Студопедия — ЫШАНМАЙЫМ БЫҒА. БЫЛ - ЯЛҒАН
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

ЫШАНМАЙЫМ БЫҒА. БЫЛ - ЯЛҒАН






Салауат рухы йәшәй күңелдәрҙә;

Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың эҙҙәре буйлап Эстонияға, Палдискиға барыу тәҡдимен ишеткәс, бер аҙ шаңҡып ҡалғандай булдым. Юҡ, ара алыҫлығы ла, маршрутты автобуста үтеү ҙә ҡурҡытманы, бары тик Салауат эҙҙәренән ҡабат сәйәхәткә сығыу яҙмышыма төшкән өлөш булыуы (һәм ул өлөштөң тап миңә төшөүе) бер мәлгә телдән яҙҙырҙы. Хәйер, Салауат менән “осрашыу”, Салауат рухы менән йәшәү – яҙмышымдың айырылғыһыҙ өлөшө ул. Был саҡта саҡ ҡына һуңыраҡ, ә хәҙергә...

...1986 йылдар ине. Мәктәптең хеҙмәт һәм ял лагерында эшләүсе һәм ял итеүселәрҙе тәрбиәселәребеҙ район буйынса һәм күрше Силәбе өлкәһенә Салауат эҙҙәре буйлап сәйәхәткә алып сыҡты. Юл ыңғайы Ҡалмаҡ ауылы эргәһендәге мәмерйәгә туҡталып, Малаяҙға – Салауат музейына юлланабыҙ. Ул ваҡытта Салауат Юлаевтың музейы 113-сө СПТУ бинаһында урынлашҡайны. Артабанғы маршрут – Әлкә ауылында. Бында музейҙы ойоштороусы, билдәле тарихсы һәм рәссам Трхан ағай Заһиҙуллин (хәҙер мәрхүм инде, урыны йәннәттә булһын) Иҙрискә – Салауаттың икесне мәмерйәһенә алып китте (райондың Салауат мәмерйәһе тип аталған мәмерйәләре ер аҫтынан бер-береһе менән тоташҡан, имеш, тиҙәр). Һуңынан – Ҡатаутамаҡ, Иван-Ҡатау, Йүрүҙән ҡалалары...

...Икенсе тапҡыр Салауат менән “күҙгә-күҙ” Янғантауҙа, уның бюсын асҡанда осраштым. Ҡасандыр Өфөлә, хәҙерге Крупская паркында торғандан һуң ҡапыл юғалған, ике йыл күтәрмә аҫтында саңға ҡапланып ятҡан бюст, ниһайәт, тыуған яғында мәңгелек төйәген тапты, тип ҡыуанғайныҡ ул ваҡытта. Беҙҙән бирегәк автор – Тамара Нечаеваның шатлығының сиге булманы. Ни тиһәң дә, ике генә бөртөк был бюстың береһе Янғантауҙың шифалы быуҙарында наҙланһа, икенсеһе Палдискиҙа – Балтик диңгеҙенең шаулы тулҡындары моңон тыңлап, диңгеҙ ҡояшы нурҙарында йылына хәҙер...

...Өсөнсөгә Салауатты үҙемә өр-яңынан асырға, ул ике ай үткән этап юлынан ике аҙна үтеп, ул кисергәнде йөрәгем менән тойорға ниәтем. Тағы ла шуныһы бар: сәфәрҙәштәрем араһында (улар, нигеҙҙә, Башҡортостандың төрлө матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләүсе журналист-коллегаларым, ғөмүмән, был – Башҡортостан журналистары сәфәре) мин – Салауаттың яҡташы. Тыуған ауылым Лағырҙы ла заманында Пугачев ихтилалы ваҡытында Салауат Юлаев үҙенең көрәштәштәре менән лагерь ҡороп ятҡан урын булған өсөн Лағыр тип үҙгәрткәндәр, тигән фекер йәшәй (боронғо карталарҙа ауылыбыҙ Васҡын тип аталған).

Батырҙың тыуған ауылы эргәһендәге Әлкә янындағы тауҙа бынан тиҫтә йылдар самаһы элек Салауаттың йәшен һанап, аҡ таштарҙы теҙеп яҙыу кеүек матур йола барлыҡҡа килде, район үҙәгендә Салауат Юлаевтың музейы асылды. Тыуған яғыма ҡайтып, ошо үҙгәрештәрҙе тағы бер байҡап, тыуған еремдең бер ус тупрағын, яҡташтарымдың сәләмен алып килдем һәм ошо аманаттарҙы үҙем менән юлға алдым. Әлбиттә, уй-ниәттәр етерлек, әммә уларҙы сәфәрҙән ҡайтҡас еткерербеҙ. Ә хәҙергә, хуш, Салауат районым, һау бул, Өфөм! Ҡаршы ал беҙҙе, Салауат!

***

Ваҡыт бар әле тип йөрөй торғас, мәшәҡәттәр менән уның үткәне һиҙелмәй ҙә ҡалған икән. Икенсенән, һуңғы көнгәсә оло миссия башҡарыу өсөн сәфәргә сығыусылар араһында тап үҙеңдең булыуыңа бер ни тиклем шик тә бар ине: кем белә, бәлки, иң һуңғы мәлдә икенсе кандидатура табылыр... Әммә өлөшкә төшкән көмөш – тарих 2003 йылдың 14 июлендә әле бер-беребеҙҙе йүнләп тә белмәгән бер төркөм Салауат һәйкәленән Эстонияға – милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгенә юлландыҡ.

Барлығы 16 кешебеҙ. Башҡортостан Республикаһының матбуғат һәм киң мәғлүмәт министры урынбаҫары Фәнил Ҡоҙаҡаев етәкселегендә министрлыҡтың әйҙәүсе белгесе Фәниә Хәсәнова, БДУ профессоры Мирас Иҙелбаев, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары Гөлшат Әхмәтҡужина, Башҡортостан “Китап” нәшриәте директоры урынбаҫары Әлфиә Ғимаҙиева, “Ҡызыл таң” гәзитенең бүлек мөдире Фәрит Фәтҡуллин, “Аманат” журналының баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков, Салауат ҡалаһының “Выбор” гәзите баш мөхәррире урынбаҫары Наил Фәхриев, “Ошмес” республика удмурт гәзитенең баш мөхәррире Аркадий Миңлеәхмәтов, “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Флүрә Солтанова, “Молодежная газета” гәзитенең фотографы Эдуард Лапин, “Республика Башкортостан” гәзитенең Нефтекамалағы үҙ хәбәрсеһе Валентина Тиненева, “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының йәмәғәт ойошмалары һәм матбуғат менән эшләү буйынса ярҙамсыһы Вера Харисова, водитель-һынаусылар Шамил Барыев, Ринат Имашев һәм, әлбиттә, ошо юлдарҙы яҙыусы бән фәҡирегеҙ оҙон, ауыр, яуаплы юлға ҡуҙғалып, уйҙарға сумдыҡ...







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 578. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Ганглиоблокаторы. Классификация. Механизм действия. Фармакодинамика. Применение.Побочные эфффекты Никотинчувствительные холинорецепторы (н-холинорецепторы) в основном локализованы на постсинаптических мембранах в синапсах скелетной мускулатуры...

Шов первичный, первично отсроченный, вторичный (показания) В зависимости от времени и условий наложения выделяют швы: 1) первичные...

Предпосылки, условия и движущие силы психического развития Предпосылки –это факторы. Факторы психического развития –это ведущие детерминанты развития чел. К ним относят: среду...

Тактика действий нарядов полиции по предупреждению и пресечению правонарушений при проведении массовых мероприятий К особенностям проведения массовых мероприятий и факторам, влияющим на охрану общественного порядка и обеспечение общественной безопасности, можно отнести значительное количество субъектов, принимающих участие в их подготовке и проведении...

Тактические действия нарядов полиции по предупреждению и пресечению групповых нарушений общественного порядка и массовых беспорядков В целях предупреждения разрастания групповых нарушений общественного порядка (далееГНОП) в массовые беспорядки подразделения (наряды) полиции осуществляют следующие мероприятия...

Механизм действия гормонов а) Цитозольный механизм действия гормонов. По цитозольному механизму действуют гормоны 1 группы...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия