Студопедия — ЙОМҒАҠЛАУ ҺҮҘЕ
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

ЙОМҒАҠЛАУ ҺҮҘЕ






Ысынлап та, Раббыңдың ҡеүәте ҡаты. Ул бит башлай һәм кире ҡайтара. [Ҡөрьән Кәрим: “Әл-Буруудж” (Әл-Бөрөж) сүрәһе,85:12-13]

 

Кешелек донъяhы тарихтың инволюция (матдилашыу, аң кимәленең түбән төшә барыу этабы), революция (бер хәлдән икенсеhенә күсеш-ҡыйралыш) кеүек осорҙарын тәжрибә өсөн кисерергә мәжбүр булған. Бына шул донъяның ғазаптары, алдаҡтары эсендә буталыуҙарҙан алйыған, миктәгән йән, хыялдарҙың буш ҡыуыҡҡа тиңлеген төшөнгәндән hуң, рухи ғәмәлдәргә тотонасаҡ, тормош мәғәнәhен ваҡытлыса онотторор алдатҡыстар түгел, ә мәңгелек ҡиммәттәрҙе эҙләүгә тотонасаҡ. Тимәк, уның эволюция (аң күтәрелеше нигеҙендeге үҫеш) юлынан үтергә тейешлеге – тәбиғи хәл. Алтын быуат – Һыуғояр дәүеренә аяҡ баҫырға торғанда, Ер йөҙөндәге ҡайhы бер халыҡтар, булмаған ерлектә, буш урында мифтар тыуҙырып, йә булмаhа, башҡаныҡына ҡулын hуҙып, талаша-бүлешә ятҡанда, үҙебеҙгә яҙған рухи байлыҡтарыбыҙҙы барлап, уларҙың тәғәйенләнешен дөрөҫ ҡулланhаҡ, киләсәгебеҙ өмөтлө беҙҙең. Ә ул ҡиммәттәр ошондай көн тыуырын алдан хәстәрләгән аҡыл эйәләре тарафынан, түкмәй-сәсмәй hаҡланып, бөгөнгө көнгә килтереп еткерелгән халыҡ ижадында: ҡобайырҙарҙа, мәҡәл-әйтемдәрҙә, әкиәттәрҙә, ҡурай моңонда, исемдәрҙә, ер-hыу атамаларында!

Белеүебеҙсә, төрлө замандарҙа кешелекте рухи hәләкәт алдында торғанда, шул афәттән алып сығыусы донъяуи диндәр береhе лә, унан алдағыhының үҙенсәлектәрен иҫәпкә алмай, буш урында барлыҡҡа килмәгән. Иң йәш hәм hуңғы дин тип hаналған Исламдағы Изге Ҡөрьән Кәримдә унан алдағылары христиан hәм иудаизмдағы пәйғәмбәрҙәр телгә алынhа, шул диндең башында торған Fайса пәйғәмбәрҙең дә үҙ ваҡытында Һиндостанға барып, йога серҙәрен өйрәнеүе тураhында фараздар бар. Аҡыл Эйәhе Гаутама ла, йога тәғлимәтен, төбөнә тиклем төшөнөп, бөтә баҫҡыстарын үтеп сыҡҡас, шул белемдәрен Будда диненең нигеҙенә башланғыс итеп hалған.

Әгәр шул донъяуи диндәрҙең сығанағы – йога тәғлимәте үҙебеҙҙең халыҡ ижадында ярылып ята икән, бына ҡайҙа ул рухи байлыҡ! Дини ғилем өйрәткәнсә, ғүмер иткән кеше тән барын да белә, йән барлығын да аңлай. Беренсеһе уның тупраҡтан яралтып бар ителгән, ғүмер итеп, донъя көтөп бөткәндән һуң йәнә тупраҡҡа әйләнә. Йән генә – мәңгелек.Ул бәндәгә Аллаһтың үҙ әмере менән уның үҙ рух ынан бер өлөш итеп бирелгән. Был һүҙҙе тиҫкәрегә уҡығанда килеп сыҡҡан “хур”, “хурлыҡҡа ҡалыу”, “хур булыу” кимәленә ҡалмайыҡ ғәм алдында ошо тиклем рухи байлығыбыҙ бар була тороп.

Кешелек цивилизацияһының башланғысында ижад ителгән ҡобайырҙың (Изге Һүҙҙең!) төп геройы Урал исеменең мәғәнәһенә туҡталайыҡ хәҙер. Донъя тәгәрмәсе беҙҙе үҙ түңәрәге эсендә, фани донъя ҡуласаһы Сансара ла, ҡат-ҡат уралтып, әйләндерер, уның сар ында йәнебеҙҙе таҙартыр, рухыбыҙҙы сарлар, унан һуң ғына шул ҡоллоҡтан азат итер, тәүбулмыш хәлебеҙгә – нур иленә ҡайтарыр, яҡтылыҡҡа сығарыр.”Урал батыр” ҡобайырының маҡсаты һәм йөкмәткеһе – бына ошо юлды үтеү тураһындағы мәғлүмәтте һаҡлау. Был бөйөк әҫәр – кешенең аңына йоға рлыҡ, уның рухын юғарыға көйләр изге һүҙ. Йоға, йога – тимәк, аңыбыҙҙы Бөйөк Яҡтылыҡтың Сығанағы менән тоташтырыу юлы. Был тәғлимәттең Изге Күктәр тарафынан иң тәүҙә Урал батыр аша ата-бабаларыбыҙға күндерелгәнен танырға батырсылыҡ итәйек! Шунан һуң ғына йога тәғлимәте Уралдан күсеп китеүсе арийҙар аша Яҡын Көнсығыш илдәрендә таралып, донъяуи диндәргә сығанаҡ булып хеҙмәт иткән, аҙаҡҡы сиратта Һиндостан дәүләтенә алып барып еткерелгән! Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән ғәзиз башҡорт (башҡурт, ҡурт), ҡурай, ҡәрҙәш төшөнсәләре, шулай итеп, ғәрәп телендәге ҡөрәйеш, Ҡөрьән, грек (эллин) телендәге сакрум, санскрит телендәге куру һүҙҙәре менән бер тамырҙан: (ҡур/күр, ҡар/кәр, ҡор/көр, ҡыр/кир – ҠР). Уларға, дөйөм алғанда, бер мәғәнәүи уртаҡлыҡ хас – Илаһтың ҡеүәтенән яралғанһың, шунан башланғыс алғанһың һәм шуға кире ҡайтырһың. Йогаса әйтһәң, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнеше. Был һығымтаға килер өсөн бер генә таныҡлыҡ кәрәк: меңйыллыҡтар дауамында Ер йөҙөнә килеп киткән кешелек цивилизацияларына бирелгән барса донъяуи диндәрҙең дә сығанағы – Бер һәм Бар Аллаһ. Беҙ унан килгәнбеҙ һәм үҙебеҙгә тәғәйен юлды урап, ошо уралыш эсендә үҫеш кисереп, әйләнеп, кире [73] Уға ҡайтасаҡбыҙ. Урал батырҙың; беҙгә ҡалдырған тәғлимәте – ошо юлды күрһәтеү, һәм ул кеше-ара, милләт-ара, дин-ара мөнәсәбәттәрҙә юғары кимәлдәге өлгө.

Хеҙмәтебеҙҙә килтергән миҫалдар, дәлилдәр ярҙамында халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын, тарихи хәтерен телдән-телгә, быуындан-быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырыу серен ваҡыт hынауҙарына бирешмәҫлек төрлө алымдар аша ғәмәлгә ашыра килгәненә тағы бер ҡат инанаhың. Ысын мәғәнәhендә, “боронғолар әйткән hүҙ китаптың эсендә лә түгел, тышында ла түгел”! Тел байлығы – беҙҙең иң ҙур байлығыбыҙ, милләтебеҙҙең тормош фәлсәфәhен, донъяға ҡарашын ҡәҙерләп hаҡлаусы аң-хәтер hандығы, ундағы ынйы-мәрйендәрҙе әле епкә теҙәhе лә теҙәhе!

Хөрмәтле милләттәштәрем! Ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, донъя матурлығына һоҡланып, Раббының биргән ниғмәттәрен ҡулланып йәшәр өсөн генә тыумай кеше, тормошҡа үҙенән бер йәм өҫтәү өсөн дә тыуа.Ҡобайырҙа Йәншишмә тип кодҡа һалынған уртаҡ рухи байлығыбыҙ булған, тик әлегәсә йәшенеп, быуылып ҡына ятҡан шул инештең саф тереhыуын йырып, ағыҙышып ебәреүҙә, йәғни бөйөк тәғлимәттең әле беҙ аңлап бөтмәгән мәғәнәhенә, асылмаған серҙәренә төшөнөү өсөн, бәләкәй генә өлөшөбөҙҙе кертә алhаҡ, алған белемдәребеҙ, туплаған тормош тәжрибәбеҙ, кеше булып йәшәүебеҙ аҡланыр ине тигән өмөттәбеҙ.








Дата добавления: 2015-10-19; просмотров: 415. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...

Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Мотивационная сфера личности, ее структура. Потребности и мотивы. Потребности и мотивы, их роль в организации деятельности...

Классификация ИС по признаку структурированности задач Так как основное назначение ИС – автоматизировать информационные процессы для решения определенных задач, то одна из основных классификаций – это классификация ИС по степени структурированности задач...

Внешняя политика России 1894- 1917 гг. Внешнюю политику Николая II и первый период его царствования определяли, по меньшей мере три важных фактора...

САНИТАРНО-МИКРОБИОЛОГИЧЕСКОЕ ИССЛЕДОВАНИЕ ВОДЫ, ВОЗДУХА И ПОЧВЫ Цель занятия.Ознакомить студентов с основными методами и показателями...

Меры безопасности при обращении с оружием и боеприпасами 64. Получение (сдача) оружия и боеприпасов для проведения стрельб осуществляется в установленном порядке[1]. 65. Безопасность при проведении стрельб обеспечивается...

Весы настольные циферблатные Весы настольные циферблатные РН-10Ц13 (рис.3.1) выпускаются с наибольшими пределами взвешивания 2...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия