Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Бөгөн Мәскәүҙә Федератив Килешеүгә ҡул ҡуйылырға тейеш.





Телеграммалар

Мәскәү, Кремль.

Федератив Килешеүгә ҡул ҡуйыу буйынса Башҡортостандың вәкәләтле делегацияһы етәксеһе, Башҡортостан Респубюликаһы Юғары Советы Рәйесе М.Ғ. Рәхимовҡа.

Әгәр ҙә Һеҙ халыҡтарҙың үҙ билдәләнешен инҡар итеүсе империя Федератив килешеүенә ҡул ҡуйырға риза булһағыҙ, бының көтөлмәгән эҙемтәләргә килтерәсәген башҡорт милли ижтимағи-сәйәси ойошмалары тағы бер тапҡыр хәтерегеҙгә төшөрә. Әгәр Һеҙ, йәнә тәүәккәллек күрһәтмәйенсә, ошо ҡоллоҡ килешеүенә ҡул ҡуяһығыҙ икән, Башҡортостанға ҡайтмағыҙ;.

Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге. Башҡорт халыҡ фирҡәһе. Башҡорт Йәштәре Иттифағы.

Мәскәү, Кремль.

Россия Федерацияһы Президенты Б.Н. Ельцинға.

Быуаттар буйы үҙенең ирке өсөн көрәшеүсе һәм Россия империяһы нигеҙҙәрен дер һелкетеүсе башҡорт халҡы РФ Конституцияһы проектында империя тәртиптәрен аяҡҡа баҫтырыуҙы ҡарау менән бер ҡасан да килешмәйәсәк. Башҡорт халҡы империяның колониаль сәйәсәте символы булған ике башлы сәмреғош тырнаҡтарына йәнә эләгергә теләмәй. Башҡорт халҡы үҙ билдәләнешкә хоҡуғын инҡар итеүгә — ҡәтғи протест һәм артабан да милли-азатлыҡ көрешен дауам итәсәген белдерә;.

Урал» Башҡорт халыҡ үҙәге. Башҡорт халыҡ фирҡәһе. Башҡорт Йәштәре Иттифағы.

Милли республикалар һәм элекке автономиялар халыҡтарына

МӨРӘЖӘҒӘТ

Ҡәҙерле туғандар! Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтсәндәре митингыһы халыҡтарҙы бөлгөнлөккә этәреүсе Федератив килешеүгә ҡул ҡуймаҫҡа һәм ҡәтғи рәүештә «юҡ!» тип яуап бирергә саҡыра. Тәҡдим ителгән килешеү беҙҙең дәүләттәребеҙҙе юҡҡа сығара һәм милли суверенлы республикалар Россия империяһының колониаль өлкәләренә әүерелә;.

Мәсьәләне асыҡларға ваҡыт: беҙ йә БДБ-ға һәм халыҡ-ара ойошмаларға ағза булырлыҡ үҙ аллы дәүләттәр төҙөйбөҙ, йә Россия менән бергә иҡтисади һәм сәйәси упҡынға барабыҙ. Һуңғы колониаль держава — Россияның объектив рәүештә тарҡалыу процесын туҡтатыу кәрәкмәй!

Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтсәндәре митингыһында ҡабул ителде.

 

Ләкин тарих ҡуласаһы Рәсәй империяһы файҙаһына үҙенең һәлмәк әйләнешен дауамланы — делегациябыҙ Мәскәүҙә Федератив Килешеүгә үҙебеҙҙең күҙ буярға ғына яраҡлы «Ҡушымта»ны өҫтәгән булып ҡул ҡуйып ҡайтты. М.Ғ. Рәхимов һәм уның ярандары халыҡ теләгенә ҡаршы килгән был ҡылыҡтарын шул «тарихи Ҡушымта» менән аҡларға, Рәсәй менән Башҡортостан араһында булырға тейешле айырым ике-ара килешеүҙе иһә Мәскәү менән торараҡ һөләшеп төҙөшөргә мөмкин буласағына һәм «Ҡушымта» шул килешеүгә нигеҙ була алырлыҡ юридик көскә эйә икәнлегенә ышандырырға тырышты (бәлки, улар үҙҙәре был Рәсәй алдатҡысына ихлас ышанғандарҙыр ҙа!). Әммә уҙамандар ул ҡағыҙ ярпыһын күтәреп Мәскәүҙән әйләнеп ҡайтыу менән үк, 1 апрелдә үткәрелгән пресс-конференцияла бөтә ҡорған дәлилдәре селпәрәмә килде лә ҡуйҙы. Мәҫәлән, ҡул ҡуйыу мәжлесендә ҡатнашҡан делегация ағзаһы дупутат Николай Катаев үҙе үк ошо «Ҡушымта» тип аталған Федератив Килешеүгә «Башҡортостан өҫтәгән документҡа шикләнеү белдерҙе: «Милләт-ара мөнәсәбәттәр тарихында ниндәйҙер акттарға бындай өҫтәмәләр ҡушылған осраҡтар күп булған, әммә тормошҡа ашырылмаған. РФ беҙҙең документты халыҡҡа иғлан итмәне...» («Йәшлек», 4 апрель 1992 йыл). Һәм ошоноң артынса уҡ был асы хаҡиҡәт Мәскәү үҙәк телевидениенан РФ Дәүләт Думаһы халыҡ депутаты Бабуриндың сығышында аяуһыҙ дөрөҫләнде: «Имеет ли приложение Башҡортостана федеративному договору юридическую силу?» — тигән һорауға ул тура ярып: «Нет, не имеет», — тине һәм ирония менән: «С чем и поздравляю Башкирию...» — тип тә өҫтәне» («Йәшлек», 21 апрель 1992 йыл)...

Эйе, Башҡортостан халҡының күрәләтә күҙен буяу, тишек кәмәгә ултыртыу ғына ине был хәйерһеҙ «Ҡушымта», уның шундай икәнлеген үҙ ваҡытында уҡ аңланыҡ; киң халыҡ массалары ла быға ҡәнәғәтһеҙлеген белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта республика етәкселегенең яңырыусы империализм ҡаршыһында тарихи теҙ сүгеүе, бик ҙур сигенеүе ине һәм ул халҡыбыҙҙың, алдынғы йәмәғәтселегебеҙҙең ифрат ҡырҡа ҡаршылығына осраны, был хәл гәзит биттәрендә лә сағылды:

 

Москва, Кремль. Президенту Российской Федерации Б.Н. ЕЛЬЦИНУ.

Москва, Краснопресненская Набережная, Верховный Совет Российской Федерации, Председателю Р.И. ХАСБУЛАТОВУ

Башкирский народный центр «Урал», Башкирская народная партия и другие башкирские общественно-политические организации считают, что власти России проводят политику сохранения унитарного государства с бесправными колониями, о чем свидетельствуют навязанный руководителям бывших автономий Федеративный договор, который полностью подчиняет экономику, политико-правовые учреждения Башкортостана Российской Федерации.

Мы решительно осуждаем Рахимова за подписание кабального Договора и будем дальше вести борьбу за освобождение Башкортостана от колониального гнета, против шовинистической политики Москвы.







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 464. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...


Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...


Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...


ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Разновидности сальников для насосов и правильный уход за ними   Сальники, используемые в насосном оборудовании, служат для герметизации пространства образованного кожухом и рабочим валом, выходящим через корпус наружу...

Дренирование желчных протоков Показаниями к дренированию желчных протоков являются декомпрессия на фоне внутрипротоковой гипертензии, интраоперационная холангиография, контроль за динамикой восстановления пассажа желчи в 12-перстную кишку...

Деятельность сестер милосердия общин Красного Креста ярко проявилась в период Тритоны – интервалы, в которых содержится три тона. К тритонам относятся увеличенная кварта (ув.4) и уменьшенная квинта (ум.5). Их можно построить на ступенях натурального и гармонического мажора и минора.  ...

ИГРЫ НА ТАКТИЛЬНОЕ ВЗАИМОДЕЙСТВИЕ Методические рекомендации по проведению игр на тактильное взаимодействие...

Реформы П.А.Столыпина Сегодня уже никто не сомневается в том, что экономическая политика П...

Виды нарушений опорно-двигательного аппарата у детей В общеупотребительном значении нарушение опорно-двигательного аппарата (ОДА) идентифицируется с нарушениями двигательных функций и определенными органическими поражениями (дефектами)...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия