Студопедия — Сыңғыҙ-хандың вафаты
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сыңғыҙ-хандың вафаты






 

Көнбайышҡа урыҫ илен яуларға ебәрелмеш аҡыллы сәрдар Яусы (Джучи), Дон буйҙарына барып етһә лә, урыҫтар менән ҡапыл-ғара бәрелешергә ниңәлер ашығып бармай, эште оҙаҡҡа һуҙа: моғайын, Иртыш буйында башҡорттар менән һөйләшеп килешкән кеүек үк, урыҫ мәсьәләһен дә тыныс юл менән хәл ҡылырға йыйына. Атай әмерен еренә еткереп үтәмәгәне өсөн һарыуы ҡайнаған Сыңғыҙ-хан 1227 йылда Яусыны саҡыртып ҡайтарта ла йәшерен рәүештә билен һындыртып үлтертә, тик үҙе лә оҙаҡҡа бармай — шул уҡ йылдың авгусында Ордостағы хәҙерге Иньчуан (Ҡытай) ҡалаһы тирәһендә йән бирә (шундағы Чжамхаҡ йылғаһы буйында ошоғаса иҫтәлекле кәшәнәһе һаҡланған). Ләкин мәйетен уның тыуған яғына илтеп ерләйҙәр. Быны мәңгелеккә сер итеп ҡалдырыр өсөн, оҙон матәм юлы буйынса осраған һәр берәүҙе үлтерәләр, илдәге иң һылыу ҡырҡ ҡыҙҙы ла Сыңғыҙ-хан мәйете менән ҡуша ҡәбергә һалалар, имеш (Е.И. Кычанов. Жизнь Темучжина, думавшего покорить мир. «Наука», М., 1973; 128,.130 — 131-енсе биттәр. Артабан: Е.И. Кычанов). Мәрхүмде тыуған иленә оҙатышып, әлбиттә, иң беренсе таянысы, «өрлөг»ө Муйтән//Мухали[66] барған, дөрөҫөрәге, Башҡортостандағы Сыңғыҙ-хан ырыуы бөрйәндәрҙең төбәгенә алып ҡайтып ерләшкән булырға тейеш:

 

Мәңгелек Сыңғыҙ [67] тыуҙырған бөйөк батыр, хужабыҙ!

Һинең хаҡ халҡың;,

Һинең улдарың һәм уларҙы тапҡан ҡатының;,

Һинең тыуған хан ерең һәм һыуҙарың — шундалар бит!

Һинең бөтә ырыуың, туғандарың — шундалар бит!

Һине ҡойондорған һинең һыуҙарың;,

Күп һанлы мәңгелдәрең [68] — һинең халҡың;,

Анандағы [69] Түләгән-Балдаҡ, һинең тыуған ерҙәрең — шундалар бит!

Турайғыр кикеле эленгән һинең әләмең;,

Һинең дөмбөрҙәрең, торба һәм борғоларың;,

Һинең йор телле бөтә халҡың;,

Көрүлән [70] далаһындағы һин хан булып күтәрелгән Арал [71] — шундалар бит!

Һинең Бүртәгөлйән-ҡатын, иң беренсе хәләлең;,

Бураған-Туҡан [72] — һинең тыуған ер-һыуың;,

Бауырсы [73] һәм Мухали [74], һинең һөйөклө дуҫтарың;,

Һинең бөтә бөйөк ҡанундарың — шундалар бит!

Һинең менән мөғжизәле ҡауышҡан Ҡолон-ҡатын,

Һинең ҡурайҙарың; һәм һыбыҙғыларың, һәм йырҙарың;,

Бөтә халыҡтарың һинең тулайым,

Һинең изге хан ер-һыуҙарың — шундалар бит!

(Алтан Тобчи, 241 — 242-нсе биттәр).

Күрәһегеҙ, юл буйынса сеңләй-сеңләй, тыуған ере Уралға — Башҡортостан тупрағына алып ҡайтып киләләр Бөрйән ырыуының бөйөк улы Сыңғыҙ-хандың мәйетен. Башҡортҡа ғына хас моң-көй ҡоралының исеменә — «ҡурайҙарың» тигәнгә иғтибар итегеҙ! Бөрйән ырыуы башҡорто Сыңғыҙ-хан ғүмере буйына ҡурай (ҡур) моңон тыңларға бик яратҡан, үҙе лә ҡурай тартҡан булырға тейеш, сөнки «хан ҡурайын (ҡурын) һаҡлаусы Жәбә исемле башҡорт (бэсут)» билдәле, ә уның туранан-тура тоҡомо Ҡуширҙәй-ҡурайсы (Куширдэй-ҡуричи) XVII быуатта Ордоста йәшәгән. Был фактҡа аңлатма биреүсе Н.П. Шастина ошолай яҙа: «Сыңғыҙҙың ҡурайын һаҡлаған музыкант тураһындағы был мәғлүмәттәр һис шикһеҙ ҡыҙыҡһыныу уята... Күренеүенсә, Сыңғыҙҙың һарай музыканты — ҡурайсыһы (хуричи) һәм ифрат ҡиммәтле моң-көй ҡоралы булған». (Алтан Тобчи; 294, 386-нсы биттәр). Шуныһы ла ҡыҙыҡлы: ҡурайыбыҙ хәҙерге монгол моң-көй ҡоралы рәүешендә лә һаҡланып ҡалған имеш: «бишхур — звук извлекается через камышовую трость» (Д. Мадар. Памятники истории и культуры Монголии. М., «Мысль», 1981; 130-ынсы бит). «Бишхур» тигәне — «биш тишекле ҡурай», йә иһә «башҡорт ҡурайы» тигән һүҙҙер, моғайын...

Ҡош-ҡорт, дошман күҙен яҙлыҡтырмаҡҡа, юл буйында барышлай уҡ бер-нисә урында Сыңғыҙ-ханды ялған ерләү йолаларын үткәреп, ә үлгән ере Ордоста — өҫтәрәк телгә алынмыш иҫтәлек-кәшәнәһен ҡороп ҡалдырып, һәм тыуған төйәгенә килеп етәрәк «Муна тауы янындағы һаҙлы-батҡаҡ урында... уның кейем-һалымын һәм ойоҡтарын ерләгән «ҡәбер»е өҫтөнә лә тирмә ҡороп» ҡалдырҙылар... (Алтан Тобчи, 241-енсе бит). Үтә лә мөһим мәғлүмәт был: ялған ерләү йолаһы үткәрелгән «Муна» тауы тигәнгә иғтибар итегеҙ! Тәүәрихтәге ошо Муна — Сыңғыҙ-хандың ырыуҙаштары бөрйәндәр йәшәгән хәҙерге Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылының боронғо исеме Мунаш бит! (Ә. Әсфәндиәров. Олатайҙарҙың бар тарихы. Өфө — «Китап», 1996; 65-енсе бит)... Ысын ҡәбере тәғәйен ҡайҙалығын бик ныҡ йәшергәнлектән, берәү түгел — бер нисә мәғлүмәт быуындан-быуынға килә:

«Уның ысын мәйете, бәғзеләр һөйләүенсә, Бурхан-Халдун тауында ерләнгән. Башҡалары иһә уны — Алтай-хан тауының төньяҡ итәгендә йәки Кәнтәй-хан тауының көньяҡ итәгендә, йәки Яға-Үтәк тигән урында ерләгәндәр, тип һөйләй» (Алтан Тобчи, 242-нсе бит).

Темәсйәндең, йәш сағында, тыуған төйәгендә үҙенә янаған бәлә-ҡазанан ҡасып, емерек Туҡан (Арҡайым) ҡалаһын янлап аҡҡан һәм Ҡарағанға (Көрүләнгә) ҡушылған Үтәгән йылғаһы буйында йәшәп алғанлығын белгәнлектән, тарихнамәлә әйтелмеш Яға-Үтәк тигәнде, һис ҡыйынһынмай, шул «Үтәгән йылғаһы яғы» йәки “Үтәгән йылға яҡаһы” итеп ҡабул ҡылабыҙ. Ә көнсығыштан былай табан килә ятҡандағы ул Үтәгән яғы — шулай уҡ хәҙерге Сибай тәңгәлендәге Яйыҡ, Таналыҡ, Һаҡмар йылғалары буйы ла бит ул шул уҡ ваҡытта — тәүәрихтәге Темәсйәнде (Сыңғыҙ-ханды) тыуҙырған изге еребеҙҙең йылғалары!

Йәшлегендә шул тирәлә һунарҙа йөрөгәнендә, Темәсйән бер яңғыҙ тирәк төбөндә ятып ял иткән һәм йәненә хозур еңеллек алған. Шуға күрә лә күңеленә ныҡ оҡшаған был төбәк тураһында: «Вафат булғас, мине ошонда килтереп ерләрһегеҙ», — тип әйтеп ҡалдырған, ти (Е.И. Кычанов, 130-ынсы бит). Был урынды, әлеге лә баяғы, хәҙерге Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы ултырған ер итеп ҡарамай булмай, сөнки тап шунда, Сыңғыҙ тигән ауыл исеменән тыш, Сыңғыҙ-ханға бәйле тағы ла бик мөһим ике нәмә бар. Уларҙы бөтәбеҙгә билдәле булған мәшһүр Р.Г. Игнатьев 1864 йылда уҡ тикшереп, бөтәбеҙ өсөн аманатлап ҡалдырған. Бына тап шул ғилми-рәсми мәғлүмәт: «Чингизовский вал (городище?). Дер. Чингизово, Баймаҡский район. В четырех верстах от деревни, на левом берегу р. Сакмары, в устье Асили находятся остатки вала окружностью 84 сажени с двумя воротами, по преданию «Ставка Чингиз-хана». Игнатьев Р.Г., 1864».

Һәм ниһәйәт: «Чингизовский курган. Дер. Чингизово, Баймакский район. В трех верстах от деревни, на правом берегу р. Сакмары, в 300 метрах от берега находится каменный курган под названием «Усулар» (могила ордынского хана). Высота кургана три сажени, диаметр 17 саженей, на вышине три ямы глубиной 1 — 1,5 аршина. Игнатьев Р.Г., 1864». «Урҙа ханы»ныҡы булғас, ошолор инде Алтын Урҙа ханы Сыңғыҙ баба ҡәбере!

Йәнә килеп, тәүәрихтән шуныһын да беләбеҙ: Сыңғыҙ-хан бабабыҙ ерләнгән ерҙә — уның иң яҡын туғандарының да зираты: «Чингизовские курганы... Дер. Чингизово, Баймакский район. На окраине деревни, на территории кладбища и вблизи него находится группа из 30 курганов, расположенных беспорядочно. Многие курганы разрушены современными могилами. В одном раскопанном кургане обнаружена ограбленная могила... Садыкова М.Х. Отчет 1963; Мажитов Н.А. Отчет 1965» (Археологическая карта Башкирии. «Наука», М., 1976; 187 — 188-енсе биттәр).

Бөйөк бабабыҙ Сыңғыҙ-хандың тәғәйен ҡайҙа ерләнгәнлеге, тимәк, шөйлә баҙыҡ төҫмөрләнә башланы...

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 367. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Тема: Составление цепи питания Цель: расширить знания о биотических факторах среды. Оборудование:гербарные растения...

В эволюции растений и животных. Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений Цель: выявить ароморфозы и идиоадаптации у растений. Оборудование: гербарные растения, чучела хордовых (рыб, земноводных, птиц, пресмыкающихся, млекопитающих), коллекции насекомых, влажные препараты паразитических червей, мох, хвощ, папоротник...

Типовые примеры и методы их решения. Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно Пример 2.5.1. На вклад начисляются сложные проценты: а) ежегодно; б) ежеквартально; в) ежемесячно. Какова должна быть годовая номинальная процентная ставка...

Субъективные признаки контрабанды огнестрельного оружия или его основных частей   Переходя к рассмотрению субъективной стороны контрабанды, остановимся на теоретическом понятии субъективной стороны состава преступления...

ЛЕЧЕБНО-ПРОФИЛАКТИЧЕСКОЙ ПОМОЩИ НАСЕЛЕНИЮ В УСЛОВИЯХ ОМС 001. Основными путями развития поликлинической помощи взрослому населению в новых экономических условиях являются все...

МЕТОДИКА ИЗУЧЕНИЯ МОРФЕМНОГО СОСТАВА СЛОВА В НАЧАЛЬНЫХ КЛАССАХ В практике речевого общения широко известен следующий факт: как взрослые...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия