Студопедия — Ябай ауыл малайы
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Ябай ауыл малайы






 

«Ябай ауыл малайы»ның (шулай тип һанайҙар ине мине) Өфөгә килеп урынлашыуы баш ҡала өсөн, әлбиттә, иҫ китерлек ваҡиға булмағандыр. Тәүге йылым ҡалаға һәм эш урынына күнегеү, яңы хеҙмәттәштәр менән уртаҡ тел табып йышылыу һәм, ниһәйәт, ғаиләмде туйҙырыр икмәк табыу хәстәрлектәренә күмелеп үтте. Иң ҡыйыны — ҡәләмдәштәр араһында йәйелгән һәм һис кенә лә туҡталырға уйламаған хәмер затлы эскеселеккә ылығып йәшәп китеү, кемдең арбаһына ултырһаң — шуның йырын йырлап ҡына ылауҙан ҡоламай бара алыуың ине. Ул осорҙа ғөмүм ил буйынса ҡотороноп ”сәскә атҡан” был киҙеү күренекле һәм күренекһеҙ ҡәләм эйәләрен дә ныҡ ҡаҡшатты шул: редакцияларҙың күбеһендә эш көнө редакторҙан ҡасып-боҫоп рюмка тотоуҙан башланыр ине, абруйлы оло быуын әҙиптәренең дә күбеһе (тәртипле һәм инсафлы Сәйфи Ҡудаштан һәм “һалҡын кеше” Әкрәм Вәлиҙән ғәйреләре) шул һөрөмдә бергәләп ҡайнашыр ине. Әйтәйек, ярым һуҡыр һәм һаңғырау я3ташым Сәғит Агиш, кәкре таяғына таянып, көн дә иртән редакцияларҙы әйләнеп сыға, башҡалары ла һуғылмай үтмәй һәм был тап “Һәнәк”тәге “күтәренке” сәғәттәргә тап килә. Ә гонорар алыу (“Һәнәк”тә айына бер-нисә тапҡыр) көндәрендә ул саҡтағы матбуғат йортондағы (Карл Маркс урамы, 25) хәмер-хөмөрлө буфетта ағай-эне бигерәк тә кинәнеп байрам итә, һәр беребеҙ ғаиләләргә “ярым төҙөк, ярым боҙоҡ” ҡайтабыҙ, ә ҡайһы берҙәребеҙ, ярты юлда һөрлөгөп, төрлө мажараларға осрап, ҡаланың айнытҡысханаһына ла тарыйбыҙ. Шундай мажараларҙың береһен әйтәйем.

Шул Карл Маркс 25-тә касса “амбразура”һы ҡаршыһында сират торабыҙ: алдараҡ – Сәғит Агиш, унан ҡала бер-нисә кеше аша “Һәнәк”тәшебеҙ Рәйес Ғабдрахманов, уның артынса беҙ, ҡалған “Һәнәк”селәр. Рәйес ағай Ғабдрахманов шунан бер-ике ай элегерәк кенә кисен эштән “күңелле” ҡайтып барышында һыңар аяғын һындырып, ике ҡултыҡ таяғына таянып йөрөп ята, әммә барыбер “күңелле” ғәҙәтен ҡуймай. Бына Сәғит ағайыбыҙ, юморист, “амбразура”нан үҙ әжерен алды ла, артына боролоп ҡарап, ҡатын-ҡыҙҙыҡылай бәләкәй генә ҡулындағы бер ус ҡағыҙ аҡсаны һелкеп, урыҫсалап “юморланы”:

-- Раис Габдрахманов, айда, пошли другой нога ломать!

Һәм иртәгеһен күңелһеҙ хәбәр килде: Сәғит ағайыбыҙ, баяғы буфеттағы хиссиәтле табыныбыҙҙан ҡайтып барғанында, Коммунистик урам асфальтендә үҙ аяғына үҙе һөрлөгөп, ҡулын һындырған...

Атаҡлы Баязит ағай Бикбай менән дә аптыратҡыс хәл булған. Шул йылдарҙа тимер юл вокзалы яғындараҡ Карл Маркс урамындағы йортта йәшәй ине ул. Ваҡиға йәйге селләлә моронлап, ағайыбыҙ ул заманда хәлле кешеләр генә кеймәле буй биҙәкле ебәк пижамала тимер юл вокзалы янындағы мунсаға киткән; елле ҡайын миндек менән йәне теләгәнсә сабынып сыҡҡас, еңгәйгә ҡайтып етере алдынан ҡанды йүгертергә тип, вокзал ресторанына кереп ултырған да поезд туҡталған арала вагондарынан төшөп, уның өҫтәленә һырып шешә бушатыусы шундай уҡ буйлы пижамалы йомарт ике офицерға табындаш булған. Поезд ҡуҙғалыры алдынан ғына, ялҡынлы тостарының осона сыға алмай, буфеттан бер-ике шешәне эләктереп, өсөһө ҡосаҡлашып, вагонға саҡ менгәндәр; купеға инеп ултырып, күңелле шөғөлдө ары дауам иткәндәр һәм Баязит ағайыбыҙ буй-буй пижамала килеш Өфөләге фатиры урынына Мәскәүҙең Ҡазан вокзалына барып төшкән. Ҡаса-боҫа, тигәндәй, такси яллап, консерваторияла уҡып ятмыш йәш композитор Заһир Исмәғилев йәшәгән дөйөм торлаҡа барып етә был, ә тегеһе уны ҡосаҡлап ала, таксисты ризалаштырып, бүлмәһендә ятҡырып ял иттертә. Шулай баш-күҙ алғас, пижамаһы өҫтөнән ҡустыһының алмаш костюмын кейеп алған әҙип ағайыбыҙ әҙәпле генә ҡиәфәттә Рәсәй Әҙәбиәт фонды (Литфонд) идараһына барып инә (унда уны яҡшы беләләр) һәм, баш ҡалала милли опера либреттоһы яҙып ята торғас көрсөккә таяныуын һөйләп биргәс, ярҙам фондынан ярайһы ғына аҡса алып сығып китә. Беҙ ҡапсыҡта ятмай бит: ағайыбыҙҙың Өфө мунсаһынан нисек итеп “өйөнә ҡайтып етеүе” тураһындағы күңелле мажара тиҙ арала бер килке Мәскәү зыялылары араһында таралып, күп йылдар буйына шешәле табындарҙа һөйләнеп йөрөмәле көләмәс төҫөн ала; бер заман шуның нигеҙендә кинорежиссер Эльдар Рязанов үҙенең “Новый год или с легким паром” тигән билдәле фильмен эшләп данлана...

Матбуғат йортобоҙҙо аҙаҡ иҫке урыҫ зираты өҫтөнә биналап күсерҙеләр, ә зираттың ҡалған өлөшөндә лә бөтөрөү эштәре бара. Шундағы миләш һәм ҡайынлыҡтар араһындағы бер-нисә урында ҡала хәмерйәндәре дүрткел ҡәбер таштарынан өҫтәл-эскәмйәләр әтмәләгәндәр ҙә йәйге эҫе көндәрҙә шул күләгәле табындарҙа йыйналышып эсәләр – урам аша ғына араҡы кибете, әруахтарҙы милиция ла борсомай... Главпочтамтта хаттар эшкәртеү бүлегендә эшләүсе ҡатыным Санияға йәш хеҙмәттәш ҡыҙҙарҙың береһе һөйгән егете менән шунда юлығыуын һөйләгән: “Рауил Бикбаев тигән ифрат йомарт шағир бар икән: табыныбыҙға туҡталды ла, ҡысҡырып шиғыр һөйләп, бер-икене “төшөрөп” алғас, ҡеүәтләнеп, “бөгөн минең байрамым, егеттәр!”, тип һөрәнләп, магазиндан бер юлы бер йәшник араҡы килтертте!”

Шул зиратҡа бәйле тағы ла бер эпизод ҡалған иҫтә (Булат Рафиҡов үҙе һөйләне). Ул саҡта ҡала хакимиәте шул бөтөрөлгән зираттағы мәрхүмдәрҙең туғандарына уларҙы башҡа зираттарға күсереп күмергә рөхсәт иткәйне (быны ҡала бюджеты иҫәбенән ойошторғайнылар, буғай), урыны-урыны менән асылған һәм мәйете алынған ҡәбер соҡорҙары өңшәйеп ятыр ине. Тирәһендә ҡыҙарып миләш бешкән бер миҙгелдә нескәлекле “күңел күтәреп” йөрөүсе ҡәләмдәштәребеҙ Булат Рафиҡов, Ғәзим Шафиҡов, Миәссәр Басиров һәм Александр Филиппов шунда киләләр ҙә, бушанған ҡәбер эсенә төшөп ултырып, баштары өҫтөнә эйелеп үҫкән миләш емештәре ҡабып эсәләр. Кеше ҡәберенән сығыу ҙа еңел түгел икән шул: Булат, аяғын һындырып, бер-нисә ай буйына ҡултыҡ таяҡтарына таянып йөрөнө...

Әммә хәмер бәләһенең шауҡымында ижади һулыш асылыу осраҡтары ла булды. Мәҫәлән, зыярат буйындағы һуҡмаҡтан эшкә барған саҡтарымда Ҡауи Мөфтәхитдинов тигән ашҡын-шашҡын хисле бер шағирыбыҙҙың берәй мәрйә ҡыҙын ауыҙына ҡаратып ялҡынлы шиғырҙарын тиреп тороу мәлдәрен күргеләй инем. Баш ҡаланың Орджоникидзе районында йәшәгән билдәле шағирыбыҙ Абдулхаҡ Игебаев, мәҫәлән, “йәшел йылан” зәхмәтенән тап минең кеүек үк күҙҙәре тоноп ҡайта ла фатирына, дыуамалланып, көсө еткән мебелдәрен берәм-берәм өсөнсөмө, дүртенсеме ҡат тәҙрәһенән тышҡа быраҡтыра башлай. Ғәрәсәтле шау-шоуға күрше-күлән ҡуҙғалып, милиция пәйҙә булып, ағайыбыҙҙы һалҡын йортҡа “ҡунаҡҡа” алып китәләр, район судъяһы Хәкимйән Зарипов (шулай уҡ әҙип), ҡыҙған башты ул саҡтағы ҡанун буйынса тиҙ генә хөкөм ҡылып, ун биш тәүлеккә ултыртып ҡуя. Шул арҡала камерала ижад ялҡыны ҡабынған шағир илһамланып ҡәләменә тотона, бәләле хәмер һуҡмағынан мәңгелеккә ваз кисергә ант итеп, бынамын тигән ялҡынлы поэма яҙып сыға зиндандан һәм уны “Совет Башҡортостаны” гәзитендә ташҡа баҫтыртып илде шаулата (әҫәрҙе үҙем ҡыҙыҡһынып уҡыным -- ҡәләмдәшем Хөрмәт Биҡҡол шәхси архивынан алып биргән гәзит киҫентеһенән). Ошонан һуң ағайыбыҙ ысынлап та яуыз “йәшел йылан”дың ғүмерлек тере дошманына әүерелде. Тик шуныһы үкенес: заманалар үтеү менән дә үҙ көсөн юғалтмаған фәһемле шиғри әҫәрҙе авторҙың бер йыйынтығында ла күрмәйбеҙ.

Ғөмүмән, заманының ошо ағыулы сире арҡаһында ҡәләмдәштәр араһында “запой” (айҙар буйына туҡтамай эсеү) менән интегеүселәр ыраны: Динис Исламов, Ғабдулла Әхмәтшин, Мостай Кәрим, Шакир Насиров, Александр Филиппов, Абдулхаҡ Игебаев, Ғәзим Шафиҡов, Булат Рафиҡов, Ирек Кинйәбулатов, Ғәйфулла Вәлиев, Әнүр Вахитов (һуңыраҡҡы быуындарҙы әйтеп тормайым)... Мостай Кәрим менән уның фронтташ дуҫы Ғабдулла Әхмәтшин бер саҡ Ҡорған ҡалаһындағы атаҡлы докторға барып дауаланғас, тәүгеһе шөйлә һауыҡһа ла, икенсеһе шул көйгә ҡалды һаман. Б. Рафиҡов, А. Игебаев, А. Филиппов та, егеттәрсә үҙтеләкле дауаланып, зәхмәт быумаһын дауамлатмаҫлыҡ рухи ныҡлыҡ таптылар, әммә байтаҡтарыбыҙ бынан арына алмайынса, ваҡытынан элек китте “теге донъя”ға...

Минең бер кемем дә юҡ, үҙемде сит илдән килгән эмигрант хәлендә хис итәм -- таяныс һәм терәүҙәрҙе үҙеңдең түҙмерлегең, егетлегең генә булдыра, ә шулай ҙа теләһә ниндәй мөхиттә һәм сүрәттә лә кешелегеңде һаҡлап ҡалырға кәрәк.

 

Бүре араһында — бер үҙем, тип,

Бүреләнеп, кешем, олома.

Сөнки кеше — кеше килеш ҡала,

Таш яуһа ла йөрөр юлына.

 

Сүгеп әгәр яуыз ҡаршыһында,

Яһилланып кинәт олоһаң,

Үкен, бәндә, үкен тыуғаныңа —

Ҡотолмаҫһың бүре булыуҙан...

 

Кеше була кеше — бил бөкләмәй

Ғорур үтһә генә донъяла.

Бүрелеккә башын һалған бурҙар

Бүре өйөрөндә юғала.

3.11.1962.

 

Ә шулай ҙа «ябай ауыл малайы»на баш ҡалала аҡыл таҫлап баш ватырға ярамай — уның өсөн “өҫтәге өлкән ағай”ҙар барыһын да энәһенән ебенәсә уйлап һәм әҙерләп ҡуйғандар. Әҙәбиәт — ярым урыҫса, ярым татарса, ярым башҡортса — ниндәйҙер ярым һаҡау телдә яҙыла, сөнки башҡорттоң үҙенең, һуңғы һүҙҙе әйтеү хоҡуғын ҡаҙанған “шағир-генерал” ағайыбыҙ ауыҙ тултырып әйтмешләй, «бер нимәһе лә булмаған». Әгәр башҡортһоң икән, шуға шөкөр итеп йәшә һәм үҙең дә шулай яҙ. Башҡортостан тарихы тип ауыҙыңды ла асма — уның тарихы (Бөйөк Октябрь революцияһына тиклемгеһе) шулай уҡ ғүмерҙә лә булмаған һәм булырлыҡ та түгел. Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡала балалары өсөн ниңә башҡорт мәктәбе юҡ, тип тә тыбырсынма — яманатлы Мөхәммәтша Буранғолов һ.б. кеүек һөрһөп бөткән «башҡорт милләтсеһе» булырһың. Бына шул билдәле ҡыҫаларҙа ғына һәүетемсә юртаҡлап барһаң, тәртә тибеп һындырырға маташмаһаң — иң шәп башҡорт икәнһең дә, мырҙаҡай!

Ләкин «ябай ауыл малайы» үҙенең коммунислығын, ә Коммунистар партияһы программаһында, СССР Конституцияһында милләттәрҙең сәскә атып үҫеше, һәр кем үҙенең милли телендә теләгәнсә аралашыу, белем алыу хоҡуғының ҡануни гарантияланыуын һис кенә лә оноторға теләмәй. Бигерәк тә үҙенең уҡыу йәшенә етеп килгән берҙән-бер улын һәм ҡыҙҙарын ул баш ҡалабыҙҙа мотлаҡан үҙенең башҡорт телендә уҡытырға яҫҡана...

1967 йылда баш ҡаланың бер килке зыялылары ҡалабыҙҙа башҡорт мәктәбе астыртыуҙы юллап йөрөй башланыҡ. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының филолог-ғалимы, сығышы буйынса минең ырымбурҙашым Иҙел Агишев ең һыҙғанып етәкләне был эште. Ғаризаны, йөҙ илле кеше ҡул ҡуйып, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетына, БАССР Министрҙар Советына бер юлы юлландырҙыҡ. Йөҙ иллебеҙ исеменән вәкил булып кергән дүртебеҙҙе (И. Агишев, Ә. Вахитов, К. Әхмәтйәнов һәм эшсе синыф вәкиле Аҡбашев) КПСС өлкә комитеты сәркәтибе Т.И. Ахунйәнов иптәш эттән алып — эткә һалып һүгеп сығарҙы (Әнүр Вахитовты «һинең һымаҡ эскесегә тағы ни кәрәк?!» тип битәрләгән). «Йөҙ илле ҡултамға — фикция. Һәр кем үҙенең башҡорт мәктәбенә уҡырға бирәсәк балаһының исем-фамилияһын, тыуған йылын күрһәтеп ҡул ҡуйһын!» — тип талап ҡылдылар артабан. Һөҙөмтәлә шөрләгән ағай-эненең күп өлөшө тарҡалып, талап ителгән документҡа утыҙ кеше ҡул ҡуйҙыҡ, балаларыбыҙҙы асыласаҡ башҡорт синыфына уҡырға бирәсәктәребеҙҙе гарантияланыҡ. Рәсми тупһаларҙы шымартып йөрөй торғас, Красин урамындағы 91-енсе урта мәктәптә (элекке етем балалар йорто) ҡала балалары өсөн башҡорт синыфы асырға рөхсәт бирелде. Буш бүлмә булмағанлыҡтан, беренсе ҡаттағы киң коридорҙың бер башын арҡыры бүлеп, синыф бүлмәһе яһанылар, парталар ултырттылар. Беренсе уҡытыусы итеп — Ураҡсина Венера Заһит ҡыҙы, тәрбиәсе итеп Ишемова Роза Ғаҡил ҡыҙы тәғәйенләнде (был эшкә тәүәккәлләнеү өсөн уларға ла йөрәкле булыу кәрәк ине). Әммә ата-әсәләрҙең беренсе йыйылышында уҡ ҡатмарлыҡ килеп сығып, башланған эш тарҡала биреп ҡуйҙы: КПСС-тың ҡала комитетынан һәм ҡала советынан килмеш ике вәкил (береһе — Зәйнәп Перчаткина), башҡорт телендә уҡытыуҙың милләтселек шауҡымы менән ата-әсәләрҙе ҡурҡытып, күпселек ата-әсәләр үҙ ғаризаларынан баш тартып ҡайтып киттеләр, ун бер бала ғына ҡалды синыфта (шуларҙың дүртәүһе яҙыусыларҙың — Йыһат Солтановтың улы Сабит, Әнүр Вахитовтың улы Азамат, Булат Рафиҡовтың ҡыҙы Гөлсәсәк, Зөфәр Ғәбсәләмовтың ҡыҙы Әлфиә ине). Баштарыбыҙға таш яуһа ла тарҡалышмаҫҡа һүҙ ҡуйышып, беренсе уҡыу йылын башлап ебәрҙек. Зөфәр Ғәбсәләмовтың ҡыҙы атлап йөрөй алмаҫлыҡ сиркәш булғанлыҡтан, Зөфәр уны көн дә мәктәпкә елкәһендә йөкмәп килтерер һәм алып ҡайтып китер ине.

Шуныһын да әйтмәй булмай: балаларын башҡорт синыфына уҡырға биреүҙәрен үтенеп-өгөтләп йөрөгәнебеҙҙә яҙыусыларыбыҙҙың байтағы төрлө сәбәптәр табып баш тартты. Мин үҙем, мәҫәлән, Шакир Янбаев менән Рәйес Низамовҡа морон төрткәйнем, тәүгеһе үҙҙәренең янындағы урыҫ-татар мәктәбен хәләл ефете «Хәдичә Ахметовна» һәм башҡа ата-әсәләр менән бергә яҡшы итеп йүнәтеүҙәрен, шуға күрә ул яҡшы мәктәптән китмәйәсәктәрен белдерҙе (Хәдичә Ахметовнаға афарин! — ике улын да сусылдап һөйләшкән татар телле итеп үҫтерҙе). Рәйес Низамов ҡорҙашым иһә «Ағиҙел» журналының редактор урынбаҫары ине — милләтселектә ғәйепләп алып ташлауҙарынан шөрләне. Ул ғына ла етмәһә, партия өлкә комитетына эш менән кергәнендә ул: «Һәнәк»тә эшләп йөрөгән Йыһат Солтанов башҡорт мәктәбендә киләсәктең милли кадрҙары тәрбиәләнәсәк», — тип әйтте, тип ысҡындырған икән, Т.И. Ахунйәнов иптәш тиктомалдан минең фәҡир шәхесемә иғтибарын йүнәлтеп: «Нинди адәм ул — төсенә ҡарағанда ҡырғызмы, әллә нинди дә булса башҡа берәй жоратмы?» — тип, башҡортлоғомдо белә тороп та, түбәнһетеүле һорашҡан -- зыялылар араһында ошо хәбәр таралды... Шулай итеп, хатта минең ҡиәфәтемдән дә йөҙ сыйыра башланылар. «Ябай ауыл малайы»ның «милләтсе»гә әүерелә барыуының йылға башы булды был...

«Милләтсе» булараҡ махсус күҙәтеү ҡалпағы аҫтына алыныуым яйлап ҡына һиҙҙертә башланы үҙен. Әҙәм рәтле фатир алырға сиратым етһә лә, ҡала үҙәгендә төҙөлөп бөткән нәшриәт йортонан өлөш сығармай, ҙур ғына ғаиләм менән ҡаланың шайтан барып етмәҫ Черниковка осонда «Курочкина гора» биҫтәһендәге тар ғына һәм уңайлыҡһыҙ (кер йыуырға эҫе һыуҙы күнәкләп мунсанан һатып ала инек) ике бүлмәгә күсенеп китергә мәжбүр ҡылдылар. Ул яҡҡа троллейбус та, трамвай ҙа, ҙур автобустар ҙа йөрөмәй, йоҙроҡтай ғына машинаға әҙәм балалары, күҙҙәренә аҡ-ҡара күренмәй, бер-береһен тапашып илашып менә, илашып төшөп китә — шул шарттарҙа көн дә иртән баяғы башҡортса беренсе синыфта уҡып йөрөгән балаҡайымды үҙем эшкә барышлай алып китәм, алып ҡайтам... Шулай ҙа теште ҡыҫып түҙҙек, мәктәпте ташламаныҡ. Балалар башҡортса һөйләшеп, башҡортса уҡып, башҡорт булып үҫтеләр. Өс йыл араһында өс синыф булғас, Достоевский урамында төҙөлөп ятҡан урта мәктәпте 20-нсе һанлы башҡорт мәктәбе итеп юллап алдыҡ (өс синыф шунда күсенде), бының артынан да шул уҡ Иҙел Агишев менән уға килеп ҡушылған Мөхәммәт Исҡужин уҙамандар күп йөрөнө. Иҙел Агишев менән мин уҡыу корпусына өҫтәп уҡыусылар өсөн ятаҡ бинаһы төҙөтөүҙе һорап ингәнебеҙҙә Министрҙар Советы рәйесенең урынбаҫары Рамаҙан ағай Өмөтбаевтың бик ыңғай һөйләшеүе хәтерҙә (ләкин бинаны һалмаҡҡа ҡаҙып өлгөрткән котловандарҙы, күрше йорттарҙағы урыҫ-татарҙарҙың хөсөтөнә күрә юғарынан тыйып, күмдертеп ташланылар). Оҙаҡ көтөлгән мәктәбебеҙҙе, ниһәйәт, 1970 йылда асыу тантанаһына йыйылдыҡ, шунда балаплар һәм ата-әсәләр ҡаршыһында «Бәхет һарайы» тигән ошо шиғырымды тулҡынланып уҡыным:

 

Сентябрҙең тәүге аҡ таңын

Аса һеҙгә шат көҙ — йәш егет.

Хуш килдегеҙ алтын һарайға,

Илкәйемдең ялҡын йәшлеге!

 

Тәбрик итә нурлы кластар —

Тора урғып белем шишмәһе.

Нур-шишмәнән гәүһәр күкрәккә

Йотоп-йотолоп ҡына эсәһе!

 

Аҡ күңелдең аҡыҡ ярына

Яғылмаһын ҡара наҙанлыҡ! —

Аҡбур менән ҡара таҡтаға

Ап-аҡ антты һыҙып яҙайыҡ!

 

Ауыр саҡта, талғыр саҡта ла

Хыялдарҙа көлһөн яҙ айы! —

Шул саф антты ҡайнар йөрәккә

Ырыҫ менән ырып яҙайыҡ!

 

Бөрөнән дә бөркөт үҫтерер,

Ныҡ үтәлһә намыҫ ҡушҡан ант.

Һона Ватан һеҙгә ҡуш ҡулын —

Бейектәргә сорғор ҡуш ҡанат!

 

Барһын арбап тылсым телендә

Мәғрифәтле таң һәм кисәләр.

Белем серҙәрен бит тәү башлап

Әсә теле менән сисәләр!

 

Әсәм телен — белем асҡысын

Мираҫ итеп алған көр быуын

Мираҫ итер ерҙең мең телен,

Туған итер ерҙең мең моңон!

 

Башҡортостан, гүзәл гөлбостан,

Ҡуя алға һеҙҙең мең һорау.

Илдең тырыш ҡыҙ һәм улдары

Булығыҙ, ти көмөш ҡыңғырау!

 

Төклө аяҡ менән уҙығыҙ

Мәғрифәттең мәрмәр баҫҡысын.

Алдығыҙҙа — бәхет һарайы,

Ҡулығыҙҙа бәхет асҡысы!

 

25.08.1970.

 

«Һәнәк», «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында эшләгән тынғыһыҙ йылдарым фельетон һәм мәҡәләләр яҙыу өсөн Башҡортостан буйлап өҙлөкһөҙ командировкаларҙа йөрөп, редакцияларҙа кеше әйберҙәрен ипкә килтереп үтте, өйҙә ултырып яҙышырға ваҡыт ҡалманы; эштән арып ҡайтҡандан һуң, төндәрен генә үҙ ҡәләмемә тотона инем. Көтмәгәндә көн тигәнең битен дә күрһәтте миңә: Башҡортостан китап нәшриәтенең балалар әҙәбиәте бүлегендә эшләп йөрөгән ҡорҙашым Шакир Бикҡолов 1957 йылда “Пионер” журналында сыҡҡан “Урман бабай” тигән хикәйәмде айырым китап итеп нәшриәт планына индереп ебәргән (1967 йылда донъя күрҙе). Ә йән атып йөрөгәнем — китап булып сығыуын күҙҙәрем ҡарайып көткән шиғри йыйынтығым ине. Яҙыусылар берлегенең шиғриәт секцияһында ыңғай баһаланып, нәшриәткә тәҡдим ителһә лә, унда төрлө сәбәптәр менән йылдан-йыл кисектерелә килә ине. Интегеп-зарығып, ил ағаһы дәрәжәһендәге Мостай Кәрим менән гәрсә яҡынлығым булмаһа ла, булышлығын өмөт итеп, түбәндәгесә ялбарырға тәүәккәлләнем:

 

“Иҫәнмеһегеҙ, Мостай ағай!

Был хатты яҙып, ваҡытығыҙҙы алғаным өсөн ғәфү итеүегеҙҙе һорайым. Башҡа әмәл ҡалмағанға ғына баҙнат иттем. Солтанов Йыһат тигән кеше борсой Һеҙҙе.

Рөхсәт итһәгеҙ, тәүҙә саҡ ҡына үҙем менән таныштырып китер инем. 1932 йылда тыуғанмын, үткән юлым: колхоз — хәрби диңгеҙ флоты — колхоз — “Һәнәк” журналы редакцияһы. Ошо көндә лә шул редакцияла эшләгән булам. 1953 йылдан башлап, ваҡытлы матбуғатта байтаҡ ҡына шиғырҙарым, хикәйәләрем, повесем баҫылып сыҡты. Бынан өс йыл элгәре үк шиғырҙарымды туплап, секцияла тикшерткәйнем. Хуплап, нәшриәткә тәҡдим иткәйнеләр. Ләкин ул йыйынтыҡ ошо көнгәсә донъя күрә алмай ята нәшриәттә. Йыл да вәғәҙә итәләр ҙә оноталар. 1966 — 1967 йылдарҙы “юбилей йылы, план тығыҙ” тинеләр, 1968 йылғы планға индерергә вәғәҙә итеп килделәр. Быйыл тағы, 1968 йыл “юбилей арты йылы” булғанлыҡтан, минең китапты 1969 йылға күсерҙеләр. Унан килеп, ярты табаҡлыҡ бер хикәйәм кесе йәштәге мәктәп балалары өсөн быйыл сығырға тейеш булғанлыҡтан, шуны китапҡа иҫәпләп: “Йәш яҙыусының китабын йыл да сығарып булмай инде ул”, — тип кенә ебәрәләр (баш редактор менән директор әйтә). Бына шулай һаман “йәш” булып йөрөйөм, ағай. Ә минең ҡорҙаштар инде кәмендә 5-6 китаптың авторы.

1957 йылдың майында Башҡортостан Яҙыусылар союзы мине Һеҙҙең имза ҡуйылған телеграмма менән тиҙ генә саҡыртып алғайны. Мәскәүҙәге Әҙәбиәт институтына уҡырға ебәрмәк булғанһығыҙ икән. Ләкин минең белемем ул саҡта 4 (дүрт) класс ҡына булғанлыҡтан, бара алмай ҡалдым. Союздағы иптәштәр миңә урта белем алырға наказ биреп ҡайтарҙылар. Үкенескә ҡаршы, мин ул саҡ Һеҙҙең үҙегеҙҙе күрә алманым — Мәскәүҙә инегеҙ. Һеҙгә еткерергә вәғәҙә итеп, киләсәктә мин уҡыясаҡ урта мәктәптең адресын яҙып алып ҡалдылар союзда. Оҙаҡламай мәктәп директорына Һеҙҙең исемдән мине нисек тә уҡырға урынлаштырыуҙа ярҙам күрһәтеүҙе һорап яҙған хат килеп төштө. Шуға ҡанатланып, мин колхозда эшләп йөрөгән көйөмсә тәүҙә үҙ алдыма, унан һуң ситтән тороп уҡып, 1963 йыл әлеге мәктәптә урта белем алып сыҡтым һәм ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетында уҡый башланым. Хәҙер 4-енсе курстамын. Бына шулай бер саҡ минең яҙмышымды хәл итеүҙә лә ҡатнашҡайнығыҙ Һеҙ, ағай. Бөгөнгө көн һаман китабымды сығара алмай, үҙ быуындаштарымдан ныҡ артҡа ҡала барғас, был юлы инде ярҙам һорап Һеҙгә үҙем мөрәжәғәт итергә батрысылыҡ ҡылдым. Йыйынтыҡты 1968 йыл планына керетеү өсөн берәй тел ярҙамы бирһәгеҙ ине, ағай. Китап “Йондоҙ ямғыры” тип атала, күләме 3,5 (өс ярым) табаҡ самаһы. Ошо арала ғына Рафэль Сафин менән Рәми Ғарипов уны тағы ла бер ҡат уҡып сығып, яҡшы баһа бирҙеләр. Байбурин да арыу фекерҙә.

Мин үҙем хәҙер “Ерем, кешеләрем” тигән яңы повесемде тамамлап киләм. Быйыл уҡ “Ағиҙел” журналына тәҡдим итергә уйлайым[21].

Һау булығыҙ, ағай.

Боросғаным өсөн тағы ла бер тапҡыр ғәфү үтенеп, Йыһат Солтанов.

Адрес: Өфө — 25, Свердлов урамы, 94, кв. 9.

19.02.1967.

 

Көндәрҙең береһендә: “Мостай Кәрим хатыңды тотоп китап нәшриәтенә кергән, китабыңды барлашҡан”, — тигән хәбәр ҡолағыма ирешкәс, эштең ыңғай боролош алырына өмөт итеп йөрөһәм дә, һис бер үҙгәреш булманы — һүҙе үтмәгәндер инде, күрәһең (ә бәлки, китабымдың 1969 йыл планынан да төшөрөп ҡалдырылмауы уның арҡаһындалыр). Хатыма яуап та килмәне. Ә Рәмиҙәрҙең һүҙе һүҙ түгел ине ул замандарҙа...

Әйткәндәй, 1966 йылда «Совет Башҡортостаны»ндағы эшенән ҡыуылып (редакторы Абдулла Исмәғилев менән килешә алмай), һыныҡ икмәкһеҙ, тигәндәй, интегеп йөрөгән Рәми Ғариповтың көтмәгәндә «Башҡортостан ҡыҙы»на эшкә урынлашыуына рухи булышлыҡ иттем. 1968 йылда яңы асылған шул журналдың редакцияһына хеҙмәткәрҙәр йәлеп итеү эше бара ине. Баш редактор итеп раҫланған Кәтибә апай Кинйәбулатова минең эш урыныма — «Һәнәк» журналына килде лә, аулаҡҡа саҡырып алып, миңә «Башҡортостан ҡыҙы»ның яуаплы сәркәтибе булып барырға тәҡдим итте: «Тәртиплеһең, белемлеһең — бергәләшеп яйға һалырбыҙ журналды», — тине. Ымһындыртҡыс тәҡдимдән мин баш тарттым: «Һәнәк» мине эшкә саҡырып алды, торлаҡ бирҙе. Бер биш йыл да эшләмәй ташлап китеү — килешмәҫ», — тинем. Шунда уҡ контртәҡдим яһап өлгөрҙөм: «Ул эшкә Рәми Ғариповты алығыҙ, апай!» — «Ай-һай, уныһы барып сыҡмаҫ шул, — тип баш сайҡаны апайым. — Ахунйәнов ныҡ ҡаныҡҡан бит уға». Был һөйләшеү тураһында бер кемгә лә белдертмәҫкә вәғәҙәмде алып (ул вәғәҙәне бына хәҙер генә беренсе тапҡыр боҙам), хушлашты апайыбыҙ. Ә эштән һуң Рәми менән ғәҙәттәгесә шешә янында икәүҙән-икәү ҡалғас: «Былай интегеп йөрөүеңә сик ҡуйырға кәрәк — һинең өсөн ҡулай эш урыны бар», — тинем. — «Ниндәй эш ул?» — тине дуҫым, ҡаштарын емереп. «Сер итеп кенә әйтәм, берәүгә лә һөйләмә. Кәтибә апай журналына яуаплы сәркәтип эҙләй». Ҡул һелтәп көлдө Рәми: «Һин, ҡарт, алйып бараһыңмы әллә? Ахун таяғы (Ахунйәновты шулай тип атар ине) яҡын да юлатмаясаҡ мине». «Ә һин күҙ йом да өлкә комитетҡа Ахунйәновтың үҙенә кер, кандидатураңды ҡыйыу тәҡдим ит. Бынан бит һин бер нәмә лә юғалтмайһың, ә приобрести можешь: «Пролетариату нечего терять кроме своих цепей, приобретет же он весь мир!» — тигән дәһә Маркс менән Энгельс бабайҙарыбыҙ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуҡ!»

Һуңғы дәлил Рәмигә ныҡ тәьҫир итте: «Ысынлап та, шулай итәйем әле, иртәгә үк ҡаршыһына баҫайым!» — тип йәһәтләп ҡайтып китте. Һәм иртәгәһенә үк шатланып килеп ҡулымды ҡыҫты — кергән һәм Ахунйәнов иптәш бер һүҙһеҙ риза булған.

Шул уҡ йылда Рәми, журналды бергәләшеп юлға һалышырға, тип, ныҡышып, мине үҙе эргәһенә эшкә ҡоҙаланы, дуҫым менән бергә ултырып эшләргә шатланып ризалаштым. “Һәнәк” редакторы Идиәт ағай Әсәдуллин да, йәш журналды нығытырға кәрәк тип, үҙенең ризалығын бирҙе. Ләкин әйтергә кәрәк: Рәми менән бергә эшләүебеҙҙең бәйгеһе оҙон булманы — ылғый ҡатын-ҡыҙ коллективының кухня ваҡлыҡтары һымаҡ ығы-зығыһынан биҙәрләп, 1969 йылда «Ағиҙел» журналы редакцияһына әҙәби тәнҡит һәм публицистика бүлеге мөдире булып эшкә күстем; ә фәҡәт үҙ режимы (төндә ултырыу, көндөҙ төш еткәнсе йоҡлау һәм тәүлектең теләгән бер сәғәтендә хәмергә ылығыу) менән генә йәшәргә теләгән Рәми, баш редактор Кәтибә апай Кинйәбулатова һәм редакцияның әүҙем хеҙмәткәре Әнисә һылыу Таһирова менән килешә алмай (Рәми өҫтөнән йыш бирелгән ялыунамәләр Т.И. Ахунйәнов кабинетында ғауғалы тикшерелә ине), 1972 йылда эшенән тайҙыртылды...

1968 йыл йәйгеһен «Башҡортостан ҡыҙы» редакцияһының эше буйынса Бөрйән районына барғанымда үҙ ғүмеремдә беренсе тапҡыр Шүлгәнташ мәмерйәһенә кереп сыҡтым, шунда ҡабынған тәрән хис һәм кисерештәрҙән айный алмайынса иҫереп йөрөп, аяғөҫтө, тигәндәй, бер ай эсендә өр-яңы әҫәремде — «Минең шәжәрәм» тигән поэмамды яҙып өлгөрттөм. Рәмиҙән был әҫәрем хаҡында берәй нәмә ишеттемме, юҡмы икән — әйтә алмайым хәҙер. Әммә уның 1969 йыл көндәлектәренә «Шәжәрәм»дең шауҡымы һирпелеп ҡалған (үҙе үлеп күп йылдар үткәс кенә матбуғатта мәғлүм булды):

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 510. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Интуитивное мышление Мышление — это пси­хический процесс, обеспечивающий познание сущности предме­тов и явлений и самого субъекта...

Объект, субъект, предмет, цели и задачи управления персоналом Социальная система организации делится на две основные подсистемы: управляющую и управляемую...

Законы Генри, Дальтона, Сеченова. Применение этих законов при лечении кессонной болезни, лечении в барокамере и исследовании электролитного состава крови Закон Генри: Количество газа, растворенного при данной температуре в определенном объеме жидкости, при равновесии прямо пропорциональны давлению газа...

Патристика и схоластика как этап в средневековой философии Основной задачей теологии является толкование Священного писания, доказательство существования Бога и формулировка догматов Церкви...

Основные симптомы при заболеваниях органов кровообращения При болезнях органов кровообращения больные могут предъявлять различные жалобы: боли в области сердца и за грудиной, одышка, сердцебиение, перебои в сердце, удушье, отеки, цианоз головная боль, увеличение печени, слабость...

Вопрос 1. Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации Коллективные средства защиты: вентиляция, освещение, защита от шума и вибрации К коллективным средствам защиты относятся: вентиляция, отопление, освещение, защита от шума и вибрации...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.01 сек.) русская версия | украинская версия