Студопедия — Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» йыйынында телмәр. 18.12.1989
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» йыйынында телмәр. 18.12.1989






Башҡортостанда башҡорт теленең дәүләт статусын ҡабул итеү тураһында һүҙ барғанда Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы етәкселәре, йәғни партия һәм совет аппаратсылары, «быны халыҡ теләрме икән һуң?..» ти ҙә, күҙен тултырып ике тарафҡа ҡарай: ғәзиздәрҙән ғәзиз татар ҡәрҙәштәребеҙ ни әйтер? Урыҫ өлкән ағайҙарыбыҙ ни әйтер?..

Аппаратсыларыбыҙ фәҡәт тура ҡарарға, ошо ерҙең, республиканың төп халҡының күҙенә тура ҡарарға, ғына «онота»...

Белергә теләмәһәгеҙ ҙә белегеҙ, хөрмәтле етәкселәр: был мәсьәлә башҡорт халҡының мәңгелек бөйөк референдумында — быуаттар референдумында әллә ҡасан уҡ тайпылышһыҙ һәм кире ҡаҡҡыһыҙ рәүештә хәл ителгән. Таш быуатта уҡ бабаларыбыҙ Урал батырыбыҙ толпары Аҡбуҙаттың Таш Өйө Шүлгәнташ мәмерйәһе ҡаяларына үҙенең ҡан төҫлө ҡыҙыл буяуы менән шул Аҡбуҙатты изгеләштереп һүрәтләгәндән алып — ошо көндәге рәссамыбыҙ Әхмәт Лотфуллиндың «Ауылда беренсе Май байрамы» исемле сағыу ҡыҙыл байраҡлы картинаһынаса булған тиҫтәләрсә мең йылдар буйынса барған ул бөйөк референдум. Туҙға яҙған һәм ташҡа яҙған, ҡайһы берҙәре бөгөн дә Урал ҡаяларында ҡысҡырып-шаңғырып торған, китаптарыбыҙ аша, үлемһеҙ эпостарыбыҙ, йыр-моңдарыбыҙ, йолаларыбыҙ, биҙәү сәнғәттәребеҙ аша уҙған ул бөйөк референдум. Түгелгән ҡандарыбыҙ, өҙөлгән баштарыбыҙ, емертелгән, яндырылған иҫәпһеҙ күп ауыл һәм ҡалаларыбыҙҙың харабалары аҫтында ла күмелеп ҡалмай үтәлгән ул бөйөк референдум. 1919 йылдың 22 мартында суверенлы Башҡорт Совет Республикаһының, суверенлы башҡорт теленең мәңгелек йәшәү хоҡуғы булып ҡыҙыл нәшриәттең үҙендә ташҡа баҫылып сыҡҡан ул быуаттарҙың бөйөк референдумы һөҙөмтәһе. Һәм иманыбыҙ камил: бер ниндәй ҙә яһил аппаратсының, йәки аппаратсыларҙың хитлығы ла сикләй алмаҫ ерле халыҡтың үҙ ерендә үҙ теленең үҙ аллылығына изге хоҡуғын! Башҡортостанда башҡорт халҡының бөгөнгө көн аҙсылыҡ тәшкил итеп, беҙгә өйҙәш булып килеп ингән башҡа халыҡтарҙың һан яғынан күпселек алып китеүен башҡорт халҡына ҡаршы мәкерле рәүештә файҙаланырға тырышыусы политикан-демагогтар ҙа яҡшы белһен: башҡорт халҡының ихтыярынан тыш башҡорт ерендә «яңы тәртип» урынлаштырыу бер ҡасан да, бер кемдең дә ҡулынан килмәйәсәк! Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генеральный Ассамблеяһының ҡарары бар был хаҡта — аҙсылыҡлы ерле милләттең күпселектәр ҡыҫымындағы изге хоҡуғын ҡурсалау-яҡлау хаҡында.

Эйе, беҙҙең борондан килгән, мәрхәмәтле бабаларыбыҙ ишекте киң асып индергән ҡәҙерле өйҙәштәребеҙ бар был илдә. Татарҙарға, удмурттарға, марийҙарға, сыуаштарға һәм хатта урыҫтарға ла яуыз батша-батюшка тарафынан золом көнө, ғәрәсәт көнө ҡупҡан һайын, һыйыныр ер эҙләп улар һеперелеп бында килгәне һайын, асылған ул миһырбанлыҡ ҡапҡаһы. Яуыз батша һәм уның сатраптарының тыйыуҙарына, башҡортҡа ҡаршы ысын геноцид үткәреүҙәренә лә ҡарамай.

Бына шундай бер документ:

1730 йыл. — «Записка о башкирском вопросе в Российской империи и о наилучших способах его разрешения, составленная казанским губернатором А.П. Волынским.

Уповаю я, что несовершенно известно о состоянии башкирского народа... народ их такою жестокою злобой исполнен, а время от времени непрестанно умножается и растет... А ныне ужа русские немалое число от подушных податей беглецов в Башкиры перешло...

И хотя ныне видим, что башкирский народ является кроток, однако же не возможно сказать, что оной был в совершенном и послушании, понеже беглых принимает, несмотря ни на какие указы»...

Күренеүенсә, батша указдары тыйыуына ла ҡарамай, урыҫ һәм башҡа милләт ҡасҡындарын күпләп-күпләп үҙ иленә индергән, һыйындырған башҡорт уҙамандары; хәҙергесә әйткәндә, урыҫ самодержавиеһы ҡорбандарына «политическое убежище» биргән, йылыға йылан эйәләй, тиһәләр ҙә, үҙенең йылы ҡуйынына алған. Башҡорттоң ошоғаса һаҡланған аҫыл милли һыҙаттарының береһе — ысын гөманлылығы түгелме ни был?!

Һәм шул үҙенең йылы ҡуйынына алған, өйҙәш иткән, табындаш иткән ҡайһы бер милләт кешеләренең бәғзе бер Айҙар Хәлим, Сергей Матюшин кеүек бөгөнгө игелекһеҙ вә белекһеҙ тоҡомдары башҡорт халҡының шул гөманлылығына ҡарата ҡайһылай итеп белдерә һуң рәхмәтен?!. Уларҙың «рәхмәт»енең ниндәй икәнлеге барығыҙға ла мәғлүм — изгелекһеҙҙән игелек көтөү икеле.

Кисә бында, уйынлы-көлкөлө генә, хөрмәтле мөфти хәҙрәттәренең кемдәргәлер (әммә башҡортҡа түгел!) йомарт һәм мул иғәнәһе тураһында ла һүҙ ҡуҙғалып ҡуйғайны. Абруйлы тарих китабынан шуға бәйле тағы ла бер сәхифәне бәйән ҡылыуҙы кәрәкле һанайым. 1755 йылғы ҡөҙрәтле башҡорт восстаниеһы тураһында бара һүҙ:

«Особую активность проявили башкиры Гайнинской волости Осинской дороги. Они организовали повстанческий отряд во главе с Чурагулом Минлибаевым... События... серьезно встревожили оренбургского наместника И.И. Неплюева... Власти обратились с грамотой казанским татарам. Правительство, кроме того, пошло им на ряд уступок. Было облегчено положение служилых мурз и татар, приписанных к корабельным лесам. Слишком рьяно проводившие политику христианизации Казанский и Тобольский архиереи были переведены в другие районы. Указом от 23 августа 1756 года мусульманам было разрешено строительство мечетей. Было также несколько облегчено положение податного населения Казанской губернии».

Бына шулай — башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн фиҙа ҡылған йәне, түккән ҡаны арҡаһында беҙгә ҡәрҙәш татар халҡы һәләк иткес тоталь каторга режимынан, көсләп суҡындырылыуҙан, тимәк, телен һәм динен юғалтып тулыһынса урыҫлаштырылыуҙан — йәғни геноцидтан ҡотолоп ҡалған. Өҫтәүенә, элекке ҡәтғи тыйылыуҙан арынып, ауыл һәм ҡалаларҙа мәсеттәр, мәҙрәсәләр һалырға, ташҡа баҫмаханалар асып, китаптар баҫтырып сығарырға хоҡуҡ алған. Ҡайһы бер татар авторҙары башҡа ҡәрҙәш халыҡтарҙың мәҙәниәтен түбәнһетеү, кәмһетеү ниәтенән яһилланып, революцияға тиклем үк татарҙың күпме мәсете, мәҙрәсәһе, матбағаһы булғанлығын һанап маһая икән, уларҙың был ысындан да ҙур ҡаҙанышын ҡайһы халыҡ үҙенең ҡайнар ҡанын түгеп тәьмин иткәнлеген онотмаһын ине. Әммә уларҙан рәхмәт һүҙе ишетеү өмөтө юҡ...

Башҡорттоң ҡанлы ҡорбандары арҡаһында ғына был ерҙә төйәкләнеү, идара ҡылыу хоҡуғы алған, һәм әлегәсә бында — Өфөлә суҡайып ултырған, ләкин йөҙө Ҡазанға боролған мөфтиҙән дә игелек көтөүе ҡыйын: ул үҙенең бай иғәнәһен, кисә бындағы телмәрселәрҙең береһе әйткәне хаҡ булһа, туранан-тура Ҡазанға юлландырыуына ла аптырамайыҡ.

Ошо көндәрҙә мин Алматыла ҡаҙаҡ халҡының бөйөк улы Жосопбәк Аймауытовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы булып ҡайттым. Бик күп союздаш республикаларҙан, сит илдәрҙән йыйылғайны ҡунаҡтар. Татарстан күршеләребеҙҙән дә бар ине яҙыусылар вәкиле, баяғы яманатлы Ғаяз Исхаҡиҙың ялалы мәктүбен ташҡа баҫып сығарып, башҡорт халҡының йөҙөн йыртып мәсхәрәләгән «Ҡазан утлары» журналының бүлек мөдире Тәүфиҡ Әйди тигән мөртәт. Шул яһилдың кулуарҙарҙа төрлө республика вәкилдәренә Башҡортостан, башҡорт халҡына ҡарата белдергән ҡәбәхәт «ихтирам»ын ишетеп, Өфөләге былтырғы тантаналарҙа башҡорт халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, беренсе секретарыбыҙ Хәбибуллин иптәштең «татар игеҙәк туғандарыбыҙ» хаҡында күпертеп туҡыған ҡыуаныслы вәғәздәрен ытырғанып хәтерләнем.

Баҡтиһәң, «иҫәүән» башҡорт халҡының яҙмышы бында Өфөлә түгел, ә Ҡазанда, кәм тигәндә ниндәйҙер шул Тәүфиҡ Әйдиҙәр тарафынан әйҙәлеп хәл ҡылына икән дә.

Беренсенән, татар халҡының йән иҫәбен улар бөгөндән үк теүәл ун миллионға еткергән (бығаса алты миллиондан ашыу тип белә инек). Ә «игеҙәк туған»дары башҡортто улар биш йөҙ меңгә ҡалдырған да һөҙөмтәлә теүәл бер миллион башҡортто татар итеп иғлан ҡылған һәм үҙҙәренә «ҡушҡан».

Икенсенән, Татарстан АССР-ы сиктәрен улар көнсығышҡа ҡарай Уралғаса киңәйтеп, башҡорттарға Урал артындағы административ өс районда ғына ил ҡороп йәшәргә рөхсәт ҡылғандар. «Бына шунда үҙегеҙҙең боҙоҡ телегеҙҙә һөйләшегеҙ, беҙ быға ҡаршы түгел», тип, күңел иреткес татар миһырбанлылығын да белдерҙе миңә Тәүфиҡ. «Беҙ — ун миллионлы халыҡ, бергә тупланыр өсөн беҙгә йәшәү киңлеге кәрәк!» тип нигеҙләп тә ҡуйҙы дәғүәһен... Мин ҡан ҡәрҙәш татар халҡын, уның яҙыусыларын хөрмәт итәм, ә шулай ҙа ҡыйын булһа ла әйтәйем: шанлы 1945 йылда үҙ өңө Берлинда муйыны һындырылған биреле бер ефрейторҙың «йәшәү киңлеге» хаҡындағы билдәле доктринаһын, «драң нах остен» (көнсығышҡа поход) пландарын хәтерләтте был яман ашҡынмыштың дәғүәһе...

Ана шул дәғүәле фронтҡа ҡаршы фронт ҡора алдымы һуң беҙҙең республиканың етәкселек штабы?

Эйе, фронт бар, әммә уның кемгә ҡаршы тороуын аңлау ауыр. Сөнки:

ошоғаса егерме бер көнбайыш райондарыбыҙҙа, башҡорттар күпселек тәшкил итеүгә ҡарамай, ун һигеҙ урыҫ гәзите, егерме бер татар гәзите һәм... бер генә башҡортса (ул да булһа дубляж!) гәзит сығарыла;

фәнни яҡтан әллә ҡасан уҡ дәлилләнеп, тарихи факт булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленең бер йән, бер тән тәшкил итмеш өсөнсө диалектын — көнбайыш диалектты — милли башҡорт теле тәненән яһил рәүештә ҡырҡып ташлап, уны татар теле итеп иҫәпләүҙәрен, көнбайыш диалект башҡорттарын татар телендә һөйләшә тип раҫлауҙарын һәм шул нигеҙҙә һаман яһил политика үткәреүҙәрен дауам ҡыла ошо үҙебеҙҙең етәксе-аппаратсылар;

фән ҡаҙаныштарын ана шулай танымай, инҡар итеп, беренсе секретарь булып эшләй башлаған йылында уҡ ике йөҙ, ә шунан һуң тағы ла бер нисә йөҙ башҡорт мәктәбен яптырҙы ла татар мәктәптәре итеп астырҙы ошо үҙебеҙҙең үк тәүфиҡлебеҙ Хәбибуллин иптәш;

башҡорт халҡы күпләп Урал артына — Силәбе, Свердловск өлкәләренә ҡасып сығып бөтһөн, Башҡортостан башҡорттарҙан арынһын өсөн бөтә мөмкин булған экономик шарттарҙы ла тыуҙырҙы, тормошҡа ашырҙы етәксе аппарат.

Шулай булғас, биреләнмеш Тәүфиҡ Әйдиҙәр ҡайҙан — бында сығыш яһаусы хөрмәтле делегат Мир Мөхәмәтйәнов ағай әйткән баяғы Ыҡ йылғаһы аръяғынанмы, әллә бирьяғынанмы тороп эш ҡылғанлығын айырыу ифрат ҡыйын...

Бына ниңә кисәге бер оратор, күңелендә партияға ышаныу кризисын кисереп, «Башҡорт компартияһы» төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғалта. Ләкин Хәбибуллин иптәш һәм ул етәкләгән аппарат бөтә КПСС түгеллеген, һәм булмаясағын да белһен ине ул иптәш. Башҡортостанда ленинсы Быкиндар, Иҫәнсуриндар, Афзал Таһировтар компартияһы ла булған. Быны бөгөнгө яҙыусы-коммунистар һәр ваҡытта ла аппараттың күҙенә ҡарап әйтте һәм әйтә, ысын үҙгәртеп ҡороу, билдәлелек, ғәҙеллек, хаҡлыҡ өсөн көрәшен дауам итә. Етмәһә, бына ошо йыйын түрендә ултырған иптәштәрҙең, ғәмәлдә яңы тыуып килгән Башҡорт халыҡ үҙәге «Урал» етәкселәренең дә, байтағы коммунист икәнлеген онотмағыҙ. Коммунистар партияһының ысын милли политика платформаһы беҙгә һөйөклө Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ, башҡорт теленең һәм мәҙәниәтенең артабан ҡаҡшамай йәшәүе, сәскә атыуы хаҡына ең һыҙғанып эшләү хоҡуғы бирә. Быны мин һеҙгә үҙем дә коммунист яҙыусы, КПСС ағзаһы булараҡ әйтәм.

Йәнә шуны ла өҫтәйем. Кисәге бер хөрмәтле ораторыбыҙ, артыҡ хисләнеп китеп, буғай, үҙе лә теләмәйенсәлер, туҙға яҙмағаныраҡ һүҙҙәр ҙә ысҡындырғаланы.

Ун һигеҙенсе быуаттағы геноцид тураһында. Уны уҙғарған яуыз урыҫ батшаһы ла, татар мырҙаһы ла юҡ инде хәҙер. Урыҫ халҡы һәм татар халҡы ул палачтар өсөн яуаплы түгел. Ул халыҡтар беҙҙең ут күршеләребеҙ, туғандарыбыҙ.

Америка аборигендарына теләктәшлек белдереүебеҙҙе бер оратор тәҡдим иткән рәүешле яҙып ебәрһәк, бөтә донъя бот сабып көләсәк беҙҙән. Сөнки АҠШ резервацияларындағы индейҙарҙың тормош-көнкүреш хәле беҙҙекенән кәм тигәндә биш тапҡырға яҡшыраҡ. Быйыл Өфөгә килгәнендә СССР халыҡ депутаты, Америкала булып ҡайтҡан Давид Кугультинов үҙе һоҡланып әйтеп китте быны.

Инде йыйын ҡарарына керетергә бер тәҡдим: «Халҡыбыҙҙың ҡоролтайының йәғни ҡоролоуының артабанғы тупланышын һәм нығынышын өҙлөкһөҙ дауам иттереү өсөн, үҙәгебеҙҙең үҙ матбағаһын — журналын булдырырға. Ул журналды «Ҡоролтай» тип атарға [54]»... -- тамам.

 

Ҡоролтайыбыҙҙың изге ҡарарҙарын мин, уның Комитет ағзаһы булараҡ, бойомға ашырыу өсөн, күберәген ҡәләмем менән эш итергә кәрәклеген яҡшы аңлағанлыҡтан, яңы йылды ҡаршылағас уҡ, Мәскәүгә тағы хат яҙа һалып ебәрҙем:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 455. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

МЕТОДИКА ИЗУЧЕНИЯ МОРФЕМНОГО СОСТАВА СЛОВА В НАЧАЛЬНЫХ КЛАССАХ В практике речевого общения широко известен следующий факт: как взрослые...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Предпосылки, условия и движущие силы психического развития Предпосылки –это факторы. Факторы психического развития –это ведущие детерминанты развития чел. К ним относят: среду...

Анализ микросреды предприятия Анализ микросреды направлен на анализ состояния тех со­ставляющих внешней среды, с которыми предприятие нахо­дится в непосредственном взаимодействии...

Типы конфликтных личностей (Дж. Скотт) Дж. Г. Скотт опирается на типологию Р. М. Брансом, но дополняет её. Они убеждены в своей абсолютной правоте и хотят, чтобы...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия