Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡортостан Яҙыусыларының дөйөм йыйылышы резолюцияһы





Үҙ аллы Башҡортостан яҙыусылары Юғары власть даирәһендә Конституцияға ҡаршы ойошторолған фетнәнең ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты (ГКЧП — СССР-ҙың яңы Шартнамәһенә ҡул ҡуйҙыртмаҫ өсөн Мәскәүҙә ойошторолған баяғы фетнә тураһында һүҙ бара. — Й.С.) тип аталған хунтаның эшен тәүге көнөнән үк киҫкен ғәйепләне. Беҙ ысын күңелдән демократияны һәм хоҡуҡ тәртибен яҡлаусылар сафында булдыҡ. Ул көндәрҙә беҙҙең яҙыусыларҙан берәү ҙә фетнәселәрҙе яҡлап матбуғатта һәм рәсми органдарҙа сығыш яһаманы, фетнәселәргә бер ниндәй ҙә булышлыҡ итмәне. Совет халҡы алдында беҙҙең гражданлыҡ намыҫыбыҙ керһеҙ һәм таҙа.

Илдә һәм республикала Конституцияға ҡаршы ойошторолған фетнәнән һуң тыуған сәйәси хәлде тикшергәндә, беҙ килеп тыуған киҫкен сәйәси хәлде хөсөтлөк ниәте менән ҡуҙғатыу һәм республикабыҙҙың етәкселегенә урынһыҙ һөжүм яһарға ынтылыусы ҡайһы бер төркөмдәрҙең маташыуҙарына иғтибар итмәй булдыра алмайбыҙ. Илдең юғары етәкселәренең ғәйебен булып уҙған ваҡиғаларға һис тә ҡағылышы булмаған Башҡортостан етәкселәренә ауҙарыу тамырынан дөрөҫ түгел, тип иҫәпләйбеҙ;.

Уҫал ниәттәге һәр төрлө лығырҙауҙарҙы кире ҡағып, беҙ шуны ла тәүәккәл белдерәбеҙ: Башҡорт ССР-ы Юғары Советының законлы һайланған Председателе М.Ғ. Рәхимов иптәшкә һәм республика хөкүмәтенә һөжүм итеү — Башҡортостандың үҙ аллылығына ябырылыуҙан башҡа бер нәмә лә түгел. Ә Башҡортостан яҙыусылары бының менән бер нисек тә килешә алмай. Ана шуға ла беҙ Башҡортостандың бөтә халыҡтарына мөрәжәғәт итәбеҙ: шундай ауыр мәлдә үҙегеҙҙең Юғары Советығыҙҙы яҡлағыҙ, айырым экстремистарҙың яуыз ҡотҡоһона бирелмәгеҙ;.

Халҡыбыҙ ҡан ҡойоп яулап алған демократияны уға ҡаршы көстәрҙән һаҡларға һәм нығытырға кәрәк. Ысын демократия илдең һәр бер гражданины һәм уның халҡының хоҡуҡтарын, азатлыҡтарын ҡыҫыусы, мыҫҡыллаусы теләһә ниндәй хәрәкәттәр менән һыйыша алмай.

Беҙҙе шул хәл айырыуса борсоуға һала. Башҡортостандың үҙ аллылығына көрәш башлағанда милләт-ара ыҙғыштарға юл асыла. Уның ниндәй эҙемтәләргә килтергәнен илебеҙҙең башҡа төбәктәрендәге ҡанҡойоштар миҫалында асыҡ күрәбеҙ;.

Ҡәҙерле туғандар, ҡан-ҡәрҙәштәр, илебеҙҙең барса милләттәре! Һеҙҙең йөрәгегеҙгә һәм фекерегеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ;.

Үтә ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡырҡыу көндәрҙә халыҡтарҙың быуаттан-быуатҡа күсә килгән, йөрәктәребеҙҙә тәрән тамыр алған дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ традицияларына тоғро ҡалығыҙ! Һәр төрлө ҡотҡоларға, провокацияларға отпор бирегеҙ!

Республикабыҙҙың демократик ҡаҙаныштарын һәм үҙ аллылығын берҙәм көс, берҙәм маҡсат менән һаҡлап ҡалайыҡ!

Резолюция БССР яҙыусыларының дөйөм йыйылышында ҡабул ителде.

Йылдың 27 авгусы. Өфө;.

 

Мәскәүҙә иһә Б.Н. Ельцин етәкселегендә хакимиәтте үҙ ҡулына алған һәм Кремлгә кереп оялаған «демократ»тар (оло әҙип Л.-Х. Ғиләжев әйтмешләй, “дерьмократтар”) өйөрө милли республикаларҙы бөтөрөргә, Рәсәйҙе тап батша самодержавиеһындағыса берәгәй һәм бүленмәҫ, тип иғлан ҡылырға йәғни Рәсәй империяһын яңыртырға аҫтыртын да, асыҡтан-асыҡ та һөмһөҙ ҡыланды, Башҡортостандағы ҡара көстәр ҙә уларға ҡушылды. Республикала килеп тыуған ҡатмарлы хәлдәр арҡаһында беҙҙең «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге башҡорт халҡы исеменән ярҙам һорап халыҡ-ара ойошмаларға өндәшергә мәжбүр булды:

 

Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына

Мөрәжәғәте

...Үҙәк властарҙың оҙаҡ йылдар халыҡҡа ҡаршы милли сәйәсәт үткәреүе һөҙөмтәһендә юғалыуға дусар ителгән башҡорт милләтен һаҡлап алып ҡалыу һәм үҫтереү проблемалары БМО-ға мөрәжәғәт итергә этәрҙе беҙҙе... Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, РСФСР властары республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы Декларацияны, шуның менән башҡорт халҡының үҙ дәүләтен төҙөүгә хоҡуғын танымай... Был осраҡта БМО таныған халыҡ-ара хоҡуҡтың төп нигеҙҙәре боҙола...

«Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге түбәндәгесә фекерләй:

1. Рәсәй — берәгәй дәүләт, тигән ялған төшөнсәнән БМО арынырға тейеш. Рәсәй әлегә тиклем урыҫ булмаған халыҡтарға ҡарата империя сәйәсәтен алып барыусы колониаль держава булып ҡала килә;.

2. БМО колониаль илдәргә һәм халыҡтарға бойондороҡһоҙлоҡ биреү тураһындағы декларацияларын һәм пакттарын аҙағынаса тормошҡа ашырырға тейеш.

3. «Урал» БХҮ Рәсәйҙә йәшәгән үҙҙәренең этник территорияһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған, күберәк һанлы халыҡтар яғынан ассимиляцияға дусар ителгән халыҡтарҙың, шул иҫәптән башҡорт халҡының да, хәле тураһындағы мәсьәләне БМО-ның сираттағы ултырышына ҡуйыуҙы һорай.

Беҙ БМО ағзаларының изге ихтыярына, башҡорт халҡының зарын һәм ынтылыштарын аңларына ышанабыҙ;.

21.09.1991.

 

Башыбыҙға төшкән ошо дөйөм аяныслы хәлдәр, булһа кәрәк, демократияны ҡыҫыусы урындағы чиновниктарҙы ла ныҡ албырғатып, ошоғаса ҡиң элемтә сараларына юлы ябыҡ шәхсән минең үҙемә лә шул 1991 йылдың 2 октябрендә республика телевидениеһының тура эфирынан зәңгәр экрандарға сығырға юл асты, форсаттан файҙаланып, түбәндәге телмәремде шаңғырттым:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 436. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...


Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...


Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...


Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Схема рефлекторной дуги условного слюноотделительного рефлекса При неоднократном сочетании действия предупреждающего сигнала и безусловного пищевого раздражителя формируются...

Уравнение волны. Уравнение плоской гармонической волны. Волновое уравнение. Уравнение сферической волны Уравнением упругой волны называют функцию , которая определяет смещение любой частицы среды с координатами относительно своего положения равновесия в произвольный момент времени t...

Медицинская документация родильного дома Учетные формы родильного дома № 111/у Индивидуальная карта беременной и родильницы № 113/у Обменная карта родильного дома...

Методика исследования периферических лимфатических узлов. Исследование периферических лимфатических узлов производится с помощью осмотра и пальпации...

Роль органов чувств в ориентировке слепых Процесс ориентации протекает на основе совместной, интегративной деятельности сохранных анализаторов, каждый из которых при определенных объективных условиях может выступать как ведущий...

Лечебно-охранительный режим, его элементы и значение.   Терапевтическое воздействие на пациента подразумевает не только использование всех видов лечения, но и применение лечебно-охранительного режима – соблюдение условий поведения, способствующих выздоровлению...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия