Студопедия — Сыңғыҙ-хан нәҫеле шәжәрәһе
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сыңғыҙ-хан нәҫеле шәжәрәһе






 

1. Бүре-ата Сөн-Һауа (Буртә Чино-а), Асман-Күк улы[87]. —

2. Түбә Мәргән (Добу Мэргэн). Түбә Мәргән үлгәс, уның тол ҡатыны Лан-Һауа (Алан-гоа) үҙенең йорт хеҙмәтсеһе — ниндәйҙер бер уҙғынсынан болан ботона (иткә) алмаштырып алып ҡалынған хеҙмәтсеһе менән ҡауышып (ләкин тол ҡатын үҙенең «елдән» быуаҙыуын «Һары әҙәм ҡиәфәтенә кергән Ҡояш менән ҡауыштым», тип аңлата), донъяға килә Сыңғыҙ-хан нәҫелен биргән бөрйәндәрҙең баш бабаһы:

3. Боҙансар (Боданчар, хәҙерге башҡорт риүәйәтендәге Байназар – Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәһендәге зат). —

4. Ғәбәши-баһадир (Хабичи-багатур). —

5. Бәғер-баһадир (Бэхир-багатур). —

6. Маха Тотон. —

7. Хажи-Көлөк (Хачи-Кюлюк). —

8. Барс Шөңгөр Тыҡшын (Барс Шонгхор Догшин). —

9. Төмбинәй Сәсән. —

10. Ҡабул-ҡаған. —

11. Бартан-баһадир. —

12. Йәсүгәй-баһадир. —

13. Темәсйән — Сыңғыҙ-хан (1155 — 1227). —

14. Толуй. —

15. Мүнкә (Маңҡа)-ҡаған (1208 — 1257), 1251 йылда ҡырҡ биш йәшендә тәхеткә ултырған. —

16. Хубилай Сәсән-ҡаған (1213 — 1294), 1263 йылда ҡырҡ биш йәшендә тәхеткә ултырған. —

17. Өлзәйтү-ҡаған (1265 — 1307), 1294 йылда утыҙ йәшендә тәхеткә ултырған. —

18. Хәсән Көлөк-ҡаған (1281 — 1311), Хубилай Сәсәндең ейәне, 1307 йылда 27-нсе йәшендә тәхеткә ултырған. —

19. Буянту-ҡаған, 1311 йылда тәхеткә ултырған, 1320 йылда үлгән. —

20. Гәгән-ҡаған (1303 — 1323), 1320 йыл тәхеткә ултырған. —

21. Йесүн Тимер-ҡаған, 1324 йыл тәхеткә ултырған, 1327 йыл үлгән. —

22. Рәжәбәк-ҡаған, 1327 йыл тәхеткә ултырған, 1328 йыл үлгән. —

23. Ҡошала-ҡаған, 1328 йыл тәхеткә ултырған, 1329 йыл үлгән. —

24. Ҡотоҡто-ҡаған, 1329 йыл тәхеткә ултырған, 6 айҙан һуң үлгән. —

25. Заяғату-ҡаған, шул айҙа уҡ тәхеткә ултырған, 1333 йыл үлгән. —

26. Иржамал Әрҙәнә Суҡты-ҡаған, 1333 йыл тәхеткә ултырған, шул уҡ айҙа үлгән. —

27. Туған Тимер Уҡағат-ҡаған, 1333 йыл тәхеткә ултырған 1368 йыл үлгән (Ҡытайҙың Юань династияһының һуңғы императоры). «Этот каган лишился великой державы, основанной Чингис-ханом»... «Говорят, что с тех пор, когда Хубилай Сэчэн-хаган воссел на престол в Дайду, до времен Ухагату-хагана (Тоган Тэмура) прошло сто пять лет и шесть месяцев, и тогда-то чингизиды лишились Дайду, где царствовали».

Туған Тимер-ҡағандың бер улы:

28. Айыушридар Белегте-ҡаған (Белемле-ҡаған, 1370 — 1378 йылдарҙа тәхеттә. —

29. Усҡал-ҡаған (Уҫал-ҡаған) ләҡәпле Туғыҙ Тимер (1378 — 1388 йылдарҙа тәхеттә). —

30. Энге Зариғты-ҡаған (1359 — 1392), 1389 — 1392 йылдарҙа тәхеттә.

31. Илбәк-ҡаған (1393 — 1399 йылдарҙа тәхеттә). —

32. Үлсәй Тимер-ҡаған (1403 — 1410 йылдарҙа тәхеттә). —

33. Дилбегә-ҡаған (1411 — 1415 йылдарҙа тәхеттә). —

34. Аҙай-ҡаған (14 йыл тәхеттә, 1438 йыл үлгән). —

35. Дайсуң-ҡаған (1438 — 1452 йылдарҙа тәхеттә, 1452 йылда монголдарҙың хурлат ҡәбиләһе башлығы Цэбдэн тарафынан үлтерелә). «У Дайсунг-хагана было три сына... Старший сын его Монгэлэй-тайджи (Миңғәли-солтан. — Й.С.) еще раньше стал тэнгри (үлгән). Хаган и два его сына Или и Дали и два их товарища из хор хунов (ҡор-һун — башҡорт!) Агбулат и Багбулат (Аҡбулат һәм Бәкбулат), — все пятеро были захвачены Цэбдэном»...

Был өҙөктә Дайсуң-ҡағандың үҙ башҡорттары араһында һәм уларға таянып йәшәүе, татар-монголдарға ҡаршы тороуы асыҡ сағыла.

«Миңде-өрлөк[88], старший брат Агбулата и Багбулата, ночевал у себя в стойбище. Два его коня, называвшиеся Хулагана (Ҡола ғына) и Харагана (Ҡара ғына), предчувствуя несчастье, били копытами о землю и вздыхали. Услышав вздохи своих коней, Миңде-өрлөк сказал: «Этим они предсказывают, что скоро произойдет несчастье». Утром Миңде-өрлөк встал и поспешил хагану (Дайсуң-ҡағанға). Прежде чем он успел доехать, хаган и младшие братья его были казнены (монгол Цэбдэн тарафынан). Миңде-өрлөк сделал подушкой одного из убитых младших своих братьев — положил под голову хагана, на другого младшего брата положил ноги хагана и так похоронил их. Вслед за этим Миңде-өрлөк во главе всех своих нукеров напал на Цэбдэна, чтобы отомстить ему, и захватил его»...

«Когда ойратами и Цэбдэном была отнята держава у Дайсунг-хагана и Абхарчин-джинонга (Дайсуңдың улы)[89], то младший брат Дайсунга по отцу от другой матери, называвшийся Мандугули (Миңдеғәли, Аҙай-ҡағандың улы), ушел и кочевал в местности Джисут. После того:

36. Мандугули-хаган воссел на великий престол в год овцы (1463 г.) в местности Хасарандай-дзон. У Мандугули-хагана были две супруги. Одна из них была Мандухай (Миңдекәй, беҙҙең Үҫәргәндең Сураш араһынан). Другая была большеносая Йүнгән. Отцом Мандухай-хатун был Тэмур-чингсанг из рода Чорос (Сураш араһы — Үҫәргән ырыуынан!)... Отцом большеносой Йүнгән был уйгурский Бэгэрсэн-тайши. Говорят, что с большеносой Йүнгән хаган испытывал онемение и не мог соединиться с ней (тәне тартмай)»...

Был текстан асыҡ күренеүенсә, Миңдеғәли-ҡағандың «тән тартҡан» (яратҡан) ҡатыны Миңдекәй — минең үҫәргәнле бабаларымдың аҫаба ер биләмәләрендә Әселе йылғаһы буйындағы Сураш ауылы ҡыҙы булған, Сураш ауылы әле лә бар, рәсми исеме Юлдыбай...

Миңдеғәли-ҡағандың бер туған ҡустыһы Болху-джинонг (Болаҡһыу-солтан) бик мыҡты егет булып үҫә, татар-монголдарға ҡаршы яу сабып данлана. Ағаһының тәхетен тартып алырға йыйына, тип яла яғыусыларға ышанып, бер туған ағаһы Миңдеғәли-ҡаған уны үлтерергә яҫҡанғас, Болаҡһыу-солтан үҙенең башҡортҡа кейәүгә сыҡҡан бер туған апаһы Боғорол-көнсөнөң ҡанаты аҫтына Башҡортостанға ҡаса, Ҡоҙоҡ-Тереһыулы (хәҙерге Салауат районындағы Ҡорғаҙаҡ) йылғаһы эргәһендә йәшәй һәм Шихир-дайху (Шәһәрбаныу) исемле башҡорт ҡыҙына өйләнә. Һөйөклө ҡатыны Шәһәрбаныуҙан 1466 йылда Даян исемле улы тыуа (буласаҡ Даян-ҡаған бабабыҙ). —

37. Болаҡһыу-солтан 1467 йылда тәхеткә ултыра, тәхеттәге исеме Байан Мүнкә Болаҡһыу-ҡаған.

Улы Даянды, моғайын, башҡорт араһында башҡорт итеп үҫтереү өсөн, башҡорттоң Балыҡсы ырыуы кешеһе Бахайға (Баҡыйға) тәрбиәгә биреп ҡалдыралар.

Уйғыр ханы Смал-тайши (Исмәғил-мырҙа) барымтаға килеп, ҡаған ҡатыны Шәһәрбаныуҙы урлап алып китә, ә Болаҡһыу-солтан үҙе ҡасып ҡалып, йәшеренеп ҡаңғырып йөрөгәнендә бер ауылда билендәге алтын билбауы өсөн юлбаҫарҙар тарафынан үлтерелә (1470 й.).

Буласаҡ ҡаған Даянды Баҡый насар тәрбиәләүе сәбәпле, тиҙәр, танғут ханы Теләксенең етенсе улы Тимер Һаҙаҡ (исемдәренән күренеүенсә, улар ҙа башҡорт!) уны урлап алып китеп, үҙендә тәрбиәләй. Тимер Һаҙаҡтың ҡатыны Йисүн Томи сирле баланы дауалап һауыҡтырғас, Тимер Һаҙаҡ шул Даян-солтанды уның атаһы менән бер туған баяғы Миңдеғәли-ҡаған йортона илтеп тапшыра. 1467 йылда Миңдеғәли-ҡаған үлгәс, уның Сайын-ҡатын (Гүзәл-ҡатын) ҡушаматлы тол ҡатыны Миңдекәй ҡәҙерләп үҫтерә малайҙы. Был саҡ Сыңғыҙ-хандың бер туғаны булған Хасар нәҫеленән Энебулат тигән уҙаман Миңдекәйгә өйләнергә яусылап йөрөһә лә, Миңдекәй һылыу һис риза булмай (Сыңғыҙ-хан нәҫеленә генә кейәүгә сығырға риза). Бер заман ул Сыңғыҙ-хан нәҫеле Даян-солтанды, үҙенең аҫырау балаһын, хандарса кейендерә лә, Сыңғыҙ-хан ҡомартҡыларын һаҡлаған изге һигеҙ аҡ тирмәгә алып килеп ҡорбан сала һәм бөрйәндәрҙең баш бабаһы (әсәһе) һаналмыш Алан-Һауаға — “Әсә-ҡатын”ға баяғы мөҡәддәс теләген әйтеп табына:

 

Если одобришь эти мои слова,

Әсә-ҡатын, моя матушка,

Пусть на внутреннюю полу мою

Родятся семь сыновей!

Пусть на внешнюю полу мою

Родится единственная дочь!

Если пожалуешь семерых сыновей по просьбе моей,

Каждому из семи дам тогда я имя «Болад»...

«После того, когда Бату Мүнкэ Даян-хагану было семь лет, Мандухай Сайн-хатун соединилась с ним и в тот же год свиньи (1470) возвел его на ханский престол...» —

38. Бату Мүнкә Даян-ҡаған (1466 — 1543).

«Родилась у Мандухай-хатун (Даян-ҡағандан) семеро сыновей и одна дочь... Каждому из семерых (сыновей) было дано имя Болад (Булат)...

От Самар-дайху, внучки урйанханского (монгол) Хутугту Шигүши у Дайан-хагана родилась Гәрәсәндзә (Джалаир-тайджи) и Гэр-Болад (Урут-тайджи)... От младшей жены Хуши-хатун родились Гэрэту и Чинг-тайджи... Все они были одиннадцатью сыновьями Даян-хагана».

Был өҙөктән күренеүенсә, Даян-ҡағандың монгол ҡатынынан 1513 йылда тыумыш Гәрәсәндзә (Ҡарасансы) тигән улы һуңынан Джалаир-тайджи (Йылайыр-солтан) — Башҡортостандың хәҙергә Йылайыр төбәгендә Үҫәргән кенәзе булып торған, ә Гәр-Болад (Ҡарабулат) тигәне Урут-тайджи (Урыҫ-солтан) булып, моғайын, шул уҡ Үҫәргәндең көнбайыш төбәген (урыҫ яғын) биләгәндер (Башҡортостандың хәҙерге Йәнсура районында әлегәсә ике Ҡалмыҡ ауылы бар). Минең икенсе тыуған ауылым һаналмыш Һунарсылағы Ҡарасановтар фамилияһы тап ана шул Ҡарасансы тоҡомдарылыр, моғайын. Хәҙерге Йәнсура районындағы Ҡарабулатовтар ҙа Даян-ҡаған улы Ҡарабулаттың; нәҫелдәре булыуы бик ихтимал.

Ә минең Боҫҡон бабамдың Даянов фамилияһына килгәндә, әйтеп үтеүемсә, Даян-ҡаған менән бер осорҙа йәшәгән Ябынсы Яҫауыл бабабыҙ Даян-ҡағандың бер туған еңгә-ҡатыны (үҙебеҙҙең Сураш ауылы ҡыҙы) Гүзәл Ҡатын Миңдекәйҙән тыуған берҙән-бер ҡыҙына (Даян-ҡаған ҡыҙына) өйләнгән дә шул ҡатынынан Үҫәргән исемле бабабыҙ тыуған, тигән риүәйәт бар ине. Шуны яҡшы белгән Боҫҡон бабабыҙҙың Даян-ҡаған тоҡомло Даянов булып йөрөүе бик тәбиғи.

Даян-ҡағандың гелән генә беҙҙең үҫәргәндәр менән аралашып, яуҙарҙа берләшеп йәшәүе лә билдәле. Мәҫәлән, Даян-ҡаған алыҫ Ордоста (Ҡыуанһыу йылғаһы буйында) йәйләгәнендә Ҡытай яуынан еңелеп, беҙҙең тарафҡа ҡаса. Шунан һуң Керуленда (Алтайҙа) сағында монголдарға ҡаршы яу сабып, Тургэн (хәҙерге Ҡаҙағстандағы Турғай) йылғаһы буйында һуғыша. Аты һөрлөгөп батҡаҡҡа ауғас, бэсут (башҡорт) Туған (Ә.З. Вәлиди Туғандың бабаһы?) уны ҡотҡара, монгол ғәскәрен бергәләшеп еңәләр.

Шунан һуң уйғыр ханы Исмәғилгә ҡаршы яу саба, уны үлтереп, теге саҡта ул урлап алып киткән әсәһен — Шәһәрбаныуҙы ҡотҡара. Барын-табындарҙы еңеп, үҙенә буйһондора. Монголдар ҙа уға буйһона...

«Даян-хаган тридцать семь лет сидел на хаканском престоле и в возрасте сорока четырех лет стал тэнгри (умер)»...

Минең бабаларым Солтановтарҙың боронғо документтарға ҡуйған ҡултамғалары — уларҙың Үҫәргән батшалар тоҡомо икәнлектәрен белдереүсе Донъя Ҡуласаһы (Свастика) йәки шуның төрлөсә киҫәксәләре.

«Когда Добу Мәргән, взяв мяса, возвращался домой, по дороге к нему приблизился один бедный человек, ведший своего маленького сына.

Когда Добу Мәргән сказал: «Ты чей человек?», — тот человек ответил: «Я человек Магалиг Байагуая; не могу идти я так больше. Отдам тебе этого своего сына, а ты не дашь ли мне часть того мяса?» Когда он так сказал, то Добу Мәргән, отрезав одно из бедер трехлетнего оленя, отдал ему, и тот мальчик стал у него в юрте слугой. Вскоре... Добу Мәргәнә не стало, Алун-гоа, живя без мужа, родила трех сыновей по имени Буху Хатаги, Бухучи Салджи и Боданчар Мунгхаг»... (Лубсан Данзан. Алтан Тобчи. М., 1973; 55-енсе бит).

Был өс малай башҡорттоң өс ырыуының баш бабалары булалыр инде: Хатаги — Ҡатай, Салджи — Һалйыуыт, ә өсөнсөһө Боданчарҙан (Байназарҙан) башланалыр Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыуының Байназар нәҫеле Байназаровтар...

Һәм был Сыңғыҙнамәләге Боданчар — шул уҡ беҙҙең баяғы риүәйәттәге Байназар икәнлеген исемдәрҙең килеп сығышынан һәм телдән-телгә үҙгәрешенән шәйләйбеҙ:

Боданчарҙың әсәһе Алун-гоа//Алан-Һауа — Лан-Һауа (Лан — боландың бер төрө). Тимәк, анабыҙ Болан-Һауа.

Болан-Һауанан тыуа Боданчар//Боҙансар — Боҙан-әсә-ир, йәғни «Боҙан-әсәнән тыуған ир», сөнки «Болан» боронғо телебеҙҙә «Боҙан» тип әйтелгән, ә Боҙан һыйырын иһә Боҙан-апа-эйә — Боҙан-бейә тип тә йөрөткәндәр. Бының сағыу миҫалын башҡорт халыҡ ижадында тап шул бөрйәндәр бабаһы Боҙансарға бағышланмыш «Боҙансы батыр» (Боҙан-бейәнән тыуған батыр) әкиәтендә күрәбеҙ. (Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр, өсөнсө китап. Өфө, 1978; 113-өнсө бит). Шул «Боҙан-әсә-әр»ҙән (Боҙансарҙан), телебеҙҙә әүмәләнә-әүмәләнә, урталағы “н” өнө “й”-ға әүерелеп, Боҙанасар — Байаназар — Байназар килеп сыҡҡан...

«Сыновья Арсу Болада были Онон (йәғни Һаҡмар!) и Буджигир (йәғни Башҡорт!)... Сын Буджигира был нойоном (бей булған) рода Тартай. Его потомки были нойонами в семи туменах Ордоса». (Алтан Тобчи, 294 — 295-енсе биттәр).

Бында, бәлки, Үҫәргәндең тартай араһы, ә «Ордос» тигәне — Ҡыуанһыу буйындағы Ордос түгел, ә Ағиҙел йылғаһы буйындағы Оро-таш («Арский камень») төбәге, ете төмән тигәне — башҡорттоң ете ырыуылыр. Һәр хәлдә, Даян-ҡаған улы Ырыҫ-Булат, Ырыҫ-Булат улы Башҡорт һәм уның ете уланы башҡорт еренең бейҙәре булып торғанлығы күренә. Ә Даян-ҡағандың бабам-башҡорт Ябынсы Яҫауылға кейәүгә сыҡҡан ҡыҙынан тыуған олаталарымдың береһе -- кенәз-тархан Боҫҡон Даянов...

Шулай итеп, 2-нсе шәжәрәләге 38-енсе быуын Бату Мүнкә Даян-ҡағандан һуң 39-ынсы быуын — үҫәргәнле башҡорт әсәнән тыуған Ырыҫ-Булат, ә 40-ынсы быуын — Ырыҫ-Булат улы Башҡорт-бей...

Алыҫ бөрйәнле бабалар ҡаны менән ҡуша, Ҡарағай-Ҡыпсаҡ шәжәрәһенән Байназаровтар ҡаны ла ҡатнаш миндә, сөнки Бибиғәфифә оләсәйем (әсәйемдең әсәһе) — ауылыбыҙҙың атаҡлы зыялыһы (урыҫса ла грамоталы) Мөхәммәтзариф Ғәбделлатиф улы Байназаровтың ҡыҙы бит.

Тыуған ауылым Сәнкем-Биктимергә ун һигеҙ саҡрымдағы Мырҙабулат-Абзан ауылында ла бар Байназаровтар. Мәҫәлән, 1816 йылда Абзанда йорт старшинаһы Ҡазбулат Мырҙабулатовтың командаһында сәфәр йөҙбашы (походный сотник) Байназар Аҡназаров (51 йәштә) үҙенең уландары Туғыҙбай (27 йәштә), Иҙрис (17 йәштә), Сәйетбаттал (3 йәштә), Зәйнәғәбдин (1 йәштә) һәм бер туған ҡустылары Әбделмән (25 йәштә), Ниғмәтулла (23 йәштә) менән бергә донъя көткән. Шулай уҡ Ҡашҡар Байназаров, Вәлит Аҡназаров тигән ғаилә башлыҡтары ла булған. Был осраҡта шул Мырҙабулат-Абзан ауылындағы Байназарҙың уландары Байназаров фамилияһын алғандарҙыр, моғайын.

Күренеүенсә, мәғлүм ителгән ике фамилия һәм сәфәр йөҙбашының исем-шәрифе башҡорттоң Ҡарағай-Ҡыпсаҡ ырыу шәжәрәләрендәге (Башкирские шежере. Уфа, 1960; 94-енсе бит һәм «Замандаш» гәзитенең 1992 йыл 13 июль һаны) Аҡназар, уның улы Байназар исемдәренән алынған.

Минең төбәк Байназаровтары, әле әйтелгән Мырҙабулат-Абзандағы түгел, ә Ҡарағай-Ҡыпсаҡ шәжәрәһендәге боронғораҡ Байназарға бәйле, сөнки Сәнкем-Биктимерҙә баяғы уҡ 1816 йылда иҫәпкә алынмыш 50 йәшлек Бәлхиә Байназаров һис кенә лә Мырҙабулат-Абзан ауылындағы 51 йәшлек Байназар Аҡназаровтың балаһы була алмай. Беҙҙең Һунарся ауылындағы Байназаровтар фамилияһының тап Сыңғыҙ-хан бабаларыбыҙ замандарындағы «Байназар»ҙан килеп сыҡҡанлығын дәлилләүсе бер риүәйәтте мин 1965 йылда үҙебеҙҙең Һунарсы ауылы ҡарты Баубаков-Байназаров Һибәтулла олатайҙың ауыҙынан яҙып алғайным, бына ул:

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 491. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Характерные черты официально-делового стиля Наиболее характерными чертами официально-делового стиля являются: • лаконичность...

Этапы и алгоритм решения педагогической задачи Технология решения педагогической задачи, так же как и любая другая педагогическая технология должна соответствовать критериям концептуальности, системности, эффективности и воспроизводимости...

Понятие и структура педагогической техники Педагогическая техника представляет собой важнейший инструмент педагогической технологии, поскольку обеспечивает учителю и воспитателю возможность добиться гармонии между содержанием профессиональной деятельности и ее внешним проявлением...

Принципы резекции желудка по типу Бильрот 1, Бильрот 2; операция Гофмейстера-Финстерера. Гастрэктомия Резекция желудка – удаление части желудка: а) дистальная – удаляют 2/3 желудка б) проксимальная – удаляют 95% желудка. Показания...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.014 сек.) русская версия | украинская версия