Миңә хәбәр килтерә.
Моғайын, Балтик буйында ла ошо юлдарҙы меңәр тапҡыр ҡабатлағандыр ул... - Тыуған яҡ ҡәҙерен ситтә йәшәгәндәр генә ысын мәғәнәһендә беләлер. Бында килгәс, тәүҙә “малосемейка”ла йәшәнек, - ти Розалия Диваева. – Коридорҙа йөрөгәндәме, аш бүлмәһендә булһынмы, радионан башҡортса йырмы, көймө ишетеп ҡалһаҡ, бер-беребеҙҙе эҙләп йүгерә инек. Элегерәк бит магнитофон юҡ, кассеталар ҙа булманы. Хәҙер генә ул, видеокассета аша ла ҡарайһың, аудиокассета ла тыңлайһың. Собинкала беҙ белгән 10-лаған башҡорт-татар ғаиләһе бар. Аралашып торабыҙ. Бына тиҫтә йыл самаһы инде бер хыял менән йәшәйем: бергә йыйылып, милли аштарыбыҙҙы бешереп, һөйләшеп ултырырға ине. Сөнки күптәр урамда үҙ телендә һөйләшергә ояла. Бәлки, бергәләшеп, ошо тойғоно еңер инек. Балаларыбыҙ ҙа бит көнкүреш телен генә белә. Ә үҙҙәре йыр-моңдарыбыҙҙы иҫтәре китеп тыңлай. Беҙҙең дә ике ҡыҙыбыҙ бар. Уларға “доченька” тип түгел, “ҡыҙым” тип өндәшәбеҙ. Урыҫ телен, бөйөк, ҡеүәтле, тиһәләр ҙә, башҡорт, татар телдәрендә һүҙҙәр моңло, уларҙың синонимдары барыбер күберәк. Осрашыу һуңында инде һәр кем Диваевтарҙың күңел ихласлығы, күңел байлығы тәьҫирендә тирбәлә ине. Ауырғазынан булған Фәрит Фәтҡуллин менән Альфред әфәнденең, нефтекамаларҙың Розалия ханым менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне.”Ә шул кешене беләһеңме? Ә быны?” Яуаптар алынып та өлгөрмәй, икенсе һорау яңғырай.
“Киләсәктә Башҡортостанға ҡайтырға ниәтебеҙ. Нефтекамала йорт һалабыҙ. Алла бойорһа, тағы ла осрашырбыҙ әле”, - тип хәйерле юл теләп оҙатты беҙҙе яҡташтарыбыҙ. Һәр кемдең иғтибарын тартып, ылыҡтырып торған “Журналисты Башҡортостана” тигән яҙыулы, республика гербы, Салауат һәйкәле төшөрөлгән автобусыбыҙ беҙҙе Тверь ҡалаһына алып китте. Эстон еренә юл тағы ла ҡыҫҡара төштө...
|