Лгән йылы булмай батырҙың... Палдискиға барып еткәнсе күңелдә Хәсән Туфандың шиғыры яңғырап торҙо:Палдискиға барып еткәнсе күңелдә Хәсән Туфандың шиғыры яңғырап торҙо: “Балтик буйҙарында үлде, - тиһең, - Каторгала үлде Салауат...” Алдайһың ла, тарих, бутайһың һин: Үләме ни ундай азамат!” Ысынлап та, нисәнсе көн телебеҙҙән төшмәй Салауат исеме. Урайбыҙ ҙа Мирас Иҙелбаевҡа мөрәжәғәт итәбеҙ, фекерҙәребеҙ менән уртаҡлашабыҙ. Ул һәр нәмәне тәсфирләп аңлата. Хатта, был тиклем мәғлүмәт, даталар, факттарҙы нисек хәтерендә тота икән, тип аптырап та ҡуяһың. Һөҙөмтәлә, Өфө-Палдиски араһын үткәнсе Салауат символик орбраздан тере кешегә әйләнеп бөттө. Бына автобус туҡтар ҙа, ҡаршыларға батыр үҙе сығыр төҫлө. Әйтерһең дә ике быуат та үтмәгән, әйтерһең дә, кисә генә уны ҡалдырып киткәнбеҙ ҙә, бөгөн, Уралына Салауат етмәүен тойоп, ҡабат урап, уны алырға килгәнбеҙ. Ваҡыт туҡталған, гүйә. ...Ҡасандыр Советтар Союзының ябыҡ хәрби ҡалаһы булған Палдиски. Хәҙер бында НАТО ғәскәрҙәренең хәрби базаһы урынлашҡан. Яҙмышмы, әммә ситтә һуңғы йортон тапҡан һөйәгеңдең, Салауат, гелән хәрбиҙәрҙең итеге табанынан тапалыуын уйлап, тәндәр семберҙәп китә... Эстония 1989 йылда бойондороҡһоҙлоҡ алғандан һуң, Совет хәрбиҙәре Палдискиҙан яйлап сығарыла башлай. Уларҙың арттарынан йәшәгән йорттарын шартлатып ҡала эстондар. Ҡайһы берҙәренең нигеҙ урындары әле лә шул көндәрҙе хәтерләтеп тора. Бынан тыш, буш ултырған бишәр ҡатлы йорттар бик күп ҡалала. Улар күңелгә ниндәйҙер шом һала: иҫәнме икән Салауатыбыҙ?! Сөнки 1992 йылда төҫлө металл яратыусылар һәйкәлдән – батырҙың бюсын, музейҙағы милли кейемдәрҙән көмөш тәңкәләрҙе урлағайны. Тарих ҡабатланмаҫ, тип кем раҫлай ала?
|