Студопедия — Кемгә кәрәк был пәрей туйы?
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Кемгә кәрәк был пәрей туйы?






Владимир Ильич Лениндың туранан-тура ҡатнашлығында Башҡорт АССР-ын төҙөү тураһындағы Килешеүгә ҡул ҡуйылған тарихи көндөң 70 йыллыҡ юбилейын ҡаршыларға теүәл бер ай ҡалған саҡта милләтебеҙ яҙмышына, культураһына ҡағылышлы күп нәмәләр тураһында етди уйланырға, берсә, һөйөнөп, берсә, көйөнөп, бөгөнгөбөҙ менән бергә киләсәгебеҙҙе ҡайғыртырға тура килә. Таң һарыһында күҙҙе тырнап асыу менән бала-сағаларыбыҙҙың өҫтө бөтөн, тамағы туҡ, тубырсыҡтарҙай тупырлап үҫеп килеүенә ҡыуанһаҡ, ауыҙ асып өндәшеү менән үк уларҙың телһеҙлегенә — әсә теленән мәхрүм ҡалыуҙарына йөрәк әрней. Башҡортостан тупрағында башҡортса һөйләштергән ясле, балалар баҡсаһы, мәктәптәрҙең аҙайыуы йәки онотҡанда бер осрауына ғәжәпләнмәй ҙә башланыҡ шикелле. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн үҙ телебеҙҙә гәзит-журналдар сыҡмауына, балалар әҙәбиәтенең махсус нәшриәте, йәш тамашасы өсөн милли театрыбыҙ булмауына ла күнегеп барабыҙ кеүек. Шулай уҡ райондарыбыҙҙа урыҫ һәм татар телдәрендә әллә нисәләгән тиҫтә гәзит нәшер ителгән ваҡыттарҙа башҡорт телендә ике генә район гәзите баҫылып, ҡалғандары башҡа телдәрҙән тәржемә ителеүенә (дубляж), ә башҡорттар 43 процент, татарҙар — 31, урыҫтар 11 процент тәшкил иткән 21 көнбайыш райондарыбыҙҙа татар телендә — 21, урыҫ телендә 18 район гәзите уҡыусыларын туплағанда, башҡорт телендә ни бары бер генә гәзит (ул да булһа дубляж!) быҫҡып янған һуҡыр шәмдәй яңғыҙ үҙе йәшәүенә лә иғтибар итмәйбеҙ кеүек. Ә мәктәп мәсьәләһе? 1925 йылдан алып 1968 йылға тиклем урыҫ мәктәбе һаны 788-ҙән 1914-кәсә, татар мәктәбе 582-нән 1117-гәсә гөрләп артһа, башҡорт мәктәбе һаны 572-нән 785-кә тиклем генә ыраны... Билдәле булыуынса, ленинсы милли политиканы тупаҫ боҙоуға юл ҡуйылған торғонлоҡ йылдарында Башҡорт АССР Мәғариф министерствоһы әсә телендә уҡытыуҙы ҡырҡа сикләп, элек милли телдә уҡыған мәктәптәрҙә балаларҙы урыҫ телендә уҡытыуға күсереү эшен ҡыҙыулатты, был зыянлы эшмәкәрлек беренсе сиратта башҡорт теленә һуҡты. Миҫал өсөн 1973-74 уҡыу йылын ғына алайыҡ: ул йылда республикабыҙ буйынса 650 милли мәктәп урыҫ телендә уҡытыуға күсерелһә, шуларҙың 112-һе генә татар, ә 420-һе башҡорт мәктәбе ине. Өҫтәүенә, бына ғына торған 1988 йылда көнбайыш башҡорт ауылдарындағы тиҫтә йыл буйы әсә телендә эшләп килгән 200 башҡорт мәктәбе бер юлы татар телендә уҡытыуға күсерелеп, милләтебеҙҙең көнбайыш диалектында һөйләшеүсе өстән бер өлөшө үҙенең милли телендә уҡып белем алыуҙан, ул ғына ла түгел, үҙ милли телен дәрес кенә итеп булһа ла өйрәнеүҙән мәхрүм ҡалды... Оҙаҡ йылдар һуҙымындағы ошондай кире күренештәр арҡаһында халҡыбыҙҙың һуңғы өс быуын кешеләренең байтағы башҡа телдә уҡып һәм һөйләшеп үҫте, милли телен танымаған, милли культураһын һанға һуҡмаған, шул нигеҙҙә башҡа милләттәрҙе һәм милли культураларҙы ла ихтирам итмәҫтәй нигилистар, сепрәк-сапраҡ һөйәрйәндәр, ҡорһаҡ ҡолдары булып етеште. Ундайҙарға һәммәбеҙ өсөн изге һаналған интернационализм төшөнсәһе лә дәүләт кеҫәһен ҡармағанда, тамаҡ ярып үҙ мәнфәғәттәрен даулағанда битлек итеп ҡулланыу өсөн генә кәрәк. Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, ысын интернационализмдың төп нигеҙен тәшкил иткән ысын миллилекте аяҡ аҫтына һалып тапаныҡ, шуны, аяҡ аҫтынан алып, кешеләрҙең үҙҙәренә ҡайтарырға ваҡыт етте — миллилеккә дефицит ҡырҡыулашты. Ошо яуаплы осорҙа ике күҙебеҙҙең береһе өмөт менән республикабыҙ етәкселегенә төбәлһә, икенсеһе культура әһелдәребеҙгә уҡтала — үҙ иңенә артҡан әхләҡи-политик йөктө намыҫлы егелеп тартамы һуң милли әҙәбиәтебеҙ, сәнғәтебеҙ маһирҙары? Уҡыусы һәм тамашасы күңелендәге ысын мәғәнәһендәге миллилеккә дефицитты, һыуһауҙы ни рәүешле ҡәнәғәтләндерә был зирәк ҡор? Яҡынлап килгән оло юбилей айҡанлы милләтебеҙгә, бәғере ҡата барған йәш быуын кешеләребеҙгә ҡайһындай ижади бальзам алып киләбеҙ?

Диңгеҙҙең бер тамсыһынан да диңгеҙ күренә, тигәндәй, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы орденлы һәм М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының быйылғы яңы эше менән танышырға саҡырылғас, беҙ, бер төркөм яҙыусылар, журналистар, театр белгестәре, ана шул турала ғәмләнеп, оло өмөт бағлап барҙыҡ. Ысынлап та, театр ул әҙәбиәт, тылсымлы һүҙ сәнғәте, музыка, һынлы сәнғәт һәм башҡаларҙың бөтәһе бер төйөнгә сатрашланған балҡышлы дәү түре бит. Театрҙан милли культура кимәлен, илдең сәләмәтлеген йәки сирен асыҡ төҫмөрләп була, академия исемен йөрөткән театр иһә иң юғары мәғәнәлә милләтебеҙҙең көҙгөһө. Милләттең үткән һәм хәҙерге хәлен баҙыҡ сағылдырып күңелдәрҙе зауыҡландырыу менән бергә ул халыҡтың өмөт иткән яҡты киләсәген дә сағыу һынландырып баҡтыртырға, рухландырырға бурыслы. Милләтебеҙ кисергән хәҙерге милләтһеҙлек ауырыуы осоронда академия театры, хәстәленең башы осонда ясин сығыусы түгел, ә тылсымсы-табип булырға тейеш. Шуға ла беҙ А. Хәлимдең «Пәрей туйы» пьесаһы буйынса (режиссеры Абдулла Ғиләжев) әҙерләнгән спектаклдә атаҡлы театр коллективы юғарыла әйтелгәндәрҙең барыһын да күҙ уңында тотоп эш иткәндер ҙә Башҡорт АССР-ы юбилейына лайыҡлы ижад емеше менән килгәндер, тип көткәйнек. Әммә сәхнәнән күргәндәребеҙ башҡа шаңҡыта һуғып, йөрәкте ауырыу ҡылды. Ысынлап та, ауыҙ-моронға, ике күҙгә саң тултырғыс ҡара ҡойон уйнатып, төрлө ташландыҡ әйберҙәрҙе, сүп-сарҙы, ҡалай-ҡолай ярпыларын һауаға сөйөлдөрөп, бер-береһенә бәрелештертеп өйөрөлдөргән шау-шоулы ытырғаныс пәрей туйын хәтерләтте ҡәһәрле был тамаша — пьеса авторының бәйһеҙ хис-хыялы тарафынан һаташыуҙар донъяһынан йыйып-ҡоршап бирелгән, драматургия ҡанундарынан яҙлыҡҡан ала-ҡола ҡорама. Хәйер, драматургия тигән нәмә үҙе бынан йәйәүләп ҡасҡанлыҡтан, тамашаның сәхнәләрен, айырым күренештәрен дә ентекле анализлау, бизмәнгә һалып һәлмәкләтеү мөмкин түгел, сөнки нимә ҡымшатһаң да усыңда уҡ тарҡала ла бер табаҡҡа өйөрөлә, йүнһеҙ тарафҡа тарта...

...Сәхнә ҡырына шаҡырайтып ҡуйылғандыр Милос Венераһының билдәле шыма таш һыны. Йәнәһе күктең етенсе ҡатын ишаратлаған сәхнә түрендәге бейек һәндерәлә тора ҡайҡайып ошо һынды кәүҙәләндермеш әртисбикә — боронғо грек хөлләһенә төрөнмөш ярым-яланғас тәнле, тереләрҙән тере мөхәббәт хоҙайбикәһе. Баштүбән һөйәп теҙеп ҡуйылған ҡалай табуттармы ни — ҡалай ҡапҡаслы бүлкәләргә бүленгән сәхнә төбө. Заманабыҙҙың уртансы һәм йәш быуынын күҙалландыртырға тейешле йәнә бер өйөр ярым-яланғас һылыубикәләр, уларҙың ыҫпай кейенгән ир-ат затлы һөйәркәләре һәм хәләл ефеттәре шул «табут»тарҙың ҡалай ҡапҡастары артынан дөһөр-шатор атлығып сығалар ҙа, көллөһө лә бер-береһе менән хәтәр әүмәкләшеп, баяғы етенсе ҡат күккә — һәндерәгә менәләр, һәндерәнән төшәләр ҙә, пәрей туйын уғата ныҡ туҙғытып, ҡотһоҙ ҡалай өңдәренә кире кереп китәләр — шаңҡытылған тамашасы аңы сәхнәләге хәрәкәттәр сеймәлешен ни бары ошо «логика»ға һалып юҫыҡларға һәләтле. Көллө ҡойон зәхмәттәре күҙ ҡырҡырлыҡ ут-осҡон, музыка ҡоралдарының ярһыу гөрөлтөһө, шул мәхшәрҙе еңеү өсөн көсәнеп, буғай, артистарҙың һәм артискаларҙың тамаҡ ярып ҡысҡырыуҙары, иҙән тибеүҙәре хасил ҡылмыш дөйөм ғәрәсәт, какофония ике шаршау дауамынса бер туҡтауһыҙ ҡубарыла тамашасы башына. Пьеса авторы тарафынан киң билдәле «Ҡанатлы һүҙҙәр» йыйынтығынан, йыртмалы календарь биттәренән, тип әйтерлек, сүпләп алынған боронғо грек аҡыл эйәләренең әйтемдәрен геройҙарының телмәренә услап-услап һибеү ҙә, тел төбөнә һәм осона шул уҡ боронғо грек мифологияһы үрнәктәрен йәбештереп һалыу ҙа тамашасыны шаҡ-ҡатырырға көсәнеүҙең саманан сыҡҡан өйөрмәһен ауыҙлыҡларлыҡ тос аҡыл һәм логикаға ирештермәй. Бер ыңғайҙан шуны ла әйтергә кәрәк: сәхнәләгеләрҙең телмәренә көрмәлтелгән был үтә «аҡыллы» тел байлығы, әйләнгән һайын, башҡорт теленә тәбиғи булмаған һүҙҙәр, сит тел ҡалыбына һипләп һөйләм төҙөү шойҡаны менән ҡолаҡты ярып, автор тексының башҡорт теленә тәржемә ителмәйенсә, «башҡорт таҡыяһы кейҙертеп» кенә сығарылыуын фашланы — был да, әлбиттә, академия театры сәхнәһен биҙәмәне. Дер-һелкеткес мәғәнәһеҙ шул бәләнән йәнең йүнкеп көйөнөп тә ҡуяһың: был сәхнәлә быға тиклем дә ете диңгеҙ аръяғындағы грек мифтарын тергеҙеп ҡарауҙар булды, әммә улар милли сәнғәтебеҙ хазинаһына иш өҫтөнә ҡуш булып керә алдымы һуң?.. Милли үҙаң шишмәләребеҙ ҡорғаҡһыған заманала милли аңға һәм зауыҡҡа һуҡыр тин дә өҫтәмәгән нәүбәттәге был «греклаштырыу» ынтылышы мотлаҡ кәрәк инеме? Гректарҙыҡынан ҡалышмаҫлыҡ (хатта уҙып та киткән!) башҡорт мифологияһына, гүзәл халыҡ ижадына нигеҙләнгән классик әҫәрҙәребеҙ ҙә ошо сәхнәлә һынланырға юл яра алмай ята бит... Аптырап, рәнйеп, баш ҡатып, берсә, таш Венера баҫып торған ергә, берсә, ымһындыртҡыс тере Венера ҡалҡынған түргә зарлы күҙеңде төбәйһең, әммә хоҙайбикәләр икеһе тиң йәнһеҙ, вайымһыҙ — таш һындар рәүешенән уҙҙыра алмаған уларҙы пьеса авторының ҡөҙрәте. Уның ҡарауы ерҙәге иҙәндә лә, үрҙәге һәндерәлә лә бер ниндәй ҙә аң ҡалыбына һыя алмаған пәрей туйы туҡтауһыҙ ҡоторона — кешелек әхләғенән төңөлдөртөп ғәүрәт хәленә төшөрөлгән ялтыр-яланғас кәүҙәләр һаман бер-береһенә ҡылйыландарҙай көрмәлеп әүмәләшә, әйтерһең, пьеса авторы бөгөнгө көн йәмғиәтебеҙҙең ыңғай кәүҙәләнешен дә, кире һынланышын да тере көйөнә тотоп алып мендерә алмаған сәхнәгә, ә уның, үлеклектән дә үтеп, емтектәй бурһып тарҡалған, әхләҡи умыртҡа һөйәгенән арынған киҫәк-ярпыларын ғына көрәп килтереп өйгән. Тамашасы күңеленә таяныс бирерлек идея умыртҡаһы булмаған ана шул емтек касафаты бөгөнгө мещан күренешенең ҡайһы бер атрибуттарына төрөнөп, ҡайраҡташтай шымарған һүҙҙәрен ҡысҡырып, бәүелһеҙләнеп тантана ҡыла сәхнәлә, бәүелһеҙлектең иң юғары кәүҙәләнеш нөктәһендә тамаша залына ул: «Алға, коммунизмға!» — тип һөрәнләп тә ебәрә...

Кире ҡағыу юлы менән дә илдең яҡты идеалын раҫлау мөмкин икәнлеге билдәле. Ләкин «Пәрей туйы»нда ул раҫлау заңы зыңламай, сөнки пьеса авторы күҙ уңында тотҡан идеал, умыртҡа һөйәге юҡ. Шуға күрә сәхнәләге өс быуын әһелдәребеҙҙең дә иҫ киткес шәп уйнауы ла, үкенескә ҡаршы, мәйетте терелтергә тырышып тын өрөү, күрәләтә мәғәнәһеҙгә йән атып көсәнеү кеүек. Ансамблдең иң юғары кимәлдәге төҙөклөгө, профессиональ ҡеүәте, әйтерһең дә: «Бына беҙҙең талант-һәләт, ә һеҙ беҙҙән шуны нимәгә сарыф иттертәһегеҙ!..» — тип бер юлы әҙиптәргә, Культура министерствоһына, театр етәкселегенә рәнйеүен белдерә һымаҡ.

Ҡабул ҡылыу спектаклен ҡарағандан һуң, фекер алышыу бүлмәһенә күптәребеҙ ана шулай шаңҡытылып килеп индек. «Академия» исемен йөрөткән, милли культурабыҙҙың шифалы йәншишмәһе булырға тейешле театрыбыҙ сәхнәһенә бындай йән иҙгес мажараның дөрөп килеп кереүе бөтөнләй аңлайышһыҙ, иҫ киткес сәйер ине. Күрәләтә етлекмәгән пьесаға нисек итеп Яҙыусылар союзының драматургия секцияһы үҙенең абруйлы фатиха ҡағыҙын биргән? Режиссер А. Ғиләжев, режиссер ғына түгел, ә профессор һәм граждан да булараҡ, ни ҡулы барып шуны ҡуйырға алған? Академия театрының баш режиссеры Р. Исрафилов, милли драматургтарыбыҙҙың ҡайһыларының иң яҡшы тип нарыҡланған әҫәрҙәрен дә был сәхнәгә үткәрмәйенсә сос һаҡта торған Исрафилов, был юлы ни сәбәпле юл асҡан икән күрәләтә бракка? Аҙаҡ килеп, Культура министерствоһы ниңә күҙ йомоп ҡалған? Өҫтәүенә, спектакль тигән нәмәләре әле өлгөрөп тә етмәҫе, белгестәр һәм йәмәғәтселек хөкөмөнә ҡуйылмаҫы, үҙ баһаһын алмаҫы элек үк, ниңә уны республика матбуғаты тамашасыларға тәҡдим ҡылырға ашыҡҡан, билеттар ҙа ай элгәре һатылған? Хатта танылған драматургтарыбыҙҙың да әҫәрҙәренә бындай иҫ киткес ыңғай шарттар тыуҙырылмай, ишектәр ҙә үҙҙәренән-үҙҙәре шартлап асылып бармай бит. А. Хәлим шул ҡәләмдәштәренән ни яғы менән айырыла, әллә уның кемдәргәлер күрһәткән айырым хеҙмәте, оло ҡаҙанышы бармы?..

Фекер алышыуҙа ана шуларҙың барыһы ла тура ярып әйтелде, күпселектең тәҡдиме лә бер булды: А. Хәлимдең «Пәрей туйы» пьесаһы буйынса әҙерләнгән спектакль, драматургияһының художество һәм идея-политик зәғифлеге арҡаһында, Башҡорт академия театры сәхнәһендә күрһәтелергә һис тә лайыҡлы түгел.

Әммә ләкин... шул йыйылыштың иртәгәһенә үк шул уҡ театрыбыҙ сәхнәһендә «Пәрей туйы»ның тантаналы премьераһы булып үтте — Культура министерствоһы менән театрыбыҙ етәкселеге Башҡорт АССР-ының 70 йыллығы айҡанлы халҡыбыҙға ана шундай бүләк әҙерләп бирҙе. Ошо хәл күңел төйәгебеҙҙә намыҫ экологияһының да боҙолоуы тураһында һөйләмәйме? Төрлө сәбәптәр арҡаһында милли тел һәм милли үҙаң биртенеү кисергән был осорҙа ҡойон уйнатып милләтебеҙҙең күңел усағын емертергә, рухыбыҙҙы ҡаҡшатырға ынтылыш түгелме был? Йәмәғәтселек фекерен аяҡ аҫтына һалып тапау ҡасанға тиклем барыр?!

Милли театр милләт алдында үҙ бурысын намыҫлы үтәргә тейеш.

Йыһат Солтанов. 24.02.1989.

 

Хөрмәтле дәүләт эшмәкәребеҙ Фәйзул Вәли улының Юғары һәндерәһенән, билдәле, бер ниндәй ҙә яуап та бирелмәне, сара ла күрелмәне, буғай, — күнегелгән күндәмлек. Тормошобоҙ һәүетемсә үҙ ыңғайына аҡты. Тиҙ үк арала сәхнәбеҙҙән үҙенән-үҙе төшөп ҡалған «Пәри туйы» урынына икенсе «туй»ҙар килде...

Ә мин иһә, төрлө яҡтан ҡағыла-һуғыла, туған әҙәбиәтебеҙҙең төрлө жанрҙарында ла йән атып эшләүем менән бергә башҡорт халҡының рухи-мәҙәни тарихын тәрәндән тикшереү, шуны яҙып халҡыма еткереү юҫығындағы үҙемә күрә фиҙакәрҙәрсә юлымды дауамланым (хеҙмәттәремдең бер килкеһе журналдарҙа донъя күрҙе). Бер үк ваҡытта ҡаным ҡыҙышып утлы-дауыллы сәйәсәткә лә сумдым...

 








Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 422. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Виды нарушений опорно-двигательного аппарата у детей В общеупотребительном значении нарушение опорно-двигательного аппарата (ОДА) идентифицируется с нарушениями двигательных функций и определенными органическими поражениями (дефектами)...

Особенности массовой коммуникации Развитие средств связи и информации привело к возникновению явления массовой коммуникации...

Тема: Изучение приспособленности организмов к среде обитания Цель:выяснить механизм образования приспособлений к среде обитания и их относительный характер, сделать вывод о том, что приспособленность – результат действия естественного отбора...

Сравнительно-исторический метод в языкознании сравнительно-исторический метод в языкознании является одним из основных и представляет собой совокупность приёмов...

Концептуальные модели труда учителя В отечественной литературе существует несколько подходов к пониманию профессиональной деятельности учителя, которые, дополняя друг друга, расширяют психологическое представление об эффективности профессионального труда учителя...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия