Студопедия — Шәжәрәләрем
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Шәжәрәләрем






 

Эйе, «ләрем»... Сөнки Үҫәргән аҫаба башҡорто Йыһат Солтановтың тән тамырҙарында, донъя яратылғандан уҡ килгән үҙ ырыуы Үҫәргәндекенә ҡушылып, башҡорттоң Бөрйән ырыуынан Сыңғыҙ-хан нәҫеленең һәм башҡорттоң боронғо бер ярсығы Мишәр ырыуының ҡаны ла тибә һулҡылдап. Һуңғы икеһе, әлбиттә, тарихи сәбәптәр арҡаһында Үҫәргән ерендә пәйҙә булған, килеп һыйынған ырыуҙар... Ә ул ерҙең төп хужаһы — Үҫәргәндең шанлы көнәсәһе (кенәзе) Муйтән-бейҙең бөйөк Сыңғыҙ-ханға иң яҡын кеше икәнлеге шәжәрәбеҙгә яҙылған:

«Вә бәғдә Сыңғыз-хан Муйтәнгә һәр мәжлескә ҡабул идеп, яҡынлардан иҫәп итеп бик ҡәдерле ғиззәт илән хан янында бер нисә йыл тороп, ахырында хан Муйтәнде билек дәрәжәһен биреп, илгә дау-талашларҙы тикшереп тороу өсөн указ биргән.

Бирелгән указда яҙылған һүҙләр: «Муйтән Туҡһаба балаһына билек мансабы бирелде. Үҙе үлгәнсә би булыр, үҙенән һуң балаларынан береһе булыр». Шул рәүешендә баланан балаға бирелеп, Муйтән нәҫеленән башҡаға бирелмәй. Береһе һайланмай береһенә билек бирәрәк Муйтән ырыуына — Туҡһаба ырыуына бирелдерәк».

Тимәк, Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе — бөтә башҡорттарҙың Батшалар шәжәрәһе икәнлеген бабабыҙ Сыңғыҙ-хан таныған. Һәм Муйтән-бейҙең йәғни Үҫәргән ырыуының биләмәләренең ҡайҙарҙан ҡайҙарғаса йәйрәп ятыуы йәғни дәүләт сиктәре лә шул заманында уҡ бөйөк йыһангир Сыңғыҙ-хан бабабыҙ тарафынан аныҡ танылған:

«Әүәл Аҡ Иделнең башынан тамағына саҡлы Аҡ Иделгә ҡойған үҙәнләре белән һәм урман вә йылғалары белән һәм Урал тауының көнсығыш яғы Уралға яҡын Ишем ҡушылған һыулар, Ирман, Иртыш тигән үҙәнләр, үҙәнләренә ҡушылған бар йылғалары, урман вә ялан белән, йәнә лә Яйыҡ башы Ялпы таулары, Яйыҡдиң ике яғы. Ер Яйыҡтың көнсығыш яғы Тубыл һыуына саҡлы һәм Яйыҡға ҡойған ни бары һыулар һәм үҙәнләре һәм урманлары вә яланлары, ердән сыға торған мәғдәнләре белән Туҡһаба оранлы башҡортларға күсеп йәйләгән, ултырып ҡышлау урынларын мәңгелек итеп бирелде», — тип яҙылған указында». (Башкирские шежере. Филологические исследования и публикации). Уфа — 1985, 57-нсе бит).

Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: бүре-эткә табыныусы үҫәргәндәрҙең бик боронғо замандарҙан уҡ ҡитғабыҙҙың ҡайһы өлөшөнөң аҫабалары булғанлығын улар һыулаған, уларҙың «әсәһе» бүре-эткә бәйләп изгеләштерелгән йылға исемдәре асыҡ күрһәтә. Быны тамаша ҡылдыртыуҙы Үҫәргәндең мине тыуҙырған «ҡамалар» араһынан башлайыҡ.

Ҡама-ан (-ан — сығанаҡ килеш ялғауы, йәғни «ҡаманан тыуған») — ҡоман//куман (үҫәргәндәрҙең боронғо бер аталышы).

Ҡама//Кама йылғаһы.

Ҡобан//Кубань йылғаһы.

«Ҡама» һүҙенең ҡама — ҡаба (ҡаб) — ҡоба (ҡоб) үҙгәрештәрен кисергәнлеге асыҡ. Ә ҡоб//ҡаб — бүре ул. Сөнки ҡоб-аҡ («аҡ бүре») — көбәк («бүре»). Ошоғаса телебеҙҙән төшмәгән «өй көбәге» тигән әйтемебеҙ — «өй бүреһе» йәғни ҡулға эйәләштерелгән бүре (эт) тигән һүҙ ул. Тимәк, ҡобан-ҡомандар//ҡамалар — «бүренән тыуған» йәки «бүрене имгән» башҡорттар (үҫәргәндәр).

Шулай уҡ телебеҙҙә әлегәсә һирәкләп булһа ла ҡулланылыусы ҡабаҡ//ҡапаҡ һүҙе — нимәне булһа ла бүре-эт хоҙай кимәлендә изгеләштереп маҡтау, «аҡ бүре» тигәнебеҙ. (Танылған яҙыусыбыҙ Сәләх ағай Кулибай ҙа, нимәнелер яратып маҡтар булһа, «ҡапаҡ» һүҙен ҡуллана торғайны).

Һәм йәнә:

Пирет (Бүре-эт) — Геродот тарихындағы Ағиҙел йылғаһының исеме.

Прут (Бүре-эт) — ҡитғабыҙ көнбайышындағы хәҙерге йылға.

Бөрө//Бирь, Бөрөсуан//Бирсуан (Бүре-әсә-аба-ан — «Бүре-әсә-апанан тыуған») — Башҡортостандағы хәҙерге йылғалар.

Бөрө-аҡ-эт-ул («бүре аҡ эт улы») — Бүре-аҡ-әтил (бүре-Ағиҙел»). Һәм шунан килеп сыға:

Бөрө-аҡ-әтил — болоаҡа-әтил//болаҡ-әтил — болоайа-әтил — Белая-Әтил//Белая-Иҙел. Шулай уҡ:

Болаҡа-Әтил — Волга-Иҙел.

Аҡ-әсә-ул («аҡ бүре улы») — Ҡәсул//Ҡыҙыл йылғаһы.

Абай (апай)-әс («бүре-әсә») — амай-әс — Майәс//Мейәс йылғаһы — «бүре-әсә йылғаһы».

Аба (апай, өпәй) — Өфө//Уфа (Ҡариҙел) йылғаһы — «бүре йылғаһы».

Эҫем//Сим — «әсәм» йәғни «бүре-әсәм» йылғаһы.

Бөрө-әсән («бүре-әсәнән тыуған») — Йөрө-әсән//Йөрүҙән йылғаһы.

Әс-әй («бүре-әсәй») — Әй йылғаһы.

Әсәй-аҡ («аҡ бүре-әсәй») — Жайаҡ//Йайыҡ йылғаһы.

Әсәк-бөрө («әсә-бүре»)//Әсәк-мөрө — Сәк-мәре//Сакмара (Һаҡмар) йылғаһы.

Әсә-мәре («әсә-бүре») — Сәмәре//Самара йылғаһы.

Аҡ-әсә-бүре-эт — Кәсәмәрет//Ҡаҫмарт йылғаһы.

Күренеүенсә, былар бөтәһе башҡорттоң бүре-эткә табыныусы Үҫәргән тәүырыуы сиреүҙәре йәшәгән ер йөҙөндәге һыуҙарҙың исемдәре, йәғни ҡитғабыҙың Обь — Иртыш үҙәненән алып көнбайышҡа табан Уралғаса һәм Урал тауҙары аша Алыҫ Көнбайышҡаса һуҙылған (боронғо ғәрәп сәйәхәтселәре яҙып ҡалдырған Эске Башҡорт) тарафы. Бында «Эске» — әсәкә//әсә-аҡ («аҡ әсә бүре яғы») тигән һүҙебеҙ. (Шуныһын да әйтәйек: үҫәргәндәрҙең көнсығыш яртыһы — ата бүрегә, ә көнбайыш яртыһы әсә бүрегә табынған).

Миҫал өсөн башҡорттоң боҙ-инәгә (боҙ һыйыры бизонға йәки боланға) табыныусы икенсе яртыһын тәшкил итмеш Бәжәнәк («боҙ-инәк» — боҙ һыйыры бизон йәки болан) тәүырыуҙары сиреүҙәре йәшәгән, баяғы Обь — Иртыш дөйөм үҙәненән алып Алыҫ Көнсығышҡаса һуҙылған Тышҡы (атасҡы йәғни «ата яғы» — тасҡы — Тышҡы) Башҡорт тарафының ҡайһы бер йылға исемдәренең асылын күрһәтәйек:

Ана-ҡар-аба//Ана-корова («инә-һыйыр») — Ана-Ғара-аб//Ангара-Обь йылғаһы.

Инә-әсәй («һыйыр-әсәй» йәки «һыйыр-һыу») — Инәсәй//Енисей йылғаһы...

Ә инде Алыҫ Көньяҡтағы ер йөҙөнә һалған эҙҙәребеҙҙе билдәләү өсөн, Урта Азиялағы Сыр-даръяны, Сурхан-даръяны («үҫәргән-йылға»лар), Афғанстандағы Башҡорт (Бажгир) ҡалаһын, Ирандың Лот далаһындағы Бөрйән (Буржан) ҡалаһын һәм Күк (Һинд) океанының Фарсы диңгеҙ ҡултығы яры буйындағы Башҡорт (Башгирд) өлкәһен, шулай уҡ шул тарафтарҙа Һиндостандың бөйөк эпосы «Махабхарата»ла теркәлгән Ҡанҡа (Ҡаңғы) башҡорт ырыуын иҫкә алыу ҙа етә.

Донъя-Ғаләм-Тереклек тураһындағы мифтан билдәле булыуынса, Дәү Хоҙайыбыҙ Донъя-Ғаләмде ете ҡатлы түңәрәк урата рәүешендә яралтҡан: урталыҡтан башлап тышҡа табан һанағанда тәүге өс ҡат-уратаһы — бәндәләр, ҡалғандары хоҙайҙар өсөн йәшәү урыны имеш. Шул уҡ ваҡытта был ете ҡатлы түңәрәк-урата тап уртанан һәр береһе ярым түңәрәкле ике өлөшкә бүленеп, шул бүленештәге ҡитғабыҙҙың көньяҡ-көнбайыш яртыһы — Эске Башҡорт яғы (Үсәр-Ҡан йәки Үҫәргән тәүырыуының «Ҡан» яртыһынан үрсегән Ҡанлы//Кангюй//Канка, Ҡыпсаҡ//Половец, Башҡорт//Пицигит//Паскатир ҡәбиләләре тарафы); ә иһә төньяҡ-көнсығыш яртыһы — Тышҡы Башҡорт яғы (Үсәр-Ҡан йәғни Үҫәргән тәүырыуының «Үсәр» яртыһынан үрсегән Үҫәр//Сэр//Усень, һәм дә йәнә Ҡатай//Кидань//Хат//Хэт һәм Бәжәнәк//Бәшнәк//Печенег ҡәбиләләре тарафы).

Ҡатламлы түңәрәк-ураталарҙы ике яртыға бүленмәгән бер бөтөн рәүешендә ҡараһаҡ, үҙәген — Үҫәргән (Үҫәргән-Ҡанлы), икенсе ҡатламын — Ҡатай-Ҡыпсаҡ, ә өсөнсө иң тышҡы ҡатламын иһә Бәжәнәк-Башҡорт игеҙәк ырыуҙары биләгән, уларҙың ҡитғала урынлашыу ҡануны ла шуға ярашлы булған. Бына ни өсөн V быуатта бәжәнәктәр (һундар; сөнки һун//сун — ҡыр, йәғни «ҡыр-дала кешеләре» тигән һүҙ), ҡитғаның көнсығыш ҡырыйындағы йәшәү шарттары насарланыуы сәбәпле, үҙҙәренең шул көнсығыштағы Тышҡы Башҡорт тарафынан ҡубынып, Эске Башҡорт аша үтеп китеп, баяғыса үҙҙәренең өсөнсө түңәрәк-уратала урынлашыу ҡануны буйынса, ҡитғаның Алыҫ Көнбайыш ҡырыйында (Башҡорт яғында) үҙҙәренә Хоҙай Бабай тарафынан бирелгән һәм тейешле булған биләмәләргә — Көнбайыш Европаға ябырылалар («халыҡтарҙың бөйөк күсенеү» дәүере)...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 490. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

ТРАНСПОРТНАЯ ИММОБИЛИЗАЦИЯ   Под транспортной иммобилизацией понимают мероприятия, направленные на обеспечение покоя в поврежденном участке тела и близлежащих к нему суставах на период перевозки пострадавшего в лечебное учреждение...

Кишечный шов (Ламбера, Альберта, Шмидена, Матешука) Кишечный шов– это способ соединения кишечной стенки. В основе кишечного шва лежит принцип футлярного строения кишечной стенки...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Приложение Г: Особенности заполнение справки формы ву-45   После выполнения полного опробования тормозов, а так же после сокращенного, если предварительно на станции было произведено полное опробование тормозов состава от стационарной установки с автоматической регистрацией параметров или без...

Измерение следующих дефектов: ползун, выщербина, неравномерный прокат, равномерный прокат, кольцевая выработка, откол обода колеса, тонкий гребень, протёртость средней части оси Величину проката определяют с помощью вертикального движка 2 сухаря 3 шаблона 1 по кругу катания...

Неисправности автосцепки, с которыми запрещается постановка вагонов в поезд. Причины саморасцепов ЗАПРЕЩАЕТСЯ: постановка в поезда и следование в них вагонов, у которых автосцепное устройство имеет хотя бы одну из следующих неисправностей: - трещину в корпусе автосцепки, излом деталей механизма...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия