Студопедия — Аллылыҡтың ҡоласы һәм арҡа таянысы
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Аллылыҡтың ҡоласы һәм арҡа таянысы






Һәр халыҡтың тик үҙенең тәүбабаларҙан аманатҡа ҡалған берҙән-бер, мөҡәддәс нәҫел төйәге — тупрағында быуын-быуын бабалары яралып-тыуып үҫкән, һөйәктәре шул уҡ тупраҡҡа иңгән, һәр ҡыяғы һәм бөжәге, ҡош-ҡорто һәм кейек-януары, эскән һыуы, һулаған һауаһы, хатта туҙанына тиклем уның менән тик уның, уның телендә һөйләшкән, уның ғына алтын бишеге булған изге ере, тыумыштан уҡ хәләл Тыуған иле бар. Шуға күрә һәр халыҡтың ана шул үҙ Тыуған илкәйендә, үҙ мөҡәддәс тупрағында мөмкин тиклем иркенерәк үҙ аллылыҡ алырға ла үҙе булып ҡалырға хоҡуғы бар. Тап ошондай изге аҫабалыҡ хоҡуҡ, ер-һыу-һауа менән тығыҙ берҙәйлек донъя яратылғандан уҡ сал Уралдың тупрағында Башҡорт иле рәүешендә насип булған беҙҙәргә:

 

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы —

Атай-олатайҙарҙың төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған —

Шунда ята батырҙар һөйәге...

Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алып

Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын,

Аямаған йәнен, түккән ҡанын,

Һис бирмәгән башҡорт Уралын...

 

Милләтебеҙ гимны булып әүерелгән «Урал»дың был ҡанлы-шанлы шиғри юлдарында сал быуаттар аһәңе аша ғөмүми кешелек тарихының изге ҡануны рәүешендә нығытылған был хоҡуҡ — үҙ аллылыҡ хоҡуғы. Һәм беҙ уны үҙ яҙмышыбыҙға ысын-ысындан үҙебеҙ хужа булып, башҡаларҙың да бауырын ҡанһыратмай, шул уҡ ваҡытта хоҡуғыбыҙҙың туҙан бөртөгөндәй генә өлөшөн дә һөмһөҙ ҡулдар шаҡшылығынан ыуалтырға ирек ҡуймай, мөмкин тиклем ысын үҙ аллылыҡ ҡәғбәһенә барырға тейеш. Ләкин нимә һуң ул ысын үҙ аллылыҡ? Үҙ аллылыҡтың ҡоласын, уның дәүмәл сиктәрен билдәләрлек теүәл сама бармы һуң? Һәм ул нимәгә таяна?..

 

Төрлө политик төркөмдәрҙең бөгөнгө мыжғыу хәрәкәтендә, республикаларҙың декларацияларында ла төрлө-төрлө билдәләнеп сағыла бит ул. Сөнки тамам бер төҫлө, йөҙ процентлы үҙ аллылыҡтың булыуы мөмкин түгелдер — бер халыҡ та, бер ил дә ер йөҙөндә бер үҙе генә көн күрмәй, уны башҡа халыҡтар һәм илдәр уратып алған, уның мөҡәддәс теләктәре башҡаларҙың да шундай уҡ мөҡәддәс теләктәре менән йөҙгә йөҙ текәшкән... Әгәр саҡ ҡына фантазияға күсһәк, йөҙ процентлы ысын үҙ аллылыҡ ул, минеңсә, ғәрәсәтле яу ҡырында, фронттың иң алғы һыҙығында дошман менән ҡылысҡа ҡылыс сатрашландырған яугир һынында ғына баҙыҡ кәүҙәләнә: шул мөҙҙәттә үҙенең һәм иленең хаҡ яҙмышы — ҡылысында, үҙенән башҡа уға һис кем бойормай ҙа тотҡарламай — был мәлдә ул ни ҡылһа ла үҙ аллы... Бөгөнгө хаҡ яҙмышыбыҙ, үткәнебеҙ, киләсәгебеҙ, баяғылай образлы итеп әйткәндә, һәр беребеҙҙең ҡылысы осонда торған мәлдә, атай-олатайҙар ғорурлығын юйып, сал Уралдың мәғрурлығын кәмһетеп, башыбыҙҙы кире ҡабат үҙәк министрлыҡтар йәтмәһенә — колониаль ҡоллоҡҡа һалырбыҙмы?!. Автономиялы ҡолдарына үҙ аллылыҡ бирмәҫ өсөн, нимәләр генә ҡыланмай улар! Әммә улар менән генә лә сикләнмәй шул әле прогресс дошмандары.

Башҡортостандың үҙ аллылығын тыумаҫы борон уҡ быуып ташларға яҫҡанып, паспортында һәм башҡорт исемен йөрөткән, һәм башҡа милләт яһилдары ла үҙе ашаған табағына төкөрөп тибәләнә. Әйтерһең дә, Башҡортостан үҙ аллылығы бер башҡорттар өсөн генә бик кәрәк тә башҡалар өсөн ник кәрәк. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Башҡортостан үҙ аллылығы (союздаш республика хоҡуҡтары) башҡорттарҙан да бигерәк республиканың башҡа халыҡтарына күберәк файҙалы түгелме ни? Әйтәйек, үҙ аллылыҡ арҡаһында республика табыштарының ошоғаса үҙәктең төпһөҙ ҡойоһона китеп олаҡҡан йөҙ тәңкәһе янда тороп ҡалды, ти. Республиканың төрлө милләтле дүрт миллион халҡын әгәр йөҙ кеше итеп алып, баяғы йөҙ һумды кеше башына теүәл берәр һумдан бүлеп бирһәк, кемгә күпмешәр тейер? Дөйөм халыҡтың яҡынса 40 процентын — урыҫтар, 24 процентын татарҙар, 22 процентын башҡорттар тәшкил иткәнен иҫтә тотһаҡ, баяғы йөҙ тәңкә табыштың етмеш һигеҙ һумы урыҫтар, татарҙар һәм башҡа халыҡтар кеҫәһенә сумасаҡ, ә башҡортҡа, ғәҙел бүленгән хәлдә лә, егерме ике һумы ғына ҡаласаҡ бит. Шулай булғас, кемгә күберәк файҙа — башҡортҡамы, әллә башҡаларғамы?!. Башына тай типкән бәндә генә быны аңламаҫ, замана үҙе талап иткән Башҡортостан үҙ аллылығына ҡарышыр. Штабы Ҡазанда шытҡан һәм Өфөгә лә ағыулы бер тармағын һуҙған Татар ижтимағи үҙәге (ТИУ) ана шул төп ҡарышҡаҡтар булып тора, етәкселәре Рамазанов һәм Яуышев йөҙөндә тарих тәгәрмәсенә таяҡ тығып маташа. Татарстандың үҙ аллылығын, татар теленең ундағы дәүләт статусын хаҡлы рәүештә йәнтәслим яулап йөрөгән, ниһәйәт, шул мораттарына ирешкән был хәрәкәтселәр шул уҡ ваҡытта Башҡортостан үҙ аллылығына һәм башҡорт теленең дәүләт статусына теше-тырнағы менән ҡаршы. Татарстанды заманса тиң хоҡуҡлы итеп алып та, Башҡортостанды әлеге лә баяғы феодал тормош осорона тибеп йыҡмаҡсы улар. Шул типкене ҡеүәтләр, нығыраҡ тибер өсөн, Башҡортостанға үҙ аллылыҡ биреү-бирмәү мәсьәләһен республика халыҡтары референдумына ҡуйырға ла тамшанып маташалар. Рамазанов үҙҙәренең ошо ҡара эслелеген күптән түгел РСФСР Юғары Шураһы рәйесе Б.Н. Ельцин өфөләр менән осрашҡанда ла юғарылыҡлы трибунан тартынмай янъялланы. Башҡорт милләте үҙ ерендә үҙе генә хәл итергә хаҡлы бик нескәлекле изге эшкә татар халҡы исеменән ҡара дегет яғалар ҡарыулашып. Ошо урында татар милли хәрәкәтенең иң актив етәкселәренең береһе, Татарстан ССР-ы Юғары Шураһының депутаты Фәүзиә Бәйрәмованың шул Юғары Шура ултырышында Татарстандың дәүләт үҙ аллылығы тураһындағы мәсьәлә буйынса фекер алышыуҙа һөйләгән ялҡынлы телмәрен иҫкә төшөрәм:

«...Инде килеп Татарстан, татар халҡы үҙенә суверен дәүләт алыр өсөн йөрөй икән, быға ҡаршы төшөргә бер генә милләттең дә һәм юридик, һәм әхләҡи яҡтан хаҡы юҡ, — тине ул. — Был — бер милләттең икенсе милләт эшенә тығылыуы буласаҡ һәм, шулай итеп, халыҡ-ара хоҡуҡтар тупаҫ рәүештә боҙоласаҡ;.

Был ер, тел, иман беҙгә, татарҙарға, Хоҙай тарафынан меңдәрсә йыл элек бирелгән. Беҙ бында килеп кемде лә булһа баҫып алманыҡ һәм алырға ла йыйынмайбыҙ. Беҙ бары тик хоҡуҡтарыбыҙ, милләтебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн генә көрәшәбеҙ. Дәүләт һәм тел мәсьәләләрен референдумға ҡуйыу ҙа халыҡ-ара хоҡуҡтарҙы тупаҫ рәүештә боҙоу буласаҡ, һәм беҙ яҡлауҙы донъя йәмәғәтселегенән һорарға мәжбүр буласаҡбыҙ. Беҙ үҙ еребеҙҙә һөйләшергә тел һорап референдум уҙғарайыҡмы, һуларға һауа, эсергә бер йотом һыу һорап референдум уҙғарайыҡмы? Үҙ еребеҙҙә гүргә инер өсөн өс аршин ер һорап та референдум уҙғарайыҡмы?! «Татарҙарға дәүләт бирмәҫкә!» — тип ҡысҡырып йөрөү, ул — ашаған табағыңа төкөрөү, тигән һүҙ».

Хаҡ һүҙҙәр, һәм был һүҙҙәр Башҡортостан үҙ аллылығына, башҡорт халҡының, уның теленең дәүләт статусына ҡаршы күҫәк күтәреүсе Ҡазан эмиссарҙары Рамазанов, Яуышев ише һарыуы ҡайнаған татарҙарҙың үҙҙәренә үк яуап итеп ҡайтарылырға хаҡлы.

Яҙыусы булараҡ, мин шуны әйтә алам, — ти йәнә Ф. Бәйрәмова, — бында Татарстан ерендә — татар милли мәҙәниәтенең яҙмышы хәл ителә. Беҙ, татар яҙыусылары, донъяла бары тик бында ғына үҙебеҙҙең китаптарыбыҙҙы баҫтырып сығара алабыҙ, бында ғына беҙҙең уҡыусыларыбыҙ бар. Татар әҙәбиәтенә тыуыу өсөн ерлек бары бында ғына».

Ҡорҙашының был бик хаҡлы киҫәтеүен яусыл Яуышев әфәнденең татар халҡы исеменән башҡорт яҙыусыларына, башҡорт мәҙәниәте етәкселәренә яуҙырмыш нигеҙһеҙ дәғүәләренә йәпле яуап рәүешендә ҡайтарып бирергә ине.

«Ләкин беҙ, татар яҙыусылары, — тип өҫтәй Ф. Бәйрәмова, — һуңғы ваҡыт ҙур ҡурҡыныс аҫтында ҡалдыҡ — урыҫ мәктәптәрен тамамлаған татарҙар үҙ әсә телдәрендә уҡый ҙа, яҙа ла алмаҫ хәлгә килделәр, милләт телһеҙ ҡалды. Милләтте яңынан терелтер, телле, иманлы, мәҙәниәтле итер өсөн дәүләт кәрәклеген, үҙ аллылыҡ кәрәклеген беҙ тағы ла бер тапҡыр аңланыҡ». Бәрәкалла! Бына тап шуның башҡорттарға ла эскән һыу, һулаған һауа кеүек кәрәклеген аңларға ваҡыттыр бит тап шул ТИУ-сыларға. Башҡорт милләтенең өстән бер өлөшөнөң инде дүртенсе быуыны татар мәктәптәрендә уҡырға дусар ҡылынып, хөрмәтле Ф. Бәйрәмова һүҙҙәрен ҡайтарып әйткәндә, «үҙ әсә телдәрендә уҡый ҙа, яҙа ла алмаҫ хәлгә килделәр, милләт телһеҙ ҡалды. Милләтте яңынан терелтер, телле, иманлы, мәҙәниәтле итер өсөн дәүләт кәрәклеген, үҙ аллылыҡ кәрәклеген беҙ тағы ла бер тапҡыр аңланыҡ». Сөнки Татарстанда ла, Башҡортостанда ла башҡорттарҙы татарлаштырыу политикаһы үткәрелде, әле лә үткәрелә — милләтебеҙ юҡ ителеү ҡурҡынысы аҫтында... Бына ошо башҡорт өсөн һәләкәтле бер осорҙа үҙҙәрен башҡорттоң «игеҙәк» туғаны иҫәпләгән ҡан ҡәрҙәштәр тарафынан, ярҙам ҡулынан да бигерәк, упҡынға тибәреүсе тимер дағалы итек үксәһен йыш күрәбеҙ, бигерәк тә баяғы яһил ТИУ яғынан. Башҡорттарҙы күрә алмаусанлыҡ (башкирофобия) күҙҙәрен тондорған функционерҙар татар халҡы исеменән эш ҡылып, татар халҡы мәнфәғәттәрен дә башҡорттоҡо менән ҡуша аяҡ аҫтына һалып тапай: административ-бойороҡлоҡ системаһының колониаль ҡоллоғо иңрәткән Башҡортостанда үҙ татарҙары ла бергә иҙелеп интекһә интекһен, мәгәр башҡорт зыян күрһен, башҡорт көн күрә алмаһын ғына бер үк... Был нимә: уларҙың ғына көн күрергә хаҡы бар, башҡаларҙың хаҡы юҡ — шулай килеп сығамы?!.

Ошо ыңғайҙан, әлбиттә, татар халҡы исеменән иманһыҙлыҡ ҡылып йөрөгән бәғзеләрҙе татар халҡы, уның прогрессив интеллигенцияһы менән тиңләргә ярамай: улар араһында ла бит башына тай типкәндәрҙән типмәгәне күберәк. Әммә башкирофобия сиренең ҡайһы вирусҡа бәйлелеген һәр кем белергә тейеш. Быуат башында уҡ башҡортто күрә алмаусы Исхаҡиҙар, Мәҡсүдовтар һулышынан бүленгән рухи лайлала мыжғып үрсене ул вирус — һуңғы башҡортҡа ясин сығып, мираҫына хужа булыу хыялы. Башҡорт шәжәрәләренә, эпостарына татар тамғаһы һалынды, тарихыбыҙ тыйылды, башҡорт теле татар теленең бер «боҙоҡ диалекты» итеп түбәнһетелде. Тиҫтәләгән йылдар буйы КПСС исеменән бойомға ашырылған милли һәм шуға бәйле экономик, демографик политика башҡорт ерендә башҡорттар өсөн тамуҡҡа, һәләкәткә әйләнде. Башҡорттарҙы инде килеп донъя яратылғандан алып йәшәгән, ата-бабаларының изге һөйәктәре ерләнгән ғәзиз тупрағынан да тамам мәхрүм ҡылырға, баяғыса, «татар ере» тамғаһы баҫырға тамшаналар мөртәттәр. Уларҙың хатта Б.Н. Ельцинға тапшырылған шикәйәтнамәләре лә һуғарылды был вирус ағыуына: Башҡортостан башҡа бер кемдең дә түгел, ә татарҙың «үҙ ере» ҡылып дәғүә өҫтөнә дәғүә өйөлә унда — ошо ергә исем биргән төп халыҡты һанға һуҡмау, уны аша атлап үтергә яҫҡаныу тип аңлайым мин быны. Төп халыҡ башҡорт түгел, ә улар икән дәһә!.. 1552 йылда Яуыз Иван полктары Ҡазан ханлығын теҙ сүктергәс ҡанлы йәштәрен түгеүсе ҡасаҡ булып бабаларының бында килеп һыйыныуын, шуға тиклем башҡорттарҙың Башҡортостанда моноэтнос булыуын, ә Башҡортостан сиктәренең халыҡ-ара танылғанлығын (кенәз Андрей Курбский яҙмалары) белергә лә теләмәй, күрәһең, улар... Татарҙың «үҙ ере» тигән һүҙҙәренең мәғәнәһе баяғы Б.Н. Ельцин килеп киткәндән һуң тиҙ үк асыҡланып, Яуышев әфәнде ауыҙынан ТИУ-сыларҙың ультиматумы рәүешендә республика матбуғаты аша иғлан ҡылынды: «Беҙҙең талаптар ҡабул ҡылынмаһа, урыҫ иптәштәр менән һөйләшеп, элекке Өфө өлкәһен аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһен күтәрәсәкбеҙ. Ул саҡта татар халҡының ихтыяждарын һанға һуҡмаусы булмаҫ!» Аҙ ҙа түгел, күп тә түгел, республикабыҙ тупрағының ҡап-яртыһын ҡырҡып алыу икән дә ниәттәре!

Нәфсеһе әхләҡ бизмәненә һыймаған дәғүәсегә яуап итеп йәнә лә шул уның үҙенең абруйлы ҡорҙашы Фәүзиә ханым Бәйрәмова телмәренән фәһемле өҙөк ҡайтарып бирергә була: «Хәҙер айырым урыҫтар тарафынан Татарстанды — Ҡазан өлкәһе итергә, Ҡазанды иһә Татарстанға буйһоноуынан сығарырға тигән мәғәнәһеҙ фекерҙәр әйтелә. Татарҙар бындай вәхшилеккә бер ҡасан да юл бирмәйәсәктәр!». Ә башҡорттар иһә бындай вәхшилеккә ҡасан да юл ҡуйырҙар, баштарын эйеп күнерҙәр, тип ымһынамы икән ни шөһрәтле ТИУ-сылар?!. Шул тиклем үк үҙ-үҙҙәрен белештермәй ашҡынмаҫтар ҙа ине, юғиһә. Күрмәйһегеҙме ни, башҡорттарҙың киләсәген башҡорттарҙан тыш хәл ҡылып, шулай уҡ бындағы урыҫтарҙан да, татарҙарҙан да һорамай, яманатлы «Иҙел — Урал штаты»ның сереп бөткән ҡарасҡыһын тарих сүплегенән соҡоп сығарған да яңы бөйөк Татарстан ҡоршап та ҡуйған улар (һары-һоро гәзиттәрендә, әлбиттә). Ошо йылдың авгусында ТИУ ташҡа баҫып таратҡан «яңы» географик карта аныҡ дәлиле бының: Татарстан тарафынан тулыһынса йотолған Башҡортостан. Бына ни өсөн ҡырталашып күләгәләр менән алыша икән урындағы шанлы ТИУ яугирҙәре...

 

Юғарыла килтерелгән өлгөләрҙән асыҡ күренеүенсә, Татарстандың үҙ аллылығына ҡаршы уның дошмандары ҡайһындай шаҡшылыҡ ҡулланһа, шуларҙың барыһын тиң ТИУ-сылар бында, Башҡортостанда, Башҡортостандың үҙ аллылығына аяҡ салыу өсөн ҡабатлай. Тел әйләнмәй быға баһа бирергә. Татарстанда татар халҡы өсөн яулап алынған хәләл үҙ аллылыҡ менән мөрәхәтһенмәй, Башҡортостан ерендә лә татар үҙ аллылығы урынлаштырырға яҫҡанып, башҡорт ҡәрҙәштәренең яҙмышын аяуһыҙ аяҡ аҫтына һалып тапайҙар. Шуның хаҡына башҡа милләттәр менән «һөйләшеп» берләшергә лә әҙерҙәр имеш. Әммә. Ф. Бәйрәмова ханым әйтмешләй, ашаған табағына төкөрөргә, йәиһә беткә үсегеп тунын утҡа яғырға риза булырмы икән һуң ул башҡа милләт вәкилдәре, шулай уҡ татарҙар ҙа? Депутаттарҙы әйтәм. Башҡортостан Юғары Шураһы ултырышында үҙ аллылыҡ мәсьәләһен алға һөрөп хәл иткәндә берәү ҙә үҙе ултырған ботаҡҡа балта сабып маташмаҫ, айыҡ аҡыл өҫтөнлөк итер тип ышанғы килә. Яҙмыштарҙы хәл ҡылғыс шул ултырышта һәр депутаттың ҡайһылай тауыш биргәнлеге исем-фамилиялары менән халыҡҡа киң билдәле булырға тейеш — һайлаусылар белһен үҙ геройҙарын. Һәр хәлдә, Башҡортостан үҙ аллылығы бер башҡорттар өсөн түгел, ә унда йәшәгән бөтә халыҡтар өсөн дә һыу, һауа һымаҡ үтә зарур.

Иншалла, күпме аяҡ салһалар ҙа, Башҡортостан үҙ аллылығы алыныр — бөгөн булмаһа, иртәгә, иртәгә булмаһа, береһе көнгә — барыбер ул алыныр. Сөнки тарих тәгәрмәсен таяҡ тығып тотҡарларға ғына була, ләкин уны туҡтатыу мөмкин түгел, сөнки ҙә бит халыҡ үҙе әйтмешләй:

 

Ҡайнап ҡына сыҡҡан Иҙел аша

Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.

Ир-егеткәйҙәрҙең өмөткәйен

Тәфтиләүҙәр мәңге быуа алмаҫ.

 

Әммә рәсми үҙ аллылыҡ яулап алыу менән генә теүәлләнмәй ил ғәме: рәсми үҙ аллылығыбыҙ артабан тәғәйен эштәр, егәрле хеҙмәт һәм ҡыйыулыҡ менән генә бойомға ашырыласаҡ. Бының өсөн милләтебеҙгә өйҙәш булып бергә йәшәгән башҡаларҙың теләктәшлек һәм берҙәмлеге лә кәрәк. Үҙенең ғәзиз Татарстан республикаһында үҙ аллылыҡҡа ирешкән ҡәрҙәшебеҙ татар халҡы ла ҡан ҡәрҙәше башҡорт халҡының изге ынтылышын ихтирам итер, тапатырға юл ҡуймаҫ.

Яу ҡырының иң алғы фронт һыҙығында ысын үҙ аллылыҡ алыусан ҡылыслы яугир образын миҫаллағайным. Ҡылыслы дошмандан башын ҡыйҙыртмаҫ өсөн, алдын да, артын да ныҡ тойомлап алышыу мотлаҡ уға. Бындай саҡта яугиргә иң ышаныслыһы — арҡа таянысы (арҡадаш) табыу, үҙе һымаҡ уҡ яугир менән арҡаға арҡа таяп, бер юлы ҡуш ҡылыс менән алды-артты ҡурсалау. Ошо яугир образын әгәр политик алыштар ҡайнаған бөгөнгө тыныс тормошобоҙға ла күсерһәк, бындай арҡадашлыҡты бынан дүрт быуат элгәре үк табып биргән беҙгә ғәзиз бабалар — бер-беребеҙгә тоғролоғобоҙ яуҙарҙа бергә һыналған урыҫ халҡы. Ҡитғабыҙ яҙмышын хәл ҡылырлыҡ иң яуаплы дәүерҙәрҙең һуңыраҡҡы икеһендә лә башҡорт һәм урыҫ үҙе теләп ҡул бирешеп килеште, бер-береһенә арҡадаш булды — 1557 һәм 1919 йыл. Яҡшымы, яманмы, беҙҙең башҡа арҡа таянысы юҡ, был — тарихи ысынбарлыҡ.

 

Бына инде өсөнсө яуаплы дәүер — ейәндәрҙең ейәндәре лә ғәзиз күреп ҡәҙерләрлек өсөнсө килешеү арҡылы бер-беребеҙгә ныҡ арҡа таяныслы булыу, барыбыҙҙың дөйөм йорто Башҡортостан тупрағына үҙ аллылыҡ алыу ваҡыты етте. Яҙмыштарҙы хәл ҡылырлыҡ изге эштәр атҡарғанда арҡа таяныстары баҙыҡ булырға, шик-шөбһә һәм хәүефле ғәм албырғандыртмаҫҡа тейеш. Әйтәйек, Башҡортостан үҙ аллылыҡ алыр ҙа РСФСР-ҙан кендеген сабып өҙөр, һөҙөмтәлә бындағы урыҫтар ҡасаҡ хәленә ҡалыр, тигән хафа борсой имеш ҡайһы бер туғандарҙы. Бының ише имештәргә урын ҡалдырмаҫ өсөн, ҡабул ҡылынасаҡ үҙ аллылыҡ декларацияһына асыҡлыҡ индерергә кәрәк, минеңсә: башҡорт милләте бер ҡасан да РСФСР, уның халыҡтары менән араларҙы өҙөргә ниәтләнгәне юҡ, беҙҙең һымаҡ йән иҫәбе аҙ милләткә, океандағы энә күҙәүендәй генә утрауҙай, башҡаларҙан айырылып, үҙ ярҙарыңа бикләнеп, йөҙ процентлы үҙ аллы булып йәшәү мөмкинлеге юҡ һәм ул булмаясаҡ та. Бөтәбеҙҙең дә бөтәбеҙ менән кендектәре берешкән, бер-беребеҙҙең ҡан тамыры бер-беребеҙгә үрешкән — уны ҡанатмайынса һис ҡырҡыуы мөмкин түгел. Һәм ҡырҡырға кәрәкме һуң әле уны — бер-беребеҙгә йәшәү һуты тиртешеү бәрәкәтен?!

Фәҡәт бер изге теләк: ошоғаса халыҡтарҙың ҡанын һурып ҡаҡшатыусы албаҫтылыҡ ҡануны: автономиялы республикалар — колония, ә Рәсәй — метрополия системаһы тамырынан йолҡоп ташлап мәңге бөтөрөлөргә, яңыртылған РСФСР составындағы үҙ аллы һәм киң хоҡуҡлы Рәсәй менән Башҡортостандың тигеҙ-тиң хоҡуҡлы үҙ аллылыҡ ҡануны мәңге-мәңге хөкөм һөрөргә тейеш. Йән иҫәбе күпме уның, аҙмы — бер милләт тә икенсе милләттән өҫтөн ҡуйыла алмай, береһе — бойороусы, икенсеһе буйһоноусы була алмай, закон ҡаршыһында тигеҙ хоҡуҡлылар берләшмәһе булһын ул РСФСР. Бына шунда ғына килер татыулыҡ та берҙәмлек. Ә беҙ иһә берҙәмлектә — бәрәкәт, татыулыҡ тау түңкәрә, тигән ата-баба мәҡәленә тоғробоҙ...

Туғандарҙың Башҡортостан үҙ аллылығына бәйле икенсе бер хафаһы, төп милләт теле дәүләт теле статусына ирешһә, бөтә урыҫтарҙы ла көсләп башҡортса һөйләшергә мәжбүр итәсәктәр, имеш. Бындай көсләшеүҙең кемгә, нимәгә кәрәге бар? Йән иҫәбе аҙ ғына һанлы башҡорт милләте үҙен уратып алған башҡа милләттәрҙең океанына үҙ милли телен көсләп тағырға ынтылһа, бик сәйер ҙә, көлкөлө лә килеп сығыр ине был. Башҡорттар үҙҙәре әсә теленән мәхрүм ҡалып бөтөп бара, кешелек ҡороноң иң боронғо, үҙенсәлекле телдәренең береһе булған башҡорт теле күҙ алдында һәләк була — шуны үлемдән ҡотҡарыу, илебеҙҙең ҡабатланмаҫ бер ҡаҙанышы, байлығы рәүешендә һаҡлап алып ҡалыу өсөн кәрәк бит был статус, уны яҡлау — бер башҡорттоң ғына түгел, ә теләһә ниндәй милләтле һәр гуманистың да хаҡ кешелек бурысылыр. Әйткәндәй, төп халыҡтың теле менән бер ҡатарҙан урыҫ теле лә милләт-ара аралашыу теле статусын ала, бығаса нисек булды — шулай йәшәүен дауам итәсәк ул, тимәк. Ә республикаға исем биргән төп халыҡтың телен өйрәнеү ихтыяжы бар икән — был һәр кемдең үҙ ихтыярына, теләгенә нигеҙләнеп, оҙайлы ваҡыт арауығына (25-50 йыл) иҫәпләнергә, бының өсөн дәүләтебеҙ тарафынан уға, урыҫ теле һәм башҡа телдәр менән бер ҡатарҙан, ыңғай шарттар тыуҙырылырға тейеш тип уйлайым. Хәйер, инде ныҡлап урынлашасаҡ баҙар мөнәсәбәттәре үҙҙәре үк тауар етештереүсене — ҡулланыусыға, кешене кешегә яҡынайта, күршеһе телендә аралаша белеү ихтыяжын арттыра.

Башҡа халыҡтарға ла һис хәүефләнер сәбәп юҡ, сөнки «Башҡорт ССР-ы үҙ территорияһында йәшәгән милли төркөмдәргә ирекле һәм бөтә яҡлы экономик, социаль һәм мәҙәниәт үҫеше мөмкинлектәре һәм хоҡуҡтарын гарантиялай».

Үҙ аллы һәм тиң хоҡуҡлы союздаш дәүләт рәүешендә үҙ-ара ғәҙел килешеү аша яңырыусы демокрпатик РСФСР менән тығыҙ берҙәмлектә сәскә атырға, ысын-ысындан үҙ яҙмышын үҙ ҡулына алып, түбән сортлы халыҡ итеп кәмһетелеп иҙелеүҙән мәңгелеккә арынырға теләй сал Башҡортостан. Ундай үҙ аллы Башҡортостан, башҡортҡа ғына түгел, унда йәшәгән барлыҡ милләттәр өсөн дә ысын-ысындан танһыҡ тыуған йорт буласаҡ, иншалла. Башҡортостан яҙыусыларының йыллыҡ дөйөм йыйылышында ла тап ошондай ҡарар ҡабул ҡылынды. Үҙендәге милләттәрҙең барыһын да күҙ ҡараһы — ғәзиз балалары күреп ырыҫлау, милләттәр баҡсаһын балҡытып сәскә аттырыу — үҙ аллы ил Башҡортостан Совет Социалистик Республикаһы байрағының төп шиғары. Хәйерле сәғәттә, туғандар!

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 460. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

В эволюции растений и животных. Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений. Оборудование: гербарные растения, чучела хордовых (рыб, земноводных, птиц, пресмыкающихся, млекопитающих), коллекции насекомых, влажные препараты паразитических червей, мох, хвощ, папоротник...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Выработка навыка зеркального письма (динамический стереотип) Цель работы: Проследить особенности образования любого навыка (динамического стереотипа) на примере выработки навыка зеркального письма...

Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час Искусство подбора персонала. Как оценить человека за час...

Этапы творческого процесса в изобразительной деятельности По мнению многих авторов, возникновение творческого начала в детской художественной практике носит такой же поэтапный характер, как и процесс творчества у мастеров искусства...

Тема 5. Анализ количественного и качественного состава персонала Персонал является одним из важнейших факторов в организации. Его состояние и эффективное использование прямо влияет на конечные результаты хозяйственной деятельности организации.

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия