Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Моңло Ҡаҙан, йырлы Ҡаҙан?





Күрше Татарстан Республикаһында беҙҙе башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ аңларҙар, сәфәребеҙҙең уң булыуына фатиха бирерҙәр, тигәнерәк тойғолар тыуғайны күңелдә. Ни тиһәң дә, ҡан-ҡәрҙәштәр, ут күршеләрбеҙ бит. Әммә хыялдар, һабын күбегеләй шартлап, юҡҡа сыҡты.

Журналистар йортонда үткән матбуғат конференцияһын асып, етәксебеҙ Фәнил Шәмсетдин улының сәфәрҙең маҡсаты – милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыу алдынан Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр журналистарҙың акцияһы ойошторолоуы, делегацияның бынан ике быуат элек Салауат уҙған эҙҙәр буйлап үтеп, уның һуңғы төйәге – Палдискиҙа бюсына сәскәләр һалырға, музей менән танышырға, халыҡ менән аралашырға тейешлеге тураһындағы сығышы йыйылыусылар араһында артыҡ эмоция тыуҙырманы. Салауат буйынса белгес Мирас Иҙелбаевтың тарих биттәренә байҡау яһауы ла бер ҡолаҡтарынан инеп, икенсеһенән сыҡты, буғай. Уның ҡарауы, Салауат ихтилалының асылы нимәлә, тигән һорау, киреһенсә, Башҡортостан делегацияһын бер аҙ шаңҡытты. Татарстан энциклопедияһына “татар-башҡорт милли азатлығы өсөн көрәшеүсе” булып ингән Салауаттың көрәшенең асылын сәстәре салланған ағайҙарҙың бөгөн килеп шулай тип һорап ултырыуы ниндәй ҡалыпҡа һыя икән?!

Шулай уҡ баш ҡалалағы Дуҫлыҡ монументына булған (заманында бындағы сиркәү төрмәһендә Салауат Юлаевты әсирлектә тотҡандар) ҡараш менән дә ҡыҙыҡһынды дуҫтар. Был да үҙенә күрә провокация булыуы бик ихтимал ине. Ни тиһәң дә, башҡорттар, сит ил интеллигенцияһы фекеренсә - үҙенең баҫҡынсыларына һәйкәл ҡуйыусы донъялағы берҙән-бер милләт. Икенсе яҡтан ҡарағанда, әгәр атай-олатайҙарыбыҙҙың аҡыллы сәйәсәте һөҙөмтәһендә беҙ Рус дәүләте составына ирекле рәүештә инмәһәк, бөгөнгәсә беҙҙе ян-яҡтан тартҡылап, бүлгеләп бөтөрҙәр ине, моғайын.

Ғөмүмән алғанда, Татарстан матбуғаты вәкилдәренә ҡарағанда татар ижтимағи үҙәгенән күберәк кеше йыйылған аудиторияла аҙым һайын тауыш сығарырға тырышыу ярылып ятты. Мәҫәлән, былтыр ғына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына Үзбәкстандан килеп, башҡорттарҙы маҡтай-маҡтай ҡунаҡ булып йөрөгән Айрат әфәнде ярты йыл элек Татарстанға килеп төпләнгән дә, Балтас районында татар мәктәптәре ябыла, тип яр һала. Әммә берәү ҙә Татарстанда башҡорттар өсөн бер нәмә лә эшләнмәгәнлеген күрергә теләмәй. Һәм иң аяныслыһы – рәсми булмаған делегация алдында рәсми органдар хәл итәһе мәсьәләләрҙе күтәреүселәрҙең барыһы ла Башҡортостандан сығыусылар. Һимергән эт эйәһен тешләй, тигәндәре шулдыр, күрәһең.

Татарстан башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фирҙәүес Бәшированың тәҡдимдәре, ысынлап та, сәфәр маҡсатына тап килде. “Башҡортостанда Салауат Юлаевтың тыуыуына 250 йыл тулыуҙы билдәләгәндә Татарстанда ла саралар үткәреү зарур булыр ине, - тине ул. – Икенсенән, Ҡаҙанда бәләкәй генә, ташландыҡ урам исеме Салауат Юлаев исемен йөрөтә. Батырҙың юбилейы алдынан икенсе ҙур урамға уның исемен биреүҙе юлларға (Өфөлә лә шундай эште тормошҡа ашырырға тотонорға ваҡыттыр). Этап менән оҙатылғанда Ҡаҙанда Салауат һәм уның атаһы тотолған бинаға, хәҙер унда ҡала онкология дауаханаһы урынлашҡан, мемориаль таҡтаташ ҡуйырға кәрәк”.

Шундай ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр менән оҙатты беҙҙе Ҡаҙан. Тамаҡҡа ғына түгел, күңелгә лә ни йотолмай, ни китмәй торған бер төйөн төйнәлде лә торҙо. Ә алда ауыр һәм оҙайлы юлдың башы ғына әле...

“Ҡурсалаусы Әсә”

Һыу эсендә урынлашҡан, бер ҡарағанда тажға, икенсе ҡарағанда карапҡа оҡшаған фонтан, байып барған ҡояш нурҙарында ла йәйғор төҫтәрен балҡытырға тырышып, күккә атыла. Ҡаршы яҡ ярҙан, ҡулдарын йәйеп барлыҡ балаларын ҡурсалап ҡосағына йыйырға тырышҡандай һынландырылған “Сыуаш Әсәһе – Ҡурсалаусы Әсә” һәйкәле ошо тамашаны күҙәтә.

Ул быйыл (2003 йыл – Авт.) 9 Май байрамында асылған. Һәйкәл төҙөү идеяһы республика президенты Николай Федоровтан сыҡҡан. Унда һынландырылған ҡатындың йөҙө лә президенттың әсәһенекенә оҡшаған, ти халыҡ. Постамент тексына конкурс иғлан ителһә лә, унда ла Николай әфәнденең: “Балаларым! Дуҫлыҡта, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәгеҙ!” – тигән һүҙҙәре беренсе урынға лайыҡ булған. Шуға ла, кешегә ай ҙа, ҡояш та ярамай, юҡ-юҡ та дәүләттәре башлығына бер аҙ үпкә лә белдергән кеүектәр. Әммә был һүҙҙәр ысын мәғәнәһендә Кешелеккә оран булып яңғырағандай, уны яңылыш аҙымдан тыйып торғандай. Икенсе яҡтан, һәйкәл эргәһендәге сиркәүҙән бейегерәк булғаны өсөн, рухани уға фатихаһын бирмәгән. “Бәлки, шуғалыр ҙа һуңғы ваҡытта ҡалаға гел ҡаза килә”, - тип тә һығымта яһай халыҡ. Бәғзеләр иһә тәбиғәттең зыян килтереүен һәйкәлде ҡойоуға төрлө металдарҙың ҡатнашмаһы ҡушылыуы, һөҙөмтәлә уларҙың магнит кеүек бар нәмәне үҙенә тартып тороуы менән аңлата. Әммә, нимә генә тимәһендәр, президент посына Николай Федоров ултырғандан һуң республикала тормош-көнкүрештең ыңғай яҡҡа үҙгәреүен кире ҡаҡмайҙар. Хатта, президентыбыҙҙы ҡайҙалыр Үҙәккә алырға итәләр, имеш, ул китһә, беҙ нишләрбеҙ, тигәнерәк хәүеф тә һиҙелә аралашҡанда. Бындағы халыҡтың шөбһәләнеүенең тағы бер сәбәбе бар: күрше Татарстандың ҡайһы бер вәкилдәренең Башҡортостан менән булышыуҙары етмәгән, Сыуашстандың тормошона, эске сәйәсәтенә тығылып, үҙҙәренең һүҙен үткәрергә тырыша икән. Тимәк, кемгәлер милли республикаларҙағы милләт-ара татыулыҡ оҡшамай...







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 609. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...


Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...


Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...


Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Патристика и схоластика как этап в средневековой философии Основной задачей теологии является толкование Священного писания, доказательство существования Бога и формулировка догматов Церкви...

Основные симптомы при заболеваниях органов кровообращения При болезнях органов кровообращения больные могут предъявлять различные жалобы: боли в области сердца и за грудиной, одышка, сердцебиение, перебои в сердце, удушье, отеки, цианоз головная боль, увеличение печени, слабость...

Вопрос 1. Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации К коллективным средствам защиты относятся: вентиляция, отопление, освещение, защита от шума и вибрации...

Педагогическая структура процесса социализации Характеризуя социализацию как педагогический процессе, следует рассмотреть ее основные компоненты: цель, содержание, средства, функции субъекта и объекта...

Типовые ситуационные задачи. Задача 1. Больной К., 38 лет, шахтер по профессии, во время планового медицинского осмотра предъявил жалобы на появление одышки при значительной физической   Задача 1. Больной К., 38 лет, шахтер по профессии, во время планового медицинского осмотра предъявил жалобы на появление одышки при значительной физической нагрузке. Из медицинской книжки установлено, что он страдает врожденным пороком сердца....

Типовые ситуационные задачи. Задача 1.У больного А., 20 лет, с детства отмечается повышенное АД, уровень которого в настоящее время составляет 180-200/110-120 мм рт Задача 1.У больного А., 20 лет, с детства отмечается повышенное АД, уровень которого в настоящее время составляет 180-200/110-120 мм рт. ст. Влияние психоэмоциональных факторов отсутствует. Колебаний АД практически нет. Головной боли нет. Нормализовать...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия