Студопедия — САЛАУАТТЫҢ ТЫУҒАН ЙЫЛЫ
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

САЛАУАТТЫҢ ТЫУҒАН ЙЫЛЫ






Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап ойошторолған журналистар экспедицияһы Балтас районына сәфәр ҡылғанда халыҡ ижадында һаҡланған ошо юлдарға иғтибар итмәү мөмкин түгел ине. Сөнки Башҡортостан тарихында был ике шәхес яҡты эҙ ҡалдырған. Ә инде Батыршаның үлгән йылы Салауаттың тыуған йылына тап килмәһә лә, халыҡ уны образға индереп, шулай тип баһалаған. Ни тиһәң дә, Батырша яуы баҫтырылған йылды төбәктең икенсе бер мөйөшөндә Салауат тыуа.

Башҡортостандың һәр төбәгенә хас булғанса (бындай ихласлыҡты республиканан ситтә күрергә өмөтләнмәгеҙ ҙә) Балтаста ла беҙҙе бик йылы ҡаршы алдылар. Хатта крайҙы өйрәнеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исеменә лайыҡ, хәҙер хаҡлы ялда булған Наил Хәзиевты ла Ҡарыш ауылынан махсус саҡыртҡандар.

Тәүге туҡталыш – Нөркә юлында ятҡан Иҫке Тәпәреш ауылы эргәһендә. “Хәҙер Салауаттың Балтас районы территорияһындағы яу юлы Нөркә ауылын телгә алыу менән сикләнә. Ә бит уға тиклем 22 апрелдә үк Иҫке Тәпәреш ауылы эргәһендә Сөләймән Итҡусиндың 1000 кешелек баш күтәреүселәр командаһы майор Тютчевтың каратель командаһы менән осраша. 200 баш күтәреүсе һәләк була, 36-һы әсир төшә. Тютчев үҙенең рапортында: ”Бер нисәһен аҫтым”, - тип яҙа”, - ти Наил уҙаман. “Ошо урында ҡаҙыныу эштәре башлау тураһында тәҡдим менән сыҡҡанығыҙ юҡмы?” – һорау үҙенән-үҙе телдән ысҡына. “Ниәт бар, был эш башланһа, иманым камил, тарихтың яңы битен асырға булыр ине”, - ти гидыбыҙ.

Артабан Нөркәгә юлланабыҙ. Юл ыңғайы тарихты барлайбыҙ. Хәҙерге Борай районының Тимашкино ауылы эргәһендә 3 меңлек отряд йыйған Салауатҡа ҡаршы Рылеевтың каратель отряды ебәрелә. 18 сентябрҙә ҡаты алыш була. Салауат Нөркә яғына хәрәкәт итә. Бында ул халыҡты туплай. 22 сентябрҙә Нөркә эргәһендә ҡаты алыш башлана. Салауат үҙенең 400-ҙән артыҡ һуғышсыһын юғалта һәм Елдәк ҡәлғәһенә табан сигенә. Икенсе көн иһә ҡәлғәгә Рылеев килеп етә.

Әлеге ваҡытта Салауат музейында реконструкция эштәре барһа ла, милли батырыбыҙға арналған бүлегенә килеп инеү менән йөҙгә тарих һулышы бәрелә. Музейға нигеҙҙе Әхнәф Харисов һалды, ти нөркәләр. Сөнки ул батырға ҡағылышлы иң тәүге материалдарҙы алып ҡайта. Ә инде Хәмзә Мостафин уларҙы туплап, музей ойоштора. Бында батырға арналған бихисап документтар урын алған. Крәҫтиәндәр һуғышы осоронан беҙҙең осорғаса Салауат исеменә бәйле урындарҙың картаһы бирелгән, фотолары ҡуйылған. Ләкин тәнендә йәне булған башҡорт нисек итеп батырҙың эҙҙәрен һаҡлаған урындарҙа үҙе булмаһын, уның һыуһынын ҡандырған йылғаның моңло сыңын тыңламаһын инде.

Иң элек Гөлбәзир тауына күтәреләбеҙ. Халыҡ Салауат үҙенең һөйгәнен ошо тауға алып килгән, тип фаразлай. Рәшит Шәкүр батырға бәйле урындар тураһында яҙғанда былай ти: “Фольклор материалдарында, Салауаттың өс ҡатыны, береһе Гөлбәзир исемле булғанлығы тураһында мәғлүмәттәр осрай. Ә Гөлбәзир, риүәйәттәр буйынса, Ҡолой Балтасовтың ҡыҙы, йәғни хәҙерге Балтас районы һылыуы була”. Әммә заманында крайҙы өйрәнеүсе Лосиевский яҙып ҡалдырған легенда буйынса, Ҡолой Балтасовтың ҡыҙы Фәризә исемле була һәм Салауат уны яратып йөрөй. Ләкин Ҡолой Салауатты яратмай, ҡыҙы ла уны тиң күрмәй. Хәйер, тарихта ҡалған легенда-риүәйәттәрҙә хәҡиҡәттең аҙ ғына өлөшө сағылып, күпселекте уйҙырмалар тәшкил итеүе мөмкин. Нисек кенә булмаһын, Салауатҡа бәйле исем-атамалар булыуы үҙе үк уның халыҡ күңелендә тәрән эҙ ҡалдырыуын раҫлай.

Тау башынан Арғы Салауат һыҙаһы, Бирге Салауат һыҙаһы, Лағыр йылғаһы күренеп тора. Йылға аша – Прием тауы. Прием тауында баш күтәреүселәр сафына ҡабул итеү өйө булған. Шунан ҡалған да инде Прием (ҡабул итеү) тауы атамаһы. Ә инде Лағыр йылғаһы эргәһендә Салауат ғәскәренең лагеры торған (ҡайһы бер сығанаҡтар унда Әбей батша лагеры булған тип тә хәбәр итә. Әммә халыҡ үҙенә яҡын вариантты һайлай). Әйтеүҙәренсә, элегерәк был территорияла ҡәберҙәргә оҡшаш убалар ҙа беленеп торған, әммә йылдар үтеү менән улар тигеҙләнгән.

Ҡарыш ауылы ла Салауат иҫтәлеген һаҡлай. Наил Хазиев әйтеүенсә, борон ололар Салауат Өфөнән Ғәйнә башҡорттарына – Тәтешлегә үткәндә, ошо ауылда ат алмаштырып киткән, тип һөйләр булғандар. Борондан мәғлүм булыуынса, ҡайһы бер ерҙәрҙә юлсылар арып талсыҡҡан аттарын ҡалдырып, икенсе ат менеп киткәндәр. Кире юлда ял иткән аттарын эйәрләгәндәр. Күрәһең, республиканың төньяҡ-көнбайышында ла элек бындай ғәҙәт йәшәгән.

Артабанғы юлыбыҙ Нөркә дөйөм белем биреү мәктәбенә илтә. Бында беҙҙе әҙерләнеп көтөп торғандар. Мәктәп менән танышҡандан һуң, уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдында сығыш яһап, батырыбыҙҙың юбилейы алдынан юл алған экспедицияның туҡтап ҡалмай, икенсе йыл инде дауам итеүен, Рәсәйҙең төрлө төбәгендәге осрашыуҙар тәьҫораттары һәм хәтирәләре хаҡында һөйләп, үҙенсәлекле һынау ҙа тоторға тура килде. Ысынлап та, юлдаштарыбыҙҙың береһе әйтеүенсә, Салауаттың ат менеп йөрөгән ерҙәрен самолетта осоп та, автобуста йөрөп тә, йәйәүләп тә үтеп бөтә алмайбыҙ. Ул Урал-Волга буйын тетеп сыҡҡан, беҙгә әле йөрөйһө лә йөрөйһө...

Нөркә ауылы халҡы батырҙы үҫтергән Салауат районы халҡы кеүек үк, бер яҡтан бәхетле, икенсе яҡтан һаман хәсрәтле. Сөнки улар һәр көн тиерлек Салауаттың эҙҙәренә баҫып йөрөй. Был уңайҙан филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаев: ”Кем Салауаттың эҙҙәренә баҫып йөрөй, ул рухи яҡтан ярлы булырға тейеш түгел. Әгәр тыуған яғығыҙ тәбиғәтенә сығып йөрөгәндә, бер генә тапҡыр: “Мин Салауаттың эҙенә баҫтыммы, юҡмы икән? Эх, баҫһам ине”, - тип уйлаһағыҙ, тимәк, һеҙ шулай уҡ яуаплы кешеләр, рухығыҙ бай!” - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндер.

Икенсе яҡтан, бында мәңгелек хәсрәт йәшәй – батша ғәскәрҙәре Салауатты ҡулға алғандан һуң уның үткән яу юлдары буйлап язалау ойоштора. Нөркә – Салауаттың тән ғазабын алыуының һуңғы нөктәһе: бында уға 75 ҡамсы һуҡтырыла, маңлайына “З”, “Б”, “И” (злодей, бунтовщик, изменник) тамғалары һуғыла...

1775 йылдың 25 февралендә Салауаттан Мәскәүҙә һорау алалар. Әммә уның ғәйебен аса алмайҙар. Батша хөкүмәте үҙ тәхетен дер һелкеткән шәхестең эшмәкәрлеген бик аҙ ғына белә. Халыҡ иһә үҙ батырына ғәйеп ташларға тырышмай. “Сенат шундай ҡарар сығара: Юлай менән Салауатты кире Башҡортостанға ҡайтарып, өҫтәмә рәүештә һорау алыу үткәрергә. Сөнки уларға ниндәй яза бирергә лә баҙнат итмәгәндәр. Салауат менән атаһы кире тыуған иленә ебәрелергә тейеш булғас, Мәскәүгә үҙ ихтыяры менән Ҡолой Балтасов килә, - тип беҙҙе ҡабат тарих арбаһына ултырта Мирас Хәмзә улы. – Ул XVIII быуат башының ҙур фигураһы, уҡымышлы кеше, ҙур шәхес. Заманында Пруссия һуғышында актив ҡатнаша, Польша походын да үтә. Юлай Аҙналинды яҡшы белә, уның менән яҡын дуҫтар була. Мәскәүҙә биргән күрһәтмәһендә Юлайҙы яҡлап сыға, ә Салауатҡа ҡаршы күп кенә күрһәтмәләр бирә. Тап уның күрһәтмәләре һәм аҙаҡтан табылған өҫтәмә күрһәтмәләр Салауатҡа хөкөм сығарыуға нигеҙ булып тора”. Тарихтан күренеүенсә, район аҫаба башҡорт, Ә. Әсфәндиәров күҙаллауынса, старшина булыуы ихтимал Балтас исемен йөрөтә. Ҡолой уның улы. Әммә тарих Балтасты түгел, Пугачев ихтилалында ҡатнашыусыларға аяуһыҙ репрессиялар алып барған Ҡолой Балтасовты яҡшы белә. Тарихтың буталыуымы, аҡ менән ҡараның һәр ваҡыт йәнәш йөрөүеме, әллә яҡшылыҡ менән яуызлыҡтың аҙым һайын осрап тороуын раҫлаусы күренешме был? Батша хөкүмәтенә ҡаршы баш күтәргән Батыршаның ырыу-затын юҡ итәләр, быуаттар буйы Салауаттың исемен дә телгә алыу тыйыла. Ә ни өсөн район үҙ батырҙарын һатҡан ырыу исемен йөрөтә? Бәлки, Батырша исеме урынлы булыр ине, ләкин яуапты алдан уҡ белеп торам: был бик күп сығымдар талап итә...

Беҙҙе сәфәр барышында оҙатып йөрөүсе Балтас районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Фирҙәүес Ғәйнулла улы Рәхимовҡа, Нөркәлә Салауатҡа бәйле урындар бик күп, һәр ҡайһыһына стела ултыртып, таҡтаташ ҡуйып, бәләкәй генә туристик маршрут эшләп булмаймы, тигән һорау биреп (минеңсә, ул музейҙың асыҡ һауалағы панорамаһын тәшкил итер ине): “Ундай план бар ул. 2006 йылда Салауат көндәренә әҙерләнәбеҙ”, - тигән яуап алдым. Балтастар үҙ һүҙендә торор, моғайын.

...Еңел машиналарҙа алға елдерәбеҙ. Киң һәм иркен тыуған төйәкте арҡырынан-буйға инде нисәмә айҙар йөрөйбөҙ, тик һаман Салауаттың йөрөгән юлын үтеп сыҡҡаныбыҙ юҡ. Ә батыр рухы саҡыра ла саҡыра...

Йыл.







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 523. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Картограммы и картодиаграммы Картограммы и картодиаграммы применяются для изображения географической характеристики изучаемых явлений...

Практические расчеты на срез и смятие При изучении темы обратите внимание на основные расчетные предпосылки и условности расчета...

Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Философские школы эпохи эллинизма (неоплатонизм, эпикуреизм, стоицизм, скептицизм). Эпоха эллинизма со времени походов Александра Македонского, в результате которых была образована гигантская империя от Индии на востоке до Греции и Македонии на западе...

Демографияда "Демографиялық жарылыс" дегеніміз не? Демография (грекше демос — халық) — халықтың құрылымын...

Разработка товарной и ценовой стратегии фирмы на российском рынке хлебопродуктов В начале 1994 г. английская фирма МОНО совместно с бельгийской ПЮРАТОС приняла решение о начале совместного проекта на российском рынке. Эти фирмы ведут деятельность в сопредельных сферах производства хлебопродуктов. МОНО – крупнейший в Великобритании...

ОПРЕДЕЛЕНИЕ ЦЕНТРА ТЯЖЕСТИ ПЛОСКОЙ ФИГУРЫ Сила, с которой тело притягивается к Земле, называется силой тяжести...

СПИД: морально-этические проблемы Среди тысяч заболеваний совершенно особое, даже исключительное, место занимает ВИЧ-инфекция...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.009 сек.) русская версия | украинская версия