Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Бөттө инде түҙемебеҙ!..





Сыуашстан менән Башҡортостанды яҡынайтыусы тағы бер шәхес бар: ул – Василий Чапаев. Сыуаштар үҙҙәренең милләттәшен, ысынлап та, Салауат кеүек милли герой дәрәжәһенә күтәргән һәм ғорурлана. Салауат, Ағиҙелдең бейек ярында арғымағына атланып, әле лә тыуған төйәгенең тыныслығын һаҡлағандай ғорур торһа, Чапаев та атына атланып, сыуаш иленең именлеген күҙәтә.

Яҡташтары – дүртенсе космонавт Андриан Николаев менән дә лайыҡлы ғорурлана сыуаш дуҫтар. Уның Шудмалы ауылындағы йорт-музейының Волга буйында берҙән-бер булыуын да айырыуса баҫым яһап билдәләйҙәр. Тормош ҡанундары шулай инде: шәхестәрҙе халыҡ тыуҙыра, шәхестәре булған халыҡтың киләсәге бар.

“Байдул – сыуаш Салауаты...”

Матбуғат конференцияһынан һуң делегацияның яртыһы яңы ғына (15 июлдә) ойошторолған Элемтә һәм информатизация министрлығының яңы министры менән осрашырға ашыҡты, ә икенсе яртыһы ҡунаҡханаға юлланды. Әммә ишектән инеп, тын алырға ла өлгөрмәнек, урамда торған автобусты күреп, Башҡортостан журналистарын эҙләп, бер уҙаман килеп инде. Баҡтиһәң, ул Сыуашстандың халыҡ яҙыусыһы, тиҫтә самаһы тарихи роман авторы Мишши (Михаил) Юхма икән. Һүҙ артынан һүҙ эйәрә сығып, ул тарихҡа ҡыҫҡа ғына экскурс яһап өлгөрҙө: “XVI быуат урталарында Сыуашстан территорияһында батша Иван Грозныйҙың Ҡаҙанға һөжүмен туҡтатыу өсөн башҡорт ғәскәрҙәре торған. Был урында хәҙер Пушкарт ауылы бар. Сура йылғаһы эргәһендәге Тюмирле тигән ауылға еткәс, уң яҡҡа боролоп дүрт-биш саҡырым эскә инһәгеҙ, ауылды табырһығыҙ. Шул ауылдан үҙен мари кенәзе тип атаусы берәү 20 йыл буйына батша иҙеүенә ҡаршы көрәшкән. Ул Пушкарт ауылындағы әсәһе яҡлап олатаһында тәрбиәләнгән.

Шулай уҡ Солтан исемле батыр хаҡында ла билдәле. Уның ҡыҙҙары күп булған. Бер заман батша ғәскәрҙәре Сура йылғаһы яғынан ҡамап ала башлағас, ҡыҙҙар уҡ-һаҙаҡ алып, яуға ташланған. Баҫҡынсылар уларҙың ҡыйыулығынан ҡурҡып, сигенергә мәжбүр булған. Уларҙы, башҡорттарҙың вариҫтары булғандар, тиҙәр. Әммә хәҙер улар сыуаш булып йөрөй”.

“Ә сыуаштарҙың Салауат кеүек батырҙары бармы?” – тигән һорауҙы бирмәй түҙә алмайбыҙ. “Әлбиттә, - тип яуаплай Юхма әфәнде. – Уның исеме – Байдул. Ул Салауаттан 100 йыл элегерәк йәшәгән. Сыуаш ғәскәрҙәренең етәксеһе (полковник) булған. Хырла йылғаһындағы өс көнлөк һуғышта батша ғәскәрҙәренә көтмәгәндә тылдан һөжүм итеп ҡыйратыуы менән дан ҡаҙанған. Хәҙер был ысул хәрби вуздарҙа көтмәгәндә тылдан һөжүм итеү булараҡ өйрәнелә.

Күптән түгел беҙ Байдулдың ерләнгән урынын таптыҡ һәм киләсәктә ҡалаға уның исемен биреүҙе юлларға ниәтләйбеҙ”.

Күңелдең нескә ҡылдары ҡапыл өҙөлгәндәй. Беҙҙең Салауатыбыҙҙың, исмаһам, ерләнгән урыны ла билдәле түгел. Ғүмеренең һуңғы көндәрен үткәргән Палдискиҙың һәр мөйөшө уның ҡәберелер, күрәһең. Ни тиһәң дә, каторжандарҙы бер кем дә ерләмәгән, бары тик уларҙың аҙым һайын түшәлгән һөйәктәре өҫтөндә ҡала үҫкән...







Дата добавления: 2015-09-07; просмотров: 528. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!




Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...


Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...


Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...


ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Типы конфликтных личностей (Дж. Скотт) Дж. Г. Скотт опирается на типологию Р. М. Брансом, но дополняет её. Они убеждены в своей абсолютной правоте и хотят, чтобы...

Гносеологический оптимизм, скептицизм, агностицизм.разновидности агностицизма Позицию Агностицизм защищает и критический реализм. Один из главных представителей этого направления...

Функциональные обязанности медсестры отделения реанимации · Медсестра отделения реанимации обязана осуществлять лечебно-профилактический и гигиенический уход за пациентами...

Влияние первой русской революции 1905-1907 гг. на Казахстан. Революция в России (1905-1907 гг.), дала первый толчок политическому пробуждению трудящихся Казахстана, развитию национально-освободительного рабочего движения против гнета. В Казахстане, находившемся далеко от политических центров Российской империи...

Виды сухожильных швов После выделения культи сухожилия и эвакуации гематомы приступают к восстановлению целостности сухожилия...

КОНСТРУКЦИЯ КОЛЕСНОЙ ПАРЫ ВАГОНА Тип колёсной пары определяется типом оси и диаметром колес. Согласно ГОСТ 4835-2006* устанавливаются типы колесных пар для грузовых вагонов с осями РУ1Ш и РВ2Ш и колесами диаметром по кругу катания 957 мм. Номинальный диаметр колеса – 950 мм...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2025 год . (0.008 сек.) русская версия | украинская версия