Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Его превосходительству господину генерал-лейтенанту — Оренбургскому военному губернатору, Управляющему по сей губернии Гражданскою частию и Кавалеру Петру Кирилловичу Эссену





Го Башкирского кантона начальника майора и кавалера Куватова

РАПОРТ

Поданное ко мне прошение сего июля 19-го числа от поверенного деревни Бектемировой тархана Бускуна Дуянова находя с своей стороны описанные в нем обстоятельствы во всем справедливыми, осмеливаюсь при сем представить оное на благорассмотрение Вашего Превосходительства и покорнейше просить взойтить в бедственное положение башкирцов, а нагайцев Желтого редута и Воздвиженской крепости от неправильного и усильного владения башкирскою землею по правую сторону реки Сакмары лежащую, которая никогда казне не принадлежала и ныне не принадлежит. По данной Вашему Превосходительству Начальственной власти удержать, предоставить им пользоваться оною согласно решению всех судебных мест и господ начальников губернии, а особенно по постановлению Устроителя Края Оренбургского Тайного Советника и Кавалера Неплюева утвержденному самим Правительствующим Сенатом по левой стороне той реки Сакмары. — И тем справедливой стороне башкирской — оказать начальственное Вашего Превосходительства защищение и покровительство, на что буду иметь счастие ожидать в разрешение повеление. 19 июля 1817 года.

 

Яңы гөбөрнәтер П.К. Эссендың яңы кантон башлығы (әүәлге кантон Буранғолдоң улы) Ҡәһәрмән Ҡыуатовҡа 31 июлдәге яуабында Ырымбур гөбөрнә идаралығына был бәхәсле эш буйынса бөтә материалдарҙы йыйып алып өйрәнергә ҡушыуын, ә ыҙғышыусылар иһә, мәсьәләне хәл ҡылғанға тиклем, ул ерҙәрҙе нисек бар — шулай файҙалана торорға һәм тыныслыҡ һаҡларға тейешлектәрен яҙа. Ошондай уҡ йөкмәткеле ҡағыҙ Земский судҡа ла ебәрелә. Хөкүмәт Сенатынан да П.К. Эссенға император исеменән шуға оҡшаш йөкмәткеле указ килә: башҡорттарҙың батшаға үтенес ҡағыҙында күрһәтелгән мәғлүмәттәрҙе тикшереп һәм йыйып, Хөкүмәт Сенатына атҡарырға ла хәл ҡылыуын көтөргә — чиновниктарҙың волокитаһы бер рәүешле өр-яңынан башлана...

Ләкин П.К. Эссен эште тиҙләтергә тырыша: 1820 йылдың 17 июлендә 1695-енсе фарманы менән Ырымбур Войсковой Кәнсәләренә һәм Земский судҡа бойора: Жултый биҫтәһендә һәм редутында йәшәүсе нуғайҙарҙың Һаҡмар уң яғындағы башҡорт аҫаба ерҙәренә башҡорттарҙың рөхсәтенән тыш аяҡ баҫырға хаҡтары юҡлығын башҡорттарға һәм нуғайҙарға ҡаты киҫәтеп раҫларға, ә төптө үҙҙәренеке түгел кеше урманын ҡарауылларға ҡуйылған нуғай ҡарауылсылары вазифаһын бөтөрөргә, шулай уҡ Межевой Контораның ул ерҙәрҙең башҡорттарҙыҡы икәнлеген күрһәтеүсе планын Земский судта раҫларға ла шул хаҡта аҫаба башҡорттарға һәм улар менән ыҙғышыусы нуғайҙарға мәғлүм ҡылырға. Әммә был ҡарар ҙа бойомға ашырылмай — бюрократияның туҙанлы өҫтәл буҫтауҙары аҫтында ҡапланып ҡала килә.

Булып үткән ваҡиғаларҙы, ике яҡтың ялыуҙарын һәм уларға ҡарата сығарылған ҡарарҙарҙы ысынлап та энәһенән ебенәсә ҡабат тикшереү башлана, чиновниктарҙың был эше биш йыл буйына һуҙылып, 1822 йылдың 28 июлендә П.К. Эссенға яҙылған йылғалай оҙон аңлатма менән ослана. Башҡорт ҡалъяһын тартып алып һоғоноуҙан өмөттәре өҙөлмәгән Жултый нуғайҙары был ҡалъяны инде яңы гөбөрнәтер ҡулы аша алырға яҫҡанып, үҙҙәренең юллаусыһы итеп был юлы ике башҡортто — Аҡъюл Юлъяҡшинды һәм Һунарсы ауылы ҡара-ҡыпсағы Үтәгән ҡарттың улы Бикмөхәммәт Үтәгәневте яллайҙар. (Был бәндәнең ике туған ҡустыһы Ҡолмөхәммәт Күсмөхәммәт улы Үтәгәнев һуңынан, ағаһының ҡылығынан оялып, буғай, хәҙерге Күгәрсен районындағы Сәнкем-Тәүәкән ауылына күсеп китә). Уларҙың ялыунамәһен П.К. Эссен 1824 йылдың 23 июлендә Ырымбур Земский судына юлландыра ла бер юлы Ҡәһәрмән Ҡыуатовҡа, нуғай баҫҡынсыларын башҡорт ерҙәренә ебәрмәҫкә, тигән бойороғо өсөн шелтә иғлан итеп, бынан һуң ер эштәренә ҡыҫылмаҫҡа — суд аша ғына эш йөрөтөргә ҡуша.

Шул уҡ 1824 йылдың 19 сентябрендә П.К. Эссен ҡулына Сәнкем-Биктимер һәм Һунарсы ауылдары халҡының һайлап ҡуйылған ышаныслыһы Аҡдәүләт Килдебаевтан[94] баяғы Аҡъюл Юлъяҡшин һәм Бикмөхәммәт Үтәгәнев хөсөтөнә ҡаршы йүнәлтелгән үтенеснамә килеп төшә, унда мәсьәләнең асылы аңлатылып, Ырымбур Межевой Контораһы бәхәсле ерҙәрҙең башҡорттарҙыҡы икәнлеген дөрөҫләп, бөтә сиктәрҙе күрһәтеп план төҙөп биреүе, ә нуғайҙар ҡулындағы ялған пландың кире ҡағылыуы; гөбөрнәтер генерал-майор Бахметев заманында уҡ Ырымбур Граждандар Палатаһы ул ерҙәрҙең башҡорт аҫаба ерҙәре булыуын раҫлауы әйтелә;. Баҡтиһәң, 1818 йылда Ырымбур һәм Эстәрлетамаҡ форштмейстеры Максимов Ҡаҫмарт буйындағы урманды тикшереп, уны йыртҡыстарса ҡырҡыуҙы сикләр өсөн, ике яҡтан да — башҡорттарҙан да, нуғайҙарҙан да урман һаҡсылары тәғәйенләп киткән булған, ә нуғайҙар шуны мәкерле файҙаланып, нуғай ҡарауылсы булғас, тимәк, ул урмандар нуғайҙарҙыҡы, тип, Ҡаҫмарт буйҙарына яңынан ҡыҙышып ҡул һуҙа башлағандар.

1824 йылдың йәйендә Рәсәйҙең император ғали янаптары Александр I үҙенең ил буйлап сәйәхәтендә ошо яҡтарға ла һуғылып үтәсәген ишетеп, бабаларыбыҙ күп йылдарға һуҙылған тартыш тураһындағы хатты Алдарбәк Килдебаев аша юлландыралар һәм ул уны сәйәхәт ҡылыусы батшаның үҙ ҡулына илтеп тапшыра. Шунан һуң донъя ҡуласаһы башҡорт файҙаһына нығыраҡ әйләнә башлай, буғай: хәрби гөбөрнәтер П.К. Эссен мәсьәләне, ниһәйәт, башҡорттар файҙаһына ҡырҡа хәл ҡылырға һәм шул хаҡта уға хәбәр итергә бойороп, 1825 йылдың 4 майында эште Ырымбур Өйәҙ судына тапшыра, бәхәсле мәсьәләнең элек Межевой Конторала һәм Земский судта башҡорттар файҙаһына хәл ителгәнлеге лә киҫәтеп әйтелә. Шул ҡағыҙға һалынған рәсми резолюцияға ҡарағанда, гөбөрнәтерҙең тәҡдиме Өйәҙ судында 1826 йылдың 1 февралендә бойомға ашырылған — Олобай һәм Әселе тамағы өсөн башҡорт-нуғай тартышы ошоноң менән тамам, башҡорттарҙың ғәҙел талабы тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде, тимәк.

1829 йылдың сентябрендә башҡорт Алдарбәк Килдебаевтың хәрби гөбөрнәтерҙән нуғайҙарҙың шикәйәтнамәләренә артабан иғтибар итмәҫкә һорап яҙған үтенесен хәл ителгән мәсьәләнең тарих битендәге һуңғы шаңдауы итеп ҡарарға кәрәктер.

Шулай итеп, 1784 йылдан башланған һәм 41 йылға һуҙылған тартыш 1826 йылдың 1 февралендә тамамланып, һуңғы нөктә ҡуйыла.

Киләсәк быуындар тарихи һабаҡ ала: баҫҡынсыны алдан күрә белергә һәм тупһанан үткәрмәҫкә кәрәк. Өйгә бер кереп алһа, уны ҡыуып сығарыуы бик ҡыйын.

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 396. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...


Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...


Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...


Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Выработка навыка зеркального письма (динамический стереотип) Цель работы: Проследить особенности образования любого навыка (динамического стереотипа) на примере выработки навыка зеркального письма...

Словарная работа в детском саду Словарная работа в детском саду — это планомерное расширение активного словаря детей за счет незнакомых или трудных слов, которое идет одновременно с ознакомлением с окружающей действительностью, воспитанием правильного отношения к окружающему...

Правила наложения мягкой бинтовой повязки 1. Во время наложения повязки больному (раненому) следует придать удобное положение: он должен удобно сидеть или лежать...

Седалищно-прямокишечная ямка Седалищно-прямокишечная (анальная) ямка, fossa ischiorectalis (ischioanalis) – это парное углубление в области промежности, находящееся по бокам от конечного отдела прямой кишки и седалищных бугров, заполненное жировой клетчаткой, сосудами, нервами и...

Основные структурные физиотерапевтические подразделения Физиотерапевтическое подразделение является одним из структурных подразделений лечебно-профилактического учреждения, которое предназначено для оказания физиотерапевтической помощи...

Почему важны муниципальные выборы? Туристическая фирма оставляет за собой право, в случае причин непреодолимого характера, вносить некоторые изменения в программу тура без уменьшения общего объема и качества услуг, в том числе предоставлять замену отеля на равнозначный...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия