Студопедия — Башҡорт халыҡ Конгресын ойоштороу
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Башҡорт халыҡ Конгресын ойоштороу






 

Өҫтә телгә алынған Башҡорт Милли Конгресын (БМК) төҙөү мәсьәләһен хәл итеү өсөн, 1991 йылдың 23 — 25 декабрендә беҙҙең «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең (рәйесе Марат Ҡолшәрипов) 6-нсы сираттан тыш ҡоролтайы эшләргә тейеш ине. Шуға тиклем мәсьәләне асыҡлауға йәнә лә шәхсәнә үҙ өлөшөмдө керетеп, 1 декабрҙә «Башҡорт Милли Конгресы һәм үҙ аллы Башҡортостан Республикаһы тураһында Декларация» проектын (машинканан 10 бит) эшләп өлгөрттөм һәм ул «Йәшлек» гәзитенең 1991 йыл 19 декабрь һанында «Ж. Солтан» имзаһы менән баҫылып сыҡты. Шул 6-нсы сираттан тыш ҡоролтайыбыҙҙың эшендә лә актив ҡатнашып, 24 декабрҙә унда трибунанан сығыш яһаным (тексы 19.12.1991 йыл яҙып әҙерләнгәйне):

 

Ғәмләнеү;

1. Ер шарындағы иң һуңғы империализм, Рәсәй империализмы, ике башлы йыртҡыс сәмреғош асылындағы ҡылыҡтарын дауам итә был ерҙә. Дөрөҫ, 1917 йылда большевиктар тип аталған яңы империалистар сәмреғоштоң Әндрәй флаглы батша тажын ураҡ-сүкешле ҡыҙыл флаг менән ҡаплабыраҡ ҡуйғайнылар еңелсә. 1991 йылдың 19 авгусында демократтар тигән шул уҡ империалистар ураҡ-сүкешле ҡыҙыл флаг өҫтөнән бөркәнеләр йәнә килеп ҡыҙыл-күк-аҡ төҫлө флаг. Флагтарҙың төҫтәре генә төрлө, ә улар айбарлаған таж, тажды кейгән ике башлы сәмреғош бер үк һаман, — Рәсәй империализмы. Рәсәй империализмы йәшәй, ул тере, урыҫ булмаған халыҡтарҙың бәғерҙәрен ҡанһыратып талауын дауам ҡыла. Бына инде СССР урынына СНГ төҙөлөп ята, Рәсәйҙең ҡыртышындағы үҙ аллылыҡ алған яңы дәүләттәрҙең: «Беҙ азат! Империализм емерелде!» тигән тантаналы ауаздары яңғырай. «Иртә саҡырған кәкүктең башы ауырта» тип иҫкәртеүсе генә юҡ. Миңә ҡалһа, ауыл дөрләп янған саҡта ауыл ситендәге үҙ өйөнөң түбәһенә бер күнәк һыу тотоп менеп ултырған бәндәләрҙе хәтерләтә был ҡәүем. Эйе, СССР тип исемләнгән Рәсәй империализмының ҡармаҡ-тырнаҡтары шөйлә бушаҡланды, элекке союзлы республикалар тип атлаған колониялары ысҡынды. Ләкин был һуңғы империяның ҡыйралыуы түгел әле — фанфарҙар тартырға иртәрәк. Сөнки Рәсәй сәмреғошоноң ҡомһоҙ суҡыштары иҫән, ҡорос тәпәйҙәре ныҡ. Элекке автономиялы республикалар тип аталған урыҫ булмаған тиҫтәләгән милләттәрҙең бәғеренә тырнаҡтарын батырып, көрмәп тота ул һаман. Хәҙерге Рәсәй хакимиәтен тәшкил ҡылған демократтар, үҙҙәренең империалистик асылын йәшерер өсөн, халыҡ-ара документтарҙың кеше хоҡуғы хаҡындағы бер өлөшөн генә йолҡоп алып һәм ҡабартып күрһәтеп, шул уҡ документтарҙағы һәр бер халыҡтың үҙ билдәләнешкә хоҡуғы тураһындағы икенсе өлөшөн йәшерергә, танымаҫҡа һәм танытмаҫҡа тырыша, үҙ милләтенең азатлығын яҡлаусы урыҫ булмаған милләт вәкилдәрен милләтселектә ғәйепләй. Тәү ҡарауға дөрөҫ һымаҡ тойолған был хәйләкәр алым, әлбиттә, йән иҫәбе күп һанлы булған урыҫ милләтенә генә файҙалы, ә урыҫ булмаған йән иҫәбе аҙ һанлы милләттәр өсөн зыянлы: урыҫ булмаған милләт вәкилдәрен үҙ милләттәренең азатлығы өсөн көрәшеүҙән ваз кистертеп, яйлап ҡына уларҙы урыҫлаштырырға — урыҫ булмаған милләттәрҙе йотоп бөтөрөүгә йүнәлтелгән. Баҫым яһап йәнә шуны аңлатып киткем килә: Рәсәй империяһы шарттарында урыҫ менән сағыштырғанда йән иҫәбе күпкә-күпкә аҙыраҡ һанлы башҡа милләттәрҙең кеше хоҡуҡтары уларҙың милли хоҡуҡтарынан айырылғыһыҙ — ул фәҡәт милли азатлыҡ һәм үҙ билдәләнеш, мотлаҡ милли азатлыҡ һәм үҙ билдәләнеш арҡаһында ғына булыу мөмкинлеген күп быуатлыҡ көрәш тәжрибәбеҙҙән ныҡ беләбеҙ. Башҡортостан Республикаһының ысын үҙ аллылығы арҡылы ғына — милләт азат, милләт азатлығы арҡылы ғына кеше азат буласаҡ, ә киреһенсә түгел!. Бына ошо тәңгәлдә беҙҙе империалистар сепаратизмда ғәйепләй, «берәгәй һәм бүленмәҫ Рәсәй»ҙе тарҡатыусылар тип әрләй. Юҡ, әфәнделәр, Башҡортостан үҙен Рәсәй һәм башҡа дәүләттәр менән йәшәйешле тоташтырған ҡан тамырҙарын сабып өҙөргә йыйынмай, шулай уҡ ул бауҙарынан ысҡынған һауа шарындай күккә осоп та китә алмай. Башҡортостан менән Рәсәй араһындағы йән тиртеүсе ҡантамырҙарыбыҙ мәңге тоташ ҡаласаҡ һәм мәңге һулҡылдап торасаҡ. Бөтәбеҙҙең дә йәшәүе өсөн зарури ошо тоташлығыбыҙҙы заманаға ярашлы һаҡлап ҡалыуҙың юлы бер генә — империализмдан ваз кисеү;, Башҡортостандың үҙ аллылығын таныу, Рәсәй менән конфедератив берлек аша килешеү. Беҙ үҙебеҙҙе Рәсәйҙең мәңгелек тотҡоно (заложнигы) итеп түгел, ә тиң хоҡуҡлы партнеры итеп тойорға теләйбеҙ. Бына ошо элекке автономиялы республикаларға ла ысын үҙ аллылыҡ бирмәй тороп, уларға теләгән бер республика менән (шул иҫәптән Рәсәй республикаһы менән) конфедератив берлеккә ирешеү хоҡуғын бирмәй тороп, Ер шарындағы иң һуңғы империализм — Рәсәй империализмы ла йәшәүен туҡтатмаясаҡ. Империализм тигән яман рак сиренең үрмәксе ауы ептәренең остары ғына киҫелде, үҙәк шеш бөтөн ҡалды. Ул яман шеш — бөгөнгө Башҡортостанда. Әгәр ошолай ҡалһа, ул ҡабат бөтә ҡитғаны көрмәйәсәк һәм аҙаҡ сиктә Рәсәйҙең үҙенең дә һәләкәте буласаҡ.

2. Башҡортостан менән, уның төп хужаһы булған башҡорт милләте менән эш иткәндә бер кем дә бер хаҡиҡәтте онотмаһын: Александр Македонский ҙа, Батый-хан да, Аҡһаҡ Тимер ҙә, Иван Грозный ҙа башҡортто ҡорал ярҙамында яулап ала алманы, башҡорт менән фәҡәт килешеп йәшәргә генә мөмкин. Рәсәй менән беҙ, башҡорттар, ике тапҡыр (1557 һәм 1919 йылдарҙа) килешеү менән берләштек, килешеүҙең икенсеһендә иһә конфедеративлыҡҡа яҡын автономиялы хоҡуҡтарыбыҙ танылды (төп күрһәткесе — үҙебеҙҙең милли ғәскәргә хоҡуҡ). Был килешеүҙәрҙе беҙ түгел, ә Рәсәй империализмы мәкерле рәүештә боҙҙо; башҡорт генофондын тамам юҡ итеп, башҡорт ерҙәренә тулы хужа булыу өсөн, Башҡортостанда асыҡтан-асыҡ та, аҫтыртын да геноцид үткәрҙе, һуңғы етмеш өс йылда был комплекслы төҫ алды. Төрлө йылдарҙа халыҡ йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә таянып республиканың статистика идаралығы төҙөгән һәм 1990 йылдың 25 октябрендә «Совет Башҡортостаны» гәзитендә иғлан ҡылынған рәсми таблицанан асыҡ күренә геноцид һөҙөмтәһе: республикалағы йән иҫәбе иң күп һанлы өс халыҡтың икеһе — урыҫ менән татар — һөйөп-тәрбиәләп үҫтерелгән гөлдәрҙәй өҙлөкһөҙ сәскә атып, йән иҫәптәре күп тапҡырҙарға артҡан, ә өсөнсөһө, был ерҙең төп хужаһы башҡорт, салғы менән сапҡандай өҙлөкһөҙ кәмей, бөтөүгә табан бара (йән иҫәбебеҙ буйынса 1917 йылғы кимәлгә лә — бер миллион да дүрт йөҙ мең — әйләнеп ҡайта алмайбыҙ әле һаман). Граждандар һуғышы осоронда, мәҫәлән, башҡорт халҡының яртыһынан күп өлөшө — илле һигеҙ проценты ҡырып ташланды... Ошо геноцидты бөтөрмәй тороп, башҡорт генофондын ҡотҡарып та, тергеҙеп тә булмаясаҡ. Иншалла, башҡорт был асы хаҡиҡәтте үҙенең ете ҡат тиреһендә татып аңланы, һабан менән ҡылыс һабына күнеккән көрәктәй ике ҡулын юғарыға ялбартып теләнселәү заманы тамамланғанлығын күрҙе — изге хоҡуҡтарыбыҙҙы талап итеп һәм даулап, тартып алырға ваҡыт. Элекке союзлы республикалар тип аталған колонияларын юғалтыуҙан үлем асыһы кисергән империализм инде элекке автономиялы республикаларҙы быуа башлаясаҡ, шуға тиклем Башҡорт Милли Конгресы (БМК) төҙөлөргә, БМК-ның төп маҡсаттарын, эш һәм көрәш программаһын асыҡ билдәләгән Декларация ҡабул ителергә, уның тирәһенә бөтөн халҡыбыҙ тупланып өлгөрөргә тейеш.

Был йәһәттән Диас Йәнтүриндең докладында тәҡдим ителгән Резолюция проекты һәм 19 декабрҙә «Йәшлек» гәзитендә баҫылған Декларация проекты бар. Йәнтүриндеке — тас бөгөнгө аяныс хәлебеҙҙән, йәғни Башҡортостан РСФСР субъекты булыуҙан сығып, шуны нигеҙ итеп алып эшләнгән. Икенсе проект иһә Башҡортостандың тулы үҙ аллылыҡ иғлан итеүен һәм, бер кемдең дә субъекты булмайынса, Рәсәй менән конфедератив берләшеүен күҙ уңында тота — бына ҡайҙа айырма. Делегаттар бына ошо икенең береһен һайлап алырға тейеш. Әгәр ҙә ки Рәсәй империяһының колониаль ҡоллоғонан ҡотолоу өсөн дәһшәтле көрәшкә бөгөндән үк әҙер булһаҡ, һуңғы документты (Декларацияны) ҡабул ҡылабыҙ ҙа киҫкен көрәш юлына баҫабыҙ. Ә инде әлегә әҙер түгелбеҙ тип һанаһаҡ, Йәнтүриндең баҫалҡы резолюцияһына туҡталабыҙ. Ул бөгөнгө хәйерһеҙ хәлебеҙҙән сығып — Рәсәй империяһының субъекты булыуыбыҙға тура килтереп яҙылған, шул йәһәттән ҡарағанда ғөмүмән ыҫпай ғына. Тик ҡурҡыныс бер нисә урыны бар, бына улар: 10-ынсы пунктта «Окончательное формирование Башкирского Национального Конгресса производится после подбора кандидатур в его состав» тип, Конгресс төҙөү ғәмәлдә билдәһеҙ киләсәк заманға ташлап ҡалдырылған, был иһә эште һәләк итеү менән бер. 11-енсе пунктта «Порядок формирования (избрания) Башкирского Национального Конгресса, его структура и другие организационнные вопросы определяются в уставе организации. Составление проекта Устава поручается правлению Башкирского народного центра «Урал», тип әйтелә, был иһә шул һәләк ителгән Конгресыбыҙҙың өҫтөнә ҡәбер тупрағы өйөү тигән һүҙ. Ҡурҡыныс пункттар былар — бәпесте ҡарында килеш быуыу менән бер, ғәфү итә күрегеҙ. Шуға ла резолюциянан был зарарлы урындарҙы алып ташлап, ҡәтғи ҡарар ҡылынһын: тап ошо йыйыныбыҙ — Башҡорт Милли Конгресы тип иғлан ителә (сөнки тап һеҙ үҙегеҙ — ошо делегаттар ул Конгресс!), ошонда уҡ Конгрестың закондар сығарыусы Юғары Шураһы һәм уның Рәйесе, шулай уҡ Башҡарма Комитеты һәм уның Рәйесе һайлана. Һайланғандың иртәгәһенә үк улар эшкә тотонһон, мотлаҡ шулай! Ҡабул ителгән Резолюция (йәки Декларация) Конгрестың Программаһы һәм Уставы тип һанала.

Үҙегеҙ күрәһегеҙ: беҙҙең кешеләрҙең утыҙ йәшкә тиклемгеләре генә ҡыйыу һәм фиҙәкәр; өлкәнерәктәре йә ялағай, йә ҡурҡаҡ. Шуға күрә Конгресс етәкселегенә йәштәрҙе күберәк ылыҡтырайыҡ, ә уның Юғары Шура Рәйесе итеп йәштәр лидеры Ренат Байымовты һайлау отошло булыр. Салауат Юлаев та, Әхмәтзәки Вәлидов та, Муса Мортазин да йәштәр булған даһа! Тимерҙе ҡыҙыуында һуғып ҡалайыҡ, юғиһә һуң буласаҡ. Ысын эшлекле Конгресс төҙөп, халыҡ көрәшен демократик үҙәндән юҫыҡлап ебәрмәһәк, Аллам һаҡлаһын, ул ҡораллы йүнәлеш алыуы ихтимал. Сикәләр ныҡ ҡыҙышҡан. Әгәр ошо әйтелгәндәрҙе Резолюцияға керетеп, ҡарар ҡабул итмәһәк, халыҡтың был VI сираттан тыш йыйыны бушҡа йыйылған, үҙ бурысын үтәмәгән булып сығыр. Бына ҡайҙа ул беҙгә аҫтыртын янаған төп ҡурҡыныс!..

Башҡортостанда йәшәгән бөтә башҡа халыҡтар асыҡ белергә тейеш: башҡорт милли хәрәкәте башҡа милләттәргә ҡаршы ҡуйылмай, ә улар менән килешеп тә берегеп йәшәргә теләй. Ләкин бындай килешеү һәм берегеү, баяғыса, башҡорттар өҫтөнән геноцид үткәреү шарттарында булыуы мөмкин түгел. Дүрт миллионлы егәрле Башҡортостан халҡына ғәҙел демократик нигеҙҙәге ысын үҙ аллы Башҡортостан Республикаһын төҙөп, хакимиәт структураларын тыныс юл менән үҙгәртеп ҡороу кәрәк: ошоғаса урыҫ менән татар мәнфәғәттәрен генә ҡурсалаусы хакимиәт ошо ерҙә төп милләт булған башҡорт мәнфәғәттәрен дә эҙмә-эҙлекле ҡурсалай алырлыҡ булһын. Ошо ғәҙеллекте, ниһәйәт, урынлаштырмай тороп, был ерҙәге бер кем дә бер ҡасан да үҙен ысынлап имен, бәхетле тоймаясаҡ. Үҙенең мөҡәддәс ерен, телен, динен, азат милли булмышын ҡурсалап ҡалыу өсөн башҡорт халҡы быуаттар буйына ғәзиз йәнен фида ҡылған, бынан һуң да аямаҫ. Гүзәлдәрҙән гүзәл башҡорт ерендә, йомарттарҙан йомарт башҡорт өйөндә түрҙән һыйлы урын алып, ерҙең-өйҙөң төп хужаһы башҡортто ҡаҡ тупһаға тибеп осороп ҡына еңел бәхет ҡаҙанырға, тыныслыҡ табырға тырышыусы өйҙәштәр ныҡ яңылыша: ерле төп халыҡты бәхетһеҙ итеү иҫәбенә был донъяла бер халыҡ та бәхетле булғаны юҡ. Башҡорт халҡын бәхетһеҙ ҡылған халыҡтарҙың үҙҙәре лә йөҙ тапҡыр бәхетһеҙ булыр — ел сәсеп дауыл урыр. Элекке автономиялы республикаларҙы колониализм ҡоллоғонда көрмәп ҡалдырып бәхетле булырға тырышыусы Рәсәй-үгәй әсәй ҙә ошо хаҡта етди уйланһын ине.

 

Телмәремде делегаттар иғтибарлы тыңланы, ҡарыулашыусы булманы.

Йыйыныбыҙ барышындағы ғибрәтле бер ваҡиға.

Беҙҙең менән бер үк ваҡытта, ошо бер үк бинала, хатта беҙҙең ултырыш залының ишеге ҡаршыһында ҙур ишектәр артындағы ҙур залда сәйәси йәһәттән әлһерәмеш коммунистар өйөрө башҡорттарҙы һәм Башҡортостанды күрә алмаусы урыҫ шовинисы Никитин етәкселегендә, имеш, Башҡортостан компартияһын ойошторорға эркелеп йыйылышҡан. Тәнәфес ваҡытында фоеға сыҡһаҡ, ҡаршылағы шул ҙур ишектәр дөбөрҙәп асылып китте лә ҡаршыбыҙға Никитиндың ҡорҙаштар ағымы урғылды һәм, көтмәгәндә, шул Никитиндың ҡорҙашы булыу ҡыуанысынанмы, тулҡынланыуҙанмы, ике күҙе йылтыраған яҙыусы Рәшит Солтангәрәйев менән йөҙгө-йөҙ осраштыҡ. Ҡәҙимге тупаҫ ғәҙәтенсә:

— Һин дә килдеңме ни? — тине Солтангәрәйев, үҙе мөкиббән ҡатнашҡан коммунистик ҡорҙо күҙ уңында тотоп.

— Килдем шул. Тик минең ҡор был яҡта. Ә һин мәйеткә тын өрөп, Никитиндың малайкаһы булып йөрөйһөңмө?

— Партия бер Никитиндан ғына тормай, партия беҙгә бөтәһен дә бирҙе һәм бирәсәк. Ә һин һаман, Мостай ағайым әйтмешләй, тар ҡарашлы милләтселегеңдән арына алмайһың икән! — Ҡырт боролоп, коммунист ҡорҙаштары араһына тәмәке тартырға китте. Ошоларҙы ишетеп торған берәү, эргәмә килеп:

— Был Рәшит «Башҡортостан» гәзитендәге мәҡәләһендә лә: «Оло ағай» (йәғни урыҫ етәкселеге. — Й.С.) беҙгә ҡарағанда аҡыллыраҡ. Элеккесә уны тыңлап ҡына йәшәһәк, арыу булыр», — тиеберәк ысҡындырҙы бит. Ҡәләмдәшеңдең ошондай ҡылыҡтарына нисегерәк ҡарайһың? — тигәс, иҫем китмәй яуапланым:

— Бик тәбиғи ҡарайым. Башҡорттоң Р.С. кеүектәре, ауыҙын күпертеп, “өлкән ағай” күтен ялаһын, башҡалары -- башҡа тишектәрен... Башҡортта ла шундай хеҙмәт бүленеше булырға тейеш тәһә!

Һуңыраҡ быны ҡуйын дәфтәремә теркәп ҡуйғанмын...

 

Сираттан тыш 6-нсы Бөтөн Башҡорт ҡоролтайы, үҙ бурысын хәленән килгәнсә башҡарып, мин уйлағанса Башҡорт Милли түгел, ә Д. Яндурин теләгәнсә Башҡорт Халыҡ; Конгресын ойоштороу тураһында ҡарар, уға аңлатма һәм уның Уставын ҡабул итте, етәкселек органдарын һайланы (председателе Вәлитов Н.Х.). Ойошмабыҙ байтаҡ ҡына йәшәне һәм эшләне. Әммә ҡыйыулыҡ етмәүҙән, объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында Конгресс үҙенең төп бурысын бойомға ашыра алманы. Ләкин 1995 йылда ойошасаҡ Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайына яҡшы ойотҡо булды ул һәм уны әҙерләне. Ғәмәлдә был ойошмабыҙ ана шул тулы ҡанлы Бөтөн донъя башҡорттары Ҡоролтайы рәүешенә кереп нығынды.

6-нсы ҡоролтай тамамланғандың кисенә үк, 25 декабрҙә, мине телеүҙәккә саҡырҙылар һәм зәңгәр экран тамашасыларына тәьҫораттарым менән уртаҡлашыуҙы һоранылар. Аяғөҫтө, тигәндәй, ашыҡ-бошоҡ, бер битлек кенә текст әҙерләп барҙым:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 484. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Классификация ИС по признаку структурированности задач Так как основное назначение ИС – автоматизировать информационные процессы для решения определенных задач, то одна из основных классификаций – это классификация ИС по степени структурированности задач...

Внешняя политика России 1894- 1917 гг. Внешнюю политику Николая II и первый период его царствования определяли, по меньшей мере три важных фактора...

Оценка качества Анализ документации. Имеющийся рецепт, паспорт письменного контроля и номер лекарственной формы соответствуют друг другу. Ингредиенты совместимы, расчеты сделаны верно, паспорт письменного контроля выписан верно. Правильность упаковки и оформления....

Понятие и структура педагогической техники Педагогическая техника представляет собой важнейший инструмент педагогической технологии, поскольку обеспечивает учителю и воспитателю возможность добиться гармонии между содержанием профессиональной деятельности и ее внешним проявлением...

Репродуктивное здоровье, как составляющая часть здоровья человека и общества   Репродуктивное здоровье – это состояние полного физического, умственного и социального благополучия при отсутствии заболеваний репродуктивной системы на всех этапах жизни человека...

Случайной величины Плотностью распределения вероятностей непрерывной случайной величины Х называют функцию f(x) – первую производную от функции распределения F(x): Понятие плотность распределения вероятностей случайной величины Х для дискретной величины неприменима...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия