Студопедия — Ояш ҡайҙа ла бер, әммә...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Ояш ҡайҙа ла бер, әммә...






 

Тыуған төйәктән алыҫҡараҡ киткән һайын, ул тағы ла яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк тойола башланы. Юл ыңғайы күҙәтеп барған күренештәр ҙә һағышты ҡуйыртып, эсте бошора. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тигәндәре шулдыр күрәһең – Рәсәйҙең алтын баһаһына тиңләнгән өлөшөн үттек, әммә уйҙар урай ҙа Башҡортостанға ҡайта....

Йомшаҡ ел ыңғайына алтын ҡояш аҫтында үҙенә күрә бер симфония башҡарғандай, илһамланып ян-яҡҡа сайҡалып тирбәлгән иген баҫыуҙары; көтмәгәндә ҡунаҡ килеп төшкәндә лә йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫтәй итеп төҙөкләндерелгән ауылдар; тормош ҡайнап тороуын иҫбатлағандай һәр ерҙә ҡалҡып сыҡҡан яңы йорттар; көҙгө кеүек ялтырап ятҡан асфальт юлдар...

Сәфәребеҙ буйы шундай күренештәр оҙата барыр кеүек ине. Ни тиһәң дә, ҡояш ҡайҙа ла бер. Әммә тормош ҡына үҙенсә икән шул.

“Урманға төпкәрәк ингән һайын утын күбәйә”, тигәндәй, Рәсәйҙең үҙәгенә яҡынлашҡан һайын, “утын”дар ҙа, күҙгә төртөлөр “ботаҡ”тар ҙа йышая барҙы. Иген баҫыуҙары яйлап ҡына ҡый үләндәре баҫҡан ҡарағуралы яландарға, төҙөк ауылдар буяу күрмәгән, “обшивка”һыҙ өйҙәргә әүерелә барҙы. “Ошмес” республика удмурт гәзитенең баш мөхәррире Аркадий Миңлеәхмәтов фекерен барыһы ла ишетерлек итеп: “Мәскәүгә тиклем иген баҫыуҙары йәйрәп ята ине, Мәскәүҙән һуң – ҡарағура баҫҡан, ташландыҡ яландар. Иғтибарға алдығыҙмы?” – тип белдерҙе. Һуңынан Нефтекаманан булған юлдаштарыбыҙ Вера Харисова менән Валентина Тиненеваның да: ”Барыбер Башҡортостанда яҡшыраҡ. Иҡтисад та, социаль өлкә лә, ғөмүмән, һәр тармаҡ һүҙҙә генә түгел, ғәмәлдә үҫә”, - тиеүе лә юҡҡа түгел. Сөнки республиканы маҡтап яҙа башлаһаң, бәғзеләр “заказ буйынса” тип дәғүә белдерә. Ә бына Башҡортостандан ситкә сығып, башҡа милләттәрҙең шундай фекергә килеүен улар нисек аңлатыр икән?

Сит илгә сығыуыбыҙҙы иһә таможняла тойҙоҡ. Рәсәй яғында әллә ни илтифат күрһәтмәһәләр, эстондарҙың мөғәмәләһе бөтөнләй башҡа ине. Ә бит ҡояш ҡайҙа ла бер. Әммә...

Ергә, ғөмүмән тормошҡа мөнәсәбәте лә кешеләргә булған кеүек, иғтибарлы эстондарҙың. Күҙгә иң салынғаны – ҡулъяулыҡтай ғына ерҙәрен дә гөлбаҡсаға әйләндереүҙәре. Шунан ғына уларҙың ихаталары кәртәләнмәгәнлегенә иғтибар итәһең. Юҡҡа ғына Рәсәй халҡы һәм үҙҙәре хаҡында шундай лаҡап сығармағандарҙыр, күрәһең: рәсәйҙәр устарына көнбағыш алып, бер ни эшләмәй, бер-береһен һөйләп тик ултыра, ә эстондар, диңгеҙ яҡын булғас, ерҙе ҡаплаған ҡырсынташтарҙы баҫыуҙарынан сүпләй, буш ваҡыттары ҡалмай. Ҡасандыр Рәсәй составында булыуҙары хаҡында бары тарихҡа шаһит булып ултырған “Нива” комбайны ғына хәтерләтә.

Совет заманында бындағы тормош кимәле тураһында әйтә алмайым, әммә хәҙергеһе: Рәсәй өсөн Европаса, үҙҙәре өсөн ҡәҙимге. Хатта урамдарҙа иҫке машиналарҙы бик һирәк күрергә мөмкин. Маршрут автобустары паркын иһә тулыһынса яңыртҡандар. “Беҙҙә бөтөн нәмә кеше мәнфәғәтен хәстәрләп эшләнә. Рәсәйҙә автобус ватылып эшкә һуңлаһаң да ғәфү ителә, сөнки техниканың ниндәй хәлдә булыуы барыһына ла билдәле, ә беҙҙә ундай номер үтмәй”, - тиҙәр ғорурланып эстон граждандары...

Бер эстон кронының ике һумға тиң булыуын иҫәпкә алһаң, хаҡтар сағыштырмаса ҡиммәт. Ләкин шуныһы бар: пенсионерҙар ике мең крон пенсия ала. Шул иҫәптән 700 кронды йылылыҡ өсөн генә түләй. Һыуын, газын һ.б. иҫәпләй башлаһаң, беҙҙеңсә аяҡҡа ла, башҡа ла бер юрған – ҡайһыһын ҡапларға белмәйһең. Уның ҡарауы, эшһеҙҙәр коммуналь түләүҙәр өсөн төрлө субсидия-дотация алырға хоҡуҡлы. Һанай китһәң, Эстонияла эшһеҙҙәр эшләүсе категорияға ҡарағанда ла байыраҡ килеп сыға.

Икенсе яҡтан, ҡайһы бер ҡунаҡханаларҙа “Финдарҙы индермәҫкә” тигән яҙыуҙар күрергә мөмкин. Сәбәбе: Финляндия Евросоюзға ингәс, унда хаҡтар ҡапыл күтәрелгән, шуға улар Эстонияға килеп, эсеп ята икән...

Урыҫтар Балтика буйы дәүләттәрендә үҙҙәрен ҡыҫыуҙары хаҡында әленән-әле шаулап алһа, эстондарҙың был мәсьәләгә аҡыллы юл табыуҙарына һоҡланаһың. Улар берәүҙе лә аҡыртып, урам буйлап ҡыумай, бары үҙ иленең патриоты булараҡ, шундай шарттар ҡуя: Эстония гражданлығын алыу өсөн (әгәр гражданлығың булмаһа, һин бары ҡара эшкә, мәҫәлән, һатыусы, ғына ярайһың) телде мотлаҡ белергә тейешһең. Ғөмүмән, хәҙер Эстонияла шундай принциптан сығып йәшәйҙәр: әсә телен, инглиз, тағы ла ике сит телде белергә кәрәк.

Әгәр һин эстон телен беләһең икән, карьера ла эшләй алаһың, эш хаҡына өҫтәмә лә түләнә (ә Башҡортостанда “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” Закон ҡабул иткәндә башҡорт телен белгән хеҙмәткәрҙәргә өҫтәмә түләү тураһындағы пункт үтмәне).

Гражданлыҡ алыу бәхете иһә һәр кемгә тәтемәй. Уның да үҙенең шарттары бар. Тәүгеһе, әйтеп үтеүемсә, телде белеү булһа, икенсеһе – территориялағы һәр географик атаманы, уның ҡайҙа урынлашҡанын, үҙенсәлектәрен, билдәле шәхестәрҙе, ғөмүмән, республикаға ҡағылышлы һәр нәмәне белергә тейешһең. Тимәк, икмәк-тоҙлоҡ “тел” менән тулы хоҡуҡлы граждан була алмайһың, сөнки махсус имтихан тапшырғанда һәр өлкәнән бирелгән һорауҙарға яуаптың тулы һәм эстон телендә булыуы зарур. Шарттар иһә ваҡыт үткән һайын ҡатмарлаша бара: хәҙер илдең гимнын да, Конституцияһын да яттан белеү индерелгән. Уйлап ҡараһаң, беҙ үҙ илебеҙҙең граждандары ла була алмаҫ инек, тигән һығымтаға киләһең. Дөрөҫө шулай. “Ә эстондар?” – тиерһегеҙ. “Эстондар – аныҡ халыҡ. Ҡушылған икән – улар мотлаҡ ваҡытында үтәй, - ти яҡташтарыбыҙ. – Мәҫәлән, эстон телен өйрәнеү курстарына ике төркөм йөрөй, ти. Береһе – эстондар, икенсеһе – урыҫтар (йәки Рәсәй кешеләре). Уҡытыусы бер датаға контроль эштәрҙе килтерергә тиһә, беренсе төркөм тулыһынса тапшыра, ә икенсеһе һуҙып-һуҙа. “Бер үк шарттар: эш, ғаилә, балалар. Ниңә һеҙ шундай ул?” – тип аптырай белем биреүселәр. Эстондарҙың хатта ул эште икенсе көнөнә йәки тағы ла һуңыраҡ тапшырырға кәрәк икәнлеге башына ла инеп сыҡмай”.

Йәки икенсе миҫал: Айҙар Ғәлимов гастролдәр менән барырға булғас, “Ағиҙел” башҡорт мәҙәни ойошмаһы эстон милли опера йырсыһы Ватмаа Виллоға – “Ҡышҡы романс”ты, ә А. Ғәлимовҡа эстон йырын өйрәнергә бурыс йөкмәтә. Һөҙөмтәлә Вилло бурысын намыҫ менән үтәй, Айҙарға бурыслы булып ҡалырға тура килә.

Тәү ҡарашҡа һиҙелмәһә лә, ысынлап та, эстондарҙың урыҫтарҙы өнәмәүе тойола. Иҫке ҡаланың “Толстая Маргарита” башняһында урынлашҡан Диңгеҙ музейы менән танышҡанда ла совет иленең Балтик буйы дәүләттәренә баҫып инеп, окуппациялауы кеүегерәк мәғлүмәттәрҙең өҫтөнлөк итеүе күҙгә ташлана. Әммә Таллинндағы урыҫтарҙың кешеләргә мөнәсәбәтен күреп, үҙҙәре ғәйепле, тигән һығымта яһарға мөмкин. Улар – һаман да һауалы, тәкәббер, гүйә, донъя тотҡалары.

Башҡа милләттәргә килгәндә инде, Эстония етәкселеге аҙ һанлы халыҡтарҙы (диаспораларҙы унда шулай атайҙар) дәүләттең мәҙәниәт гөлләмәһен байытыусы сәскәләргә тиңләй. Хатта Таллинн мэры Эдгар Сависаарҙың һәр милли-мәҙәни ойошмаға рәхмәт белдереп, эстон һәм шул милләт телендә рәсми хаттар яҙыуы ғәҙәти күренеш икән.

Күптән түгел генә милли диаспораларға йәкшәмбе мәктәптәре асыу мөмкинлеге бирелгән, өҫтәүенә уҡытыусы штат нигеҙендә эшләйәсәк. Тимәк, киләсәктә, алыҫ киләсәктә лә түгел, тиҙ арала, эстон ерендә лә милләттәштәребеҙҙең балаларының башҡорт телен өйрәнә башларына өмөт тә, мөмкинлек тә буласаҡ.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 520. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Ваготомия. Дренирующие операции Ваготомия – денервация зон желудка, секретирующих соляную кислоту, путем пересечения блуждающих нервов или их ветвей...

Билиодигестивные анастомозы Показания для наложения билиодигестивных анастомозов: 1. нарушения проходимости терминального отдела холедоха при доброкачественной патологии (стенозы и стриктуры холедоха) 2. опухоли большого дуоденального сосочка...

Сосудистый шов (ручной Карреля, механический шов). Операции при ранениях крупных сосудов 1912 г., Каррель – впервые предложил методику сосудистого шва. Сосудистый шов применяется для восстановления магистрального кровотока при лечении...

Философские школы эпохи эллинизма (неоплатонизм, эпикуреизм, стоицизм, скептицизм). Эпоха эллинизма со времени походов Александра Македонского, в результате которых была образована гигантская империя от Индии на востоке до Греции и Македонии на западе...

Демографияда "Демографиялық жарылыс" дегеніміз не? Демография (грекше демос — халық) — халықтың құрылымын...

Субъективные признаки контрабанды огнестрельного оружия или его основных частей   Переходя к рассмотрению субъективной стороны контрабанды, остановимся на теоретическом понятии субъективной стороны состава преступления...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия