Студопедия — Г. — Записка о башкирском вопросе в Российской империи и о наилучших способах его разрешения, составленная казанским губернатором А.П. Волынским.
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Г. — Записка о башкирском вопросе в Российской империи и о наилучших способах его разрешения, составленная казанским губернатором А.П. Волынским.






Уповаю я, что не совершенно известно о состоянии башкирского народа, которых мы внутри государства почитая себе подданными имеем; а по моему... мнению надлежит оных держать и от них осторожность иметь паче всякого внешняго неприятеля по многим доказательствам. Первое, что они имеют махометанский закон и по закону своему, конечно, должны быть христианам неприятели, что уже к Российской империи неоднократно от них через бунты, а потом и самыми разорениями подданнным злоба их явно показана... Второе видно из сего, что народ их такою жестокою злобой исполнен, а время от времени непрестанно умножается и растет, так что через 20 прошедших лет не была прямых башкирцов больше 35 000, или по крайней мере 40 000, а ныне з беглецами стало больше 100 000... И хотя ныне видим, что башкирский народ является кроток, однако же не возможно сказать, чтоб оной был в совершенном и послушании, понеже беглых принимают, несмотря ни на какие указы, и податей не платят, но живут по своей воле, как сами хотят... И по моему б мнению всего лутче, естьли б каким политическим способом их оттуды убавить хотя до половины, а на протчих наложить сперва умеренные подати, а потом время от времени прибавлять... чтобы уже они никакими мерами рук своих противу поднять не могли... Напоследок, когда всевышний поможет оной богомерзкий народ под игу привести, мошно уже со временем будет и то учинить, чтоб ни один иноверец живущей тамо не имел у себя никаково ружья под смертною казнию и притом накрепко смотреть, чтоб уже ни откуды никакова ружья никто к ним не провозил под такою же смертною казнию...

Күрәһегеҙ: башҡорт халҡына ҡарата батша сатраптарының хөсөтөн совет сатраптары дәррәү бойомға ашырҙы...

2. Волынскийҙан һуң бер быуаттай үткәс, декабрист (хәҙергесә «демократ» була инде!..) П.И. Пестелдең Рәсәйҙе үҙгәртеп ҡороу программаһы «Русская правда»нан (АИФ, 45/91):

1. Решительно покорить все народы, живущие к северу от границы... между Россией и Персией, а равно и с Турцией... 2. Разделить все кавказские народы на два разряда: мирные и буйные. Первых оставить в их жилищах и дать им российское правление и устройство, а вторых — семейно переселить во внутренность России, раздробить их меньшими количествами по всем русским ведомостям. 3. Завести в кавказской земле русские селения и всем русским переселенцам раздать все земли, отнятых у прежних буйных жителей, дабы всем способом изгладить на Кавказе даже все признаки его обитателей и обратить сей край в спокойную и благоустроенную область русскую»...

Бына бөгөн шул Кавказда тау халыҡтарының үҙ аллылыҡ өсөн көрәше ялҡындай дөрләгәс, «демократик» битлекле бөгөнгө Рәсәй империализмы, тап баяғы декабрист Пестель һәм гөбөрнәтер Волынский бабалары ҡушҡанса, үткән ноябрь айында уларҙы «ҡыйыу баҫтырыу» өсөн шанлы ҡырғын әтрәттәрен ебәрҙе. Рәсәй вице-президенты генерал А. Руцкой әфәнденең Чечен Республикаһы президенты Ж. Дудаев менән һөйләшеүендә лә тап баяғы үткәндәргә тура күпер һалына: «По свидетельству Д. Дудаева, — тип белдерә АИФ, — во время его переговоров с А. Руцким один из высокопоставленных чинов пытался объяснить новоиспеченному президенту: — России нужно, чтобы все были в составе, и все. — А наше право? — Вот придут две-три дивизии — и все ваше право»... Сәйнеп ҡаптырыу кәрәкмәй был урында: Рәсәй империализмының һәр ҡайҙа ла, һәр ҡасан да маҡсаты ла, алымы ла бер төрлө. Генерал А. Руцкой эргәһендәге ниндәйҙер бер чиновниктың һүҙҙәре өсөн «Яңыртылған демократик Рәсәй» хөкүмәте, парламенты яуаплы түгел, тип әйтерҙәр, бәлки. Улайһа, РСФСР Юғары Советының 1991 йылдың 11 октябрендә Р.И. Хасбулатов ҡул ҡуйған «РСФСР составындағы республикаларҙың башҡарма власть башлыҡтары тураһында» тигән ҡарарына күҙ йүгертәйек: «1. Глава исполнительной власти (президент) республики в составе РСФСР входит в единую систему исполнительной власи РСФСР и вступает гарантом прав и свобод личности, соблюдения Конституции и законов республики в составе РСФСР, защищает суверенитет, экономические и политические интересы РСФСР и республики в составе РСФСР», — тип аҡҡа ҡара менән яҙылған унда. Урыҫ булмаған халыҡтарҙың үҙ билдәләнешкә изге хоҡуҡтарын кәүҙәләндергән үҙ аллылыҡ тураһындағы декларациялары Рәсәй парламенты тарафынан күҙ асып йомғансы сүплеккә быраҡтырылған, президенттары ҡурсаҡҡа — марионеткаларға әйләндерелгән... Әгәр ҙә ки РСФСР мәнфәғәттәре «РСФСР составындағы республика» мәнфәғәттәренә тап килмәһә һәм республика халҡы республика президентынан үҙенең мөҡәддәс мәнфәғәттәрен республика законы менән яҡлауҙы даулаһа? Үҙ республика халҡының мәнфәғәттәрен тоғро һаҡларға һайлаусылары алдында Ҡөрьән (Библия) тотоп ант иткән республика президенты баяғы А. Руцкой яранына Чеченстан президенты Дудаев биргән «Ә беҙҙең хоҡуҡ?» тигән һорауҙы ҡабырғаһы менән ҡуйһа?..

Ләкин «Яңыртылған демократик Рәсәй» Юғары Советының шул уҡ ҡарарында быға ла яуабы әҙер: «...Действие актов главы исполнительной власти (президента) республики в составе РСФСР в случае их противоречия Конституции и законам РСФСР может быть приостановлено Президентом РСФСР»... Ҡайһындай ҙа мәсхәрә: РСФСР-ҙың урыҫ булмаған миллионлаған халыҡтарын империяның өнһөҙ ҡолдары кимәленә ҡолатып иҙеү! Юғары Совет ҡарарында «РСФСР Президенты» баш хәреф менән яҙылып та, «республика президенты»н бәләкәй хәрефләп түбәнһетеү үҙе генә лә ни тора! Теләһәк, һеҙҙәрҙе беҙ тырнаҡ аҫтына ғына һалып һытабыҙ, тимәкселәр түгелме?!.

Бына шулай ул, ҡәҙерле уҙамандар... Үҙебеҙҙең ерлеккә ҡайтарып әйтһәк, империализм-йыртҡыстың маҡсаты бер: Башҡортостанды — башҡортһоҙ, өйҙө хужаһыҙ ҡалдырыу, ә хужаһыҙ өйҙө мөмкин йәнең тәләгәнсә таларға. Ленинсылар “юлбаҫар” тип атаған хатта Британия, Франция империализмдары ла үҙҙәре колония ҡылған Африка һәм Азия илдәренә мул тормошло цивилизация, ысын үҙ аллылыҡ ҡалдырып китһәләр, ленинсылар һәм хәҙерге «демократ»тар етәкләгән Рәсәй империализмы иһә үҙе иҙеп ҡанһыратҡан колония халыҡтарын йырып сыҡҡыһыҙ фәҡирлеккә һәм бөтөүгә дусар ҡылып, торор ерен, эсәр һыуын, һулар һауаһын үлемесле ағыуҙарға, радиоактивлы ташландыҡтарға ҡандырып, шулай ҙа ҡорбандарын һис кенә лә тырнаҡтарынан ысҡындырырға теләмәй, әле һаман аяҡ-ҡулдарын тышаулап тота бирә. Шуныһы ла фәһемле: империализмдың Африкалағы һуңғы реликты булып танылған раса айырыусы Көньяҡ Африка Республикаһы (КАР) заманында әгәр апартеид (халыҡтарҙы тән төҫөнә ҡарап дүрт сортҡа бүлеү) политикаһы уҙғарыу менән данланһа, планеталағы ҡоро ерҙең алтынан бер өлөшөнә тамырланған икенсе бер реликт — СССР-Рәсәй империализмы — халыҡтарҙы уларҙың йән иҫәбенә һәм биләгән ерҙәренә ҡарап шулай уҡ дүрт сортҡа айырыу политикаһы менән шанланды. КАР инде хәҙер апартеид политикаһынан баш тарта, расистик тип танылған шул дәүләттең хатта ҡап-уртаһында уҡ ҡара тәнлеләрҙең Лесото дәүләте әллә ҡасандан үҙ аллы йәшәп килә. Ә «Яңыртылған демократик Рәсәй» империализмы иһә һаман үҙенең колонияларындағы халыҡтарҙы баяғы сорттарға айырып тота бирә, Рәсәй дәүләте уртаһында ла, ситендә лә үҙ аллы дәүләт ҡорорға һис кемдең хаҡы юҡ тип нығыта — хатта КАР расистары хәтле лә була алмайҙар бындағы аҡ йортло һәм аҡ тәнле «демократ»тар... Бына ниңә башҡорт милләтен яҡларлыҡ, уны юҡҡа сығыуҙан араларлыҡ һәр тәҡдимде, закон проектына һәм Конституцияға төҙәтмәне берҙәм ҡул күтәреү менән кире ҡағыусы Башҡортостан парламенты халыҡ депутаттарының һалҡын-ҡәнәғәт йөҙҙәренән тиртә мыҫҡыллы мәкер: «Бахырсыҡ башҡорттар, күпме тыпырсынһағыҙ ҙа, яҙмышығыҙ беҙҙең ҡулда — бесәй тырнаҡтарынан ҡасан сысҡандың ысҡынғаны бар?!.»

Донъялағы хатта иң бәләкәй, иң артта ҡалған тип иҫәпләнгән халыҡ та үҙ яҙмышын үҙе генә хәл ҡылырға хоҡуҡлы. Башҡа бер ниндәй халыҡ та күпселек тауыш ярҙамында уның яҙмышы менән уйнарға хаҡы юҡ — халыҡ-ара ныҡ танылған норма был. Хәйер, империализм өсөн кешелек нормаһы юҡ, үҙ ҡанунынан башҡа. Башҡортостанға исем биргән төп милләтте юҡҡа сығыуҙан ҡотҡарып ҡалыуҙың дәүләт программаһын төҙөтөргә тырышыу ҙа, уның мәнфәғәттәрен ҡурсалау өсөн Башҡортостан парламентында төп милләттән халыҡ депутатлығына илле процентлы квота булдырырға ынтылыу ҙа тәҡдимдәрҙең Юғары Совет лабиринттарында аҙаштырылып ҡалдырылыуы менән осланды. Хәйер, ул зарығып көтөлгән тәҡдимдәр халыҡ депутаттары табынына өлгәшкәндә лә шовинист-империалистик күпселектең ҡайһылай хәл ҡыласағы билдәле — баяғы шул егерменсе йылдан башлап башҡорт ерендә башҡорт яҙмышын башҡортҡа ярашлы хәл итерлек парламент та, хөкүмәт тә булғаны юҡ, был хәлендә һәм ул булмаясаҡ та...

Әлхасил, башҡорт бының барыһын да үҙенең ете ҡат тиреһенән үткәреп-татып аңланы, һабан менән ҡылыс һабына күнеккән көрәктәй ике ҡулын юғарыға ялбартып бәхет көтөү заманы тамамланғанлығын күрҙе — талап итеп, яулап алырға ваҡыт. Ярты мең йыллыҡ башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең яңы этабы башланды. Сал быуаттар буйына был Самарау иле Башҡортостан уны белгән бөтә халыҡтар өсөн дә ғәҙеллектең төйәге, матур өлгөһө булды, ә хәҙер килеп төп милләткә ҡылынған ғәҙелһеҙлекте башҡорт халҡы кисерә алмай артабан. Республика парламентын, республика етәкселәрен ғәҙеллеккә саҡырып ҡына ғәҙеллек юллап булмағанлығын тормош яҡшы күрһәтте. Ғәҙеллекте ҡотолғоһоҙ үҙенән-үҙе тәьмин итерлек дәүләт механизмын ҡорорға кәрәк. Ошо юлда бөтә башҡорт зыялыларын, хәрәкәттәрен бөгөн бергә туплағыс бер нәмә бар:

Ерендә үҙ аллы һәм азат йәшәргә хаҡлылығын дәғүәләгән милләтебеҙҙең берҙәм мөҡәддәс хәрәкәтен туплап кәүҙәләндереүсе, теләктәрен бойомға ашырыусы Башҡорт Милли Конгресын (БМК) иғлан итергә кәрәк бөтә башҡорт милләтенең декабрҙә саҡырыласаҡ сираттан тыш йыйынында.

Унда тағы түбәндәгеләр ҡабул ҡылынырға хаҡлы тигән дөйөм фекер бар (быны беренсе проект итеп ҡарарға мөмкин). Йәғни бына ҡайһылай булырға тейеш ул ойошмабыҙҙың нигеҙе:

БМК хәҙерге Юғары Советҡа һәм хөкүмәткә бәрәбәр (альтернатив) ваҡытлы хөкүмәт булып тора. БМК үҙен башҡа милләттәргә, халыҡтарға ҡаршы ҡуймай, ә ата-бабаның башҡа милләттәр менән дуҫ, һыйышып йәшәү традицияларына тоғролоҡ һаҡлай.

Бөтә башҡорт милләтенең ошо сираттан тыш йыйынында үҙенең хәҙерге сиктәре эсендәге БССР Башҡортостан иле артабан Башҡортостан Республикаһы тип иғлан ителә, Башҡортостан Республикаһының үҙ аллылыҡ тураһындағы Декларацияһы ҡабул ҡылына.

Башҡортостан Республикаһынан ситтә йәшәүсе башҡорттарға ла үҙ-үҙенән (автоматик рәүештә) Башҡортостан Республикаһы гражданлығы бирелә (бының өсөн улар паспортындағы «милләте башҡорт» тигән яҙыу ҙа етә), уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен ҡурсалау Башҡортостан Республикаһына йөкмәтелә. Бер юлы Башҡортостандың башҡа милләтле граждандарының да Башҡортостандан ситтәге үҙҙәренең милли дәүләттәренең граждандары булыу хоҡуғы таныла. Уларҙың һәм республикалағы йән иҫәбе аҙ һанлы башҡа милләт кешеләренең гражданлыҡ мәнфәғәттәрен ҡурсалауҙы Башҡортостанға исем биргән төп милләт үҙ бурысы итеп ала. Башҡорт халҡы ғүмер-баҡый үҙ еренә башҡа халыҡтарҙы үҙе кеүек күреп һыйындырғанлығын, мәрхәмәтен иҫкәртеп тороу кәрәкмәй — халыҡтарҙың үҙҙәренә, тарихҡа яҡшы мәғлүм.

Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп Башҡортостан Республикаһының егерме биш йәштән кесе һәм алтмыш йәштән өлкән булмаған, һайлау хоҡуғына эйә булған, Башҡортостан Республикаһы территорияһында кәмендә ун йыл йәшәгән, дәүләт (башҡорт) телен тулайым һәм камил белгән, шулай уҡ милләт-ара аралашыу (урыҫ, татар) телдәрен белгән гражданы һайлана ала. Йәш яғына килгәндә, Салауат Юлаев менән Шәйхзада Бабич егерме ике һәм егерме дүрт йәштәрендә үк хәҙерге президенттар эшләй алмаҫлыҡ эштәрҙе башҡарып өлгөргән бит.

БМК башҡа дәүләттәрҙең (республикаларҙың) территорияларын дәғүәләмәй, ә Башҡортостан Республикаһы территорияһының бөтөнлөгөн, сиктәренең боҙолмауын бөтә саралар менән ҡурсаларға әҙер тороуын белдерә;.

БМК Башҡортостан Республикаһын Рәсәйгә ҡаршы ҡуймай, ә, ата-бабалар традицияларына тоғролоҡ һаҡлап, Башҡортостан Республикаһы менән Рәсәй мәнфәғәттәре тигеҙ бизмәнләтелгән (сбалансированный) дәүләт-ара килешеү нигеҙендәге ҡаҡшамаҫ конфедератив берлектә (союзда) туғандарса берегеп йәшәүҙе мөҡәддәс маҡсат итеп ҡуя.

БМК Башҡортостан Республикаһына исем биргән төп (башҡорт) милләтен асыҡтан-асыҡ йәки аҫтыртын үткәрелеүсе геноцидтан ҡурсалау өсөн изге көрәшен был этапта тыныс демократик саралар менән алып бара. Тыныс демократик саралар үҙҙәрен аҡламаған хәлдә, көрәштең башҡа сараларын ҡулланыу хоҡуғын һаҡлай.

Башҡортостан Республикаһы — йәҙрә ҡоралһыҙ территория тип иғлан ителә. Рәсәй менән конфедератив берлеккә (союзға) кергән хәлдә, конфедерацияның дөйөм именлеген тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһының күпме һәм ниндәй өлөш керетеүе дәүләт-ара килешеүҙә билдәләнә. Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы бөтә хәрби (ҡораллы) көстәр Башҡортостан Республикаһы граждандарынан ғына төҙөлә. Хәрби хеҙмәткә алынған Башҡортостан Республикаһы граждандары хәрби хеҙмәт ваҡытын Башҡортостан Республикаһы территорияһында ғына атҡара. Башҡортостан Республикаһындағы бөтә хәрби (ҡораллы) көстәр Башҡортостан Республикаһы Президентына ғына буйһона. Хәрби өлкәләге дөйөм конфедерация мәнфәғәттәре лә (һуғыш иғлан итеү һәм солох төҙөшөү) Башҡортостан Республикаһына ҡағылышлы осраҡтарҙа Башҡортостан Республикаһы Президенты һәм Юғары Советы аша бойомға ашырыла...

«Конгресс» — донъяға билдәле һүҙ, шул уҡ йыйын, ҡоролтай тимәк латинса. Сит илдәргә ла аңлайышлы итеп, ойошмабыҙҙы шулай атайыҡ. Эшләп килгән Юғары Совет парламенты төп милләт мәнфәғәттәрен һанға һуҡмағанлыҡтан, уға бәрәбәр (альтернатив) итеп эстондар ҙа, чечендар ҙа үҙ Милли Конгрестарын төҙөнө. Ул Конгрестарҙың ҡаҙанышы бөгөн аныҡ күҙ алдыбыҙҙа. Һиндостан Милли Конгресы үҙ ваҡытында Британия империализмын еңеп, Һиндостандың үҙ аллылығына иреште. Африка Милли Конгресы тиҫтәләгән йылдар буйынса ундағы апартеидҡа ҡаршы көрәш хәрәкәтен етәкләй, ул да КАР парламентына һәм хөкүмәтенә кереп ерегә башланы инде. Африка Милли Конгресын төҙөткән сәбәптәр беҙҙекенә оҡшашыраҡ, әммә башҡасараҡ та: унда төп золом — апартеид, ә беҙҙә иһә апартеидты ла үҙ эсенә алған йә асыҡтан-асыҡ, йә аҫтыртын геноцид. Шуға күрә Башҡорт Милли Конгресының төп маҡсаты — геноцидҡа ҡаршы был этапта политик саралар менән көрәш, уны юҡ итеү. Бының өсөн кәрәк:

1. Башҡортостандың ысын үҙ аллылығына өлгәшеү — Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәйҙең ике-ара килешеүе нигеҙендә конфедератив берлеккә (союзға) кереү. Рәсәй менән беҙ ике тапҡыр (1557 һәм 1919 йылдарҙа) дәүләт-ара килешеү менән берләштек, икеһендә лә конфедератив хоҡуҡтарға эйә булдыҡ (төп күрһәткесе — үҙебеҙҙең милли ғәскәргә хоҡуҡ). Ә хәҙерге Рәсәй хакимиәте тәҡдим ҡылған федератив берлектең төп асылы (унан сығыу хоҡуғы юҡлығы — «берәгәй һәм бүленмәҫ Рәсәй») бер кемгә лә ҡол булырға күнекмәгән ғорур башҡорт намыҫына ныҡ тейә. Ҡәбергә генә керәләр сыҡмаҫ өсөн. Башҡортостан Рәсәйҙе халыҡтарҙың ҡәберенә әйләндереүгә ҡаршы. Һәр хәлдә, башҡорт милләте ҡәбергә керергә теләмәй ҙә йыйынмай... Рәсәйгә берегеп йәшәү өлгөләрен ярты мең йыл буйына беҙ аҙ күрһәтмәнек, Рәсәй ҙә беҙҙе хөрмәт итергә һәм аңлап ышанырға тейеш.

БМК 1991 йылдың 1 ноябренәсә Башҡортостанда төйәкләнеп йәшәгән башҡа милләт кешеләренең биләгән ер-һыуҙарын, мөлкәттәрен дәғүәләмәй. Ләкин ошо көндән башлап башҡа милләт кешеләренең Башҡортостанға күсенеп килеүҙәрен ҡәтғи тыя һәм туҡтата. 1991 йылдың 1 ноябренәсә Башҡортостанда төпләнеп йәшәгән ғаиләләрҙең Башҡортостандан ситтәге ағзаларының әйләнеп ҡайтыуы, шулай уҡ ситтән бында никахҡа кереүселәрҙең килеүе тыйылмай. Әгәр ошо ҡәтғи ҡарар боҙолһа, Башҡортостанға ситтән рөхсәтһеҙ күсенеп килеүселәрҙе кире ҡайтарып ебәреү өсөн башҡорт халҡы теләгән бер сараларҙы, шул иҫәптән көс ҡулланырға хаҡлы. Оҙайлы геноцид һөҙөмтәһендә үҙ республикаһында аҙсылыҡта ҡалған һәм бөтөп барған төп милләтте ҡайтанан тергеҙер өсөн, Башҡортостан Республикаһы төрлө сәбәптәр арҡаһында республиканан ситтә ҡалған, хәҙер әйләнеп ҡайтырға теләгән башҡорттарҙы ҡайтарып алырға дәүләт ҡаҙнаһынан ярҙам күрһәтә. Республика халыҡ хужалығына үтә зарури белгестәрҙе генә, милләттәренә ҡарамай, уларҙың Башҡортостанда ҡалыу ваҡыты күрһәтелгән контракт менән ваҡытлыса килтерергә, бындай кәрәкле белгестәрҙе үҙебеҙҙә әҙерләүҙе тәьмин итергә;.

Бөтә башҡорт милләтенең ошо сираттан тыш йыйынында Башҡорт Милли Конгресының закондар сығарыусы Юғары Шураһы (Советы) һәм Башҡарма Комитеты һайлана (һәр ҡайһыныһы ун берәр кешенән). Бөтә Башҡортостан буйлап уларҙың урындарҙағы структуралары төҙөлә. БМК Юғары Шураһы менән Башҡарма Комитеты үҙҙәренең бөтә аппараты менән элекке КПСС рескомының бинаһына урынлаша. Урындарҙағы структуралары ундағы Советтарға, башҡармаларға (мэрияларға) кереп ерегә. Башҡортостан байлыҡтарында төп милләттең бәхәслекһеҙ ҙур өлөшө булғанлығын танып, БМК Юғары Шураһын һәм Башҡарма Комитетын уларҙың урындарҙағы структуралары менән бергә дәүләт бюджетынан финансылауҙы БССР — Башҡортостан Республикаһы үҙенә йөкмәй.

2. БМК ошоғаса урыҫ һәм татар мәнфәғәттәрен генә ҡурсалаусы хәҙерге БССР Юғары Советын һәм Министрҙар Советын ҡыуып таратыуҙы (түңкәрелдереүҙе) үҙенең бурысы итеп ҡуймай, республика хакимиәтендә урыҫ һәм татар мәнфәғәттәре лә башҡорт мәнфәғәттәре менән типә-тиң ҡурсаланырға хаҡлы тип һанай. Фәҡәт шул ниәттән сығып, БМК хәҙергә БССР Юғары Советын һәм Министрҙар Советын башҡорт мәнфәғәттәрен дә башҡаларҙыҡына типә-тиң рәүештә ҡурсаларлыҡ итеп үҙгәртеп ҡороуҙы һәм шуларға кереп ерегеүҙе үҙенең бурысы итеп ҡуя. Башҡа халыҡтар өҫтөнән хакимлыҡ ҡылыу башҡорт тәбиғәтенә ярашлы түгел, һәм ул башҡаларҙы ла үҙ өҫтөнән хакимлыҡ ҡылдыртмаҫ өсөн көрәшә. Дәүләт алдындағы бөтә бәхәсле мәсьәләләр уртаҡ тел (консенсус) табып хәл ҡылынырға тейеш, ә быны тәьмин итер өсөн яҡшы көйләнгән хакимиәт механизмының булыуы шарт. Уртаҡ телгә (консенсусҡа) кемдең дә булһа «яҡшы ихтыяр»ы түгел, ә яҡшы ҡоролған хакимиәт механизмы үҙе автоматик рәүештә мәжбүр итеп килтерһен һәр яҡтарҙы. Шуны булдырыр өсөн, хәҙерге БССР Юғары Советы ике палаталы (Дөйөм палата — Общая палата һәм Төп милләт палатаһы — палата Коренной нации) итеп үҙгәртеп ҡорола. Дөйөм палатаны хәҙерге БССР Юғары Советының халыҡ депутаттары биләй. Төп милләт палатаһына халыҡ депутаттары бөтә башҡорт милләтенән (Башҡортостандан ситтә йәшәгән граждандарҙан да) һайлана һәм ул бөтә башҡорт милләте мәнфәғәттәрен ҡурсалай. Башҡортостандағы йән иҫәбе аҙ һанлы милләт кешеләренең араһынан Дөйөм палатала халыҡ депутаттары булмаған осраҡтарҙа ундай милләт кешеләренең мәнфәғәттәрен ҡурсалауҙы Төп милләт палатаһы йөкмәй. Палаталарҙың һәр ҡайһыһы тиң хоҡуҡҡа эйә, палаталарҙың һәр ҡайһыһы ыңғай тауыш биргәндә генә Юғары Совет эше законлы көс ала. Палаталарҙың береһе ҡаршы тауыш биргәндә бер нәмә лә ҡабул ителмәй. Бына ошо механизм һәммәһен дә ҡотолғоһоҙ уртаҡ телгә (консенсусҡа) килтерә, милләттәр араһындағы дуҫлыҡты, үҙ-ара һыйышып йәшәүҙе нығыта. Эшмәкәрлектәре һайлаусыларының мәнфәғәттәренә ҡаршы килгән халыҡ депутаттарын һайлаусылар кире ҡайтарып алыу, урындарына яңы депутаттар һайлау хоҡуғына эйә. Төп милләт палатаһына халыҡ депутаттары башҡорт халҡы уҡмашып йәшәгән (һәм тарихи башҡорт) ауылдарҙан, ҡалаларҙан һ.б. төйәктәрҙән һайлана. Башҡорт халҡы аралаш йәшәгән, йәки аҙ һанлы булған төйәктәрҙәге, шулай уҡ Башҡортостандан ситтәге башҡорт халҡының Төп милләт палатаһына һайлау хоҡуғы һәр тәғәйен урынға ярашлы махсус ҡарар менән тәьмин ителә, ул ҡарарҙы, яңы төҙәтмәләр индерелгән «Һайлауҙар тураһындағы закон»ға ярашлы, БМК-ның, «Урал» Башҡорт халыҡ үҙәгенең, Башҡорт халыҡ фирҡәһенең, Башҡорт Йәштәр Иттифағының йәки башҡа төрлө милли ойошмаларыбыҙҙың урындағы структуралары сығара һәм бойомға ашыра. Халыҡ депутаттарына яңы һайлауҙар үткәргәнгә тиклем, Төп милләт палатаһындағы уларҙың урынын БМК Юғары Шура ағзалары биләй. БМК Башҡарма Комитет ағзалары хәҙерге БССР Министрҙар Советына йә премьер-министр (йәки урынбаҫары), йә министрҙар (йәки урынбаҫарҙары) итеп еректерелә. БССР Юғары Советы һәм Министрҙар Советының урындарҙағы структураларына ла (Советтарға, башҡармаларға, мэрияларға) шул рәүешле еректереүҙәр үткәрелә. Район (ҡала) Советтарында ла хакимиәттең уртаҡ телле (консенсуслы) ике палаталылыҡ механизмы бойомға ашырыла: дөйөм ҡор (общий круг) һәм төп милләт ҡоро (круг коренной нации).

3. Сал тарихлы башҡорт халҡы оҙайлы геноцид һөҙөмтәһендә юҡҡа сығыу алдында тороуын танып, милләттең төп йәшәү ҡеүәттәренең береһе милли тел икәнлеген ныҡ иҫтә тотоп, Башҡортостан Республикаһына исем биргән төп халыҡтың милли телен һаҡлап ҡалыуҙы һәм башҡалар менән бер тиң сәскә аттыртыуҙы Башҡортостан ерендә йәшәгән бөтә халыҡтарҙың да кешелек бурысы һанап, Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡтар вәкилдәренең һәр ҡайһыһының телен ҡурсалаусы үҙ дәүләттәре барлығын, ә бөтә башҡорт милләтенең телен ҡурсаларға тейешле бер генә дәүләт Башҡортостан Республикаһы икәнлеген яҡшы белеп, төп милләт (башҡорт) теленә дәүләт статусы бирергә. Шул уҡ ваҡытта барлыҡ башҡа телдәрҙең дә тотҡарлыҡһыҙ ҡулланылышын, үҫешен, сәскә атышын тәьмин итеү маҡсатында һәм Башҡортостан Республикаһында күпселек тәшкил иткән өс милләттең икеһе урыҫ һәм татар икәнлеген иҫтә тотоп, уларҙың телдәрен дәүләт телдәре статусында ҡурсалаусы үҙ дәүләттәре барлығын яҡшы белеп, урыҫ һәм татар телдәренә милләт-ара аралашыу статусын бирергә. Беҙҙең менән бер өйҙә йәшәгән урыҫ һәм татар туғандар шуны танырға тейеш: асыҡтан-асыҡ та, аҫтыртын да уҙғарыла килгән геноцид политикаһы беренсе сиратта башҡорт теленә балта сапты, беренсе сиратта башҡорт мәктәптәрен бөлдөрҙө. Көнсығыш Башҡортостандың тарихи башҡорт ауылдарында, ҡалаларындағы мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыу бөтөрөлөп, урыҫ телендә уҡытыуға күсерелһә, Көнбайыш Башҡортостанда иһә тарихи башҡорт ауылдарында, ҡалаларындағы мәктәптәрҙә башҡорт балалары Ҡазанда баҫылған дәреслектәрҙән татар телендә уҡытылды, шул арҡала өс-дүрт быуын балаларыбыҙ үҙ милли теленән, милләтенән ваз кистерелде, башҡорт милләтен тереләтә ике ҡабырғаһынан умырып алыу — урыҫ һәм татар ассимиляцияһы тантана итте. Дәүләт күләмендә үткәрелгән ошо ғәҙелһеҙлекте «ата-әсәләрҙең үҙҙәренең балаларын урыҫ телендә йәки татар телендә уҡытырға теләүе» тигән уйҙырма менән ҡаплата килделәр һаман. (Ә урыҫ телен йәки берәй сит ил телен уҡытыуҙы бер ҡасан да ата-әсәләрҙән һорап тормайҙар бит!...). Шуға күрә, бөтөп барған милләтте ҡабат тергеҙеү хаҡына, тарихи башҡорт ауылдарындағы, ҡалаларындағы башҡорт балаларын мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыуҙы дәүләтебеҙ эҙмә-эҙлекле бойомға ашырырға тейеш, урыҫ һәм татар туғандар ҙа быға аяҡ салмаһын — беҙ ҙә уларға үҙ балаларын үҙ телдәрендә уҡытырға ҡамасаулыҡ ҡылмайбыҙ. Мәктәптәрҙә балаларҙы тарихи башҡорт ауылдарында (ҡалаларында) — башҡорт телендә, урыҫ ауылдарында (ҡалаларында) — урыҫ телендә, татар ауылдарында (ҡалаларында) — татар телендә уҡытырға, башҡа милләт кешеләре уҡмашып йәшәгән урындарҙа ла шул башҡа милләттәрҙең телдәрендә уҡытырға; балар баҡсаларына ла шул ҡағиҙәне күсерергә. Милләттәр аралаш йәшәгән урындарҙа ата-әсәләрҙең балаларын үҙ телендә уҡытырға теләүҙәрен бойомға ашырырға. Балалары һанына ярашлы, шуларҙың телендә мәктәптәр (кластар), балалар баҡсалары (төркөмдәре) эшләүен булдырырға. Дәүләт ҡарамағындағыларҙан тыш, теләгән бер кешегә (төркөмгә) үҙ-үҙен финансылау нигеҙендә теләгән бер телдә законға ярашлы матбуғат, театр, башҡа мәҙәниәт усаҡтары асырға һәм файҙаланырға юл ҡуйырға. Үҙ аллы Башҡортостан телевидениеһында һәм радиоһында башҡорт, урыҫ, татар телдәрендәге өс канал, Башҡортостандағы башҡа милләттәр телдәрендәге дөйөм бер канал булдырырға, уларҙы дәүләт ҡаҙнаһынан финансыларға. Рәсми эш ҡағыҙҙарын дәүләт (башҡорт) телендә йөрөтөргә, ә урыҫтар йәки татарҙар уҡмашып йәшәгән урындарҙа, уларҙың үҙҙәренең консенсуслы ихтыярына бәйле, милләт-ара аралашыу (йә урыҫ, йә татар) телдәрендә яҙып атҡарырға, бындай осраҡтарҙа уларҙың өсөһө тиң бер көскә эйә тип танырға. Бөтә герблы мисәттәрҙе һәм штамптарҙы һ.б. билдәләрҙе бер ҡатарҙан дәүләт (башҡорт) телендә (ул татарҙарға ла яҡшы аңлайышлы) һәм милләт-ара аралашыуҙың урыҫ телендә (йәғни бер юлы ике телдә) башҡарырға. Юғары Совет һәм Хөкүмәт ҡарарҙары, рәсми белдереүҙәр һ.б. өс телдә лә (башҡорт, урыҫ, татар) баҫылып сыға. Ауыл, ҡала, урам, майҙан, ер-һыу исемдәре, биналарға ҡуйылған алтаҡталар, юл күрһәткестәр һ.б.ш. ҙа бер юлы дәүләт (башҡорт) һәм милләт-ара аралашыуҙың урыҫ телендә яҙыла. Пассажирҙар транспортына ла шул ҡағиҙә тарала.

4. БМК республикаға исем биргән төп (башҡорт) милләтен юҡҡа сығыуҙан ҡурсалап ҡалыуҙың дәүләт законы проектын әҙерләй, уны халыҡҡа сығарып фекер алыша ла шунан һуңғы камиллаштырылған тексын закон итеп ҡабул ҡылыр өсөн республиканың Юғары Советы алдына ҡуя, бөтә милләт ихтыярына һәм башҡа милләттәрҙең теләктәшлегенә таянып, мәжлестә уның тотҡарлыҡһыҙ ҡаралыуы, башҡорт милләтенең ихтыярына ярашлы ҡабул ителеүе өсөн көрәшә;.

5. БМК Дәүләт флагын, гербын, гимнын булдырыуҙы хәҙергәсә уны тотҡарлаусылар ҡарамағынан алып, жюри комиссияларында тупланған тәҡдимдәрҙе тиҙләтеп тикшерә, үҙе хуплаған өлгөләрҙе Юғары Совет алдына ҡуя һәм уларҙың тотҡарлыҡһыҙ ҡаралыуы, ҡабул ителеүе өсөн көрәшә;.

6. БМК Рәсәй менән конфедератив берлеккә керәсәк үҙ аллы Башҡортостан Республикаһының Конституция (Төп закон) проектын тиҙләтеп әҙерләй, уны халыҡҡа сығарып фекер алыша ла шунан һуңғы камиллаштырылған тексын Төп закон итеп ҡабул ҡылыр өсөн республиканың Юғары Советы алдына ҡуя һәм уның тотҡарлыҡһыҙ ҡаралыуы, ҡабул ителеүе өсөн көрәшә;.

7. Өҫтә күрһәтелгән төп маҡсаттар бойомға ашырылғандан һуң, Башҡорт Милли Конгресы үҙ-үҙен тарата ла республиканың хакимиәт структураларына тәбиғи ерегеп һеңешә. Әгәр ҙә ки хәҙерге хакимиәт структуралары өҫтә күрһәтелгән төп маҡсаттарҙы бойомға ашырыу юлында ҡаршылыҡ күрһәтһә, БМК менән килешеп һәм берегеп эшләүҙән баш тартһа, БМК башҡорт милләтенең геноцидтан үҙ-үҙен ҡурсалап ҡалыу ихтыярын бойомға ашырыу сараларының артабан ниндәй төрҙәрен ҡулланыу хоҡуғын һаҡлай.

Ҡәҙерле милләттәштәр, данлы ата-бабаларҙың ҡыҙҙары һәм улдары! Азатлыҡ һәм үҙ аллылыҡты бүләк итеп алмайҙар — яулап алалар!

Донъяның халы







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 591. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

СИНТАКСИЧЕСКАЯ РАБОТА В СИСТЕМЕ РАЗВИТИЯ РЕЧИ УЧАЩИХСЯ В языке различаются уровни — уровень слова (лексический), уровень словосочетания и предложения (синтаксический) и уровень Словосочетание в этом смысле может рассматриваться как переходное звено от лексического уровня к синтаксическому...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Методика обучения письму и письменной речи на иностранном языке в средней школе. Различают письмо и письменную речь. Письмо – объект овладения графической и орфографической системами иностранного языка для фиксации языкового и речевого материала...

Факторы, влияющие на степень электролитической диссоциации Степень диссоциации зависит от природы электролита и растворителя, концентрации раствора, температуры, присутствия одноименного иона и других факторов...

Йодометрия. Характеристика метода Метод йодометрии основан на ОВ-реакциях, связанных с превращением I2 в ионы I- и обратно...

Броматометрия и бромометрия Броматометрический метод основан на окислении вос­становителей броматом калия в кислой среде...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия