Тарих тәгәрмәсен артҡа әйләндереп...
“Пермь өлкәһе ҡалаларын мәрйен формаһында күҙ алдына килтерһәгеҙ, Уса унда айырым матурлыҡҡа һәм ҙурлыҡҡа эйә мәрйен булып тора”, - ти унда йәшәүселәр. Ләкин төрлө тарафтағы”мәрйен”дәрҙе күргән кешегә был ысынбарлыҡҡа тап килмәгәндәй күренә. Эйе, ҡала тарихи һәйкәлдәргә бай. Әммә уларҙың күрер күҙгә күрекһеҙ итеп тотолоуы ғына эсте бошора. Өфөлә лә, Башҡортостанда ла тарих ҡомартҡылары байтаҡ, тик улар мөмкин тиклем тәрбиәле һәм яңы биналар эргәһендә бахыр булып түгел, ә үҙенең баһаһын белеп ултыра... Әгәр ҡаланың таҙалығы һәм бөхтәлеге буйынса бәйге үткәрелһә, унда республикабыҙ ҡалалары барлыҡ абруйлы почетлы урындарҙы алып бөтөр ине. Уса тураһында, моғайын, ишетмәгән һәм белмәгән кеше юҡтыр. Сөнки А. Пушкиндың “Пугачев тарихы” әҫәрендә был ҡала тураһында яҙыла. В. Шишковтың тарихи “Емельян Пугачев” хикәйәтендә был ҡалаға бер глава арнала. С. Есениндың “Пугачев” драматик поэмаһында ла уның хаҡында һүҙ бара. Ҡаланың тарихы һәм уға ҡасан нигеҙ һалыныуы тураһында бер нисә версия йәшәй. Мәҫәлән, уға атаманы Пугачев биргән, тигән ҡараш та һаҡлана. Йәнәһе, өс көн буйы ҡаланы ҡулға төшөрә алмай ыҙаланғандан һуң ул: “Бәләләкәй генә булһа ла, һағыҙаҡ кеүек тешләшә”, - тигән һәм ҡалаға шул исем йәбешеп ҡалған. Әммә тарихсылар ҡала штурмға тиклем 150 йыл элек Уса (русса - Оса) атамаһын йөрөтөүен тәбәндәгесә фаразлай. Бер вариантта уның, ысынлап та, бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған һағыҙаҡ атамаһынан алыныуы раҫлана. Крайҙың урмандарында элек бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған төркөмдәрҙең күп булыуы быға нигеҙ итеп алына. Һәм был вариант ҡала гербында ла бал ҡорттары һүрәтләнеүе менән нығытыла. Шулай уҡ ҡаланың Каманың ҡушылдығы булған Уса (Оса) йылғаһы исеме менән йөрөтөлөүен дә фаразлайҙар. Был вариант ысынбарлыҡҡа тулыраҡ тап киләлер ҙә, сөнки урындағы халыҡ ҡаланы ла, йылғаны ла баҫымды һуңғы ижеккә түгел, ә беренсеһенә яһап, Оса тип йөрөтә. Ҡаланың 400 йылдан ашыу тарихы бар. Шул тарих биттәренең береһендә Петр Өсөнсө – Емельян Пугачев етәкселегендәге 1774 йылғы Крәҫтиәндәр һуғышы осоронда Салауат Юлаев отрядтарының ҡаланы яулауы айырым урын биләй. Тарихты, әлбиттә, музей залдары һаҡлай. Элекке Успенск соборы бинаһында урынлашҡан Уса крайҙы өйрәнеү музейы ойошторолоуға ике тиҫтәнән ашыу йыл. Ул Пермь өлкәһенең крайҙы өйрәнеү музейының филиалы булып тора. Ғилми хеҙмәткәр Анна Соколованың яғымлы тауышы тарихҡа алып инә. Иң беренсе экспозиция Рәсәйҙең XVIII быуаттың икенсе яртыһындағы социаль-иҡтисади һәм сәйәси хәлен, һәм ошо сәбәптәр тыуҙырған Крәҫтиәндәр һуғышы ваҡиғаларын сағылдыра. Беренсе зал “Крәҫтиәндәр һуғышы утында” тип атала һәм унда крәҫтиәндәрҙең, эшселәрҙең, оҫталарҙың һәм казактарҙың һуғыш алды тормошо күҙаллана. Һуңынан улар Пугачев армияһының нигеҙен тәшкил итә. Баш күтәреүселәрҙең ҡоралдары уларҙың бик ярлы һәм наҡыҫ булыуын раҫлай. Икенсе зал – “Пугачевтың Уса ҡәлғәһен алыуы”н сағылдырған диорама. Әйтерһең дә, бер нисә быуатҡа артҡа күсеп, шул ваҡиғалар уртаһында тораһың. Ана, ҡара юрға өҫтөндә ҡыҙыл кафтаны аша зәңгәр таҫма таҡҡан Пугачев, уның артында күк атта - Салауат Юлаев. Уның ҡулы бәйләнеп, муйынына аҫылған (Салауаттың был алышта ҡулы яраланған тип һүрәтләнһә лә, ҡайһы бер сығанаҡтар уның аяғы яраланыуын раҫлай). Ҡәлғәгә берҙән-бер инеү юлы булған Никольский ҡапҡаһынан Скрипицын етәкселегендәге ғәскәр аҡ флаг күтәреп сығып, Петр Өсөнсө батшаға баш эйеп, тубыҡланып тора. Бары тик Скрипицын ғына аяғүрә ҡатып ҡалған. Шул ваҡытта Пугачев уға: “Минең ҡатыныма тоғро хеҙмәт иткән кеүек, миңә тоғро булғың килмәйме?” – тип мөрәжәғәт иткәс, ул да тубыҡлана. Әммә кафтаны эсендә Екатерина батшабикәгә антын йәшереп йөрөтә... Алға китеп шуны әйтергә кәрәк: 1775 йылдың йәйендә Ырымбур губернаторы И. Рейнсдроптың хөкөм ҡарарына ярашлы Салауат Юлаев Уса ҡалаһында 25 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтырыла... Диораманың авторы – Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Е. Данилевский. Майҙаны 132 квадрат метр булған полотно өҫтөндә ул ике йыл эшләй. Һуңынан алып килеп, диораманың алдындағы панораманы төҙөү өсөн ауылдан-ауылға йөрөп материал йыя. Шулай итеп, Рәсәйҙә Пугачев ваҡиғаларына арналған берҙән-бер диорама тыуа. Ғәҙәттә, бындай әҫәр эшләүсегә картинала үҙен дә һүрәтләү хоҡуғы бирелә. Пугачев ғәскәре эргәһендә эйәрле ат артында сал сәсле, аҡтан кейенгән, аяғында сабаталы кеше – Данилевскийҙың автопортреты. Ул бер үҙе залға тамашасыға ҡарап торғандай. Өсөнсө зал – “Вариҫтар хәтерендә” тип атала һәм унда ошо ваҡиғаларға ҡағылышлы төрлө материалдар урын алған. Китаптар ғына ла 50-нән ашыу һәм унда бығаса бер генә музейҙа ла күренмәгән китаптар бар. Шулай ҙа иғтибарҙы йәлеп иткәне – Салауаттың башҡорт телендә сыҡҡан китабының витринала ятыуы. Ҡаланың 400 йыллығына арнап сығарылған китапта ошо китап хаҡында бына нимә яҙылған: “Китап авторы – башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев. Екатерина Икенсе пугачевсыларҙы бандиттар тип күҙаллап, яңылышҡан. Улар араһында шағир, баш күтәргән халыҡтың үҙенсәлекле идеологы, Пугачевтан бер аҙым ҡалмайынса барыусы Салауат Юлаев та булған. Күрәһең, уның шиғырҙары Екатерина указдарынан һәм архиепископтарҙың вәғәзенән көслөрәк булған. Улар түҙемле булырға өгөтләһә, Салауат ғүмереңде лә йәлләмәй көрәшергә саҡыра”. Хәҙер инде Салауаттың китабы яңғыҙ булмаясаҡ. Башҡортостан журналистарының Салауат эҙҙәре буйлап Өфөнән Палдискиғаса үткән маршруты һөҙөмтәһендә донъя күргән “Батыр рухы менән осрашыу” китабы һәм календарь фондты тағы ла тулыландырасаҡ. Үҙҙәренең музейы һәм унда Пугачев ихтилалына арналған бай материал тупланыуы менән ғорурлана музей хеҙмәткәрҙәре. Әммә уларҙы бер мәсьәлә борсой. Мәҫәлән, үҙгәртеп ҡороуҙар башланғанға тиклем ихатала Пугачев, Салауат һәм Белобородов һынланған һәйкәл урынлаштырыу планлаштырыла. Уның постаменты ла әҙерләнә, макеты ла эшләнә, тик һәйкәл ҡойоу ғына тормошҡа ашмай ҡала. “Силәбелә эшләнергә тейеш ине, замандар үҙгәреп китеп, хәҙер онотолғандыр инде”, - ти директор Галина Ивановна Квыкова. Ә беҙҙеңсә, әле лә һуң түгел. Эстафетаға йомғаҡ яһалғас, дөйөмләштерелгән тәҡдимдәр Башҡортостан Хөкүмәтенә тапшырылыр һәм улар буйынса кисекмәҫтән сара күрелер, моғайын. Һәр хәлдә, күрше өлкәләр теләк белдергәндә баш тартыу файҙаға булмаҫ.
|