Студопедия — Салауат Юлаевтың феномены нимәлә?
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Салауат Юлаевтың феномены нимәлә?






– Ул быуаттар аша башҡорттарҙы ғына түгел, күп милләтле Башҡортостан халҡын туплай. Уның исеме күптән республикабыҙ сиген үтеп, ул Рәсәй геройына әйләнде. Уның хаҡында тарих китаптарында яҙалар. Ул – тотош ил тарихының айырылғыһыҙ өлөшө.

Йыш булмаһа ла, милли батырыбыҙҙың исемен тауар маркаһы итеп файҙаланыу күҙгә ташлана. Һеҙ был күренешкә нисек ҡарайһығыҙ?

– Салауат – ул бренд, ул халыҡ мәҙәниәте. Тауарҙарға, аҙыҡ-түлеккә Салауат исемен биреп, уны маркаға әйләндереү әсендерә. Патентлау һәм күҙәтеү органдары был тәңгәлдә компетентлы булһын ине. Салауаттың ғына түгел, башҡа шәхестәрҙең исеме лә – ул бит беҙҙең тарих...

Уңғы йылдарҙа Салауат Юлаевтың яңы образын тыуҙырыу буйынса ижади конкурстар ойошторолоп, уны төрлө ҡиәфәттә һынландырыу йышайҙы...

– Ижад кешеләренә беҙ үҙебеҙҙең ҡарашты көсләп тағырға тейеш түгелбеҙ. Шул уҡ ваҡытта, башҡа килтереп һуҡты ла, тоттоң да эшләнең түгел. Тарихи документтарға, легендаларға таянып, ижади фантазияны бергә ҡушып, бына тигән образ тыуҙырырға мөмкин.

Мәскәүҙәр Салауатты беләме?

– Күптән түгел бер осетин ғаиләһендә улдарына Салауат тип исем ҡуштылар. Бигерәк тә Кавказ халҡында был исем йыш осрай. Тимәк, беҙҙең батырыбыҙға, азат итеүсегә ихтирам ҙур.

Салауат темаһы инде өйрәнелеп бөткән кеүек булһа ла, дипломат булараҡ, ниндәй илдәрҙең архивтарына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итер инегеҙ?

– Иң бай архивтарҙың береһе тип АҠШ Конгресының китапханаһын атар инем. Шулай уҡ Лондондағы Көнсығыш мәктәбе, ГФР-ҙағы Гейдельберг архивы ла үҙендә Пугачев ихтилалы, башҡорт ихтилалдары тураһында бай мәғлүмәт һаҡлауы мөмкин.

Салауаттың шәхесенә ҡарата бөгөн төрлө баһалама ишетелә. Берәүҙәр уны яманлаһа, икенселәр хуплай...

– Баһаламаларҙан ҡурҡырға ярамай. Тормошта һәр саҡ ике сик йәшәй. Ләкин был осраҡта тарихи документтар, уларҙың хронологияһы, беҙҙең ҡараш, һәм уның һәр яҡлап үлсәнгән булыуы объектив ҡараш тыуҙырырға ярҙам итә. Бында, әлбиттә, тарихты боҙоп күрһәтеүгә һәм яһиллыҡҡа юл ҡуйырға ярамай.

– Быйыл халҡыбыҙҙың бөйөк улы Салауат Юлаевтың тыуыуына 255 йыл тула. Шул уңайҙан, Башҡортостандың бер өлөшө булараҡ, ниндәй пландар менән йәшәйһегеҙ?

– Мәғлүм булыуынса, Мәскәү янында Салауат Юлаевтың һәйкәле авторы Сосланбәк Тавасиевтың ейәндәре йәшәй. Улар менән даими бәйләнеш булдырғанбыҙ. Йәйгеһен Мәскәүҙең Милләттәр йорто базаһында Салауат Юлаевҡа арналған ғилми-ғәмәли конференция үткәрергә, шулай уҡ «Салауат йыйыны»нда ҡатнашырға ниәтләйбеҙ.

* * *

Баш ҡалала бик бейек йорттар барлығы ете. Уларҙың береһен Рәсәйҙең Сит илдәр министрлығы биләһә, экспедиция барышында шуларҙың Сталин заманында төҙөлгән береһендә булырға тура килде. Салауат Юлаев энциклопедияһын ентекләп өйрәнгән кеше ундағы Р. Овчинников тигән фамилияны иҫләйҙер. Тарих фәндәре докторы Реджинальд Васильевич тап ошо йортта йәшәгән дә инде. Хәҙер унда тарихсының икенсе ҡатыны Наталья Ростова донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул беҙҙе шатланып ҡабул итте. Тормош иптәше менән улар 20 йыл бергә йәшәп ҡала (был – Овчинниковтың икенсе никахы). «Минең бурысым – Реджинальдтың архивтарҙа эшләүенә шарттар тыуҙырыу булды», – ти ул һәм һүҙ ебенең осо яйлап ҡына Пугачев, Салауат темаһына барып тоташа. Билдәле ғалим Александр Зимин ҡулы аҫтында уҡығанда Овчинников башта Степан Разин менән ҡыҙыҡһына башлай, әммә, материалдар бик аҙ булыу сәбәпле, яйлап Крәҫтиәндәр һуғышы темаһына, Пугачев тарихына ылыға. Башҡортостанға ғилми-ғәмәли конференцияға килгәнендә иһә Инга Гвоздикова менән таныша. Ул тап Салауат Юлаев темаһы өҫтөндә эшләргә тәҡдим итә, аҙаҡ инде энциклопедия төҙөүгә ылыҡтыра. 1999 йылда Инга Михайловнаға яҙған хаттарының береһендә Овчинников уға докторлыҡ диссертацияһын яҡларға тәҡдим итеп: «Нужно только твердо стоять на позиции, что пугачевское восстание не «национальная трагедия» (по суждению Н. Павленко и его подголосков Рахматуллина и Тартаковского), а справедливое и закономерное выступление народа против ужесточения режима крепостнического угнетения народа», – тип яҙа.

Салауат Юлаев тураһында 800 самаһы мәҡәлә яҙған тарихсының өйөндә оло бер архив тупланған, тиергә лә мөмкин. Бындағы материалдар менән тиҙ-тиҙ генә түгел, ә яйлап танышырға кәрәк. Әле бөтә документ, китапты Наталья Николаевна ҡәҙерләп һаҡлай. Әммә уға Боронғо акттар архивынан, РФ-ның Дәүләт архивынан һәм Фәндәр академияһының архивынан булған документтарҙы тапшырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәндәр.

* * *

... Баш күтәреүселәрҙе туҡтатыу маҡсатында каратель отрядтары күпләп халыҡты ҡырыу эшенә тотона. Пугачевты ҡабул иткән һәр ауылда, һәр ҡалала ул тәғәйенләгән ҡала башлыҡтарын һәм урындағы отрядтар атамандарын, баш күтәреүселәрҙең башлыҡтарын дарға аҫа башлайҙар. Ҡурҡытыу эффектын көсәйтеү өсөн дарҙарҙы һалдарға урынлаштырып, уларҙы ихтилал булған урындарҙағы йылғалар буйлап ағыҙалар. Майҙа Ырымбурҙа Хлопушаны язалайҙар, уның башын майҙан уртаһында ҡолғаға ҡаҙап ҡуялар. Ә тикшереү эштәре ваҡытында урта быуатта ҡулланылған барлыҡ ысулдар ҡулланыла.

Һорау алыу менән кенәз М. Волконский, обер-секретарь С. Шешковский етәкселек итә. Декабрь баштарында һорау алыу туҡтатыла. Сөнки ҡулға алыныусылар быға тиклемге яуаптарына бер ни ҙә өҫтәй, ғәйептәрен йомшарта ла, тәрәнәйтә лә алмай.

30 декабрҙә Кремлдәр һарайының Тәхеттәр залында Емельян Пугачевтың эше буйынса хөкөмдарҙар йыйыла. Улар Екатерина Икенсенең судты тәғәйенләү тураһындағы манифесын, һуңынан Пугачев һәм уның арҡаҙаштарына сығарылған ғәйепләү ҡарарын тыңлай. 31 декабрҙә көсәйтелгән һаҡ аҫтында Пугачевты сираттағы судҡа алып киләләр. Суд алдынан хөкөмдарҙар биреләсәк һорауҙарҙы раҫлай. Бүгәс батшаны залға индереп, тубыҡланып торорға мәжбүр итәләр. Исем өсөн үткәрелгән яуап алыуҙан һуң, суд ҡарар сығара: «Емельку Пугачева четвертовать, голову воткнуть на кол, части тела разнести по четырем частям города и положить на колеса, а после на тех местах сжечь».

1775 йылдың 10 ғинуарында Мәскәүҙең Болотная майҙанында бик күп халыҡты йыйып, яза тормошҡа ашырыла. Пугачев үҙен лайыҡлы тота, яза урынына менгәс, Кремлдең соборҙарына суҡына, дүрт тарафҡа баш эйеп, «ғәфү ит мине, православие халҡы», – тип мөрәжәғәт итә.

Ваҡиғаның шаһиты булған шул замандың билдәле яҙыусыһы, журналисы, иҡтисадсыһы, һәр яҡлап белемле Андрей Болотов бына нимә тип яҙа: «...произошло при казни его нечто странное и неожидаеме, и вместо того, чтоб, в силу сентенции, наперед его четвертовать и отрубить ему руки и ноги, палач вдруг отрубил ему прежде голову, и Богу известно, каким образом это сделалось: ни то палач был к тому от злодеев подкуплен, чтоб он не ему долго мучиться, ни то произошло от действительной ошибки и смятения палача, никогда еще в жизнь свою смертной казни не производившего; но как бы то ни было, но мы услышали только, что стоявший там подле самого его какой-то чиновник вдруг на палача с сердцем закричал: “Ах, сукин сын! Что ты это сделал!” и потом: “Ну, скорее – руки и ноги”.

Бөгөн был майҙан һаман да үҙенең атамаһын үҙгәртмәгән. Унда балалары менән йәш әсәләр, өлкәндәр, йәштәр ял итә. Майҙандың бер башында Михаил Шемякиндың өлкәндәрҙең насар ҡылыҡтарының һөҙөмтәһен сағылдырған панорама-скульптура торһа, майҙан уртаһында, ҡайһы бер сығанаҡтарҙың билдәләүенсә, тап Пугачевты язалаған урында, билдәле рәссам Репинға һәйкәл ҡуйылған. Ә инде ул замандағы Таш күпер (Каменный мост) бөгөн мөхәббәт күперенә әүерелгән – унда яһалма ағастар йәш йөрәктәрҙең йоҙаҡҡа бикләнгән мөхәббәтен һаҡлай.

* *

1775 йылдың ноябрендә ихтилалдың бөтә төп ҡатнашыусылары генераль тикшереү үткәреү өсөн Мәскәүгә оҙатыла. Уларҙы Ҡытай-городтың Иверск ҡапҡалары эргәһендә урынлашҡан Монета дворында тоталар (хәҙер был бина Ҡыҙыл майҙандың Воскресенск ҡапҡалары янында урынлашҡан). Шуға ла Болотная майҙанынан Ҡыҙыл майҙанға юл алабыҙ. Пугачев тотолған ситлекте күреү был юлы насип булманы – Тарих музейы беҙ барған көндө эшләмәне. Уның ҡарауы, Ленин менән Сталинды «күрергә» лә, улар менән бергәләп фотоға төшөргә лә мөмкин. Бөйөк полководец Жуковҡа ҡуйылған һәйкәлде лә иҫәпләгәндә, өс тарихи шәхес бер урында!

Шунда уҡ экскурсоводтар һырып ала, аҡсаңды сығар ҙа, рәхәтләнеп тарихҡа сум. Ләкин беҙҙе пугачевсыларҙы тотҡан урын ғына ҡыҙыҡһындыра шул. Экскурсоводтарҙың береһе ябайыраҡ булып сыҡты. Беҙгә кәрәк бинаны күрһәтеп, әҙерәк аңлатма ла биреп үтте. Баҡтиһәң, тап Ҡыҙыл майҙанға ингән ерҙә генә икән улар. Ике бинаны тоташтырып торған тар ғына төкәтмә заманында Долговая яма тип аталып, унда бөтә сәйәси тотҡондар тотолған булған. Хәҙер был хаҡта иҫкәртеүсе бер генә таҡтаташ тора. 1790 йылдың сентябрь – октябрендә бында Себергә һөргөнгә ебәрелер алдынан яҙыусы, революция мәғрифәтсеһе Александр Радищев тотолған. Эргәләге бинаның Монета дворы булыуын иҫәпкә алғанда һәм уның Воскресенск ҡапҡаһы менән Монета дворы араһында урынлашҡанын иҫләгәндә, Пугачевты ғына түгел, уның барлыҡ көрәштәштәрен дә, тимәк, Салауат Юлаевты ла ошонда тотоуҙары ихтимал.

Ҡыҙыл майҙанда күңелдә ауыр тойғо ҡалдырырҙай бер урын бар. Лобное место, тиҙәр уны. Язалау урыны тип тә атайҙар. Бында, ысынлап та, дәүләт акттары, һуғыш һәм солох, һалым тураһында, Ҡыҙыл майҙанда махсус ағас баҫмаларҙа язалау тураһындағы указдар иғлан ителгән. Халыҡты аңламаҫһың, ғәҙәттә, бер ергә ҡабат килергә бик теләһәң, шул урынға аҡса ташлап кит, ул һине саҡырып, тартып тора, тиҙәр. Лобное место тигән урынға аҡса ырғытыу йолаһы ҡайҙан килеп сыҡҡандыр, әммә язалау урынына ҡабат килергә кемдең теләге бар икән?!

* * *

– 1929 йылда Мәскәүҙә Милли театрҙар фестивале уҙған. Уны пленкаға төшөргәндәр. Мәскәү янындағы Красногорский ауылында архив бар. Шунан барып таптым. Шул фестивалдә Башҡортостандан Баязит Бикбайҙың «Салауат Юлаев» әҫәрен килтергәндәр. Шунда атайым – Салауат, әсәйем Әминә ролен башҡарған, – тип хәтирәләргә бирелә мәшһүр артист һәм режиссер Булат Имашев менән талантлы актриса Тәлиға Бикташеваның ҡыҙы Эльмира ханым.

Салауат образы – Булат Имашевтың театр сәхнәһендә уйнаған тәүге роле. Был хаҡта ул үҙе: «Бик күп роль уйнаным. Әммә мине артист булараҡ формалаштырғаны Салауат Юлаев роле булды. Крамов, Незнанов мине яҡшы артист кимәленә күтәрҙе», – тип яҙа.

Эльмира Имашева хәҙер хаҡлы ялда. Шуға тиклем Королев исемендәге «Энергия» институтының (“Космос” үҙәге) баш ғилми-техник мәғлүмәт һәм пропаганда бүлеге етәксеһе булып эшләгән, филология фәндәре кандидаты. Милли батырыбыҙ тураһында һөйләгәндә тулҡынланыуының сиге юҡ. Бәлки, был минуттарҙа ул Салауат ролен тәүге булып уйнаусы атаһын күҙ алдына баҫтыралыр, бәлки, 25 йыл каторгала булып та рухы һынмаған, төшөнкөлөккә бирелмәгән шағир-импровизаторға һоҡланыуын йәшермәйҙер.

* * *

Сит ерҙә яҡташтарыңды осратыу икеләтә шатлыҡлы, ә инде Рәсәйҙең баш ҡалаһында йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән осрашыу күңелдәрҙә әйтеп аңлатҡыһыҙ хис-тойғолар тыуҙыра. Сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы йөрәгендә Салауат рухын йөрөтә, һәр береһе уның рухы менән йәшәй. Шулай булмаһа, Тверь өлкәһе башҡорт-татар йәмғиәте рәйесе Марат Бәхтиевтың килеп етеүен нисек аңлатырға?

Осрашыу барышында ла һәр кем үҙенең күңелендә йәшәгән Салауаты менән таныштырырға тырышты.

«Стрела Салавата» китабы авторы, табип Камил Ғәлимов хистәрен шиғри юлдар аша еткерҙе:







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 518. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Метод архитекторов Этот метод является наиболее часто используемым и может применяться в трех модификациях: способ с двумя точками схода, способ с одной точкой схода, способ вертикальной плоскости и опущенного плана...

Примеры задач для самостоятельного решения. 1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P   1.Спрос и предложение на обеды в студенческой столовой описываются уравнениями: QD = 2400 – 100P; QS = 1000 + 250P...

Дизартрии у детей Выделение клинических форм дизартрии у детей является в большой степени условным, так как у них крайне редко бывают локальные поражения мозга, с которыми связаны четко определенные синдромы двигательных нарушений...

Типология суицида. Феномен суицида (самоубийство или попытка самоубийства) чаще всего связывается с представлением о психологическом кризисе личности...

ОСНОВНЫЕ ТИПЫ МОЗГА ПОЗВОНОЧНЫХ Ихтиопсидный тип мозга характерен для низших позвоночных - рыб и амфибий...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия