Студопедия — Жәл геттоһымы?
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Жәл геттоһымы?






Ярты ҡитғаны биләп алған Рәсәй империяһының урыҫ булмаған халыҡтарҙы елеген һурып ҡол ҡылыу юлында башҡорт халҡы быуаттар буйына ҡарышты, империя аждаһаһының тамағына арҡыры һөйәктәй торҙо. Шул һөйәкте сәйнәп ташлап ҡотолоу өсөн, быуат-быуат ни золомдар ҡылынманы ла башҡорт ҡандары шарлап күпме аҡманы! Геноцидтың һуңғы ҡаҙанышы итеп аҫаба-башҡорт ерҙәренең үлемесле радиоактив сүплеккә, химия «душегубка»һына әйләндерелеүен атаһаҡ та хата булмаҫ. Был төп халыҡ тамырына балта сапты, башҡорт генофондын упҡын ҡырыйына терәне. Әжәл салғыһын һәр яҡтан да тиҙләтеп, упҡынға тиҙерәк тибеп ауҙарыу өсөн, Ҡоншаҡ, Мейәстең эсер һыу-йылға баштарына, сөмөлйөм күлдәренә миллионлаған тонна радиоактивлы әжәл сүбе түгелде, көньяҡлап Тоцк полигонында атом-үләт шартлатылып, үлемесле саңдары сәсрәтелде, Эстәрлетамаҡта, Пермдә ер аҫтында йәшерен гөрһөлдәтеп атом йәҙрәһенең үләт ыуы шишмә сығанаҡтарына һеңдерелде. Шуларға өҫтәп көнбайышыбыҙҙа Ғазраил-мур моҡсайы — атом электр станцияһы тиҙләтеп төҙөлә башланы, көнсығышыбыҙҙа Ямантауҙың аҫтына яман өңөп кереп Әжәл йәшерен өң ҡорҙо... Етмешенсе йылдарҙа шул яманатлы Ямантауға Кремль ҡарты Косыгин үҙе килеп, ошо көндә бөтәбеҙҙең йәнен алырҙай янаған яңы приговорға ҡул ҡуйғас, Татлы тигән башҡорт ауылын татһыҙлатып йотоп өлгөргән яманлыҡ өңөнә туралатып Белорет — Шишмә тимер юлы һуҙылды ла удар комсомол төҙөлөшө тип данланды. Шул удар төҙөлөш тураһында “Ағиҙел” журналынан мәҙхиә яҙырға ебәрелгән мин фәҡир, эргәлә генә шомло ер аҫты ҡалаһы төҙөлөп ятҡанлығын, ҡолас буйлыҡ оҙон аҡсаға фәҡәт урыҫ, украин, белорус кешеләре ялланып эшләүен, ә ерле халыҡ яҡын юлатылмауын оҙон ҡолаҡтан ишетеп, дөрөҫлөгөн тикшереп ҡарарға итһәм дә, уратып алған сәнскеле тимер сым һәм ҡораллы ғәскәр кәртәһен аша уҙа алманым... Хәҙер килеп шул шомло өңдөң тәғәйенләнеше тураһында ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа «радиоактив сүп һаҡлағыс» тигән яман имеш-мимеш таралғас һәм республикабыҙҙың шул ер аҫты йәшерен эшмәкәрлегенән ныҡ хәбәрдар юғары даирә дәүләт әһелдәренең өсөһөнән бер-береһен һемәйтеүсе өс төрлө аңлатма («Рәсәй дәүләт һәм хөкүмәт етәкселәренең хәтәр саҡта төшөп боҫоу урыны», «Рәсәйҙең алтын-көмөш хазиналарын һаҡлағысы», «Рәсәйҙең ҡара көнгә аҙыҡ-түлек келәте»...) сираттан тыш VI башҡорт халыҡ йыйынында иң юғары трибунанан рәсми рәүештә алынғас, баяғы имеш-мимештең асы хаҡиҡәт булыу ихтималлығы инандыртҡыс көсәйҙе. Сөнки алтмышынсы йылдарҙа уҡ большевистик империяның конвейерҙарынан өҙлөкһөҙ ағылған йәҙрә ҡоралдарын да, кәбәнләнеп өйөлә барған радиоактив сүптәрен дә ҡуйыр урыны ҡалмауы, уларҙы донъя күҙенән йәшереү бер проблемаға әүерелеүе, ошоғаса сер итеп ҡырҡ йоҙаҡ артында ныҡ йомоп тотолһа ла, билдәлелек арҡаһында бар донъяға фашланды ла Ямантауҙың әлегәсә асылмаған яман серен (сирен?!.) тоҫмаллау форсаты тейҙе. Өҫтәүенә, империя яртылаш емерелеп, һыныҡтарында үҙ аллы дәүләттәр шытып, Рәсәйҙә, Украинала, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда баштан ашҡан хәтәр йәҙрә ҡоралдарын йә яртылаш, йә бөтөнләй юҡ итергә ҡаты ихтыяж артты. Йәҙрә илтеүсе ракеталарҙың һөлдәләрен, әйтәйек, тимер-томорға тураҡлап та булалыр, әммә хәтәр йәҙрәле башаҡтарын... шым ғына бороп алып... баяғы удар тимер юлдан әлеге әп-әҙер яман өңгә — Ямантау аҫтыналыр, моғайын... Быға элекке СССР атом электр станцияларының, элекке ут күрше социалистик илдәргә СССР үҙе төҙөшөп биргән шундай уҡ ҡоролмаларҙың үлемесле радиоактив сүптәре (дәүләт-ара килешеүҙәр буйынса, ул сүптәрҙе йыйыштырыуҙы СССР үҙ муйынына баулаған), шулай уҡ Германия һ.б. капиталистик илдәрҙең дә тап шундай уҡ хәтәр мөлкәтле контейнерҙары (бының өсөн, имеш, Рәсәйгә марка һәм долларҙар яуасаҡ!) өҫтәлә — моғайын да бөтәһе әлеге лә баяғы шул яманатлы Ямантауға!.. Әммә мәңгелек Ямантау ҙа инде мәңгелек түгел (изге Шәке тауыбыҙҙың бөтөүен хәтерләгеҙ!) — океан аръяғы ракеталары уға тура тоҫҡалыр, аҫтағы йоҡлап ятҡан әжәл уятылып, өҫтәгегә тоташып, тауҙы салҡан ҡапландырыр, алтын бишегебеҙ Урал яман әжәл түшәгенә әйләнер, йәҙрә яғыулыҡлы һәм төтөнһөҙ крематорий барыбыҙҙы теүәлләр — һис бер гетто-гулаг та, ҡатилдар ҙа кәрәкмәҫ, тәүбә-тәүбә...

Яңыртып ҡороу тип аталған был йылдарҙа империяның урыҫ түгел милләттәре урыҫҡа тиң үҙ аллылыҡ ҡаҙанырға, колониализмдан арынырға талпынғас, «берәгәй, бүленмәҫ Рәсәй» өсөн ҡырҡышыусылар быуаттар буйына баҫып алынған ул милләттәрҙең үҙ мөҡәддәс ерҙәрендә дөйөм халыҡ йән иҫәбенең нисә процентын ғына тәшкил иткәнлеген иҫәпләп сығарырға, баҫҡын күпселлеге менән төп аҙсылыҡтың милләт яҙмышын шуға бәйләп үҙҙәре хәл ҡылырға уҡталдылар. «Резервация» тигән һүҙҙәр ҙә салынды матбуғатта, АҠШ тәжрибәһен байҡауҙары йәнәһе. Их, Американың бөтөп барыусы шул төп халыҡтарын, индейҙарҙы, ысын йән өрөп тергеҙеүсе, сәскә аттыртыусы шул резервациялар үҙебеҙҙә булһасы, тип әсенәһең башыңа баҫып баҡыртҡан саҡтарында; әммә Рәсәй империяһының гулаг төҙөргә генә йәтеш ҡырағайлығы ундай гөманлыҡҡа һәләтлеме ни! Уның ҡара бәғеренән ярып сыҡҡан яңы хәбәрҙәр ҙә гиҙә башланы — үҙ еренә үҙе хужа булмаҡсы халыҡтар шуны белеп торһондар: үҙ аллылыҡ алыу өсөн милли дәүмәле (йән иҫәбе) мотлаҡ туҡһан проценттан да кәм булмаған бер төркөмгә уҡмашып, бер урынға күсенеп төйәкләнеү кәрәк икән уларға, ә төйәкте тейешле ерҙән (ҡайҙан — электән йәҙрә ҡоралдарын шартлатып һынаған үлемесле радиоактив полигондарҙан!..) Рәсәй Президенты үҙе күрһәтер... Аллам һаҡлаһын, яңылышһам ярар ине бөтөнләй, әммә ләкин беҙҙең ише халайыҡтарға ысынлап та әжәл геттоһы тәғәйенләнә түгелме? Рәсәй Президентының тап ошо көндәрҙә Һарайтауҙа (Саратовта) үҙенең элекке автономияһын дәғүәләүсе немец халҡына ҡарата бар донъяға мәғлүм ҡылған белдереүе төшөрҙө был баш китмәле уйҙарға...

15.01.1992.

 

Боларған илдә күңел дә боларынҡы – йәнемә һис тынғылыҡ тапмай инем...

Шул арала республикала сәйәси хәлдәр ҙә киҫкен ҡырҡыулашыуға юҫыҡланды.

 

 

Азатлыҡҡа янай ҡурҡыныс. Рәхимов икеләнә;

 

Башҡортостандағы сәйәси мөхит ҡыҙышҡандан-ҡыҙышты — М.Ғ. Рәхимов Мәскәүгә саҡыртылып, беҙҙең хоҡуҡтарҙың иң мөһимдәрен юҡҡа сығарасаҡ Федератив килешеү тексының проектына алдан алдырып ризалыҡ биреп ҡайтты. Һәм был документҡа ошо 1992 йылдың 31 мартында Мәскәүҙә уның тарафынан ҡул ҡуйыласаҡ ине. Алдынғы йәмәғәтселек быға ҡарата үҙенең ҡырҡа ризаһыҙлыҡ фекерен «Башҡортостан» гәзитенең 26 март һанында белдерҙе:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 406. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Медицинская документация родильного дома Учетные формы родильного дома № 111/у Индивидуальная карта беременной и родильницы № 113/у Обменная карта родильного дома...

Основные разделы работы участкового врача-педиатра Ведущей фигурой в организации внебольничной помощи детям является участковый врач-педиатр детской городской поликлиники...

Ученые, внесшие большой вклад в развитие науки биологии Краткая история развития биологии. Чарльз Дарвин (1809 -1882)- основной труд « О происхождении видов путем естественного отбора или Сохранение благоприятствующих пород в борьбе за жизнь»...

Внешняя политика России 1894- 1917 гг. Внешнюю политику Николая II и первый период его царствования определяли, по меньшей мере три важных фактора...

Оценка качества Анализ документации. Имеющийся рецепт, паспорт письменного контроля и номер лекарственной формы соответствуют друг другу. Ингредиенты совместимы, расчеты сделаны верно, паспорт письменного контроля выписан верно. Правильность упаковки и оформления....

БИОХИМИЯ ТКАНЕЙ ЗУБА В составе зуба выделяют минерализованные и неминерализованные ткани...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.014 сек.) русская версия | украинская версия