Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Аумы, Салауат!





Ана, бәләкәй генә ыҡсым парк эсендә Салауат тора. Йөҙө етди, бөркөттөкөләй осҡор, әммә уйсан ҡараштары диңгеҙгә төбәлгән. Нимә хаҡында уйлана икән ул? Әллә уй-хыялдарында ғына Уралына әйләнеп ҡайтамы... “Ана, бәғер итен өҙөрҙәй итеп ҡаңғылдашып, уйҙарға тарытып, ҡыр ҡаҙҙары осоп бара. Уралтау һырттары аша уҙышлай, ихтимал, бөртөк кенә ҡаурый төшөрөп китерҙәр – шул булыр ҡәүемемә ете ят тарафтан сәләмем. Эй, ҡаҙҙар, ғәмһеҙ ҡаҙҙар! Эйәртһәгеҙ икән мин мәсбүхте лә... Тоҙһаған болан таныш шишмәһен юҡһынған ише генә түгел бит ҡыурап ҡурай үҫкән, туғайҙарына ҡымыҙ еҫе һеңгән атайсалды һағыныуҙарым! Эйәртһәгеҙ – һауаларҙан бер генә байҡармын тыуған еремде. Үҙ илендә үҙе баш микән ғорур башҡортом – күрәйемсе, шуны, беләйемсе. Хушығыҙ, ҡаҙҙар, әйтегеҙ башҡорт еренә, Салауат – тере, ул бик тә, бик тә өҙөлә һағыштан, тиегеҙ...” (С. Шәрипов).

- Һаумы, Салауат!

Хәтерең ҡалғанмы, үпкәләгәнһеңме – күҙҙәреңде диңгеҙҙән айыра алмайһың. Хәйер, үпкәләргә лә, рәнйергә лә хаҡлыһың: тормош тиҙлеге артынан ҡыуған булып, ҡайһы бер ваҡытта аҡсаға ла һатылмаҫтай ҡиммәттәрҙе юғалтабыҙ, онотабыҙ, йылдар туҙанына күмәбеҙ... Әле лә бит юбилейыңды сәбәп итеп сәфәр ҡылдыҡ. Үткән юбилейыңдан һуң күпме үҙгәрештәр булған: музейың урынлашҡан йортто “яңы эстон”мы, кемдер һатып алған да, экспонаттар ҡала хакимиәтенең подвалында “мөйөш тапҡан” (хакимиәттә әйтеүҙәренсә, тап шулай. Кем белә, бәлки, улар унда ла түгелдер, асҡыс юҡ, тигән булып, подвалды берәү ҙә асып күрһәтмәне бит), урыҫ атамаларын алыштырғанда “урыҫтар” араһына инеп китеп, урамың икенсе атама алған. Яңылышлыҡты төҙәтергә вәғәҙә биргән элекке хакимиәт башлығы ла алмашынған, көрәштәштәрең менән ултырған, ҡышҡы һалҡындарҙа ла йылытылмаған казематта хәҙер НАТО базаһы. Унда инерлек түгел – ике ҡат сым менән уратып алынған.

Бары һин үҙгәрмәгәнһең дә, һине белгән Палдиски халҡы үҙгәрмәгән. Һәйкәлдең тирә-яғына сығып, уны ян-яҡтан ҡарап таҙалап, күҙҙәрҙән үҙенән-үҙе аҡҡан йәштәрҙе һөртөп тә өлгөрмәнек, өлкәндәр ҙә, бала-саға ла йыйылып китте.

“Ошо урындан үткән саҡта күҙ йәштәремде тыя алмайым. Йөрәк һыҡтай. Рәхмәт, онотмай килеп, батырығыҙҙы хөрмәтләгәнгә”, - ти исем-атын әйтергә теләмәгән урыҫ теле уҡытыусыһы. Ғөмүмән, кем менән генә һөйләшергә тура килмәһен – барыһы ла Салауат исемен оло ихтирам менән телгә ала. Малай-шалай иһә: “Әлбиттә, Салауат Юлаевтың кем икәнен беләбеҙ. Ул – башҡорт халҡының милли геройы. Оккупанттарға ҡаршы көрәшкән. Мәктәптә беҙгә уҡытыусылар һөйләй”, - тип эскерһеҙ яуаплай. Ҡандарында булған бойондороҡһоҙлоҡ йәш балаларҙа шулай сағыла – үҙаллылыҡ көрәше улар өсөн окупанттарға ҡаршы көрәш тип күҙаллана.

Һәйкәлдең тирә-яғын тәрбиәләп тора гимназия уҡыусылары. Таллинндағы “Ағиҙел” башҡорт милли-мәҙәни ойошмаһы вәкилдәре лә иғтибарҙан өҙмәй. Сәскәләрҙе лә улар ултыртҡан икән. Башҡортостандан алып барған шыршылар ҙа үҫә эргәһендә, тыуған төйәктәге кеүек күккә ғорур үрләмәгәндәр, ә нисектер, ергә һылашып, һаман баш ҡалҡыта алмай интеккән кеүектәр.

Һинең яратҡан ҡурай моңдарын яңғыратты “Аманат” журналының баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков. Ишмулла Дилмөхәмәтов тигән мәшһүр ҡурайсыбыҙҙың “Таштүре”һен уйнаны ул. Һин, әйтерһең дә, ҡушылып йырланың, тик һүҙҙәрен генә, гүйә, үҙеңсә үҙгәрттең:

Үҫмәй икән, алыҫ сит ерҙәрҙә;







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 524. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...


ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...


Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...


Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Методика исследования периферических лимфатических узлов. Исследование периферических лимфатических узлов производится с помощью осмотра и пальпации...

Роль органов чувств в ориентировке слепых Процесс ориентации протекает на основе совместной, интегративной деятельности сохранных анализаторов, каждый из которых при определенных объективных условиях может выступать как ведущий...

Лечебно-охранительный режим, его элементы и значение.   Терапевтическое воздействие на пациента подразумевает не только использование всех видов лечения, но и применение лечебно-охранительного режима – соблюдение условий поведения, способствующих выздоровлению...

Машины и механизмы для нарезки овощей В зависимости от назначения овощерезательные машины подразделяются на две группы: машины для нарезки сырых и вареных овощей...

Классификация и основные элементы конструкций теплового оборудования Многообразие способов тепловой обработки продуктов предопределяет широкую номенклатуру тепловых аппаратов...

Именные части речи, их общие и отличительные признаки Именные части речи в русском языке — это имя существительное, имя прилагательное, имя числительное, местоимение...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2026 год . (0.013 сек.) русская версия | украинская версия