Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Йәштәр аслыҡ сараһы иғлан итте





 

Иртәгәһен мин барғанда Ижтимағи-сәйәси үҙәк бинаһының алдындағы иркен майҙан ризаһыҙлыҡ кисереп йөрәкһегән, нәфрәтләнгән, киҫкен шиғарлы транспаранттар күтәргән халыҡ менән шығырым тулы, төп көстө һәм күпселекте, әлбиттә, йәштәр тәшкил итә ине. Транспаранттар араһында Башҡортостан сәйәси тарихы өсөн үҙенең яңылығы, киҫкен тәғәйенләнеше менән бөтәбеҙҙең иғтибарын ныҡ йәлеп иткәне — «В случаи ратификации Федерального Договора объявляем голодовку!» тигәне булды, уны Башҡорт дәүләт университеты студенты Башҡорт Йәштәр Иттифағы етәкселәренең береһе һәм ошо тарихи пикеттың етәксеһе — ҡыйыу һәм тәүәккәл егет Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин яҫы күкрәгенә терәп тотҡайны (уның ошо тороштағы фотоһын «Йәшлек»тең 1992 йыл 4 апрель һанында күрергә мөмкин). Һуңынан шуны ла белдек: әгәр халыҡ талабы үтәлмәһә, нәфрәт белдереп аслыҡ сараһы үткәрәсәктәрен ул дәүләт башлығы М.Ғ. Рәхимовҡа ла алдан уҡ осрашып еткергән, ләкин тегеһе быға иғтибар итмәгән (бала-саға шаярыуы ғыналыр, тип һанаған, күрәһең)...

Пикет барған майҙанға төрлө урамдарҙан халыҡ төркөмдәре өҙлөкһөҙ ағылды, көсөргәнеш минут һайын ҡуйырҙы. Бинаға үтер юлды ОМОН һәм милиция яугирҙәре рәт-рәт баҫып кәртәләгән, уларҙың яңғыратҡыстарҙан өҙлөкһөҙ тәртипкә саҡырыуы, киҫәтеүе тетрәтә майҙанды. Йәштәребеҙҙе Башҡорт Йәштәр Иттифағы етәкселәренең береһе баяғы Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улының ҡыйыу башлап йөрөүе, баш-баштаҡлыҡтарға юл ҡуймай, ныҡлы тәртип булдырыуы күренә. Бина эсендәге халыҡ депутаттарына бөтә пикетсыларҙың берҙәм талабы — дәүләт һәм хөкүмәт башлыҡтарыбыҙҙың Мәскәүҙә ҡул ҡуйып алып ҡайтҡан «Ҡушымта»лы Федераль килешеүен кире ҡағырға, уны ратификацияламаҫҡа! Ҡабат Мәскәүгә барып, Башҡортостан һәм Рәсәйҙең айырым ике-ара килешеүенә ҡул ҡуйырға!

Әммә бина эсендәгеләр үҙҙәренсә уйланылар, ултырыштың дөйөм һулышы алып ҡайтылған документты ратификациялау йүнәлешендә барҙы, тыштағыларға был, әлбиттә, бик ауыр хафа һалды, пикетсы йәштәрҙең нәфрәтен уғата ҡуйыртты. Пикет башлығы Ғәйнуллин Данир Әхмәҙи улы «Ҡушымта»лы Федератив Килешеүгә ҡаршы инде һуңғы сара итеп үҙенең ҡатнашлығындағы бер төркөм йәш егеттәребеҙҙең аслыҡ иғлан итеүен белдерҙе.

Был тиңдәшһеҙ сәйәси акция рәсми рәүештә 8 апрелдә, баш ҡалабыҙҙың изге Ҡоба тау түбәһендә милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле янына ҡоролған башҡорт тирмәһендә һигеҙ егет — БДУ студенттары Данир Ғәйнуллин, Азат Хәлилов, Илдар Хөббөтдинов, Хәниф Юлыҡов, БДПИ студенты Фәнил Дәүләтҡужин, Өфөнән эшсе егет Азамат Ҡускилдин, Әлшәй районынан Фәрит Юнысов һәм Бөрйән районынан Салауат Әхмәтов тарафынан башланды. 11 апрелдә акцияға БДУ студенты Юлай Мәүләтҡолов ҡушылды, ә 12 апрелдә Ҡазан университеты студенты Рамай Юлдашев тә, уларға теләктәшлек белдереп, ике көнлөк аслыҡ иғлан итте. Йәш көрәшселәрҙең изге Ҡоба тауындағы нәфрәт төйәгенә көн һайын һәм бер туҡтауһыҙ уларға теләктәшлек белдереүсе халыҡ төркөмдәре ағылды, был урын «Азатлыҡ тирмәһе» тип аталды.

Башҡорт йәштәренең сая акцияһы баш ҡала һәм республика етәкселәренең йөрәгенә лә шом һалып, уны туҡтатырлыҡ сәйәси сара таба алмағанлыҡтарынан, кемдәрелер мәсьәләне мәкерле көс ҡулланыу ярҙамында сисергә лә маташты. Апрелдең 13-өнән 14-енә ҡарай төндә, Азатлыҡ тирмәһен һаҡлаусылар аҙ һанлы булыуҙан файҙаланып, «БАР 17-09» номерлы ПАЗ автобусында тейәлеп килгән, күҫәктәр һәм бысаҡтар менән ҡоралланмыш 25 ҡарагруһтан ғибәрәт шаҡшы төркөм асығыусыларҙы ятҡан урындарынан һөйрәп сығарып туҡманы ла автобустарына тейәлеп йәһәт тайҙы. Ҡанға батырып имгәтелгән Ғәйнуллин Данирға иптәштәре Юнысов Фәрит, Хөпбөтдинов Илдар менән бергә дауаханаларға эләгеп, яраларын оҙаҡ ҡына йүнәлтергә тура килде. Әммә улар урынын башҡалар алды, сәйәси акция бер көнгә лә, бер минутҡа ла туҡталманы. 15 апрелдә үк, «акцияла ҡатнашыусыларға һөжүм итеүҙәренә протест белдереп, түбәндәге йәштәр аслыҡ иғлан итеүселәргә ҡушылды: Башҡорт дәүләт педагогия институтынан Рәил Таулыбаев, Ирек Нурлығаянов, Рифат Бүләков, Илһам Йәндәүләтов, Айнур Әмиров, Лилиә Салихова, Шәһәрниса Лоҡманова, Айгүзәл Ғабсадирова, Айгөл Нурғәлина, БДУ студенттары Сабияр Миңдеяров, Байтулла Фәтҡуллин, Фәнүр Йәғәфәров, Рауил Батталов, Зәлиә Мозафарова, Нурания Кәлимуллина, Венер Харрасов, Ауыл хужалығы институтынан Батыр Үҙәнбаев һәм XXII партсъезд исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы слесаре Руслан Муллагилдин... Тағы ла 101 егет һәм ҡыҙ был сәйәси акцияға ҡушыласаҡтарын белдерҙе» («Йәшлек», 1992 йылдың 16апреле).Асығыусыларҙың «төп лозунгылары — «Ирекле илдә — Азатлыҡ, Тигеҙлек һәм Туғанлыҡ!». Төп талаптары — Юғары Совет Рәйесе М. Рәхимов менән Министрҙар Советы Рәйесе М. Мирғәзәмовтың отставкаға сығыуы, Россия Федерацияһы менән дәүләт-ара мөнәсәбәт нигеҙҙәре тураһында килешеү төҙөү» («Йәшлек», 1992 йылдың 14 апреле).

Ҡанлы фажиғәнең иртәгәһенә үк башҡорт халыҡ хәрәкәттәренең берлектәге ике документы таратылды матбуғатта (минең ҡулда «Замандаш»тың 1992 йыл 23 апрель һанында донъя күргәне):

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 488. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...


Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...


Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...


Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Менадиона натрия бисульфит (Викасол) Групповая принадлежность •Синтетический аналог витамина K, жирорастворимый, коагулянт...

Разновидности сальников для насосов и правильный уход за ними   Сальники, используемые в насосном оборудовании, служат для герметизации пространства образованного кожухом и рабочим валом, выходящим через корпус наружу...

Дренирование желчных протоков Показаниями к дренированию желчных протоков являются декомпрессия на фоне внутрипротоковой гипертензии, интраоперационная холангиография, контроль за динамикой восстановления пассажа желчи в 12-перстную кишку...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Философские школы эпохи эллинизма (неоплатонизм, эпикуреизм, стоицизм, скептицизм). Эпоха эллинизма со времени походов Александра Македонского, в результате которых была образована гигантская империя от Индии на востоке до Греции и Македонии на западе...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия