Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Мөғжизәгә килә ышанғы





Сыуашстан менән хушлашып, сираттағы пунктҡа – Владимир ҡалаһына юлланабыҙ. Юл оҙон. Ҡасан унда барып етеребеҙҙе бер Хоҙай ғына белә. Икенсе яҡтан, ошо араны нисек үтеүебеҙ водителдәрҙең оҫталығына ла бәйле. Ә әлегә двигателдең тигеҙ генә геүләүе аҫтында, тәҙрәләрҙән төшкән ҡояш нурҙарында иркәләнеп, күңелдәргә тулышҡан хис-тойғоларҙы сайпылтмаҫҡа тырышып, үҙ уйҙарыбыҙға сумып барабыҙ...

Ҡунаҡханаға төн уртаһында ғына килеп еттек. Ә инде иртән өлкә хакимиәтендә командировка таныҡлыҡтарына мисәт һуҡтырып алып, тағы ла юлға сығырға тейешбеҙ. Ошо арала яныбыҙға айыуҙай бурҙай эйәрткән ханым туҡтай. Автобустағы яҙыуҙы күреп килгән икән. Баҙарға китеп бара. Башҡа көндәрҙә икенсе юлдан йөрөһә, бөгөн, ниңәлер, күңеле ошо яҡҡа тартып тик торған. Һөҙөмтәлә – көтөлмәгән осрашыу. Шунан һуң, мөғжизә юҡ тип әйтеп ҡара.

Яңы танышыбыҙ, үҙе әйтеүенсә, Салауат Юлаевтың нәҫеленән, Ҡалмаҡ ауылында тыуып, һуңынан Үрге Ҡыйғыла йәшәгән, милли батырыбыҙ тураһында мәғлүмәттәр йыйыу менән шөғөлләнгән Хәйрулла ағай Ҡөлмөхәмәтовтың ҡыҙы Әлфиә булып сыҡты.

1977 йылдан алып Владимирҙа йәшәй. Бар ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған, әле хаҡлы ялда. Сәфәребеҙҙең маҡсатын белгәс, былай ҙа йылмайыу китмәгән йөҙө тағы ла яҡтырҙы: “1982 йылда мин дә Эстонияла булдым”.

Мирас ағай Иҙелбаевты иһә ул үҙ туғанылай ҡабул итте: “Һеҙ бит БДУ-ла уҡытаһығыҙ. Салауаттың ижады, тарихы менән шөғөлләнәһегеҙ, - үҙе юлдашыбыҙҙың аптырап ҡалыуын тойоп, тиҙ генә аңлата һала, - миңә атайымдар һөйләгәйне. Һеҙ Үрге Ҡыйғыла беҙҙә йәшәп, материалдар йыйғанһығыҙ ҙа инде...”

Көтөлмәгән осрашыуҙар ваҡыт яғының сикләнгән булыуы менән ҡәҙерлелер, моғайын. Беҙгә юлды дауам итәһе бар. Әлфиә ханым менән хушлашып, иҫтәлеккә китаптар, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы биреп ебәргән кассеталар һәм, әлбиттә, башҡорт балын тапшырабыҙ.

Сит ерҙәрҙә тыуған төйәгеңдә үҫкән кешене осратыу, уның үҙ телен онотмай, әсә телендә һөйләшергә тырышыуы барыбыҙ өсөн дә танһыҡ та, ҡәҙерле лә ине. Шул хистәр шауҡымында юлға ҡуҙғалабыҙ...

...Аяҡтарҙы яҙып алырға, тәндәрҙе киреп-һуҙырға тип туҡтап, автобустың авария фарҙарын яҡтыртып ҡуйҙы Шамил Барыев. Күп тә үтмәне, үтә барып бер “Газель” туҡтаны. Кабинанан ир менән ҡатын төшөп, беҙгә ыңғайлай. Ханымдың күҙендә йәштәр ялтырап китә. “Башҡортостан номерын күреп туҡтаныҡ. “Аварийка”ла тораһығыҙ, ярҙам кәрәкмәйме?” – тип төпсөнә башланы улар. Баҡтиһәң, сығыштары менән үҙҙәре лә Башҡортостандан икән. Розалия ханым – Нефтекама ҡыҙы, уның хәләл ефете Альфред – Ауырғазынан, БР-ҙың Эске эштәр министры Диваев нәҫеленән. Бынан 25 йыл элек, вуз тамамлағас, йүнәлтмә буйынса Собинка ҡалаһына килеп урынлашҡандар һәм шунда төпләнеп ҡалғандар. Сирек быуат йәшәһәләр ҙә, сит ерҙә үҙ кеше булып бөтһәләр ҙә, юл ситендә туҡтап ултырған “НефАЗ” автобусын күреү тыуған ерҙәренең бер киҫәге булып, күңелдәренең аҫтын-өҫкә килтергән. Ирекһеҙҙән, хәтергә тағы ла маҡсатыбыҙ сәбәпсеһе, беҙҙе юлға әйҙәүсе Салауат килеп баҫа. Ул һағыштарын шиғыр юлдарына юҡҡа ғына һалмаған бит:







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 544. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Шрифт зодчего Шрифт зодчего состоит из прописных (заглавных), строчных букв и цифр...


Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...


Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...


Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Понятие массовых мероприятий, их виды Под массовыми мероприятиями следует понимать совокупность действий или явлений социальной жизни с участием большого количества граждан...

Тактика действий нарядов полиции по предупреждению и пресечению правонарушений при проведении массовых мероприятий К особенностям проведения массовых мероприятий и факторам, влияющим на охрану общественного порядка и обеспечение общественной безопасности, можно отнести значительное количество субъектов, принимающих участие в их подготовке и проведении...

Тактические действия нарядов полиции по предупреждению и пресечению групповых нарушений общественного порядка и массовых беспорядков В целях предупреждения разрастания групповых нарушений общественного порядка (далееГНОП) в массовые беспорядки подразделения (наряды) полиции осуществляют следующие мероприятия...

Значення творчості Г.Сковороди для розвитку української культури Важливий внесок в історію всієї духовної культури українського народу та її барокової літературно-філософської традиції зробив, зокрема, Григорій Савич Сковорода (1722—1794 pp...

Постинъекционные осложнения, оказать необходимую помощь пациенту I.ОСЛОЖНЕНИЕ: Инфильтрат (уплотнение). II.ПРИЗНАКИ ОСЛОЖНЕНИЯ: Уплотнение...

Приготовление дезинфицирующего рабочего раствора хлорамина Задача: рассчитать необходимое количество порошка хлорамина для приготовления 5-ти литров 3% раствора...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия