә берен-бере хәстәрләүсе кешеләр;

Замандаш (ғәр.) – бер тарихи осорҙа йәшәүселәр;

Зауыҡташ (ғәр.) – матурлыҡтан, күркәмлектән йәм табышып, үҙ-ара уртаҡлашыусылар;

Заңдаш (ғәр.) – башта йөрөгән уй-фекерҙе, фаразды уртаҡлашыусылар;

Диндәш (ғәр.) – бер диндә тороусылар;

Ижадташ (ғәр.) – фән һәм мәҙәниәт байлыҡтарын тыуҙырыуҙа хеҙмәттәшлек итеүселәр;

Иптәш – бер ерҙә йәки бер эштә булып, аралашып йәшәгән кешеләр; бер-береһен ипләүсе;

Иңдәш – иңде иңгә терәп, ауырлыҡты уртаҡлашыусы кеше;

Йәштәш – бер йылғы кешеләр;

Йәндәш – эске донъяһы, хис-тойғолары, кисерештәре уртаҡ кешеләр;

Йүндәш – тейешле тәртипкә, кәрәкле сифатҡа ярашлы хәлгә килтерешеүсе;

Килендәш – бер туған ағай-эненең ҡатындары; апһын;

Класташ (рус < лат.) – бер класта белем алған, бергә уҡыған һабаҡташ;

Көндәш – күп ҡатынлы ирҙең бер ҡатыны; мөхәббәте кем менәндер уртаҡ ҡатын-ҡыҙ;

Көрәштәш – көрәштә бергә ҡатнашҡан кеше;

Ҡәберҙәш – бер ҡәберҙә ерләнеүселәр;

Ҡораҡташ – аралашып, серләшеп йәшәгән бер йәштәге бер быуын кешеләре;

Ҡоралдаш – ҡорал тотоп бергә һуғышҡан иптәш;

Ҡорҙаш – ҡатнашып йәшәгән, йәш яғынан яҡын булған замандаш кеше; бер табында, ҡорҙа булған кеше; табындаш, ултырҙаш;

Ҡулдаш – ярҙам итер, таяныр кеше;

Ҡәләмдәш – бер үк яҙма ижад өлкәһендә эшләгән кеше;

Мәғәнәләш – бер үк, йәки оҡшаш мәғәнәләге; мәҫәлән, мәғәнәләш һүҙҙәр;

Милләттәш (ғәр.) – бер дәүләт, ил, милләт кешеһе;

Моңдаш – моңо, ҡайғыһы уртаҡ булған кеше йәки бер нәмә;

Мәктәптәш (ғәр.) -– бер мәктәптә уҡыусылар;

Өйҙәш – бер өйҙә йәшәгән төрлө ғаилә кешеләре; үҙ иткән яҡын нәмә;

Серҙәш – уртаҡ серҙәре булып, шуны башҡаларҙан йәшереп һаҡлаусылар;

Сиктәш – сиктәре уртаҡ; эргәләш;

Синыфташ (ғәр.) – бер синыф вәкилдәре (бер-береһенә ҡарата); бер синыфта уҡыусы; класташ;

Сәхнәләш (ғәр.) – бер сәхнәлә сығыш яһаусылар (бер-береһенә ҡарата), ижадташ;

Табындаш – аш тирәләп ултырған төркөмдәге кешеләр; бер табында ултырыусылар;

Тамырҙаш – бер тамырҙан булғандар; мәҫәлән, тамырҙаш һүҙҙәр;

Теләктәш – бер уйҙа, бер теләктә, бер маҡсатта булғандар;

Тиңдәш – йәш, эш, сифат, дәрәжә яғынан бер-береһенә бәрәбәр кеше йәки нәмәләр;

Туғандаш – дуҫлыҡ, яҡынлыҡ хисе менән бәйле, мәнфәғәттәре уртаҡ булған;

Түшәктәш – бер ҡаралтыны уртаҡлашыусы, бер түшәктә йоҡлаусы;

Урамдаш – бер урамда йәшәгән кеше;

Фекерҙәш – бер үк фекерҙе яҡлаған, уртаҡ фекерҙәге кеше;

Хеҙмәттәш – бер эштә эшләгән, армияла бергә хеҙмәт иткән кеше;

Һабаҡташ – бергә һабаҡ алыусы, синыфташ, класташ;

Һабандаш – бергәләшеп һабан һөргән, бергә егелеп эшләүсе кешегә ҡарата;

Ырыуҙаш – кем менәндер бер ырыуға ҡараған кеше; нәҫел, зат;

Әшнәләш (фарсы) – иптәш, дуҫ; танышлыҡҡа, туғанлыҡҡа ҡоролған мөнәсәбәттәгеләр;

Юлдаш, юлауҙаш – юлда бергә барған кеше; бер рух һәм бер теләкле кеше;

Яҡташ – бер яҡтан,бер өлкәнән булған кеше;

Яндаш – дуҫ; эргәләш ултырыусы;

Яуҙаш – яуҙа бергә ҡатнашҡан, бергә һуғышҡан кеше, фронтташ.

Үрҙә һаналған бөтә кеше-ара бәйләнештәрҙе атаусы һүҙҙәрҙең мәғәнәһенә халыҡ аҡылы тарафынан бер идея һалынған: үҙ-ара тиңлеккә, татыулыҡҡа, ихтирамлылыҡҡа, ярҙамсыллыҡҡа ынтылыу. Ошо һүҙҙәр аша ғына ла һәр беребеҙ үҙ янындағыларға күңел йылыһын ҡушып мөрәжәғәт итә, уны үҙ кешеһе итеп таныуын, тиң һәм яҡын күреүен аңғарта ала! Ә бит халҡыбыҙҙа кешегә туранан-тура исеме менән өндәшеү әҙәпһеҙлек билдәһе тип кенә танылмаған, хатта тыйылған күренеш булған. Билдәле бер ваҡыт-арауыҡ эсендә бергә булырға тейеш ике, йәки бер-нисә кеше араһында мөнәсәбәттәрҙең көйлө, үҙ-ара ышаныслы булыуына ифрат та ҡытлыҡ кисерелгән заманда был терминдар телмәрҙә йышыраҡ ҡулланылһа, милләт эсендәге тарҡаулыҡ, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙәге һалҡынлыҡ, тәкәбберлек кәмер ине. Һәр кем үҙе эргәһендәгеләр өсөн хәстәрлекле, мәрхәмәтле, шәфҡәтле булһа, кешелек донъяһында уларҙы тарҡатыусы, дошманлаштырыусы хәл-ваҡиғалар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр ине. Бөтә осраҡтарҙа ла кешеләрҙең бер-береһенә таяныс булыуы бик мөһим. Кеше-ара мөнәсәбәтте атаусы ошондай терминдарҙың береһе юлдаш – “Урал батыр”ҡобайырында иң йыш ҡулланылғаны. Кемдең кемде юлдаш итеп һайлары персонаждар миҫалында асыҡ һүрәтләнә. Был – тормош хәҡиҡәте.

 

Зәрҡумдың Шүлгәнгә әйткәндәре:

 

...Зәрҡум тигән егетмен,

Ярҙамыңа ҡарыуға

Мин дә ярҙам итермен.

Юлымда юлдаш бул, тиһәң,

Юлыңа бергә китермен.

 

...Шүлгән быға аптырап,

Юлдашынан һорай, ти.

[ Юлдашы булған Зәрҡум]:

–Ул күренгән ҡарасҡы –

Һарайҙы һаҡлап тороусы,

Беҙҙе күреп килеүсе

Ҙур дейеүҙең береһе.

 

...Шүлгән менән килһә лә,

Серҙәш булып йөрөһә лә,

–Һомайҙы Шүлгән алыр ҙа,

Аҡбуҙатҡа менер ҙә,

Ҡулға булат тотор ҙа,

Беҙҙән өҫтөн булыр, тип

Зәрҡум эстән көнләшкән.

 

Һомайҙың Шүлгәнгә әйткәне:

Үҙенә юлдаш һайларлыҡ,

Яҡшы юлды табарлыҡ,

Илдә даны булырлыҡ

Яңы кеше ҡалырһың,

Яҡшыға юлдаш булырһың,

Йыландарҙан ҡасырһың,

Аны дошман белерһең.

 

Уралдың Һомайға әйткәне:

Арыҫлан менеп һунарҙа

Үҙе йәнлек юлламаҫ,

Үҙ теләген табырға

Үҙе юлдаш эҙләмәҫ –

Үлем тигән яуыз бар,

Шунан алыр ҡоном бар.

 

Миңә юлдаш булырҙай,

Яуҙа ҡорҙаш булырҙай

Бүләк бир, тип һорайым.

Ул бүләгең ни булыр –

Әйтсе, белеп китәйем.

 

Һомайҙың әйткәне:

 

Ауырлыҡта-тарлыҡта

Һиңә юлдаш булырҙай,

Күүктә тыуып, күктә үҫкән,

Ерҙә тоҡом йәймәгән

Аҡбуҙ толпар бирәйем.

 

Айһылыуҙың Уралға әйткәне:

Һарысай тигән атым бар, –

Һыу теләһәң, һыу табыр,

Яуҙа юлдашың; булыр...

 

Һомайҙың Аҡбуҙатҡа әйткәне:

Батырлығын һынапмы,

Матурлығын һайлапмы,

Береһен үҙең алаһың,

Үҙеңә юлдаш ҡылаһың –

Һиңә иптәш ир булыр,

Миңә һөйгән йәр булыр.

 

Аҡбуҙҙың Уралға әйткәне:

Етмеш батман ауырлыҡ

Күтәреп күккә сөймәгән,

Өс бармағы осонда

Төшөрмәйсе тотмаған

Кеше – батыр ир булмаҫ,

Шундай батыр булмаһа,

Миңә юлдаш булалмаҫ.

 

Уралдың йылан илендә әйткәне:

 

Бөтә йылан йыйылһын,

Кеше ейгән баштары

Бары ергә эйелһен, ­–

Барын турап бөтәрмен,

Кире кеше итәрмен.

Яуыз Үлем юлдашы,

Кешегә дошман ҡулдашы

Бөтә йылан-яуызды, –

Барын тар-мар итәрмен!

 

Ҡарттың Уралға әйткәне:

 

Был ҡыҙ батырҙан ҡот йәйгән,

Батыр ҡыҙҙан һөт имгән, –

Һиңә тиңдәш булыр ул,

Батырға әсә булыр ул, –

Тигәс, Урал тыңлаған,

Гөлостанды алған, ти,

Бер ҙур туй ҡылған, ти.

 

Дүрт батырҙың Яйыҡҡа әйткәне:

Урал атаңа бар әле,

Беҙҙең сәләм әйт әле:

Сара тапһын, терелтһен,

Үҙенә юлдаш булырлыҡ

Яуға сабыр ир итһен.

 

Гөлостандың Нөгөш улына әйткәне:

Атаң – Урал батырым,

Унан тыуған Нөгөшөм,

Батыр булып тыуғанһың,

Атаңа ҡулдаш булғанһың.

Мен толлпарға һин, балам,

Атаңа юлдаш бул, балам!

 

Иҙелдең Уралға әйткәне:

 

 

“Атаң яңғыҙ булмаһын,

Дошман яуы еңмәһен,

Бар, атаңа юлдаш бул,

Яуға сабыр ҡулдаш бул”, –

Тиеп әсәм димләгән,

Атаһыны эҙләгән

Иҙел тигән улың мин.

 

Айһылыуҙың Һаҡмар улына әйткәне:

Ҡараңғы төн яҡтыртҡан

Айҙан тыуған бала инем,

Әсәм һөйгән дана инем;

Шүлгәнгә дейеү биргәнгә,

Әсәм бер яҡ ҡапланы;

Шүлгәнгә атам биргәнгә,

Әсәм бер яҡ ҡапланы;

Ҡайғы баҫты йөҙөнө,

Миңдәр баҫты битене.

Көн дә йөҙө үҙгәрә,

Нуры кәмеп хурлана;

Элек көндәш булһа ла,

Ҡояштан ул нурлана.

Уралдың Шүлгәнгә әйткәне:

 

Бергә юлдаш булдым мин,

Яуҙа ҡулдаш тинем мин;

Ҡыҙ һайланың – буй ҡуйҙым,

Ат һайланың – яй ҡуйҙым,

Дан эҙләргә теләнең –

Теләгеңә буй бирҙем.

 

Уралдың уландарына әйткәне:

Яуызға юлдаш булмағыҙ,

Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.

Ҡобайырҙа һүрәтләнгән был һүрәтләүҙәр тормошта һәр беребеҙгә төрлө осраҡтарҙа юлдаш һайлауҙа һабаҡ булырлыҡ миҫалдар. Шуға күрә, был төшөнсәгә ҡарата мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ҙә ифрат күп икән телебеҙҙә, уларҙы һанап сығыу уҡыусының иғтибарына хуш килер.

Юлдаш:

Аҡылдың юлдашы – бәхет.

Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.

Арбалыға юлдаш булма, юрғалыға юлдаш бул.

Ат – егеттең юлдашы.

Атлы юлдаш арбалыға иш түгел.

Атлы йәйәүлегә юлдаш түгел.

Ауға барһаң зирәк бул, юлдашыңа терәк бул.

Ашты һеңгәс, маҡта, юлдашты белгәс, маҡта.

Берәү йәнгә юлдаш, берәү малыңа юлдаш.

Бүре һарыҡҡа, бай ярлыға юлдаш булмаҫ.

Ир үҙенән күрер, ирлекһеҙ юлдашынан күрер.

Ирҙең юлдашы ла ат, моңдашы ла ат.

Ир-егетте юлдашына ҡарап беләләр.

Ир-егеттең ике юлдашы бар: батырлыҡ һәм тәүәккәллек.

Йүнһеҙгә юлһыҙ юлдаш.

Йыланға юлдаш булһаң, ҡулың сағыр.

Йыр – кешенең юлдашы.

Кешене юл боҙмай, яман юлдаш боҙа.

Күңеле һуҡырға юлдаш булма, күҙе һуҡырға юлдаш бул.

Ҡараҡ менән юлдаш булма, ғәйбәтсе менән серҙәш булма.

Ҡатының – ғүмерлек юлдашың;.

Ҡурҡаҡ менә юлдаш булма, көйһөҙ менән моңдаш булма.

Ҡурҡаҡты юлдаш итмә.

Һуҡыр күңелле әҙәмде юлдаш итмә, юлдаш итһәң, хаҡ юлыңда уңыш көтмә.

Тиле менән тиңдәш тә, юлдаш та булма.

Тыштан йыуаш, эстән шайтанға юлдаш.

Уғры менән юлдаш булма, ҡатын-ҡыҙ менән серҙәш булма.

Үҙ башыңды дауға бирһәң дә юлдашыңды яуға бирмә.

Үҙеңдән юлдашың; батыр булһын.

Һуҡырҙың күҙе – бармаҡ, юлдашы – таяҡ.

Юл юлдашһыҙ булмай.

Юлдашланмайынса кешене белеп булмай.

Юлдашлының юлы киң.

Юлға сыҡһаң, юлдашың үҙеңдән артыҡ булһын.

Юлға сыҡһаң, янып сыҡ, юлдашыңды танып сыҡ.

Юлға юлдаш алып сыҡ.

Юлда юлыҡҡан юлдаш булмаҫ.

Юлдан ҡал, юлдаштан ҡалма.

Юлдаш тапмаған юлынан яҙыр.

Юлдашы яманды яу алыр.

Юлдашың; яман булһа, йыраҡ йөрөп төн ҡатма,

Ҡатының яман булһа, кеше алдында һүҙ ҡатма.

Юлы уңыр егеттең юлдашы сығыр алдынан.

Юрға менгән юлдашынан айырылыр,

Күп йәшәгән ҡорҙашынан айырылыр,

Күп һөйләгән дуҫынан айырылыр.

Юрғалы менән юлдаш б улма, наҙан менән серҙәш булма.

Юрғалы менән юлдаш булһаң, юлда ҡалырһың.

Яҡшы йәнеңә юлдаш, яман малыңа юлдаш.

Яҡшы менән юлдаш булһаң – ирешерһең моратҡа,

Яман менән юлдаш булһаң – ҡалырһың һин оятҡа.

Яҡшы менән юлдаш булһаң –уңырһың,

Яман менән юлдаш булһаң – туңырһың.

Яҡшы менән юлдаш булһаң –шатланырһың,

Яман менән юлдаш булһаң – ҡартайырһың.

Яҡшы менән юлдаш булһаң – эшең бөтөр,

Яман менән юлдаш булһаң – башың китер.

Яҡшы юлдаш юлға күндерер,

Яман юлдаш юлдан дүндерер.

Яман айғыр өйөрөн яуға алдырыр,

Яман егет юлдашын дауға ҡалдырыр.

Яман менән юлдаш булһаң – ярға йығылырһың,

Яҡшы менән юлдаш булһаң – малға юлығырһың.

Яман юлдаш яу булыр, бөтә эше дау булыр.

Яман юлдаш яуға ҡалдырыр, яман бей дауға ҡалдырыр.

Яман юлдаштан яман таяҡ яҡшы.

Яман юлдаштан яңғыҙлыҡ яҡшы.

Яман юлдашты ярты көн һаҡла.

Яманға баш булғансы, яҡшыға юлдаш бул.

 

Кеше-ара мөнәсәбәттәрҙе атаусы башҡа һүҙҙәр менән дә мәҡәл-әйтемдәр бик фәһемле. Әйҙәгеҙ, уларҙың да йөкмәткеһен һәм мәғәнәһен иҫәпкә алайыҡ!

Иптәш:

Аҡыллы үҙен ғәйепләр, алйот иптәшен ғәйепләр.

Алтау ала булһа – аулағаны китер,

Икәү иптәш булһа – аңдығаны китер.

Выжданлыға выжданһыҙ иптәш түгел.

Иплегә иптәш күп.

Иптәшең; һуҡыр булһа, күҙең ҡыҫ.

Үҙең һәләк бул – иптәшеңде ҡотҡар.

Яҡын иптәшем киткәс, ҡанатым һынды.

Көндәш:

Ағай-энең бар ерҙә,”дошманым юҡ” тимә,

Апһының бар ерҙә “ көндәшем юҡ” тимә.

Бер ҡатындың ире үлһә, ҡырҡ ҡатынға көндәш була, ти.

Көндәш күргәндең ҡыҙын алма.

Көндәшле өйҙә көн дә көйөнөс.

Көндәшлегә; төн оҙон, көнлөксөгә көн оҙон.

Көндәштең; көлө лә көндәш.

Көткәнгә көн оҙон, көндәшлегә; төн оҙон.

Өйҙәш булғансы, көндәш бул.

Өйҙәш:

Аптыраш менән йөҙәш икәүhе кергән өйҙәш.

Өйҙәш – көндәш.

Өйҙәш көндәштән яман.

Өйҙәш менән торғансы, көндәш менән тор.

Өйҙәш өс көн торһа, өй минеке тиер.

Өйҙәш аҫыраһаң – һүҙ сығыр, тауыҡ аҫырыһаң – сүп сығыр.

Өйҙәш тә бер, көндәш тә бер: ҡысҡырыш та талаш.

Эт менән ҡоҙа булһаң, һөйәк менән туй итерһең,

Яман менән өйҙәш булһаң, яу менән көн итерһең.

Килендәш:

Ағай-эне татыу булһа, менергә ат етә,

Килендәштәр татыу булһа, ашарға аш етә.

Килен – килендәшкә көндәш.

Ҡорҙаш:

Атаһы ҡорҙаштың; балаһы ҡорҙаш.

Дуҫты айырған – дау, ҡорҙашты айырған – яу.

Ҡорҙашыңа – түр башың.

Йәше бер ҡорҙаш түгел, заманы бер ҡорҙаш.

Юрға менгән юлдашынан айырылыр,

Күп йәшәгән ҡорҙашынан айырылыр,

Күп һөйләгән серҙәшенән айырылыр.

 

Ауылдаш:

Ағай-эненең аты уҙғансы, ауылдашыңдың; тайы уҙһын.

 

Күршеләш:

Күршеләш байың булһын, аҡһаҡ тайың булһын.

 

Эргәңдәге кешең ғүмерлек юлдашыңмы, йә булмаһа, ҡыҫҡа ваҡытҡа тәғәйенме – һәр осраҡта ла уның ыңғай тәьҫир, яҡшы өлгө бирерҙәйе хуплана. Ошондай кәңәш-ишара йыр һүҙҙәре менән аңға һеңдерелгән:

Ер еләккәйҙәре беште инде,

Муйылымды ҡайҙа ҡуяйым?

Аҫыл дуҫтар менән утырҙаш булһаң,

Аҫыл аҫбат һүҙгә туяһың.(“Татыу йәшәүҙәр”)

 

Ә инде киләһе йырҙа йырланғанса, дуҫ-иште баһалай белеү – һәр заманға ла яраҡлы ҡанун:

Ағиҙелкәй буйы, ай, һары тал,

Аҡ тирмәләр ҡороп йәйләргә.

Был донъяла яҡын дуҫың булһын,

Ҡаршы сығып атың бәйләргә.

Етегәнкәй етәү, илкәр бишәү,

Һарат менән Буҙат ат икәү.

Һарат менән Буҙат икәү кеүек,

Беҙ туғаным менән, ай, икәү.(“Һарат менән Буҙат”)

Шулай итеп, халҡыбыҙ меңйыллыҡтар дәүерендә бөртөкләп йыйған тәжрибә-белемдәрен был осраҡта ла, йыйнаҡлап, мәҡәл-әйтемдәрҙә һәм йырҙарҙа төйнәп, һаҡлаған. Улар – ысын мәғәнәһендә һәр кемдең тормошона ҡағылышлы иҫкәртеү-киҫәтеүҙәр, тәрбиә ҡанундары. Халҡыбыҙҙың тел байлығындағы был аҫыл һүҙҙәр, йышыраҡ ҡулланылып, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләр, хөрмәтләр сара булып хеҙмәт итһен, кеше-ара мөнәсәбәттәрҙә һығылмалылыҡ, йомшаҡлыҡ, ихтирамлылыҡ билдәһе булып ҡалһын ине! Уларҙың яҙма телмәрҙе нисек биҙәүен түбәндәге миҫалдарҙан күҙәтергә мөмкин:

 

Арҡалаштар барҙа аҙашмамын,

Аяҡтарым ғына талмаһа. (Шәһәрғәзи Ғәбдиев)

 

Ҡатын-ҡыҙ шиғыр юлы кеүек,

Мең төрлө яңғыраш уята беҙҙә.

Шул мең төрлө яңғыраштың береһе

Ауаздаш булһа ҡатын-ҡыҙ күңеленә –

Ҡатын-ҡыҙ йөрәгендә һөйөү уяна. (Шамил Анаҡ)

 

Яҡшымы алтын кейеү, ҡәрҙәш һөйөү, меңдәр йыйыу?

Остоҡ саҡлы булмаһа күңелдә инсанлыҡ һөйөү.

(Ғизетдин Иҫәнбирҙин)

 

Кил әле, һин иптәш! Бир һин миңә

Һөйәлләнеп ҡатҡан ҡулыңды:

Янған йөрәк менән ысын, ихлас

Тәбрик итәм изге юлыңды. (М.Ғафури)

 

Яңғыҙлыҡтан яфа сиккән саҡта

Иптәш була икән сәғәт тә. (М.Ямалетдин)

 

Кешеләрҙе ғүмер оҙонлоғо ғына

Оҙаҡ йәшәтмәне, йәшәтмәҫ.

Ҡыҫҡа ғүмерҙе лә онотолмаҫлыҡ,

Файҙалы итә бел һин, иптәш. ( Б.Бикбай)

 

Бер ни ҡалмаҫ телдән, илдән,

Ҙур тарихлы башҡортлоҡтан –

Оран һалып остан осҡа,

Иңдәш булып йәндәш дуҫҡа,

Ҡалҡынмаһаң, Башҡортостан! (Р.Ниғмәтуллин)

 

Тормоштоң мин төрлө сағын

Күрҙем, булды һөйөнөсө, нужаһы.

Тик һөйөүем өйҙәш йәшәмәне,

Ә күңелем булды хужаһы. (А.Игебаев)

 

Ялп-ялп иткән ябалаҡ

Кемгә юлдаш булмаған?

Ҡырҙа үҫкән төҙ ҡурай

Кемгә моңдаш булмаған? (Ҡобайырҙан)

 

 

Яуҙа – яуҙаш, дандаш һәм ҡәберҙәш изге һуғыш үткән майҙанда. (М.Кәрим)

 

Теләктәргә ирешеү ауыр түгел,

Өмөт булһа әгәр юлдашың;. (С.Ҡудаш)

 

Мөхәббәт ул – йәшлек юлдашы,

Шатлыҡ, һағыштарҙың юл башы. (Ҡ.Даян)

 

Юлдашы булмам һис ваҡыт ебектең,

Орсоғо булмам һис ваҡыт сүбәктең.(С.Ҡудаш)

 

Юлдаш булһын миңә егәрлелек,

Башҡорт аты, һинең түҙемлек. (Ғ.Рамазанов)

 

 







Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 722. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Примеры решения типовых задач. Пример 1.Степень диссоциации уксусной кислоты в 0,1 М растворе равна 1,32∙10-2   Пример 1.Степень диссоциации уксусной кислоты в 0,1 М растворе равна 1,32∙10-2. Найдите константу диссоциации кислоты и значение рК. Решение. Подставим данные задачи в уравнение закона разбавления К = a2См/(1 –a) =...

Экспертная оценка как метод психологического исследования Экспертная оценка – диагностический метод измерения, с помощью которого качественные особенности психических явлений получают свое числовое выражение в форме количественных оценок...

В теории государства и права выделяют два пути возникновения государства: восточный и западный Восточный путь возникновения государства представляет собой плавный переход, перерастание первобытного общества в государство...

Кран машиниста усл. № 394 – назначение и устройство Кран машиниста условный номер 394 предназначен для управления тормозами поезда...

Приложение Г: Особенности заполнение справки формы ву-45   После выполнения полного опробования тормозов, а так же после сокращенного, если предварительно на станции было произведено полное опробование тормозов состава от стационарной установки с автоматической регистрацией параметров или без...

Измерение следующих дефектов: ползун, выщербина, неравномерный прокат, равномерный прокат, кольцевая выработка, откол обода колеса, тонкий гребень, протёртость средней части оси Величину проката определяют с помощью вертикального движка 2 сухаря 3 шаблона 1 по кругу катания...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия