Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

П/п Зав. главлит — подпись (неразборчива).




Основание: Ф. Р-798, оп. 1, д. 1248, л. 9. Директор архива А.А. Хисматуллин. Зав. архивохранилищем Г.Ш. Габ.

(Круглая печать).

 

Ләкин мине Ҡазанға «ҡунаҡҡа» саҡырманылар — әллә «Аргамак»тың ҡойроҡ аҫтын ҡорт саҡҡандай сапсыныуын һанға һуҡманылар, әллә аҡыл-фәлән яғынан камилыраҡ булдылар...

Ошо урында кире-ҡабат үҙебеҙҙең мөхиткә ҡайтып, заманында Мөхәммәтша Буранғолов менән Мәжит Ғафури араһында булған бер хәлде һөйләргә тура килә. Ғафуриҙы күреп белгән өлкән быуын яҙыусыларыбыҙҙың бер килкеһе уның Башҡортостан автономияһын үҙһенмәүен, ҡыҙмасаланыбыраҡ алған бер осрағында, шәлдәүен ысҡындырып, “мона башҡыртҡа автономия!” тип сығарып күрһәтеүен һөйләйҙәр ине. Шул иләмһеҙ ваҡиғаны Мөхәммәтша Буранғоловтың үҙ ауыҙынан ишеткән кешене осратып, көндәлек рәүешендә теркәнем:

 

25.07.2005

Өфөнөң Аврора урамында шағир яҡташым Мәхмүт Һибәт менән күрешеп, йәйҙең эҫе көнө ине, бер ихатаға инеп, миләш күләгәһендәге эскәмйәлә төрлө темаға һөйләштек. Мәхмүт Һибәт бер иҫтәлеге менән уртаҡлашты:

“Йәш сағымда шағир Батыр Вәлид фатирында уның поэмаһын эшләшеп ултыра инем, телефондан Мөхәммәтша Буранғолов шылтыратып, Батыр Вәлидкә инеп сығасағын белдерҙе.

Бер шешә ҡыҫтырып килгән икән, хужабикә-еңгәй ҙә, йүгереп сығып, “ярты” алып ингәйне -- хозур табын ҡороп һөйләшеп ултырҙыҡ. Шунда Буранғолов Мәжит Ғафуриҙы иҫкә алды:

-- Башҡорт халҡының тере дошманы ине, шул бәндәгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирҙеләр...

Оло Башҡортостан төҙөлөп, хөкүмәтебеҙ Эстәрлетамаҡтан Өфөгә күсенеп килгән саҡ, хәҙерге Карл Маркс һәм Пушкин урамдары мөйөшөндәге матбаға йортонда матбаға көнөн байрам итергә йыйылдыҡ. Докладтан һуң тәнәфес иғлан ителеп, ағай-эне тәмәке тартырға туалет бүлмәһенә ағылды. Шунда күрәм: эсеп-ҡыҙышып алған Мәжит Ғафури, шәлдәүенән ағзаһын сығарған да: “Мона башҡыртҡа автономия, тотсоннар төбөннән!” -- тип һүгенә (үҙенең татар телендә, әлбиттә). -- “Мәжит ағай, тыйыл инде, шәлдәүеңде элһәңсе!” -- тип үтенәләр яҡындары. Ләкин теге уғата ярһына: “Мона башҡыртларға автономия, тотсоннар...”

Түҙмәнем, елкәһенән бөрөп алып, асыҡ тәҙрәнән тышҡа быраҡтырҙым: “Әгәр кире боролоп керһәң, тетмәңде тетәсәкмен!” Сатанлай-сатанлай ҡасты... -- Шулай һөйләне Мөхәммәтша Буранғолов олатай”...

Ә инде халыҡ сәсәненең 100 йыллығына килгәндә, ул арыу ғына кимәлдә үткәрелде, тантанаға саҡырыу билеты ла шаһитлай быны:

 

Мухаметша Бурангулов, народный сэсэн Башкирии — Мөхәммәтша Буранғолов, Башҡортостандың халыҡ сәсәне.

1888 — 1988.

Хөрмәтле иптәш Солтанов!

СССР Фәндәр академияһы Урал бүлеге Башҡортостан фәнни үҙәгенең «Почет Билдәһе» орденлы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы Һеҙҙе Башҡортостандың халыҡ сәсәне, билдәле фольклорсы һәм яҙыусы Мөхәммәтша Буранғоловтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған ғилми конференцияға саҡыра.

Конференция ошо йылдың 22 декабрендә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының конференц-залында (Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71-енсе йорт) иртәнге сәғәт 10-да асыла.

 

16 ғалим сығыш яһарға тейеш икән (исемдәре, темалары күрһәтелгән).

Башҡортостан Яҙыусылар берлеге был мөһим ғилми конференцияны ойоштороусыларҙың береһе итеп күрһәтелһә лә, уның етәкселәре генә түгел, хатта үҙбелдекле минән башҡа бер яҙыусы ла килмәне, шуға күрәлер инде, Яҙыусылар берлеге исеменән һөйләргә миңә һүҙ бирҙеләр.

Гәзиттәге баяғы 1983 йылғы мәҡәләмдә үк мин, тарихыбыҙҙа беренсе булыптыр, моғайын, халыҡ сәсәненең дәрәжәһен «бөйөк» тип билдәләгәйнем (редакцияға рәхмәт: ул “бөйөк” билдәләмәһен билдәле тере «бөйөг»өбөҙҙөң асыуы ҡуҙғалыуҙан ҡурҡып һыҙып ташламанылар). Ошо 100 йыллыҡ юбилей ғилми конференцияһында ла шулай уҡ, бөтәһенән айырмалы рәүештә, ауыҙ тултырып «бөйөк Мөхәммәтша Буранғолов» тип һөйләнем, был иһә артабан яҡын киләсәктә башҡаларға ла уның бөйөклөгөн лайыҡлы баһаларға прецедент булды, буғай. Шулай уҡ мин ғалимдар ҡарамағына: «Мөхәммәтша Буранғоловтың «Башҡортостандың халыҡ сәсәне» тигән хөрмәтле исеме 1952 йылда юғары органдар тарафынан юҡҡа сығарылыуы дөрөҫ булһа, Башҡортостан Юғары Советынан уның ул исеменең кире ҡайтарылыуын юлларға кәрәк», — тигән тәҡдим кереттем. Институт етәкселәре быны бойомға ашырҙымы, юҡмы — уныһы миңә ҡараңғы.

 

 

Юғары Совет рәйесенә өндәшеү

 

Әммә ике ай уҙыу менән үк, 1989 йылдың 25 февралендә әҙәбиәтебеҙҙең һәм сәнғәтебеҙҙең башҡа бер мөһим мәсьәләһе буйынса минең үҙемә баяғы юғары органға тура мөрәжәғәт ҡылырға тура килде:

 


Поможем в написании учебной работы
Поможем с курсовой, контрольной, дипломной, рефератом, отчетом по практике, научно-исследовательской и любой другой работой





Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 346. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2022 год . (0.021 сек.) русская версия | украинская версия
Поможем в написании
> Курсовые, контрольные, дипломные и другие работы со скидкой до 25%
3 569 лучших специалисов, готовы оказать помощь 24/7