Палдискиҙа беҙҙе, ғөмүмән, тәбиғәт мөғжизәләре оҙатып йөрөнө. Рогервик урынында булғанда салт аяҙ көндө алыҫтан күк күкрәүе ишетелә башланы. Беҙ автобустан йыраҡлашҡан һайын, күк Аллаһының нәфрәтеме, асыуымы ҡабара төштө – күкрәүҙәр яҡынайғандан-яҡынайҙы, йышая барҙы. Ә күк йөҙө шундай аяҙ ине...
Таллиннды сыҡҡас иһә, ҡапыл һиҫкәндереп, алғы быялаға, йәш бөртөктәреләй, йөҙләгән тамсы һибелде. “Тәбиғәт тә илай”, - тип күккә ҡараныҡ. Ә күк йөҙө шундай аяҙ ине...
Тәбиғәт һуңыраҡ иланы. Секунд эсендә ҡара болоттар ҡояшты үҙ ҡосағына йәшерҙе лә, биҙрәләп ҡойғандай күҙ йәштәрен түкте. Ахырыһы, Салауат беҙҙең менән шулай һаубуллашты...
Баш күтәргән башҡорт күп татыны