Студопедия — ИПТӘРСӘ ӘҘӘПЛЕЛЕК
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

ИПТӘРСӘ ӘҘӘПЛЕЛЕК






«Әҙип — әҙәпле булырға тейеш!» (М. Кәрим). — Заманабыҙҙың бөйөк аҡыл эйәһенең ауыҙынан сыҡҡан был ҡанатлы әйтем бейек трибуналарҙан, бөйөклөккә почти яҡын сәсмә әҫәрҙәрҙән әҙәби ҙә, әҙәби түгел дә мөхиткә уңышлы сәселеп, әҙәбиәтебеҙ даирәләрен әҙәпһеҙлек шойҡанынан шөйлә «ҡурсалап» килде. Һөҙөмтәлә һуңғы ун йылда әҙиптәребеҙ әҙәбиәтебеҙҙең көҙгөһө булған «Ағиҙел» журналы биттәрен ифрат әҙәпле әҫәрҙәр — хикәйәләр, повестәр, романдар, поэмалар һәм шуларҙы йор баһалаусы әҙәпле әҙәби тәнҡит тип аталған мәҙехнамәләр менән байытты, байытты ғына түгел, сифаты менән уҡыусыны әҫәрләндереү урынына һаны менән иҫәрләндереп, редколлегия кәртәләрен бар тип тә белмәй, «Ағиҙел»де алдырыусыларҙы бер туҡтауһыҙ әҙәпле «әҙәбиәт» тип аталған, әммә хатта һыйыр ҙа көйшәмәҫ «ҡыу һалам» өйөмөнә күмде, сөнки ул йәмғе һаламсылар — «Ағиҙел»дең әҙәпле генә редколлегия ағзалары үҙҙәре үк ине. Тик уларҙан башҡалары (журналды уҡыусылар) әҙәпһеҙерәк булып сыҡты: шанлы ун йыл эсендә егерме мең, ә аҙағында бер юлы һигеҙ мең әҙәпһеҙ йән, һаламды сәйнәргә теләмәй, «Ағиҙел»де яҙылып алдырыуҙан туҡтаны, йәғни һалам ҡаплаған әҙәби көҙгөбөҙгә елкә соҡорон күрһәтте. Шуға ла ҡарамай, һаман әҙәплелек һаҡлап, мәжмүғә биттәрен үҙ исемдәре менән һаламлап ҡайыуҙы дауамлаған, ә «ят»тарҙың «әҙәпһеҙерәк» ынтылыштарын һәүетемсә ситкә тибәргән редколлегия ағзаларының ныҡышмалы эшмәкәрлеген лайыҡлы баһалау мәсьәләһе үҙгәртеп ҡороу осорондағы әҙәпһеҙ әҙиптәр йыйылыштарында бер нисә тапҡыр күтәрелеп, һаламдары аҫтан ҡуҙрап төтәгән мәсьәләгә Яҙыусылар союзы идараһы, партбюро ағзаларының иғтибары бер юлы йәлеп ителһә лә, әҙәпле генә рәүештә ул янғын һүндерелә торҙо, сөнки шул уҡ бик әҙәпле редколлегия ағзаларының күбеһе үҙҙәре үк бер үк ваҡытта идара һәм партбюро ағзалары ла ине... Төтөнлө мәсьәлә аҙаҡ килеп яҙыусыларҙың X съезд трибунаһында гөлтләп, бер һаламды ла имен ҡалдырмаҫтай хәтәр янғынға әүерелде, үҙгәртеп ҡороу осоронда журналды ла заманса үҙгәртеп ҡороу, бының өсөн беренсе сиратта баяғы йылғыр һалам торхандарҙан торған редколлегияны һаламһыҙландырып яңыртыу кәрәклеге үҙҙәренең үк тырпай һалам ҡамылдары менән күҙҙәренә төртөп әйтелде. Шунан һуң ике айға яҡын тәрән тынлыҡ һөрҙө «Ағиҙел» тәңгәлендә. Әҙәплеләр быны яҡшыға юраһа ла, әҙәпһеҙҙәр борсолоп ҡыҙышһа ла, ике уртала тороусы күпселек үҙгәртеп ҡороу тантанаһына инанды, сөнки юғары даирәләр инде әҙиптәрҙең эшенә ҡыҫылмауын, ысын әҙәп үҙаллы тантана итеренә ышаныуын белдергәйне. Һәм бына шулай булды ла: Яҙыусылар союзының съезда һайланған яңы идараһы ултырышында «Ағиҙел»дең редколлегия ағзаларын бигерәк әҙәпле рәүештә «яңыртып» тәғәйенләү башланды. Һәм заманса үҙгәртеп ҡороуҙың әҙиптәр өсөн дә әҙәпле эш түгеллеге бына ҡайҙа күренде: ҡайһы бармаҡты тешләһәң дә ауырта, ә «мин-мин» тигән шайтандың башына баҫыу уғата ҡыйын икән... Ошо драматик мәлдә бөйөк аҡыл эйәһенең ҡанатлы әйтеме тағы ярҙамға килде: «Әҙип — әҙәпле булырға тейеш!» Һәм әҙәпле ултырҙаштар бер бармаҡты ла ауырттырып тешләмәне, «мин-мин» тигән шайтанды ла бармағына элеп быраҡтырманы: бер-береһен, әҙәпле генә бармаҡ төртөп күрһәтеп, «редколлегия ағзалары» тигән исемлеккә теркәтте. Һөҙөмтәлә «редколлегия» көлтәһе шул уҡ элекке башаҡһыҙ-емһеҙ һәм йүнһеҙ ҡыу һаламдарҙан бөрөп бәйләнде. Алфавит һәм әҙәп тәртибе буйынса ошоғаса икеһе бергә ошо юғары әҙәпле көлтәнең тап урта билендә булып килгән әҙәпле генә икәүҙең яҙмышы әҙәпһеҙлеккә дусар була биреп ҡуйҙы-ҡуйыуын, хатта тәҙрәгә бәрелгән серәкәй безелдәүе ишетелерлек шаҡтай шомло тынлыҡ урынлашты. Сөнки ошбу азаматтарҙың икеһе тиң әлеге съезда ревизия комиссияһы тарафынан «Ағиҙел» менән нәшриәтте шәхси һауын һыйырына әйләндереүҙә һәм ғәйре егетлектәрҙә лайыҡлы баһаланып, яңы идара ағзалығына һайланмай ҡалғайнылар...

Һаламторхан ҡорҙаштар, ниһәйәт, әҙәпле генә көрһөнөп һулыш алды:

— Йәмәғәт, был икәү әүәл-әүәлдән әҙәпле көлтәнең тап уртаһында торҙо лаһа, бынан һуң да әҙәпле алфавит тәртибен боҙорға ярамаҫ, күсәгилешлелек дауам итергә тейеш, — тине ипле генә берәү. Әҙәпле генә тотанаҡлап, был элекке икәүҙе лә элекке урындарына теркәткәс кенә, съезд заңы талап иткән баяғы төп бурысҡа — редколлегияны яңыртырға йәғни әҙәплеләрҙән әҙәпле яңыларҙы өҫтәргә керештеләр һәм бөтөнләй әҙип булмаған бәғзе бер ике әҙәбиәтсе-һаламсы теркәлде көлтәгә бер тауыштан. Уларҙың да оҙаҡламай «әҙип» булып китеренә өмөт ҙур, сөнки һуңғы бер-ике йыл араһында «әҙәби тәнҡит» баҫыуында ҡамылдары ғына ҡалған бер нисәүҙең дә ҡамыл-мәҡәләнән — дәррәү һалам-повескә һәм хатта романға күсеп, һаламдан биҙгән уҡыусыларыбыҙҙың «Ағиҙел»гә елкә соҡорон борошоуҙа тос өлөш индереүҙәренә үҙебеҙ шаһит булдыҡ бит... Ҡыҫҡаһы, үҙ-ара аңлашып әҙәпле эш ҡылыу һөҙөмтәһендә «һалам генерал»дарыбыҙ кәштәләй яурындарына бер юлы идара һәм редколлегия ағзалығының һаламдан ишкән эполеттарын үҙ ҡулдары менән тағып алырға ла әүәлгеләй башаҡһыҙ бер ҡыҫыр көлтәгә тупланырға өлгөрҙө; инде журнал уҡыусыларына дәрәжәле көлтәселәребеҙҙең һалам-ҡамыл хикәйәләрен, повестәрен, романдарын, поэмаларын һәм мәҙехнамәләрен уларҙың шул әҙәпле ҡулы аҫтындағы «Ағиҙел» биттәренән бер-бер артлы ҡабул ҡылып алаһы ғына ҡалды, сөнки маңлайҙарына талант мөһөрө баҫылып та, маңлайҙарынан әҙәпле генә тибеп ебәрелгән автор-әҙәпһеҙҙәрҙең, серәкәйҙәй күпме генә тызылдап бәрелһәләр ҙә, һалам эполеттар аша «Ағиҙел»гә үтеп кереүе икеле.

Йыһат Солтанов,

әҙәпһеҙерәк әҙип...

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 466. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Кишечный шов (Ламбера, Альберта, Шмидена, Матешука) Кишечный шов– это способ соединения кишечной стенки. В основе кишечного шва лежит принцип футлярного строения кишечной стенки...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия