Уралымдың ҡырлы ҡурайы.
Төштәремдә ҡайтып бер урайым, Ндәремдә һағынып, йырлайым... Батыр һәйкәленә сәскәләр, уның тыуған төйәге – Салауат районынан килтерелгән тупраҡты һалабыҙ. Эстон еренә Салауат тупрағы ҡатышып, бармаҡ осонан электр тогы һуҡҡандағылай тулҡын бөтә тәнгә йүгерә. Юл буйына беҙҙе яҡлаусы, һаҡлаусы, терәк булған, бер һүҙһеҙ ярҙамға килгән ир-егеттәр ҙә күҙ йәштәрен йәшермәй, ҡул һырттары күҙ тирәләренә урауын йышайта. Иң ҡаты кешеләр ҙә ҡараштарын күккә төбәй... Әйтерһең дә, һәр кем яңынан тыуа – күҙ йомоп асҡансы икенсе кешегә әйләнәбеҙ. Күҙгә күренмәҫ энергия һәммәбеҙҙең йөрәге аша үтеп, беҙҙе бер бөтөнгә әүерелдерә... Үкенескәлер, музей экспонаттарын да, Салауат менән уның көрәштәштәре ултырған казематтың эсен дә, “Салауат Юлаев исемендәге Палдиски ҡалаһы мәктәбе” уҡытыусыһы Валентина Волкованы ла күрә алманыҡ. Рогервик ҡәлғәһенең әлегәсә һаҡланып ҡалған, хәҙер инде хуш еҫле гөл-сәскәгә күмелгән ҡалдыҡтары өҫтөнән үткәндә лә шулар күңелде өйкәп торҙо. ...”Тыныслан, ярай, тыныслан, илама”, - юлдаштарымдың береһе йыуатырға тырыша. “Нисек тынысланайым һуң, Салауаттың яңғыҙын ҡалдырып китәбеҙ бит. Нисек шуны аңламайһың – яңғыҙын ҡалдырабыҙ”... – бөҙрә һүҙҙәр өсөн яҙмайым был юлдарҙы. Ҡайтырға ҡуҙғалғанда һәр кем тере, ҡәҙерле кешеһен сит ерҙә ҡалдырғандай тойғо кисерҙе. Бары тик асыҡ тәҙрә аша инеп, автобуста иркенләп йүгергән елдәр генә артыбыҙҙан шундай юлдарҙы еткергәндәй булды: Ин алыҫта, минең Ватаным! Тыуған төйәк бигерәк аяулы. Ҡайтыр инем дә бит, башҡорттар, Аяҡтарым минең бығаулы! Ҡарҙар күмә минең юлымды,
|