Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Оҡланыу





Кешелек донъяһы есемһеҙ төшөнсә түгел, ул донъяның бихисап тарафтарында йәшәгән йөҙәрләгән һәм меңәрләгән тәғәйен халыҡтарҙан хасил. Һәм бер генә халыҡ та, бәләкәйлегенә йә ҙурлығына ҡарамаҫтан, үҙ ҡабығы эсендә генә томаланып йәшәмәй: башҡаларҙың иң аҫыл культура байлыҡтарын ҡабул итеп ала, үҙенекеләрҙе башҡаларға бирә. Һөҙөмтәлә дөйөм кешелек культураһы үҫешә. Шуға күрә кешелек донъяһы культураһына халҡың биргән хазиналарҙы күрһәтеп һоҡланыу ҙа, ғорурланыу ҙа төптө яҙыҡ түгелдер, тип уйлайым. Ошо йәһәттән Абдулла ҡыҙы Зәйнәб апай Биишеваның бөгөнгө көндә башҡорт совет милли культураһында тотҡан оло урыны тураһындағы күркәм һүҙҙәргә ысын йөрәктән ҡушылып, тағы бер фекер өҫтәп әйтәһе килә. Ул — башҡорт халыҡ төпкөлөнән яҡтылыҡҡа ярып сыҡҡан мәшһүр совет яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадының бөгөнгө көндә бер Башҡортостан өсөн генә түгел, ә бөтә Совет иле өсөн донъя күләмендәге мөһим политик әһәмиәткә эйә булыуы тураһында. Сөнки Бөйөк Октябрь революцияһының, Коммунистар партияһы үткәргән ленинсы милли политиканың быуаттар буйы ҡараңғылыҡта иҙелеп йәшәгән Көнсығыш халыҡтарына ҡайһындай ҙа шифалы яңырыу һәм сәскә атыу шарттары алып килгәнлеген был әҙибәнең бөтә тормош һәм ижад юлы һиҙгер лакмус ҡағыҙылай асыҡ итеп күрһәтә. Әгәр беҙҙән: «Совет власы һеҙгә ни бирҙе?» — тип һораһалар, һис бер икеләнеүһеҙ: «Ул беҙҙең Көнсығыш донъяһына бығаса Көнсығыш халыҡтары тарихында күрелмәгән мөғжизәне — ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ араһынан Зәйнәб Биишева һымаҡ талантты үҫтереү мөмкинлеген бирҙе!» — тип әйтеү үҙе генә лә ифрат тос яуап булыр ине.

Билдәле булыуынса, һәр бер дәүләттең кешелексәнлеге ундағы сабыйҙарға, ҡарт-ҡороларға, ҡатын-ҡыҙҙарға күрһәтелгән йәмәғәт хәстәрлеге, миһырбанлылығы менән үлсәнә. Етем-еһер башҡорт ҡыҙынан донъя кимәлендәге әҙибәне аҫырап үҫтергән беҙҙең йәмғиәт ҡоролошо донъялағы иң гөманлы йәмғиәт тип баһаланырға хаҡлы.

Эйе, донъя күләмендәге! Беҙ үҙебеҙ тураһында һөйләгәндә нигилистарса «әҙәп һаҡларға», үҙебеҙҙе үҙебеҙ кәмһетеп йәшәргә күнеккәнбеҙ, ләкин ялған әҙәп ҡараҡлыҡ менән бәрәбәр икәнен дә онотоп ебәрмәйек әле. Ысынлап та, әҙәбиәттең бөтә төрҙәрендә лә (проза, поэзия, драматургия, тәнҡит, публицистика һ.б.) тип әйтерлек һоҡланғыс уңыштар ҡаҙанған һәм күп милләтле Союз уҡыусыһының күңелен арбап алған, тауҙай эпик әҫәр — трилогия тыуҙырған бындай олпат ҡатын-ҡыҙ яҙыусы беҙҙең Көнсығыш донъяһында Зәйнәб апайҙан башҡа бармы икән һуң?!.

Алайыҡ Советтар Союзының Көнсығыш халыҡтары республикаларының әҙәбиәттәрен.

Алайыҡ сал Египет, Иран, Төркиә, Афғанстан, Һиндостан, Ҡытай әҙәбиәттәрен.

Бик боронғо замандарҙан алып бөгөнгәсә байҡайыҡ. Тик уларҙың береһендә лә бындай кимәлдәге олпат ижадлы әҙибә юҡтыр һәм булғаны ла юҡтыр.

Минеңсә, эпик ҡоласлы трилогия яҙған ҡатын-ҡыҙ затлы автор булараҡ, әлегәсә бөтә Көнсығыш донъяһына башҡорт совет яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ғына бар. Бына кемдең ижады хаҡында донъя үҙе һоҡланырлыҡ монографиялар яҙырға, ул ижадты ленинизм баҡсаһында күкрәп үҫкән, сәскә атҡан иң сағыу гөл сифатында арымай-талмай киң күләмдә пропагандаларға кәрәк ине беҙгә, тип уйлайым. Социалистик милли культурабыҙҙың ошо һоҡланғыс миҫалы, минеңсә, заманында Владимир Ильич Ленин тарафынан: был — «колониаль политиканың шундай киҫәге, ул немецтарҙың ҡайҙалыр Африкала теләгән бер ажарлыҡтары менән сағыштырыуға торорлоҡ», — тип билдәләнгән элекке Башҡортостан, колониаль Башҡортостан халҡы уҙғандай уҡ тарихи юлдар аша яҡтыға табан уҡталып барыусы бөгөнгө Азия һәм Африка халыҡтары өсөн дә, башҡа халыҡтар өсөн дә уларҙы социализмға өндәп саҡырыусы мең оранға ҡарағанда ла көслөрәк, тәьҫирлерәк яңғырар ине.

Бындай таланттарҙың ҡәҙерен белергә һәм улар менән үҙ ваҡытында уҡ хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш беҙ!

Зәйнәб апай Биишеваға

 

Сағыл тора киреп тар донъяны —

Ер йәҙрәһен ярып яралған.

Ҡояштан ул утлы ҡойон алған,

Тупраҡтан ул һутлы кәр алған.

 

Болоттарҙың ҡара өйөрмәһен

Төҙ биленә, көлөп, ул көрмәй.

Итәгендә уның ер тетрәй,

Түбәһендә күктәр күкрәй.

 

Ҡая ҡырҙарына ҡырҡылышып,

Урагандар йыры йырлана.

Йыһандарҙың көмөш туҙандары

Маңлайына уның сорнала.

Йыһат Солтанов. 2.01.1988.

 

Зәйнәб апай Биишеваға ҡарата, Көнсығыштың тиңһеҙ әҙибәһе, тигән билдәләмәне беренсе башлап ошо кисәлә мин әйттем һәм был билдәләмә артабан башҡаларҙың да ҡәләм осонан һыҙылып ырай башлауға сәбәпселек итте. Зәйнәб апай телмәремдән бик тә ҡәнәғәт ине (әммә уны мәҡәлә рәүешендә редакция әҙәби хеҙмәткәре Ихсан Әхтәмйәнов 11 ғинуарҙа «Башҡортостан» гәзитендә баҫтырырға әҙерләһә лә, баш редакторы А. Исмәғилев кире ҡаҡты). Ә кисәләге Мәғфирә Ғәлиеваның йырҙарын иһә бөтәбеҙ ҙә хозурланып тыңланыҡ. Кисә бөткәс, Зәйнәб апай менән Мәғфирәне икеһен ҡултыҡлап Коммунистик урамдағы өйҙәренә (бер подъезда торалар ине) оҙатып ҡуйҙым...

Шул уҡ аҙна араһында икенсе бер күңелле һәм эшлекле ваҡиға булып алды — талантлы ҡәләмдәшем Тайфур Сәғитовтың сәләме килде үҙемә:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 468. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...


Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...


Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...


Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

ПРОФЕССИОНАЛЬНОЕ САМОВОСПИТАНИЕ И САМООБРАЗОВАНИЕ ПЕДАГОГА Воспитывать сегодня подрастающее поколение на со­временном уровне требований общества нельзя без по­стоянного обновления и обогащения своего профессио­нального педагогического потенциала...

Эффективность управления. Общие понятия о сущности и критериях эффективности. Эффективность управления – это экономическая категория, отражающая вклад управленческой деятельности в конечный результат работы организации...

Мотивационная сфера личности, ее структура. Потребности и мотивы. Потребности и мотивы, их роль в организации деятельности...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Сосудистый шов (ручной Карреля, механический шов). Операции при ранениях крупных сосудов 1912 г., Каррель – впервые предложил методику сосудистого шва. Сосудистый шов применяется для восстановления магистрального кровотока при лечении...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия