Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы





 

1995 йылдың йәйендә Өфөлә Бөтөн донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайы йыйылырға тейеш ине, шул ҡоролтайға баш ҡаланың Киров районынан башҡалар менән бергә мине лә һайланылар делегат итеп. Ошо айҡанлы минән «Шәреҡ» радиостанцияһының бер әһеле интервью алды ла боҙмай ғына эфирҙа яңғыратты. Әлмирә һылыу Сөйәрембәтова биргән һорауҙар һәм уға минең яуаптар түбәндәгесә ине:

 

«1. Башҡорттарҙың быйыл буласаҡ Бөтөн донъя ҡоролтайының әһәмиәтен ҡайһылай баһалайһығыҙ?

— Бик юғары баһалайым. Беренсе тапҡыр бөтөн донъянан бер ҡорға — Тәүтөйәккә йыйылыу. Башҡорт милләтенең юҡҡа сығыу — һәләкәт алдында тороуын уртаға һалып һөйләшеү.

2. Милләтебеҙҙең һәләкәт алдында тороуының сәбәптәрен ҡайһылай аңлатаһығыҙ?

— Геноцид. Башҡортостан 1557 йылда Урыҫ дәүләтенә ҡушылғандан алып, Урыҫ дәүләте (империя) башҡорттарҙы ҡырып бөтөрөү сәйәсәтен үткәрҙе. Империя төрлө осорҙарҙа төрлө төҫтәргә керҙе: аҡ империя — ҡыҙыл империя — ала-ҡола империя. Әммә уның асылы, милли сәйәсәте бер ҡалды — урыҫ булмаған халыҡтарҙы бөтөрөү.

Башҡорт халҡы үҙенең азатлығын, йәшәйешен яҡлап ике йөҙ йыл буйына баш күтәрҙе, ләкин батша самодержавиеһы ҡанға батырып баҫтырҙы беҙҙе.

Һуңғы (һәм еңеүле) ихтилал — 1920 йылда, милли геройыбыҙ Сөләймән Шаһингәрәй улы Мырҙабулатов етәкселегендә булды.

Рәсәй империясыларының геноцид сәйәсәте башҡорттарҙың йән иҫәбен өҙлөкһөҙ кәметте: 1917 йылда — 1.800.000 башҡорт, ә 1926 йылда — 630 мең... Ошо көнгәсә баяғы 1917 йылғы һанға өлгәшә алмайбыҙ...

Рәсәй һалдаттарының Чечнялағы йыртҡыслыҡтарын бөтә донъя белә хәҙер. Мәҫәлән, Самашки ауылын һуйыу. Уны ҡанлы тарихтағы Лидице (Чехословакия), Орадур (Франция), Хатынь (Белоруссия), Сонгми (Вьетнам) фажиғәләренә тиңләйҙәр.

Ә башҡорттоң Сейәнтусы ауылы?!. 1735 йылда Тәфтиләү етәкселегендәге батша ҡырғын ғәскәре ауылдың көлөн күккә осорған, бөтә халҡын (мең кешене) ҡылыстан үткәргән, ә 450 ҡатын-ҡыҙҙы, бала-сағаны келәттәргә ябып, тереләй яндырып үлтергән... Күренеүенсә, баяғы тарихи фажиғә кисергән ауылдар исемлегенең башында башҡорттоң Сейәнтусы ауылы тора, торорға тейеш!

Башҡорттарҙы татарға, урыҫҡа әйләндереү — ассимиляция бара өҙлөкһөҙ. Башҡорт тигәнең һыуға төшкән тоҙ кеүек иреп бөтә, юғала...

3. Һеҙҙеңсә, милләтте был һәләкәттән ҡотҡарыу өсөн, ҡоролтайҙың көн үҙәгендә ниндәй бурыстар тора?

— Башҡорт милләтен ҡотҡарыуҙың комплекслы дәүләт программаһының ҡабул ҡылыныуын, уның дәүләт эшенә әүерелеүен талап итергә тейешбеҙ.

4. Ул программаның үҙәгендә иң мөһим ниндәй мәсьәләләр торорға тейеш?

— Төп ике мәсьәләне күрәм:

1) башҡорт теленә дәүләт теле статусын биреү;

2) башҡорттоң быуаттар буйына империя ҡулы менән бөгөп-һындырылған милли рухын тергеҙеү.

5. Ҡоролтай быларҙы ыңғай хәл итер, тип ышанаһығыҙмы?

— Икеләнәм. Сөнки, үҙегеҙ беләһегеҙ, Башҡортостаныбыҙҙа ҡәҙимге өй хужаһы һәм өйҙәштәр бар. Өйҙәштәребеҙҙең ифрат әхләҡһеҙлеге лә билдәле: өй хужаһын тупһаға тибеп төшөрөп, түргә үҙҙәре менеп ултырырға тамшана...

Башҡорт теленә дәүләт теле статусын бирмәү — башҡорт милләтен үлемгә дусар итеү, үлтереү тигән һүҙ ул.

Шул үлем хөкөмөнөң ауыҙын ҡайырыу, үлемде еңеп сығыу өсөн, һәр башҡорт ең һыҙғанып көрәшергә тейеш. Бының өсөн тәүҙә һәр башҡорттоң милли рухын тергеҙеү мотлаҡ.

6. Милли рухты тергеҙеүҙең ниндәй саралары бар?

— Төп саралар — империя тартып алып тапаған, йәшергән, юҡ иткән милли Хәтеребеҙҙе тергеҙергә — ҡайтарып алырға тейешбеҙ. Бына нимәләрҙән тора ул Хәтер:

1) башҡорт теле;

2) башҡорт тарихы;

3) башҡорт тәүдине һәм Ислам.

«Россия — дөйөм йортобоҙ» тигән хәрәкәтте башлаусыларға ла һүҙем бар. Беҙ бөтәбеҙ ҙә Россияны ундағы бөтә «ҙур» һәм «бәләкәй» милләттәрҙең дөйөм туғанлыҡ йорто итеп яңыртылыуын теләйбеҙ. Ләкин был яңы хәрәкәт тә иҫке йөкмәтке алмаһын, һөҙөмтәлә шул ҡәҙерле дөйөм йортобоҙ — «бәләкәй» милләттәрҙең зираты, ә «ҙур» милләт — зират һаҡсыһы була күрмәһен ине.

1995. Май».

 

Бөтөн донъя башҡорттарының 1-енсе ҡоролтайы, билдәле булыуынса, ошо 1995 йылдың йәмле 1 — 2 июнь көндәрендә баш ҡалабыҙ Өфөлә үткәрелде. Мөһим сәйәси сараны дәүләтебеҙ, хөкүмәтебеҙ үҙҙәре ярлыҡағанлыҡтан, ойоштороу һәм матди яҡтары тейешле кимәлдә булды. Әммә йәнгә тейә биреп ҡуйғаны ла бар: пленар ултырыштағы ораторҙарҙың күпселеге ҡәҙимге коммунистар заманындағыса шыма һөйләп, етди сәйәси сараны байрамға әйләндереп, тормошобоҙҙа бөтәһе лә ал да гөл икән, тигән кәйеф тә залдағыларҙы күпмелер албырғатты. Үҙемдең тыуған Ырымбур яғы делегацияһының башлығы, гөбөрнәтер Елагин әфәнде лә шул алымда трибунанан кинәнеп һайрап торғанда, хозурлыҡ кисереп иҫергәндәрҙе киҫкен репликам менән булһа ла айнытайым әле тип, залдан тороп ошолайыраҡ өндәштем:

— Хөрмәтле гөбөрнәтер, Ырымбур башҡорттары делегацияһының башлығы! Каруанһарайыбыҙҙы ҡасан башҡорттарға ҡайтарып бирәһегеҙ?

Елагин быға тура яуап ҡайтарманы, ыҡ-мыҡ итте лә, әйләндереп-тулғандырып һөйләү менән арынды. Ләкин барлыҡ түрәләр (шул иҫәптән Президентыбыҙ һәм Мәскәү илсеһе Шумилин) ҡатнашҡан был пленар ултырышта Каруанһарай тураһындағы мәсьәләне ҡабырғаһы менән уртаға ҡуйған берҙән-бер сығыш булды был. Һәм ул репликаны аҙаҡ, яҙып алынған магнит таҫмаһынан юйып ташларға онотоп, буғай, бер нисә тапҡыр эфирҙан яңғыраттылар.

Билдәле, бындай оло йыйындың тар ҡыҫаһында хатта рәсми докладтар һәм тәбрикләүҙәр ҙә саҡ һыйышып, фекер алышыуҙар икенсе көнгө төрлө-төрлө секцияларҙың ултырыштарына ҡалдырылғанлыҡтан, мин дә буйһондом шуға – башҡа сара юҡ ине. Ҡоролтай йыйылыр алдынан 1995 йылдың 27 майында яҙып әҙерләгән фекеремде ҡоролтайҙың «Тарих һабаҡтары: иҫән ҡалыу, хеҙмәттәшлек тәжрибәһе һәм демография мәсьәләләре» тигән секцияһында һөйләнем, ләкин һис тә күңелле булманы ул:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 510. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...


ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...


Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...


Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Сравнительно-исторический метод в языкознании сравнительно-исторический метод в языкознании является одним из основных и представляет собой совокупность приёмов...

Концептуальные модели труда учителя В отечественной литературе существует несколько подходов к пониманию профессиональной деятельности учителя, которые, дополняя друг друга, расширяют психологическое представление об эффективности профессионального труда учителя...

Конституционно-правовые нормы, их особенности и виды Характеристика отрасли права немыслима без уяснения особенностей составляющих ее норм...

Экспертная оценка как метод психологического исследования Экспертная оценка – диагностический метод измерения, с помощью которого качественные особенности психических явлений получают свое числовое выражение в форме количественных оценок...

В теории государства и права выделяют два пути возникновения государства: восточный и западный Восточный путь возникновения государства представляет собой плавный переход, перерастание первобытного общества в государство...

Закон Гука при растяжении и сжатии   Напряжения и деформации при растяжении и сжатии связаны между собой зависимостью, которая называется законом Гука, по имени установившего этот закон английского физика Роберта Гука в 1678 году...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2026 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия