Студопедия — Муйтән-бей бабамдың һуңғы юлы
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Муйтән-бей бабамдың һуңғы юлы






 

«Башҡорт батыры Йеҙекәй (Едигей)» исемле хеҙмәтемдә («Ағиҙел» журналының 1999/12 — 2000/1 — 5 һандары) Бөйөк Башҡортостаныбыҙҙың татар-монголдарға ҡаршы үҙ аллылыҡ өсөн ҡораллы көрәшен яҡшы уҡ яҡтыртҡайным. Бында фәҡәт Муйтән//Мухали баба ғүмеренең үҙем тыуып үҫкән төбәккә, ауылыма һәм бабаларыма тығыҙ бәйле булған һуңғы өлөшөнә туҡталам — дөйөм тарихыбыҙ ул.

Башҡорт тәүәрихтәрендә һәм шәжәрәләрендә, ҡытай, ғәрәп-фарсы һ.б. йылъяҙмаларында зирәк күҙгә ап-асыҡ күренгәндәй, тыуған тупрағыбыҙҙа ла ярылып ята улар, тарих ҡалдырған эҙҙәр. Һәм шуларҙың байтаҡ ҡынаһы — минең эскән һыуым Ҡаҫмарт йылғаһы тамағында...

1241 йылдың иртә яҙында урыҫтың хәҙерге Кострома өлкәһендә тупланмыш татар-монгол «батша улдары» (Сынғыҙ-хан тоҡомдары) Батый-хан һәм уның бер туған ҡустылары, шулай уҡ уның менән бергә йәнә уның яҡын туғандары Ҡаҙан, Бүре, Бүҫек исемле уҙамандар етәкселегендәге берләштерелгән татар-монгол ғәскәрҙәре башҡорттарҙың уларға ҡаршы нәүбәттәге ихтилалын баҫтырырға һәм башҡорт тамырын ҡороторға Бараҡ-Убан (Северные Увалы) тауҙары аша Бөйөк Башҡортостанға тоҫҡалып ябырыла... Сыңғыҙ-хандың вариҫтары «Урҙа һәм Байҙар, — тип яҙа татар-монголдарҙың рәсми тарихсыһы Рашид-ад-дин, — уң ҡанаттан ҡыҙыу хәрәкәт ҡылып, Ублавун өлкәһенә килеп еттеләр». Боҙолоп яҙылған был исем, моғайын, (у)Блавун — Блаву — Бәләбәй ҡалҡыулыҡтары булырға тейеш (татар-монголдарҙың ул саҡтағы тап юл өҫтөндә ята). Ошо тәңгәлдә «уларға үҙ ғәскәре менән Берзенам (Бөрйән. — Й.С.) ҡаршы төштө, — тип дауамлай тарихсы, — ләкин улар (татар-монголдар. — Й.С.) уны тар-мар ҡылдылар. Шунан һуң Батый Истарилава (Эстәрлетамаҡ. — Й.С.) тарафына йүнәлде, унда башҡорттарҙың батшаһы менән һуғышты һәм монгол ғәскәре уларҙы ҡыйратты».

Иғтибар итәйек: башҡорттарҙың батшаһы тип атаған тарихсы ул батшаның исемен телгә алмай, гәрсә Бөйөк Башҡортостан дәүләтенең бөйөк батшаһы (көләре) булһа ла ул, — ни өсөн? Моғайын, Сыңғыҙ-ханды ерләшеп, уға үҙенең аманатлыҡ бурысынан арынған Муйтән//Мухали, ата йорто Көн-Өфөһөнә ҡайтып, вафат булған атаһы Туҡсаба урынына тәхеткә ултырғандыр ҙа башҡорттарҙың татар-монгол иҙеүенә ҡаршы көрәш байрағын күтәреп алғандыр, шуға күрә Сыңғыҙ-хандың алтын «өрлөг»өнән уның империяһының ҡан дошманына әүерелмеш бөйөк инсандың исемен телгә алыу урҙала туба (табу) рәүешендә ҡәтғи тыйылғандыр. Сыңғыҙ-хан вафат булғандан һуң, Муйтән//Мухалиҙың ул урҙала эшмәкәрлеген сағылдырған бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ, — быныһы ла уның Көн-Өфө тәхетенә ҡайтыуы тураһындағы фекеребеҙҙе нығыта... Тимәк, батша (көләр) Муйтәндең төп көстәре ҡырғынсы-илбаҫарҙарҙы Эстәрлетамаҡ ҡалаһы эргәһендә ҡаршылаған һәм артабан, еңелеп, Урал тауҙарына сигенгән. «Ҡаҙан һәм Бүре (Батый-хандың яҡын туғандары. — Й.С.) сәсәндәр халҡына («Үҫәргән тәүәрихе» батшалар шәжәрәһендәге Сәсән батшалар тоҡомо булған Муйтән-көләрҙең нәҫелдәштәренә. — Й.С.) ҡаршы ҡуҙғалды һәм өс тапҡыр һуғышҡандан һуң ғына еңде ул халыҡты (үҫәргәндәрҙе. — Й.С.). Бүҫек (Батый хандың яҡын туғаны) Ҡараулағ (Ҡарауыллыҡ — хәҙерге Әбйәлил районы Таштимер ауылы янындағы Ҡарауыл тауы. — Й.С.) юлы буйлап китеп, шундағы тауҙарҙы үтеп, шул улағ (ҡара-аулаҡ — ҡараулыҡ тигән һүҙҙән алынған — ҡарауыл кешеләре йәки ҡара табындар.Й.С.) ҡәбиләләрен тар-мар ҡылды; ә унан, урман һәм Баяҡ-буҡ тауы (Маяҡ-баҡ — Баймаҡ йәки маяҡлы күҙәтеү тауы. — Й.С.) аша Мишлява (Мышылы-уба йәки Мышығыр — хәҙерге Усалы районы Ураҙ ауылы эргәһендәге Мышағыр-тау. — Й.С.) яҡтарына уҙҙы һәм шунда уға ҡаршы һуғышырға әҙер торған дошмандарҙы ҡыйратты. Батша улдары, әйтеп үтелгән биш юл (хәҙерге биш — Дәүләкән, Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Ғафури, Ишембай, Әбйәлил райондарындағы Ҡарауыл тауҙарҙың араһынан уҙған һәм уларҙы тоташтырған биш бүлемле оло юл. — Й.С.) буйынса барып, башҡорттарҙың, мажарҙарҙың (мадъяр-мишәрҙәрҙең. — Й.С.) һәм сәсәндәрҙең (батша тоҡомло үҫәргәндәрҙең. — Й.С.) барлыҡ өлкәләрен яулап алдылар һәм, уларҙың батшаһын йәғни көләрҙе (Муйтәнде. — Й.С.) ҡасырға мәжбүр ҡылып («ҡасырға» һүҙенә иғтибар итегеҙ: Муйтәндең ҡулға алынған улын да, исеме менән атамайынса йәки «Мухалиҙың улы» тимәйенсә, «Ҡасыр улы» тип кенә әйтәсәктәр! — Й.С.), йәйҙе Тиса (хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районындағы Төсө йәки урыҫса Теча.Й.С.) йылғаһы һәм Туна (Тана-улаҡ — Таналыҡ, Башҡортостандың хәҙерге Хәйбулла районында. — Й.С.) йылғаһы буйҙарында ял итеп үткәрҙеләр. (Был ваҡытта Муйтән-көләрҙең хәрби ыҫтаны, моғайын, Нөгөш йылғаһы буйындағы әҙәм үткеһеҙ тау араларында йәшенеп ҡалып, Ҡаҫмарт тамағына киткәндер. Й.С.). Ҡаҙан үҙенең ғәскәрен алып сәфәр сыҡты һәм Туҡат (Туҡ йылғаһы, хәҙерге Ырымбур өлкәһендә. — Й.С.), Ырбураҡ (Ыр-булаҡ — «Ыр һыуы» тигән һүҙ, йәғни Ырғыҙ йылғаһы, хәҙерге Самара өлкәһендә. Й.С.) һәм Саран (Соран йылғаһы буйы, хәҙерге Ырымбур өлкәһендә. — Й.С.) өлкәләрен яулап алды һәм ул илдәрҙең (бөтөн Бөйөк Башҡортостандың. — Й.С.) батшаһы көләрҙе (йәғни Нөгөш төбәгенән Ҡаҫмарт тамағына килеп ҡасып ятҡан Муйтәнде. — Й.С.) диңгеҙ ярынаса ҡыуып ебәрҙе. Ул (көләр-батша Муйтән. — Й.С.) диңгеҙ ярындағы Төләнкөн (Тюлень-көн — диңгеҙ хайуаны төләндәр көнгә ҡыҙынып-төләп ятмалы ваҡ утрауҙар теҙмәһе, хәҙерге Тюленьи острава тәңгәле Яйыҡ тамағындағы боронғо порт-ҡалабыҙ — хәҙерге Балыҡшы.Й.С.) ҡалаһында кәмәгә ултырып диңгеҙгә олаҡҡанлыҡтан, Ҡаҙан кире әйләнеп ҡайтырға юлланды һәм, шул юлында барышлай, күп һуғыштарҙан һуң, Улаҡут (Оло-Ҡот — оло ҡот биреүсе хоҙайбикәнең йорто һаналмыш Йағалса тау1 итәгендәге Темәс; көнбайыш сәйәхәтсеһе Марко Поло уны «Тау Ҡарты йәшәгән Мулекет» — Муллыҡ-Ҡот тип атаған; тимәк, был Оло-Ҡот — Темәс, сит илтарихтарында«Тау Башҡорто»//Горный Старец тип яҙып йөрөтөлөмөш Муйтән-көләрҙең Бөйөк Башҡортостандағы һуңғы таяныс баш ҡалаһы булған. — Й.С.), Киркин (Курган. — Й.С.) ҡалаларын алды». Тимәк, Батый-хан етәкселегендәге берләштерелгән татар-монгол армияһы был юлы, Иҙелдән алып Иртышҡаса көнсығышҡа табан бөтә Бөйөк Башҡортостанды, йәтмә менән балыҡ һөҙгәндәй, бер осонан икенсеһенәсә ҡыйратып-тапап үтәләр. Әйткәндәй, хәҙерге Йәнсура районының Ергәйеш һәм Юлдаш ауылдары араһында Бату күле бар, шунда «Батый-хан ятҡан», имеш... Юлдаш ауылы янындағы тау башында үткер күҙле өс ҡыҙыбыҙ (береһенең исеме Зөһрә) яу килер юлды ҡарауыллап торғандар һәм, яу күренеүе менән үк һөрән һалып, үҙебеҙҙекеләргә хәбәр биргәндәр. Ошондағы башҡорт яугирҙәренең әҙерлекле ҡаршы тороуы арҡаһында татар-монголдар ул юлдан Муйтән-көләр ҡасып ятҡан төбәккә (Ҡаҫмарт тамағындағы «Иҫке Ҡый»ға) үтә алмай, Һаҡмар йылғаһына ҡойған Эйек тамағы янындағы кисеүгә боролғандар, имеш (тарихсы-эҙәрмән Ф.Ф. Илбулдин яҙып алған мәғлүмәт). Бәлки, баяғы Туҡ — Соран яғына үтеп бармыш татар-монгол «батша улы» Ҡаҙан ғәскәренең берәй алғасҡы төркөмө булғандыр ул...

Хәҙер «Иҫке Ҡый» аталмыш бик боронғо ауылыбыҙҙың «Үҫәргән тәүәрихе»нә яҙылған иҫке ысын исеме лә Муйтән-көләрҙең Яйыҡ аша диңгеҙгәсә сәфәр юлындағы ваҡытлыса ҡасып ятыу урыны икәнлеген һөйләй, сөнки ул иҫке исем — «Ҡасанҡый Сала» — ҡасып ятыу ҡасабаһы тигән һүҙ... Заманалар үтеү менән ул боронғо ауылыбыҙ тарҡалғандан һуң, исеменең тәүге тулы әйтелеше юйылып йәғни «сала»һы ҡыҫҡартылып ташланып, ил хәтерендә «Ҡасан-Ҡый» йөрөй башлаған һәм шул «әллә ҡасанғы», «иҫке»

мәғәнәһендәге «ҡасан» һүҙе лә тора-бара «иҫке»гә алмаштырылып, әлеге көндә «ИҫкеҠый» төбәге булып йөрөй... Ауылыбыҙға нигеҙ һалыусы бабаларыбыҙҙың «Нөгөш буйынан күсеп килеүе» тураһындағы риүәйәт тә ҡарашыбыҙҙы Муйтән-көләр ҡасып килгән йәмле Нөгөш яҡтарына йүнәлтә...

Муйтән-көләр үҙенең ошо һуңғы сәфәрендә ауылыбыҙҙа, үҙенең исеменән бөтөн Бөйөк Башҡортостан менән идара ҡылыусы солтан итеп, ул үҙе юҡта ла татар-монголдарға ҡаршы көрәште уның исеменән дауамлаһын өсөн, үҙенең бер улын беркетеп ҡалдырған, имеш. Уның, Муйтән улының, ысын исеме сер итеп һаҡланған, башҡорттар уны Солтан тип, ә татар-монголдар Ҡасар Улы (Качир-улэ) тип йөрөткәндәр (ҡасып киткән Муйтәндең улы мәғәнәһендә). Шул Солтандан бер малай тыуып, уның Муйтән нәҫеленән икәнлеген дошмандарҙан йәшереү, әйтмәҫ өсөн һәм үҙенән дә әйттертмәҫкә, шул тубаны нәҙерләп, Муйнәйтмәҫ; («Муйтәнде әйтмәҫ») тип исемләгәндәр... Байтаҡ быуындар үтеп, Алтын Урҙа һәм Нуғай Урҙалары емерелеп, башҡорттар урыҫ батшалығына ҡалғас, һәм халыҡ иҫәбен алыу, кешеләрҙең исемдәренә ата-бабаларының исемдәрен фамилия итеп теркәп яҙыу башланғас, үҙемә тиклем дүрт-биш быуын ғәзиз бабаларым, үҙҙәренең Үҫәргән батшалар шәжәрәһендәге затлы нәҫелдән икәнлектәрен фашлап, Солтанов (солтан баба нәҫеле), Муйнәйтмәҫев (Муйнәйтмәҫ баба нәҫеле), Болаҡбаев (Болаҡбай-батыр тигән бабаның нәҫеле), Уралбаев//Аралбаев (Уралбай баба нәҫеле), Даянов//Дуянов (Даян-хан баба нәҫеле) тип яҙылғандар, асылында улар бөтәһе лә баяғы Ҡасар Улы тигән солтан баба нәҫелдәре – Солтановтар булғандар. Күренеүенсә, был юлдарҙың авторы ла тап шул Муйтән-көләрҙең Башҡортостанға солтан итеп билдәләп ҡалдырған улының нәҫеленән.

Муйтән-көләр Үҫәргән (Каспий) диңгеҙе аръяғына боҫҡандан һуң, Бөйөк Башҡортостанда татар-монголдарға ҡаршы баҫмасылыҡ (партизан) һуғышы дөрләп ҡабына, был һуғыш башында баяғы Муйтән улы солтан — Ҡасыр Улы (Качир-улэ) һәм Оло-Бүрелек ( Үҫәргәндең башбүре араһы) ҡәбиләһенең бейе Баҫман (Бачман) ләҡәпле батырҙар тора.

Был ваҡиғаларҙан теүәл етмеш йыл үткәс (1311 йыл), башҡорт Булат-сәсәндән һорашып алып тәүәрих яҙған баяғы фарсы ғалимы Рашид-ад-дин, Баҫмандың һәм Ҡасыр Улының әсир алыныу ваҡыттарын айырым-айырым күрһәтмәйенсә, шул ике ваҡыт-ваҡиғаны берләштереп биргәнлектән, улар икеһе бер үк ваҡытта һәм бергә тотолғандар ҙа бергә үлтерелгәндәр һымаҡ тәьҫир ҡала, ләкин был дөрөҫ түгел. Сөнки ваҡиғаларҙың эҫе эҙенән үк (фәҡәт ун йыл ғына үткәс йәғни 1252 — 1260 йылдарҙа) яҙған Джувейни тигән тарихсы бер Баҫман тураһында ғына хикәйәләй, уның әжәле лә Рашид-ад-дин тәүәрихендәгегә тап килә, ләкин Ҡасыр Улы тураһында бер нәмә лә әйтелмәй (Сборник материалов, относящихся к истории Золотой Орды. II том. Извлечения из персидских сочинений собранные В.Г. Тизенгаузеном... М., — Л., 1941; 24, 35 — 36-нсы биттәр. Артабан: Тизенгаузен). Шуға күрә солтан бабабыҙ Ҡасыр Улының («Үҫәргән тәүәрихе»ндәге Муйтән улы Шаҡмалдың) ул йылда иҫән ҡалып, тора-бара атаһы янына диңгеҙ аръяғына ҡасып, мосолман исемле Руханитдин сифатында 1256 йылда ғына ҡулға алыныуы билдәле («Ағиҙел» журналының 1999/12 һаны, 133-өнсө бит). Үҙ осоронда яҙып ҡалдырылған ҡытай тәүәрихтәре лә нығыта быны. 1221 йылда Сыңғыҙ-хан урҙаһына барып ҡайтҡан Ҡытай илсеһе Чжао Хундың баяғы беҙгә билдәле яҙмаларында Муйтән//Мухалиҙың Бүре исемле бер генә улы барлығы әйтелеп, күркәм тасуирламаһы ла бирелә: «Ул матур ҡиәфәтле, башҡаларҙыҡы (татар-монголдарҙыҡы. — Й.С.) һымаҡ итеп соңҡа сәсен ҡырҙыртырға теләмәй, фәҡәт салма ғы на урай башына (мосолман динле булған — баяғы «Руханитдин»дер! — Й.С.), ыҡсым кейенә һәм төрлө илдәрҙең телдәрендә һөйләшә белә» (Мэн-да бэй-лу, 60-ынсы бит). Тимәк, Муйтән//Мухали улы татар-монголдар араһында ла үҙенең башҡорт ҡиәфәте, кейеме, дине, белеме менән ныҡ айырылып торған — уларға яраҡлашмаған. Бигерәк тә, мосолман динен тотоуы һәм «төрлө илдәрҙең телдәрендә һөйләшә белә» тигән мәғлүмәт бик мөһим: был факттар 1238 йылда «Таубаш Ҡарт»//Горный Старец (Муйтән-көләр, уның мосолман исеме Ғәләүитдин) тарафынан Көнбайыш Европа илдәрен татар-монголдарға ҡаршы көрәшкә саҡырып Францияға һәм Англияға юлландырылған мосолман динле уланы (исеме әйтелмәгән; «Ағиҙел» журналының 1999/12 һаны, 132 — 133-өнсө биттәр), ә һуңғараҡ, баяғы 1256 йылда татар-монголдар тарафынан ҡулға алынған мосолман исемле Руханитдин менән баяғы «Мухали улы Бүре» араһына ышаныслы күпер һуҙа, былар өсөһө лә бер үк инсан — Муйтән//Мухалиҙың улы Бүре (“Үҫәргән тәүәрихе”ндәге Шаҡмал) булырға тейеш, тигән фекерҙе ҡеүәтләй. Дөрөҫ, байтаҡҡа һуңыраҡ яҙылған Ҡытай тәүәрихендә: «Мухалиҙың улы Бүре атаһынан һуң уның вазифаһының һәм титулдарының вариҫы булды,... 1228 йылда 32 йәшендә үлде», — тип әйтелә (Мэн-да бэй-лу, 158-енсе бит), ләкин уның ул йылда үлеүенә ышаныуы бик ҡыйын. Атаһы Муйтән//Мухалиҙың Сыңғыҙ-хан вафатынан һуң уҡ, Алтын Урҙанан ҡайтып китеп, Бөйөк Башҡортостан тәхетенә ултырыуының икенсе йылында уҡ Бүре уҙаманыбыҙ ҙа атаһының юлынан киткәндер ҙә татар-монголдар икеһенең дә «хыянат»ын үҙҙәренә дошман ҡытайҙарҙан йәшереп, икеһенең тиң урҙанан юҡҡа сығыуын «үлде» тип аңлатҡандарҙыр. Ә ғәмәлдә улар икеһе лә тыуған илгә ҡайтҡан һәм башҡорт халҡының тулы бойондороҡһоҙлоҡ өсөн татар-монголдарға ҡаршы көрәшен етәкләгән булырға тейеш. «Үҫәргән тәүәрихе»ндәге Муйтән улы Шаҡмал иһә шул уҡ Мухали улы Бүре ул, сөнки шаҡмал//шаҡал — сүл бүреһе тигән һүҙ (ә бәлки, был синоним-исем татар-монголдарҙы аймылыш ҡылыу өсөн алынғандыр?). Әммә ҡытай тәүәрихенән йәнә лә бер ҡиммәтле табышҡа юлығабыҙ — Бүре//Шаҡмал бабаның тыуған йылы. 1228 йылда 32 йәшендә булғас, 1228-32=1196 — Муйтән бабаның улы Шаҡмал 1196 йылда донъяға килгән һәм 1256 йылда теүәл 60 йәшендә үлтерелгән, тимәк. Беҙҙең солтандар нәҫеле (Солтановтар фамилияһы), риүәйәттәр буйынса, тап ана шул Шаҡмал-солтандан килә. Һәр хәлдә, Муйтән-көләр — Шаҡмал-солтан — Муйнәйтмәҫ баба минең нәҫел шәжәрәмдең өҙлөкһөҙ быуындары улар. Һәм мөһим бер һығымта: боронғо ғәзиз ауылыбыҙ (шул төбәктәге ауылдарҙың әсәһе) Ҡасанҡый-Сала Бөйөк Башҡортостаныбыҙҙың һәләкәтле осоронда Муйтән-көләр ҡасып килеп һыйынған һәм күпмелер ваҡыт йәшәп киткән (шуға күрә лә ул ерҙә «Муйтән-хандың баш ҡалаһы булған» тигән риүәйәт бар) осорҙан — 1241 йылдан уҡ билдәле тип әйтә алабыҙ, һәм уға ошо юлдар яҙылған 2003 йылда теүәл 762 йыл тулды...

Инде шәжәрәләремдең үҙҙәренә керәйек.

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 464. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Виды и жанры театрализованных представлений   Проживание бронируется и оплачивается слушателями самостоятельно...

Что происходит при встрече с близнецовым пламенем   Если встреча с родственной душой может произойти достаточно спокойно – то встреча с близнецовым пламенем всегда подобна вспышке...

Реостаты и резисторы силовой цепи. Реостаты и резисторы силовой цепи. Резисторы и реостаты предназначены для ограничения тока в электрических цепях. В зависимости от назначения различают пусковые...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

Дизартрии у детей Выделение клинических форм дизартрии у детей является в большой степени условным, так как у них крайне редко бывают локальные поражения мозга, с которыми связаны четко определенные синдромы двигательных нарушений...

Педагогическая структура процесса социализации Характеризуя социализацию как педагогический процессе, следует рассмотреть ее основные компоненты: цель, содержание, средства, функции субъекта и объекта...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия