Студопедия — Фәрит Иҫәнғолов».
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Фәрит Иҫәнғолов».






 

Төп етешһеҙлегемде яҡшы төшөнөп төңөлдөм: яҡты совет тормошоноң ҡараңғы яҡтарын ғына яҙа икәнмен; ундай ҡараңғы яҙыусыға яҡты совет иленең матбуғат юлы бикле. Ләкин бит мин ҡараны күрәләтә аҡ тип әйтә алмайым — ытырғанып тартынам...

Шулай итеп, хәҙер яҡшы аңлауымса, хөрмәтле хөкөмдарҙарым дөйөм ҡабул ителгән кодекс буйынса хөкөм ҡылдылар мине — тоталитар рухлы совет әҙәбиәтенең социалистик реализм ҡануны шундай ине бит... Үҙҙәренсә, моғайын, ҡулсыр баланы көршәкте ярмаҫы борон ҡурсаларға тырыштылар — бының өсөн үпкәләп булмай ине. Әммә беренсе ҙур әҫәрем яртылығында килеш өҙөлөп ҡалды...

Прозабыҙ маһирҙарынан әлеге үҙемә ҡағылышлыны алып бөтөп, күрше бүлмәләге шиғриәтселәр ултырышына йүгерҙем; унда һөйләшеүҙең иң ҡыҙған мәле — Рәшит Назаров шиғырҙары тураһында яҙыусылар берлеге рәйесе Назар Нәжмиҙең ялҡынлы телмәренән һуң фекер алышалар ине. Шиғриәтебеҙгә Бабичтан һуң яңы даһи тыуғанлығын самалап, баштан уҡ ошонда ҡатнашмауыма үкенә биреберәк ҡуйҙым. Тәнәфескә сығып, коридор башындағы ҙур тәҙрә ҡаршыһына баҫҡас, мине танып белеүсе шағир йораттары: «Ҡайҙа йөрөйһөң, әй, ниңә ултырышҡа килмәнең?» — тип төпсөнөргә кереште. «Ә мин проза бүлегендә ултырҙым», — тип аҡланған арала, ҡаршымда ғына боролдатып тәмәке тартып торған һарғылт-һоро туҙғыҡ-бөҙрә сәсле, яҫы урыҫ маңлайлы һәм танаулы, йәше буйынса үҙемә тиҫтер булырҙай бер уҙаман, күҙҙәрен ҡыҫа биреп киң йылмайҙы ла: «Вәт әй! Шағир башың менән проза тылҡып йөрөйһөңмө? Ә мин бында һинең хаҡта бынамын тигән телмәр һөйләп ташланым тағы», — тигән булды. Башҡалар ҙа: «Шәп телмәр, шәп!» — тип дөрөҫләгәс, ҡыҙыҡһыныуым артты, ләкин, үҙ ғәҙәтемә барып, артыҡ төпсөнөп торманым. Өҫтәүенә, үҙем кеүек үк ябай ғына күренгән, иҫке кирза итекле һәм шағирәнә олпатлыҡһыҙ был кешене күңелем өнәмәне. Шулай ҙа һорашып белдем — Рәми Ғарипов тигән шәп шағир икән. Ултырыштар тамамланғас, Сәғит ағай Агиштың, миңә төбәп: «Яҡташымды өйгә алып ҡайтырға ине лә бит, үкенескә ҡаршы, бөгөн генә еңгәгеҙ иҙәнде буяған шул, — тип мәрәкәләүе хәтерҙә. Минең менән бергә проза буйынса һөйләшеүҙә ҡатнашҡан һәм бындағыларҙың барыһын да белгән Саҡмағош егете (тиҫтерем) Фәнил Мансуров, берәр «ярты» ҡыҫтырып, Рәми Ғариповтарға барырға өндәһә лә, баяғыса, риза булманым (иртәгәһен Фәнил һөйләүенсә, Рәмиҙең ғаиләһе саҡ һыйышып йәшәгән бүлмәлә таң атҡансы бик күңелле ултырғандар). Үҙем һымаҡ уҡ элекке моряк дуҫым — Күмертауҙан шахтер шағир Хөснулла Түләкәйев менән мине, көтмәгәндә, Әсғәт ағай Мирзаһитов Горсовет туҡталышындағы фатирына алып ҡайтып шәп ҡунаҡ итте, ә иртәнсәк (ял көнө ине) күрше генә йортта йәшәгән Фәрит Иҫәнғоловтарҙа күмәкләшеп һыйландыҡ. Уларҙан сығыуыбыҙға, киоскынан гәзиттәр алырға килгән шағир (һәм тиҫтерем), Башҡортостан китап нәшриәтенең редакторы Шакир Бикҡолов осрап, һәм ул дәррәү яҡындағы магазинға йүгереп барып килеп, урам аша Ғафури баҡсаһына керҙек, һуҡмаҡ буйлап төшә торғас, соҡорҙағы тимер торбанан сопорлап ағылыусы һалҡын шишмәгә юлығып, тамаҡтарҙы шуның менән йыуҙырта-йыуҙырта, нәүбәттәге шешәне бушаттыҡ. Үҙ ғәҙәтемә барып, баҡса ҡапҡаһы башындағы «Парк им. М. Гафури» тигән яҙыуҙы күреүҙән күңелем боларҙы ла: «Был ни хәл? Ниңә башҡортса түгел?! — тип һораным. — Былай барһа, башҡорт теле бөтәсәк бит!..» — тип көйәләндем. Шакир Бикҡолов өндәшмәне, ә Мирзаһитов менән Иҫәнғолов күҙгә-күҙ ҡарашып алды. «Юҡҡа иҫең китмәһен, — тине Фәрит Иҫәнғолов. — Кәм тигәндә, яңынан егерме биш йыл йәшәйәсәк әле башҡорт теле, тимәк, беҙҙең ғүмергә етә». Ә Мирзаһитов үҙенең олпат-һалҡын тауышы менән ҡаты итеп киҫәтте: «Бынан һуң һин, ҡустым, бындай һүҙҙәр һөйләмә — ахыры яман бөтөр»... Ауыҙымды ҡымтыным да башҡаса был икәү янында бер ваҡытта ла «ундай һүҙҙәр һөйләмәҫкә» тырыштым... Әйткәндәй, Мирзаһитов ғүмере буйына ярым башҡортса, ярым татарса һөйләште, ә Иҫәнғолов, табындарҙа бергә ултырғанда иҫереп алһа, ярым татарсамы, ярым сыуашсамы сусылдарға керешер ине (йәшлегендә татармы, сыуашмы мәктәбендә уҡыған, тиҙәр). Улар икеһе серҙәш һәм яҡын дуҫтар ине. Ә минең беренсе китабымды («Урман бабай», 1967), «Пионер» журналынан хикәйәмде үҙе күсертеп алып, донъяға сығаран, шуның менән яҙыусылығыма юл асҡан ҡорҙашым Шакир Бикҡоловтың шәхси тормошо бәхетһеҙ осланды: көтмәгәндә баш ауырыуынан ҡатыны вафат булып, икенсе йылына үҙе лә шундай уҡ сиргә һабышты; шул сәбәплелер инде, үҙ-үҙен белештермәй, бер мәл шулай Яҙыусылар берлеге рәйесе Әсғәт Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын» тигән пьесаһы буйынса Башакадемтеатр сәхнәһендәге премьераһы барышында партерҙың бишенсе рәтендә бөтә залға әҫәрҙән үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген белдерә яңғыратып, һөҙөмтәлә етәксе даирәләр тарафынан аҫтыртын эҙәрлекләнеп йөрөп ваҡытынан элек китте донъянан... (Һүрәттә һулдан уңға Шакир Бикҡолов һәм Йыһат Солтанов. Трускавец ҡалаһы, 22.03.1973 йыл).

Ғафури баҡсаһында барған тел яҙмышы тураһындағы күңелһеҙ һөйләшеүгә килгәндә, йор тәбиғәтле Хөснулла дуҫымдың һис кенә лә иҫе китмәне кеүек; ғүмерҙәребеҙ дауамында семинар көндәрен хәтерләгәндә лә ни бары: «Сәғит Агиштың иҙәне буяулы булһа ла, Әсғәт ағай менән Фәрит ағайҙыҡы буялмаған булып сыҡты бит, әй!» — тип хихылдап көлөр ҙә ҡуйыр ине.

Өфөгә күсеп килгәндән һуң мин тиҫтерем Рәми Ғарипов менән ныҡ дуҫлашып, ысын ҡорҙаштарға — арҡадаштарға әүерелдек, ижадсы тормошоноң байтаҡ әсе-сөсөһөн бергәләшеп татыныҡ. Шуныһы ла үҙемсә: дуҫымдан мин бер ваҡытта ла «теге саҡта шиғриәтселәр ултырышында минең хаҡта ҡайһылайыраҡ һөйләнең?» тип белешергә башыма ла килмәне һәм ул да иҫләмәне быны (шулай уҡ уның менән бергәләшеп фотоға төшөү ҙә уйыбыҙға кереп тә сыҡмағандай). Фәҡәт үҙе был донъянан киткәненә егерме бер йыл үткәс кенә, тәүҙә гәзит битендә, ә унан һуң «Әҫәрҙәр»е йыйынтығының икенсе томында (475 — 476 биттәр) тулҡынланып та, ғәжәпләнеп тә уҡыным шул йыйнаҡ һәм тос телмәрҙе:







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 586. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

ТЕОРЕТИЧЕСКАЯ МЕХАНИКА Статика является частью теоретической механики, изучающей условия, при ко­торых тело находится под действием заданной системы сил...

Теория усилителей. Схема Основная масса современных аналоговых и аналого-цифровых электронных устройств выполняется на специализированных микросхемах...

Логические цифровые микросхемы Более сложные элементы цифровой схемотехники (триггеры, мультиплексоры, декодеры и т.д.) не имеют...

Понятие метода в психологии. Классификация методов психологии и их характеристика Метод – это путь, способ познания, посредством которого познается предмет науки (С...

ЛЕКАРСТВЕННЫЕ ФОРМЫ ДЛЯ ИНЪЕКЦИЙ К лекарственным формам для инъекций относятся водные, спиртовые и масляные растворы, суспензии, эмульсии, ново­галеновые препараты, жидкие органопрепараты и жидкие экс­тракты, а также порошки и таблетки для имплантации...

Тема 5. Организационная структура управления гостиницей 1. Виды организационно – управленческих структур. 2. Организационно – управленческая структура современного ТГК...

Принципы, критерии и методы оценки и аттестации персонала   Аттестация персонала является одной их важнейших функций управления персоналом...

Пункты решения командира взвода на организацию боя. уяснение полученной задачи; оценка обстановки; принятие решения; проведение рекогносцировки; отдача боевого приказа; организация взаимодействия...

Что такое пропорции? Это соотношение частей целого между собой. Что может являться частями в образе или в луке...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.023 сек.) русская версия | украинская версия