Ике генә йылға араhы.
Әлбиттә, музейҙа төп урындарҙың береhен башҡорт тирмәhе алып тора. Сөнки йәйгеhен йәйләүгә сыҡҡан халҡым. Ә инде ишле ғаиләләрҙә сабыйҙарҙы тирмә эсендә яңғыҙ ҡалдырып та киткәндәр, кейеҙ үҙе үк уларҙы күп ҡош-ҡорттан, бигерәк тә йыландарҙан hаҡлаған. Шуға ла хәҙер ҙә, кейеҙ еҫенән йылан ҡурҡа, тиҙәр. Музейҙың яңыртылған экспонаттары араhында балауыҙ hындар hәм Салауаттың портреттары, уның яу мәлендәге hүрәтләнеше иғтибарҙы йәлеп итә. Һәр рәссам милли батырыбыҙҙы үҙенсә асырға тырышҡан. Әммә 2003 йылда Өфө – Палдиски – Өфө маршруты буйынса йөрөп ҡайтып, Әлкә мәктәбенең музейына барып инеү менән Тархан ағай Заhиҙуллиндың Салауатын күреп, сәфәрҙәштәребеҙҙең береhенең: «Бына бит – ул ысын Салауат!» – тигәне hаман ҡолаҡ төбөндә яңғырай... Ләкин hәр кемдең күңелендә үҙ Салауаты йәшәй hәм улар уны үҙҙәренсә hынландырырға тырыша. Хатта музейҙа урын алған «Һынмаҫ рух» картинаhында батыр ниндәйҙер кимәлдә Ленинға ла оҡшап киткән. Балтик диңгеҙе буйында таш аҡтарған милләттәшебеҙ ҡарашын алыҫҡа төбәhә лә, күҙҙәрендә көрәш рухы, азатлыҡ осҡоно сағыла. Тарихтан билдәле булыуынса, был ваҡытта уның танауы ҡырҡылған, маңлайына мөhөр hуғылған булhа ла, бер генә рәссамдың да Салауатты яралы ҡош сүрәтендә ижад иткеhе килмәгән. Ысын ҡаhарманлыҡ шулай ғәрипләнмәй күҙалланалыр ҙа, ысын ижад ҡына уны матур килеш күрhәтә алалыр, моғайын. Музейҙа Салауаттың үҙ ҡулы менән яҙған документтары, ҡулға алынғас, туғандарына яҙған хатының тәржемәhе менән танышырға мөмкин. Был хаттарҙан сығып, уның, ысынлап та, өс ҡатыны, балалары булғанлығын ныҡлы раҫларға була. Хатында ул ҡатындарын, улдарын Мясоедов hәм генерал-майор Фрейман алып китеүен белдерә. Әммә уларҙың исемдәре билдәhеҙ. Бары тик батырҙың шиғырҙарының береhендә генә уның Миңлеяза исемле ҡыҙы булыуы асыҡ күренә. Музейҙың бөгөнгөнө сағылдырған өлөшө лә иғтибарға лайыҡ. Шуныhы ҡыуаныслы, унда журналистар экспедицияhының иҫтәлеге итеп тапшырылған, Салауат Юлаев hәм уның көрәштәштәре ғүмеренең hуңғы минуттарын үткәргән алыҫ Палдискиҙан алып ҡайтҡан таш hәм тупраҡ та hаҡлана. Шулай уҡ Эстониянан килгән уҡыусыларҙың бүләге лә лайыҡлы урын тапҡан. Салауат тураhында тәүге күләмле әҫәр яҙыусы, романы 28 телгә тәржемә ителгән Степан Злобиндың ижадына ла тейешле иғтибар бар. «Һин – башҡорт, мин – осетин, икебеҙ ҙә рәсәйҙәр», – тип башҡорт батырына мөрәжәғәт иткән, уны атҡа атландырып, Ағиҙел ярына баҫтырып ҡуйған скульптор Сосланбәк Тавасиевтың ижады ла күптәргә таныш. Әммә музейҙа бер фото иғтибарҙы үҙенә тартты – Мәскәү өлкәhенең Хотьково ауылының Ахтырка сиркәүендә Тавасиевтың оҫтаханаhы hәм уның алдында Салауат Юлаев hәйкәленең гипстан эшләнгән моделе. Әлбиттә, заман башҡа, заң башҡа, модель hаман беҙҙе көтөп ултырмайҙыр. Әммә өлкә лә, ауыл да, сиркәү ҙә үҙ урынындалыр бит. Бары тик, етәкселек менән hөйләшеүҙәр алып барып, шул урынға мемориаль таҡтаташ ҡына ҡуйғанда, тип хыялланам. Тағы бер стенд иғтибарҙы үҙенә тарта – Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияhы лауреаттары. Уларҙың hаны бөгөн 120 (шул иҫәптән – Ф. Fәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле), араларында батырҙың яҡташы, заманында «Туған тел» шиғыры менән республика зыялыларын аяҡҡа баҫтырған, шул шиғыры арҡаhында йәмғиәттән ситкә тибелгән, маңлайына «милләтсе» мөhөрө баҫылған (уйлап ҡараhаң, ни ере менән Салауаттан кәм?) Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Fарипов та бар. Бынан 10 йыл элек булдырылған Салауат Юлаев орденын да бөгөнгө көндә ике яҡташы йөрөтә – «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияhының Башҡортостан төбәк бүлексәhе сәйәси советы етәксеhе Энгельс Ҡолмөхәмәтов hәм Арҡауыл ауыл советы биләмәhе рәйесе Дамир Ишбирҙин. * * * Музейҙан сығып, ҡайыш аҫтын «нығытып» алғас, «тимер ат»ыбыҙҙы Әлкә ауылына борҙоҡ. Унда Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейының филиалы, йәғни «Салауаттың бала сағы» тип аталған экспозиция бар икән. Ул Башҡортостандың Милли музейы директоры Fәли Вәлиуллин идеяhы буйынса эшләнгән. Музейҙа төп экспонат – үҫмер Салауат. Филиал директоры Фәрүәз Fәлиуллин гид ролен үтәгәндә шул замандың эсенә инеп китә, ирекhеҙҙән, бөтә тыйыуҙарҙы, кәртәләрҙе емереп, алға бер аҙым атлап, ысынбарлыҡ менән тарихты күренмәҫ ептәр аша бәйләп тороусы диорамаға барып сыҡҡы килә. Ана ғына бит ул тарих, ҡул hуҙымында ғына – ә ғәмәлдә иhә арала ике быуаттан ашыу осор. Музей Салауаттың бала сағын сағылдырғанға күрә бында, башҡа музейҙарҙан айырмалы, ҡорал кеүек нәмәгә урын юҡ – бөтә экспозиция тыныс тормошто hүрәтләй: игенселек, малсылыҡ, ҡортсолоҡ кәрәк-яраҡтары урын алған. Әлкә мәктәбендә тағы ла бер музей бар – уныhы тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Әммә унда ла Салауат образын урап үтеп булмай – сөнки Малаяҙҙағы музей тап ошонда туплана башлай. Тархан Заhиҙуллин менән Әбүзәр Сәйфуллин тора уның башында. Шуға ла, бөгөн музей айырым бинаға күсhә лә, филиалы булдырылhа ла, мәктәп музейында төп урынды Салауат баҫып йөрөгән урындарҙы аталы-уллы Заhиҙуллиндар төшөргән картиналар биләй. * * * «Салауаттың тыуған ауылы урынына барып етмәй, ҡайтмайым!» – белдереүемдән юлдаштарым ғына түгел, хужалар ҙа бер аҙ аптырап ҡалды шикелле. Бер яҡтан, күктең төбө тишелгәндәй ямғыр ҡоя, икенсе яҡтан, ошо төбәктә тыуып, Башҡортостанды ғына түгел, Рәсәйҙе арҡырынан-буйына тигәндәй үтеп тә Тәкәй ауылының урынында бер тапҡыр ҙа булмауым шаңҡытты шикелле. Тимерсе – бысаҡҡа, итексе итеккә йәлсемәҫ, тигәндәй, ҡайhы берҙә эргә-тирәбеҙҙәге мөғжизәләрҙе күрергә, хазиналарға hоҡланырға, ҡомартҡыларыбыҙҙы хозур ҡылырға, бер-беребеҙгә тейешле иғтибар бүлергә ваҡыт тапмайбыҙ шул... ...Машиналар, ямғыр пәрҙәhен йырып, алға ынтыла. Крайҙы өйрәнеүсе, Салауат эҙҙәре буйлап ветерандар экспедицияhын ойоштороусы Вильмир Сафин өс саҡрымды үткәнсе беҙгә топонимика серҙәрен аса, hәр урындың тарихы менән таныштыра. Халыҡ араhында таралған легенда буйынса, был урындарға өс бер туған – Юлай, Аҙнай, Әлкәй нигеҙ hалған. Әммә рәсми документтар буйынса бындай фараз да, раҫлау ҙа юҡ. Өс ауыл йәнәш ултыра, hуңынан, Крәҫтиән hуғышынан hуң, яндырылыуға дусар ителәләр, Әлкә генә тороп ҡала. Аҙналылар Тәкәйҙә тыуып, Аҙналыла йәшәй. Һуңынан ул ауыл Юлай тип атала башлай, Аҙналы ер йөҙөнән юҡ ителә. Салауатты hәм уның көрәштәштәрен Рогервикҡа оҙатҡас, старшина Шағанай Буршаков 1779 йылда Бикетовтың тол ҡалған ҡатынына, Твердышевтың һеңлеһенә, Ҡатау-Тамаҡтан Әлкәгә тиклем ерҙәрҙе 600 көмөш тәңкәгә 60 йылға ҡуртымға бирә. Хәҙер инде ул ваҡыттан нисәмә тапҡыр 60 йыл үтә, ләкин ерҙәр hаман Силәбе өлкәhенә ҡарай. «Шуға ла мин Юлай ауылын икенсе төрлө, башҡорт ерҙәрен батша алпауыттарына «бүләк иткән» Шағанай исеме менән атап йөрөтөүҙәренә ҡырҡа ҡаршымын», – ти Вильмир Иштимер улы. *** Эй, һайлай белгән дә инде ата-бабаларыбыҙ үҙенә төйәкте! Урман-ҡырҙар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел, шуға тағы йылға буйҙарын өҫтәһәң... Республикаға Салауатты биргән Сәскә төбәк тә тәбиғәттең илаһи мөйөштәренең береһендә урынлашҡан. 1987 – 1988 йылдарҙа бында археолог Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедиция ҡаҙыныу эштәре алып бара һәм оҙаҡҡа һуҙылған бәхәстәргә, ә бында, ысынлап та, ауыл булғанмы, тигән һорауға нөктә ҡуя – эйе, бында, ысынлап та, ауыл була һәм ул яндырыла. Ҡаҙыныу эштәре барышында табылған ҡомартҡылар тап шуны раҫлай. Хәҙер был урын кәртәләп алынған (фото). Яңыраҡ боронғо зыяраттың урынын да яҡынса самалайҙар. Яҡынса ул тап бына ошо фотолағы ҡарағайҙар йәнәшәһендә урынлашҡан булырға тейеш. Тимәк, археологтарға тағы ла эш етерлек буласаҡ әле. «Ә зыярат урынын кем әйтте, ҡайҙан сыҡҡан хәбәр?» – тип, һораулы ҡарашымды Вильмир Иштимер улына төбәйем. «Вәрис Хажиев әйтте, ә уға атаһы Вәкил әйткән булған, уға – атаһы». Хәбәр шулай телдән-телгә күсә килгән. Булыуы ла ихтимал, сөнки утһыҙ төтөн булмай. Ә инде Салауатҡа, уның ғаиләһенә ҡағылышлы һүҙ генә түгел, хатта уның исемен дә нисәмә йылдар телгә алыу ҙа тыйыла – Әбей батшаның әмере ҡәтғи, язаһы ҡаты була. Әммә үҙенең батыр улына ҡағылған һәр нәмәне яҡташтары Хәтер тигән ышаныслы сейфта һаҡлап, уны телдән-телгә, быуындан-быуынға тапшырған. Салауаттың, Крәҫтиән һуғышы башланғас, Әбей батша әмере менән ғәскәр туплап, Пугачев ғәскәрен баҫтырырға ебәрелгәс, Бүгәс батша яғына сығыуының сәбәптәре, бәлки, тап ошо тыуған ерендәге күренештәрҙән башланғандыр ҙа. Сөнки Сәскә төбәктең эргәһенән генә Бөйөк Себер юлы үтә. Ул, үлән баҫһа ла, һаман беленеп ята. Ошо юлдан, йылдың ниндәй миҙгеле булмаһын, арестанттарҙы Себергә оҙаталар. Ә инде Малаяҙҙың аҫылмалы күпере эргәһендә ике казарма торған була: һалдаттар һәм арестанттар өсөн. Декабристар ҙа ошо юлдан үтә. Аптырайһы түгел, Өфөгә иң тура юл, моғайын, шулдыр – 120 саҡрым. Шуға ла Юлай һыбай хәҙерге баш ҡаланы көнөнә урап ҡайтыр булған. *** «Хәҙер Шайтанбикә мәмерйәһенә барабыҙ!» – гидыбыҙҙың ошо белдереүенән һуң тағы ла өнһөҙ генә һораулы ҡарашымды уға төбәйем. Баҡтиһәң, ул хәҙерге Силәбе өлкәһе территорияһында икән. «Их, ямғыр яумаһа, Краснополь мәмерйәһенә лә барып етер инек...» Күҙҙәрем Вильмир Иштимер улының шелтәле ҡарашына осрап, һүҙемде әйтеп бөтмәй туҡтап ҡалам. «Краснополь мәмерйәһе түгел, Иҙрис мәмерйәһе ул. Краснополь ауылы бөтөнләй аҫта ултыра...» Артыҡ һорау бирер ваҡыт түгел, тиҙерәк машиналарға ултырырға ла – алға! Әммә юл буйы үҙ һорауыма үҙем яуап эҙләп баш ватам. Шайтанбикә мәмерйәһенә еткәс кенә һорауымдың осон табып, үҙ алдыма көлөп ҡуям. Шулай булмай ни, беҙ килгән Шайтанбикә мәмерйәһе Колокольная икән, ә инде Эҫем йылғаһы буйында урынлашҡан мәмерйәләр теҙмәһе Игнатьевск мәмерйәләре тип йөрөтөлә. Шуға Иҙрис мәмерйәһенең нисек Краснополь мәмерйәһенә әйләнеп китеүен күҙаллауы ауыр түгел... *** ...Ямғыр яуып үтеүгә ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев музейы хеҙмәткәрҙәре биреп ебәргән калуштарҙы кейеп, иҫән-имен мәмерйә алдына килеп баҫтыҡ та, һоҡланыуҙан да, аптырауҙан да тел шартлатмай булдыра алманыҡ. Беренсенән, ожмахтың бер мөйөшө тап бында кеүек тойолһа, икенсенән, мәмерйәгә, махсус һуҡмаҡты белгәндә, тотош атлы команданы индерергә мөмкин. Бының шулай икәнлегенә уның эсенә ингәс тағы бер инандыҡ. Башҡа мәмерйәләрҙә бишкә бөгөлөп йөрөргә тура килһә, бында рәхәтләнеп һыбай үтергә була. Тик төпкәрәк үткән һайын һыуыҡ тынды быуа, күңелде шом биләй... Тиҙерәк яҡтылыҡҡа сыҡҡы килә... Исеме лә улай-былай түгел бит уның – Шайтанбикә! Вильмир Иштимер улы бер ыңғай мәмерйәгә ҡағылышлы легенданың бер варианты менән дә таныштырҙы: «Легенда буйынса, ҡарт олатайым һунарсы булған. Бер ваҡыт һунарға сыҡҡан да, шунда йоҡлап ҡалған. Төндә усаҡ эргәһендә ашап ултырғанда уның эргәһенә аҡ һаҡаллы бер ҡарт килеп: «Һаумы?!» – тип өндәшкән. Башҡорттар, ғәҙәттә, бер-береһен «Әссәләмәғәләйкүм» тип сәләмләгәс, олатай шикләнгән. Ашап-эсеп, йоҡларға ятҡандар. Олатайым шым ғына урынынан торған да ҡарттың таяғын усаҡҡа тыҡҡан, ә үҙенең сәкмәне аҫтына утын һалып, ситтән күҙәтә башлаған. Таң алдынан теге ҡарт тороп, «олатайым»ды тишкеләй башлаған. Олатайым, йәшеренгән еренән сығып, ҡартты тотоп алып, ҡамсылаған. Шунан ҡарт, ялбарып, унан үҙенә теймәүен үтенеп, өйөндә өс ҡыҙы ҡалыуын, шуларҙың береһен кәләшлеккә бирергә риза булыуын белдергән. Киткәндәр былар тегенең йәшәгән еренә. Килһәләр, ысынлап та, өйҙә береһенән-береһе сибәр өс ҡыҙ ултыра, ти. Олатайым ҡартты мунсаға алып барып үлтергән дә, ҡыҙҙарға, атайығыҙ ауырый, мин уны дауаланым, дауа өс көн дауам итергә тейеш, өс көн эргәһенә бармағыҙ, тип, үҙенә оҡшаған иң кесе ҡыҙҙы алып ҡайтып киткән. Был ваҡиға тап ошо ерҙәрҙә барған. Уларҙың алты балаһы тыуған: Иҙрис, Мусабай, Миндеш, Йонос, Әлкә, Шағанай. (Ерҙәрҙең нисек ҡуртымға бирелеүе хаҡында алда яҙып үтелде). Хәҙерге Салауат районында ошо атамалы ауылдар бар. «Бына ошо инде, минеңсә, Салауаттың һуңғы төйәге, – Вильмир Иштимер улы бөгөн аптыратыуҙан туҡтамаҫ, ахыры. – Эйе, сөнки тарихи материалдар Салауатты Миндеш ауылы эргәһендә тотоуҙарын рәсми белдерә». Тарих менән бәхәскә инмәй генә уйлап ҡараһаң, ысынлап та, гидыбыҙҙың һүҙендә хаҡлыҡ бар. Сөнки ниңәлер, батырҙы Малаяҙ эргәһендәге мәмерйәлә, йә Иҙрис мәмерйәһендә булғанда тотҡандар, тип күҙалларға күнеккәнбеҙ. Ә Шайтанбикә Миндеш ауылының эргәһендә генә, был яҡтарҙы әле лә үҙ-ара һөйләшкәндә «шайтандар» тип атау ғәҙәткә ингән... *** Свердловск өлкәһенең Красноуфимск ҡалаһында беҙҙе, дөрөҫөн әйткәндә, дүрт күҙ менән көтәләр ине. Ҡала музейы директоры Любовь Алексейчик менән Мәҙәниәт һәм ял үҙәге етәксеһе Мәүлиҙә Әхтәмова артыҡ ығы-зығыһыҙ тәүҙә ҡала хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Юрий Биктуғановҡа, һуңынан ҡала мэры Александр Стахеевҡа алып ингәс, ул ғына ла түгел, Александр Иванович үҙе ҡабул итеү бүлмәһенә сығып ҡаршы алып торғас, аптырауға ҡалдыҡ. Бәлки, демократияның бер күренеше шулай булалыр?.. *** Башҡортостан, тиһәң, красноуфимскиҙарҙың күҙ алдына, тәү сиратта, Мәсетле районы килеп баҫа. Сөнки улар бында даими ҡунаҡ һәм өлкәнең бер генә һабантуйы ла башҡорт тирмәһе, ҡымыҙы, йыр-моңонан башҡа үтмәй. Быйыл иһә был күҙаллауға Янғантау атамаһы ла килеп ҡушылған – исеме бөтә донъяға билдәле шифахананың бейеү ансамбле халҡыбыҙҙың милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл асылған көндәрҙә тамашасыны таң ҡалдырған. Беҙҙең экспедиция ла тап ошо ваҡиғаға бәйле лә инде. Юҡҡа ғына Юрий Иванович: «Салауат – мөнәсәбәттәрҙе нығытыусы символ», – тимәгәндер. Крәҫтиәндәр һуғышы үткән ҡайһы бер төбәктәрҙә Салауат Юлаевтың кем икәнен бик белеп бөтмәһәләр, Красноуфимскиҙа был исем яҡшы таныш. Сөнки ул «башҡорттарҙың азатлығы өсөн генә түгел, крайҙа йәшәүсе барлыҡ халыҡтарҙың азатлығы өсөн көрәшеүсе». Красноуфимск ҡала музейы ҙур бинаны биләй. Уның беренсе бүлегендә беренсе экспозицияла уҡ «Башҡорттар – крайҙың аҫаба халҡы» тигән стенд күңелде күтәреп ебәрә. Әммә шунан башҡа башҡорттар хаҡында төплө мәғлүмәт биргән бер нәмә күрмәҫһең. Хатта крайҙа йәшәүсе ҡайһы бер милләттәрҙең кейем-һалымы бар, ә башҡорттарҙыҡы – юҡ. «Әгәр беҙҙе башҡорттарҙың милли кейеме менән тәьмин итһәгеҙ, уны ла ҡуйыр инек», – ти музей директоры. Алғараҡ китеп әйткәндә, коллегам Рәйлә Рәшит ҡыҙы менән был тема буйынса фекер алышып, хыялыбыҙҙа музейҙың бер мөйөшөнә тирмә ултыртып, уны йыһазландырып, бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп тә ҡуйҙыҡ. Ә бында, милли кейем, тигән булалар... Командировканан ҡайтып, әүҙем хәбәрсебеҙ Әсләм ағай Арыҫлановҡа сәфәр хаҡында һөйләй башлағайным, ул, мине бүлдереп, үҙенең хәтер ебен тағатырға тотондо: «Мин Балаҡатайҙан булғас, Екатеринбургта уҡыным. 1965 йылдың көҙөндә Красноуфимскиға уңыш йыйырға ебәрҙеләр. Шунда музей менән дә таныштыҡ. Тәүге тапҡыр башҡорттарҙың милли кейемен генә түгел, эш ҡоралдарын күреп, аптырағайным. Бик бай музей унда!» Бөгөн килеп иһә бында, тотош икенсе ҡатты биләп торған музейҙа, башҡорттарға бер стенд ҡына бағышланған... *** Салауат Юлаев Красноуфимскиҙа 1774 йылдың ғинуарында була. Бынан ул Көнгөргә юл алырға тейеш була. Әммә, ҡаты яраланғас, ҡайтарып ебәрелә. Шул уҡ йылдың февраль – мартында ул, ҙур отряд йыйып, Красноуфимск, Көнгөр тирәһендә ҡабат хәрби хәрәкәттәр ойоштора. Әлбиттә, был хаҡта тарихсыларҙың яҙмаларын уҡып, күберәк мәғлүмәт тупларға мөмкин. Әммә музейҙа ике мәл иғтибарҙы йәлеп итте: беренсеһе – Салауат Юлаев менән Пугачевтың осрашыуын сағылдырған билдәһеҙ авторҙың һүрәте. Быға тиклем Красноуфимскиға килгән журналистар тарафынан, бәлки, был ошо замандан ҡалған һүрәттер, тигән өмөт осҡоно һалынғайны күңелдәргә. Ләкин Малаяҙҙағы Салауат Юлаев музейында ла шуға оҡшаш һүрәт өмөттө һүндерҙе. Әлбиттә, улрҙың айырмалары бар, тик бер кеше ҡулы менән эшләнгәнен ябай күҙ менән дә күрергә мөмкин. Беляев тигән рәссамдың 1938 йылда Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» хикәйәһенә эшләгән иллюстрацияһы ул. Малаяҙ музейына уны 2003 йылда Сәйҙә Мырҙаханова Мәскәүҙән алып ҡайтып бүләк итә. Инга Гвоздикова менән «Салават в памяти народа» тигән берлектәге китап яҙа улар, Мәскәүҙә архивта эҙләнгәндә шул һүрәткә тап булалар. Икенсе һүрәт – билдәһеҙ авторҙың 1773 йылда төшөрөлгән Пугачевтың натуранан эшләнгән портреты. Музейҙа әлеге ваҡытта уның күсермәһе тора. Ә портреттың тарихы былайыраҡ: уның төп нөсхәһенә үткән быуат һуңында реставрация эшләй башлағас, портреттың Екатерина Икенсенең портреты өҫтөнә төшөрөлгәне асыҡлана. Шуға полотнонан бер үк ваҡытта Әбей батша ла, Бүгәс батша ла ҡарап тора. Рәссамдың идеяһы нисек булғандыр, әйтеүе ҡыйын, әммә миндә был картина ике төрлө тойғо тыуҙырҙы – Пугачевтың идеялары Екатеринаның идеяларын ҡаплап, уны икенсе планда ҡалдыра; Екатерина Пугачевтың башында (уй-хыялдарында түгел, ә унан көслөрәк һәм ҡеүәтлерәк) ултыра. Ҡаланың топонимикаһында ла ҡолаҡ «ҡарп» итеп ҡалырлыҡ урындар бар. Мәҫәлән, «Юртовая гора», «Атаманова гора». Әммә төплө генә итеп уларҙың ни өсөн шундай атама алыуын берәү ҙә аңлата алманы. «Юртовая гора», туранан-тура бында борон-борондан башҡорттар йәшәгәнен иҫбатлап, Тирмә тауын аңлаталыр, бәлки? Ҡала халҡына ғына түгел, тотош илгә билдәле Ғәлекәй ташы (“Марьин утес”, «Тени исчезают в полдень» фильмы тап ошонда төшөрөлә) тураһында ла аныҡ ҡына яуап булманы. Бары тик, азатлыҡ һөйөүсе егет, батша ярандарының ҡулына эләкмәҫ өсөн, шул ҡаянан ташланған, тип кенә белдерҙеләр. Нисек кенә булмаһын, был ҡая хәҙер һәр фотографтың, һәр рәссамдың күҙ уңында. *** Салауат Юлаев һәйкәле, тигәс, уны ниңәлер Ағиҙел ярындағы һәйкәл кеүек итеп күҙ алдына килтерә инем. Ниңәлер минең өсөн Салауат бары тик шулай ғына һынланырға тейеш һымаҡ. Юҡһа, уның яңы образын булдырабыҙ, тип, ниндзяға ла, индеецҡа ла оҡшатып бөттөк шикелле. Ә бер ваҡыт хатта араҡы һәм тәмәке маркаһына ла уның исеме бирелә башланы. Милли батырыбыҙҙы араҡы hәм тәмәке символына әйләндереү тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел, әлбиттә. Әйткәндәй, сәфәрҙән һуң Салауат тураһында бер танышыма ярһып-ярһып тәьҫораттарымды һөйләгәндә ул миңә: “Минең өсөн Салауат бары тик марка...” – тип әйтеп ҡуйҙы. Күңелемдә урын алып, изге талисманға әүерелгән, исемен доға урынына ҡабатлаған шәхесте шулай баһалауҙарына әрнеүемде үҙҙәре Салауаттың эҙҙәренә баҫып үткән, уның кисергәндәрен бер нисә сәғәт эсендә үҙе кисергән кеше генә аңларға һәләтлелер, моғайын. Ә Красноуфимскиҙағы һәйкәл – урам уртаһында ғорур торған гранит таш. Уға Салауаттың Өфөләге һәйкәленең күсермәһе эшләнгән һәм кем икәнлеге яҙылған. Шулай ҙа, иң мөһиме – һәйкәл бар! Ул шунда килеп баҫҡанға тиклем күпме кеше нисәмә йылдар йоҡоһоҙ төндәр уҙғарған. Шундай кешеләрҙең береһе – «Свердловск өлкәһе башҡорт үҙәге» ижтимағи ойошмаһының президенты Фәймә Йосопова. 2002 йылда рәсми теркәлгән ойошманың уставында билдәләнеүенсә, уның төп эшмәкәрлеге булып өлкәлә йәшәүсе башҡорттарҙың дәүләт власы органдары һәм муниципаль берәмектәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлеге, үҙ-ара эшмәкәрлеге тора. Ойошма ойошторолғандан алып бихисап эш башҡарылған, шуларҙың береһе – Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенә 450 йыл тулыу уңайынан Красноуфимск ҡалаһында башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевҡа һәйкәл асыу. Был идея 2004 йылда, батырҙың тыуыуына 250 йыл тулыу тантаналарын уҙғарған ваҡытта уҡ, ярала. Эскиз проектын Красноуфимск ҡала хакимиәте, Екатеринбург ҡалаһындағы билдәле эшҡыуар, сығышы менән Башҡортостан егете, «Дельрус» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты Юлай Басир улы Мәһәҙиев хуплағас, төҙөлөшкә фатиха алына. Әйткәндәй, сығымдарҙы (202 мең һум) тулыһынса Юлай Басир улы ҡаплай. 28 июндә асылған һәйкәл Горняк ҡасабаһындағы Салауат Юлаев урамының иң башында тора. Бер уйлаһаң, ҡала ситендә, кеше күп йөрөмәгән яҡта кеүек, әммә, икенсе яҡтан, бындағы тәбиғәт, ҡарағай урманы, ауыл тормошо үҙе үк батыр рухына тап килгәндәй. Ә теләгән кеше һәйкәлде килеп ҡарай. «Ситтә урынлашҡас, ташын аҡтарып алып китмәҫтәрме?» – тип борсолоу белдерәбеҙ. Күршелә генә йәшәүсе Фәритйән Ғибаев, мин бында штаттан тыш ҡарауылсы, тип шаярта. Тәүҙә ул таштарҙы алып китмәһендәр тип ҡарауыллай, аҙаҡ – сынйырҙарҙы... Шулай үҙе лә һиҙмәҫтән Салауат рухы менән йәшәй башлай. «Тик һәйкәлде урынлаштырғанда бер аҙ уйлап еткермәгәндәр, – ти ул. – Һәйкәл майҙанының бер осо тап канауға тура килә. Яҙлы-көҙлө, ямғырҙар ваҡытында һыу аға башлаһа, ул туп-тура ошо үҙе һалған юлдан үтәсәк. Тимәк, йә майҙан бысраҡ һыу аҫтында ҡала, йә һыу уны бөтөнләй йыуҙыра. Шунда аҫҡа берәй торба һалып ҡалдырғанда ла булыр ине...» Ағайҙың һүҙҙәре, борсолоуы хаҡ һәм аңлашыла. Бәлки, киләсәктә, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, был проблема хәл ителер, ә бөгөн иң мөһиме – Красноуфимскиҙа ла Салауат рухы йәшәй! *** Иҫтәлеккә тип күмәкләп, экспедицияның бағыусыһы – «Мегафон» компанияһы биргән экипировканы кейеп, фотоға төшөргә йыйынғанда тағы ла күктән ямғыр тамсылары һибелде. Тәбиғәттең илаҡ мәле ине... Йыл.
|