Студопедия — Киләбеҙ бит һиңә, Салауат!
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Киләбеҙ бит һиңә, Салауат!






Табырға тип һорауҙарға яуап,

Алырға тип йәнгә нур-һауап,

Ғәҙеллеккә сарсап, моңға сарсап,

Киләбеҙ бит һиңә, Салауат!

Йыйылабыҙ йыл да Салауатҡа,

Тәбиғәттең йәннәт саҡтары!

Күҙебеҙгә ҡарап, ил батыры

Барлай кеүек йыл да сафтарҙы.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың ошо шиғыр юлдары Салауат районында үткән Салауат йыйыны – Һабантуй байрамы сәхнәһенән яңғырауы үҙе үк милләттәштәребеҙгә оран һалғандай тойолдо. Сөнки бөгөн, ысынлап та, ысынбарлыҡты тасуирлағанда, ғәҙеллеккә тура ҡарағанда, шағирҙан да тапҡырыраҡ итеп әйтеп тә булмаҫ ине. Ҡасан ғына әле тотош республиканы бергә туплаған, халыҡ күңеленә өмөт, рух һалған, күңелдәрҙе күтәргән иң ҙур сара булып торған Салауат йыйыны яйлап ҡына республика кимәленән күпкә түбәнәйтелеп, район һабантуйы кимәлендә ҡалдырылды. Әйтерһең дә, батырыбыҙ сафтарыбыҙҙы барлаған һайын кәмей барабыҙ. Сафтарыбыҙ кәмегән һайын, һорауҙарыбыҙ арта, булмышыбыҙ ғәҙеллек даулай, йәнебеҙ рух алырҙай моңға сарсай. Әле лә бит күңелебеҙгә дауа, һорауҙарға яуап эҙләп тағы ла Салауатҡа – был юлы инде батыр һәйкәленә түгел, ә уның тыуған төйәгенә йыйылдыҡ.

Батыр яҡташтары ойошторған байрам тантаналары ҡыуанысын Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Йосопов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов, “Янғантау” шифаханаһының генераль директоры Энгельс Ҡолмөхәмәтов, район хакимиәте башлығы Ғәли Хәйретдинов, төрлө яҡтарҙан ҡайтҡан арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ ҙа уртаҡлашты.

Ә Һабантуйҙар үткәрер өсөн, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рауил Бикбаев әйтмешләй, “башта һабан һөрөргә, ғәзиз еребеҙгә ҡара тир түгергә кәрәк. Шуға ла бөгөнгө байрамға һәр ваҡыттағыса беҙҙең салауаттарыбыҙ ҙур тырышлыҡтар, хеҙмәт уңыштары менән килә”. “Салауат ул – батырҙар иле, Салауат ул шағирҙар иле. Салауат ул – көрәшселәр иле. Салауат ул – егәрле игенселәр, алтын ҡуллы малсылар иле. Алтын ҡулдарығыҙ һыҙлауһыҙ булһын. Баҫыуҙарығыҙҙа игендәр ишелеп күкрәп ултырһын, тормошоғоҙға ҡот-бәрәкәттәр тулһын. Һабантуйҙарыбыҙ гөрләп торһон. Байрамдарыбыҙ шатлыҡ-ҡыуаныстар менән уҙһын. Алтын көҙҙәребеҙ алтын уңыштары менән ҡыуандырһын”, - тип үҙенең изге теләктәрен еткерҙе халыҡ шағиры. Салауат районы – шулай уҡ йәш быуынға төплө, ныҡлы белем биргән мөғәллимдәр төйәге. Быны раҫлап, Рауил Төхвәт улы оло миссия башҡарҙы – быйыл үҙенең 85 йәшлек юбилейын билдәләгән Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР-ҙың халыҡ уҡытыусыһы, РСФСР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы Хәнифә Искәндәроваға “Рәсәйҙең хеҙмәт фиҙакәрлеге” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының “Хеҙмәт фиҙакәрлеге. Рәсәй” отличие билдәһен тапшырҙы.

БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Владимир Незнанов республиканың агросәнәғәт өлкәһендәге уңыштары менән Рәсәйҙә алдынғы урындарҙа барыуын билдәләп, был ҡаҙанышта Салауат районы хеҙмәтсәндәренең дә өлөшө булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. “Район аграрийҙары бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы, ужым һәм күп йыллыҡ үләндәр сәсеүҙе ваҡытында, агротехник мөҙҙәттә тамамланы. Хужалыҡтарҙа малсылыҡ үҫеш ала, мал ҡуралары реконструкциялана һәм модернизациялана, малдар һаны, ит етештереү күләме арта. Былар барыһы ла хеҙмәтсәндәрҙең көндәлек арыу-талыуһыҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһе. Дөйөм алғанда район ыңғай яҡҡа үҙгәрә. Киләсәктә лә уны ҙур үҙгәрештәр көтә. Артабан да райондың тырыш, уңған, егәрле халҡы тыуған Башҡортостаныбыҙҙың сәскә атыуына лайыҡлы өлөшөн индерер тип ышанам”, - тип ул райондың бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына – механизаторҙарға, малсыларға, белгестәргә һәм хужалыҡ етәкселәренә министрлыҡтың Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Әйткәндәй, хеҙмәт алдынғылары был көндә шулай уҡ муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙҙарына һәм бүләктәренә лайыҡ булды.

Республикабыҙҙың баш ҡалаһы - Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитовтың Салауат районына килеүе лә юҡҡа түгел. Ошо көндәрҙә, аныҡлап әйткәндә 11 июндә Өфө ҡалаһы менән Салауат районы хакимиәттәре араһында социаль-иҡтисади һәм мәҙәни өлкәлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Был документ көнкүрешебеҙҙең төрлө яғын – иҡтисадты, сәнәғәтте, мәғарифты, мәҙәниәтте үҙ эсенә ала. “Салауат районы үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡылары менән дә республикабыҙҙа лайыҡлы урын биләй. Шуға күрә һыу, йәйәүле, ат туризмы - киләсәге булған йүнәлеш булып тора. Яңы төҙөлгән килешеү мөнәсәбәттәрҙә яңы бит асырына, хеҙмәттәшлегебеҙҙе тағы ла һөҙөмтәлерәк итеренә ышанам”, - тине Сынтимер Биктимер улы.

Ниндәй һабантуй милли уйындарһыҙ, бигерәк тә хәҙер инде традицияға әүерелгән һәм күпселек тамашасыны ылыҡтырған тирмәләр конкурсы (бында милли ризыҡтар, ҡул эштәре күргәҙмәләре һәм уларҙың төрлөлөгө хайран итә һәм улар дөйөм һөҙөмтәгә йоғонто яһай), милли көрәш, ат сабыштарынан тыш үтһен инде (әлбиттә, бынан тыш, һабантуй программаларында ҡаралған башҡа милли һәм заманса уйындар ҙа, фольклор коллективтарының сығыштары ла, йәш башҡарыусыларҙың “Салауатты данлайбыҙ!” тип аталған патриотик йыр конкурсы ла ойошторолдо)! Рәсми өлөш һәм хужалыҡтар парады тамамланыу менән тамашасылар һәр кем үҙенең күңеленә хуш килгән тамашаны ҡарарға йүнәлде. Йыр-моңға ғашиҡтар иһә сәхнә тирәһенә яҡыныраҡ йыйылды. Бала-саға төрлө аттракциондарҙа уйнап ҡыуанды. Ғөмүмән, бер көнгә генә ҙур майҙан йыр һәм моң, көс һәм таһыллыҡ, етеҙлек һәм оҫталыҡ байрамы үҙәгенә әүерелде.

...Ниндәйҙер айырым бер тулҡынланыу менән көтһәк тә, Салауат йыйыны – Һабантуй үтеп тә китте. Һүҙ юҡ, байрам шәп булды, әммә унда Салауат рухы ғына тойолманы. Һәм бындай тойғо инде беренсе йыл ғына күңелдә урын алмай. Тәүге Салауат йыйынын үткәргәндәге ваҡыттар, ундағы күтәренкелек, ундағы рух һағындыра. Ярай, салауаттарҙың ғына түгел, тотош Башҡортостандың символына әүерелгән милли батырыбыҙ иҫтәлегенә Салауат көндәрен, Салауат йыйынын үткәреү баш ҡалала хәҙер уның һәйкәленә сәскәләр һалыу менән генә сикләнһә, батырҙы донъяға биргән, уның аяҡ эҙҙәрен, моңон, рухын һаҡларға тейешле Салауат районы өсөн был байрам һәр саҡ өҫтөнлөклө булып ҡалырға; хатта республикала был исем онотолғанда ла салауаттар уны оноторға түгел, киреһенсә байраҡ итеп күтәрергә тейеш ине, минеңсә. Юҡһа, аҡыллылар әйтмешләй, бер төрлө һөйләйбеҙ, икенсе төрлө уйлайбыҙ, өсөнсө төрлө эшләйбеҙ. Рәсми ҡунаҡ булып килеүселәр ауыҙынан сыҡан, Салауат районының дөйөм үҫеше ыңғай яҡҡа үҙгәрә, тигән фраза, һәр хәлдә, көлкө генә тыуҙыра. Дөрөҫөн әйткәндә, Салауат районы – милли батырыбыҙҙың районы булғаны өсөн генә лә республикала яҡлау, ярҙам тойорға, милләтебеҙҙең генә түгел халҡыбыҙҙың рухи Мәккәһе булырға тейеш кеүек. Әммә бөгөн төньяҡ-көнсығыш төбәктә бер генә үҙәк бар – Мәсәғүт ауылы. Оптималләштереү процесы һөҙөмтәһендә барлыҡ финанс-иҡтисад учреждениелары шунда күсерелеп, үҙәкләштерелде. Тиҙҙән район дауаханаһы ла күсерелеп, Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа участка табиптары ғына ҡаласаҡ, тигән хәбәрҙәр ҙә ишетелә. Тарих йыш ҡабатлана. 1935 Салауат районы Ҡыйғы районынан айырылып, Малаяҙ районы булараҡ ойошторола. Бары тик 1941 йылдың 4 мартында ғына хәҡиҡәт тантана итеп, районға милли батырыбыҙҙың исеме бирелә. Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында районға Иглин районы вәкилдәренең “һөжүме” башлана, йәнәһе лә Салауат Юлаев ошо район территорияһында урынлашҡан Тәкәй ауылында тыуған. Әммә крайҙы һәм Салауатты өйрәнеүсе Хәйрулла Ҡолмөхәмәтов ул ваҡытта бер үҙе тигәндәй райондың исемен дә, батырыбыҙҙың исемен дә һаҡлап ҡала. Хәҙер Салауат районын сираттағы һынау көтә. Хәйер, был бер батырҙың тыуған төйәгенә генә ҡағылған проблема түгел, Башҡортостандың күпселек райондары шундай яҙмышҡа дусар. Ләкин республика символы булған милли батырыбыҙ бит Салауат районында тыуған. Бында күңелде бары тик бер генә мәл йылыта – ул да булһа республиканың баш ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлөүе. Унда ҡаралған социаль-иҡтисади, мәғариф, мәҙәниәт һ.б. өлкәләрҙе үҙ эсенә алған пункттар тормошҡа ашырылып, шул иҫәптән туризм үҫтерелә ҡалһа, райондың киләсәге өмөтлө булмаҡсы.

Тағы шуныһы ҡыуандыра – салауаттар барыбер ҙә ата-бабалар Хәтеренә, уларҙың аманатына тоғро ҡала. Батырҙың тоҡомдары һәм район етәкселеге Салауат йыйыны – Һабантуй байрамын уның бюсына сәскәләр һалыуҙан башлаһа, Ҡаратаулы зыяратында “Салауат Юлаев тоҡомдары” Төбәк йәмәғәт ойошмаһы Гөлсафия Исламованың ҡәберенә таҡтаташ ҡуйҙы. Гөлсафия Исламова 1875 йылда Йонос ауылында донъяға килә. Әсәһе Кинйәбикә яғынан Салауат Юлаевтың тыуасаһы булып килеп сыға (Салауат Юлаев – Рәхмәтулла - Сөләймән – Кинйәбикә - Гөлсафия). Крайҙы өйрәнеүсе Хәйрулла Дилмөхәмәтов заманында Гөлсафия менән осрашып, беренсе тапҡыр Салауат Юлаевтың шәжәрәһен унан ишетә. Батырҙың бөгөнгө шәжәрәһе тап ошо тәүсығанаҡ нигеҙендә төҙөлгән дә инде. Был турала филология фәндәре докторы Мирас Иҙелбаевтың китабында ла мәғлүмәт бар. Һәйкәлдең авторы – Рәсәй рәссамдары ағзаһы Камил Буҙыҡаев – Гөлсафияның бүләһе. Ә инде һәйкәл ҡуйыу идеяһы һәм инициативаһы техник фәндәр кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған нефтсеһе, Гөлсафия Исламованың икенсе бер бүләһе Виктор Хәкимовта тыуа. Һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 259 йыл тулған көндәрҙә был изге ниәт тормошҡа ашырылды ла инде. Ә шулай ҙа Салауаттың рухын күңелендә һаҡлаусыларҙың сафтары һирәгәйә бара кеүек. Ирекһеҙҙән, ҡолаҡта һаман да шағир тауышы яңғырай:







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 540. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Кран машиниста усл. № 394 – назначение и устройство Кран машиниста условный номер 394 предназначен для управления тормозами поезда...

Приложение Г: Особенности заполнение справки формы ву-45   После выполнения полного опробования тормозов, а так же после сокращенного, если предварительно на станции было произведено полное опробование тормозов состава от стационарной установки с автоматической регистрацией параметров или без...

Измерение следующих дефектов: ползун, выщербина, неравномерный прокат, равномерный прокат, кольцевая выработка, откол обода колеса, тонкий гребень, протёртость средней части оси Величину проката определяют с помощью вертикального движка 2 сухаря 3 шаблона 1 по кругу катания...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия