Ырымбурҙан — Балтиҡҡа...
Ырымбурыма ҡайтып (Һүрәттәге алғы буйҙа уңдан икенсе Йыһат – курсташтары араһ-ында. Ырымбур ҡал-аһы, 01.04.1951.), хәрби хеҙ-мәткә саҡырылыусылар-ҙың ҡырмыҫҡа иләүеләй мыжғып торған өлкә туплан-дығындағы казарма-ларҙың береһендә Талғат дуҫымды көскә эҙләп таптым да, ошо декабрҙең аҙаҡтарында уҡ эшелонға тейәләсәктәрен белеп, уны оҙатырға мотлаҡ киләсәгемде әйтеп сыҡһам... фатирымда үҙемә лә хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы (повестка) көтөп ята. Йөрәгем “жыу!” итеп китте — ғүмеремдәге иң мөҡәддәс һынау сәғәте һуҡты! Баҡтиһәң (аҙаҡ аңлауымса), һалдатлыҡҡа саҡырылмыштарҙың аҙмы-күпме белемлерәктәренең һаны етешмәй икән, шуға күрә минең кеүек льготалыларҙың да байтағын һыпырып алғандар. Быны мин, дөрөҫөн генә әйткәндә, Хоҙай Бабайыбыҙҙың үҙемә изге әмереләй ҡабул ҡылдым да (тимәк, Илаһыбыҙ әсәйемдең дә хәлен иҫәпкә алған һәм уны ла ярлыҡаған) яҙмышымдың елкәнле ҡайығын ел ыңғайына ҡуйырға, ә кәрәгендә ҡуш ишкәкләп алға табан ишергә ниәтләндем. Рәсмиҙәрҙең ваҡыты ҡалмаған икән — иртәгәһенә үк ҡыҙыулатып комиссияға ҡуйҙылар. Ныҡ тулҡынланып керҙем, хәрби хеҙмәт бойомға ашмаҫ хыял булып тойолдо. Әгәр ҙә ки алынып та, тегендәге һуңғы медицина комиссияһынан быраҡтырылып ҡайтһаң, хурлығынан үлерлек: былтырғыһын бер-нисә тапҡыр ана шулай үтмәй ҡайтҡан ағайыбыҙға ҡыҙҙарыбыҙ “Үтмәҫ дауар” тигән ләҡәп һыланы... Юҡ, яҙмағандыр инде миңә армияла хеҙмәт итеү, үҙеңде ысын ир-уҙаман итеп тойоу...
Мал тейәй торған тауар вагондарының һәр береһендә 30-40 кешелек команда булып, ҡат-ҡат һәндерәләрҙә ятып барабыҙ, урталыҡтағы тимер мейескә бер туҡтауһыҙ алмашлап таш күмер яғабыҙ (күмер саңына шайтандарҙай ҡарайҙыҡ). Кесе ярауҙы — ишек ярығынан, олоһон оло станцияларға туҡталғас атҡарабыҙ. Шул туҡталыштарҙа тәүлегенә бер тапҡыр йылы аш ашаталар, ҡалғанын һәр командаға ҡоролата бүлеп бирәләр. Эшелон шундайын оҙон, бәндәләре бихисап — юл буйы, бер үк поезда барһаҡ та, Талғат дуҫымды хатта осрата ла алманым. Шулай ҙа бер нәмә йәнемде елкендерҙе — көнбайышҡа диңгеҙгә табан дөрәбеҙ һәм беҙҙе Балтиҡ флотының хәрби моряктары һағауыллап килә. Барып еткәс хәл иткес һуңғы комиссия була ла берәүҙәр — хәрби диңгеҙ флотына, икенселәр төҙөлөш батальондарына (стройбатҡа) айырып алына, тинеләр. Мин иһә, “Мы — из Кронштадта” тигән кинофильмде күргәндән һуң, бала сағымдан уҡ моряктарға ғашиҡ — бөтә көсөмдө һалып диңгеҙ флотына эләгергә уҡталдым. Унан килеп, аҡһаҡ-туҡһаҡ Йыһаттың, ҡоро ерҙә генә лә түгел, ә Хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеүе — үҙе бер мөғжизә бит! Һалҡын Ырымбур ҡышынан һуң ебешкәк ҡарҙары мәреп ятҡан Ленинградҡа килеп төштөк, киноларҙа ғына күргән мөһәбәт Невский проспекттан төнгө тынлыҡта шаптор-шоптор шәре кисеп барабыҙ. Аяҡтарымда калушлы “сүсинкә” быйма, нәҡ ауыртҡан һул аяғымдың калушы вагонда уҡ юҡҡа сыҡҡанлыҡтан (Ырымбур ышпаналары мейескә яҡты, буғай), “сүсинкә”м эсе лырҡылдап килә, һыуыҡ тейеүҙән ҡурҡам. Бер туҡталыуҙа лырҡылдаҡ һыуҙы түгеп, аяғымды муйынымдағы шарф менән солғап кейҙем — форсаты тейгән һайын, тиҙ генә сисә һалып, шарфты һығып, ҡорораҡ башын урайым... Ян-яҡтарҙағы бейек биналарҙың матурлығына иҫтәребеҙ китеп аңшайып барабыҙ, әммә хозурланырға һис әмәл юҡ — ҡыуалар ҙа ҡыуалар... Бөйөк Достоевский әҫәрҙәренән уҡып белгән, биналары һәр дүрт яҡлап нәҡ таш ҡоҙоҡтай текә торғоҙолған һәм ҡояш нурҙарынан да, йәшеллектән дә мәхрүм ҡалған оло дүрткел ихатаға килеп керҙек, йорттарҙың береһенең подъезында аҫҡы ҡаттан өҫкәсә киртләс-киртләс баҫҡыстарында ултырып таң аттырғас, ятырға урын бирҙеләр. Урамға сығармайҙар, команда-команда ихатала сират тороп, дал баҙарындай оҙон ашханала ултырып ашайбыҙ. Икмәктәре бысыҡ — Ырымбур ышпаналары уны, туп итеп йомарлап, баштар аша бер-береһенә бәрешә...
(Һүрәттә: Йыһат – матрос. Кронштадт, 1952 йыл.). Уҡыу әтрәтендә аслы-туҡлы (туйғансы ашау – хыял ине) бер-ике ай һалдат һабағы алып, Ватанға тоғро хеҙмәт ҡылырға ысын күңелдән ант итеп, бер ниндәй ҙә хәрби һөнәргә лә өйрәтелмәҫтән, бер төркөм егет ашығыс рәүештә (караптарҙа кешеләр етешмәгән) Балтиҡ флотының төп төйәге Таллинға оҙатылдыҡ — “база мина тральщигы” тип аталған, палубаһы күбәләй ҙур миналар һәм һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы сорғолтмалы бомбалар менән тығыҙ йыһазланған, командаһы йөҙ кешелек карапҡа килеп керҙек. Хәрбиҙәрҙең ашау сәғәттәре уҙған, йоҡларға йыйынғандар — өнһөҙ-тынһыҙ ас ҡарынлай ятырға әҙерләндек. Ләкин буласаҡ хеҙмәттәштәребеҙ көтмәгәндә шау-гөр килеп табын ҡороп ебәрҙеләр — өҫтәл тулы күпереп бешкән икмәк, тоҙло кәбеҫтә һәм помидор, ә иҫте иң китәргәне — бер ҡулың менән айғолағынан матҡып, икенсеһе менән елкә тиреһен семтеп тотоп ҡойроғонаса һыҙырып ебәргәнеңдә супылдап майҙары тамып торған һутлы һәм һимеҙ Исландия селедкалары ине (был һыйҙарҙы палубалағы мискәләрҙән теләгән ваҡытта теләгәнеңсә алып тыҡшынырға мөмкин имеш)... Кронштадтан ҡарындарыбыҙ киҫелеп килгән беҙ бахырҙар, өнөбөҙмө был, төшөбөҙмө, тигәндәй, өнһөҙ-тынһыҙ ҡолаҡ һелкетеп көйшәнек, “былайһа, йәшәргә була икән бында”, тигән ҡарарға килдек... Кәрәкле һөнәргә караптың үҙендә өйрәнергә тейеш инек, моторсылар бүлегенә тәғәйенләнеләр мине. Диңгеҙҙең төрлө шарттарҙағы хәлдәрен күрергә тура килде — тау бейеклек тулҡындар ажғыртҡан штормдарын да, күҙ иңләмәҫ осһоҙ-ҡырыйһыҙ һыу яланының көҙгө һымаҡ шып-шыма һәм һип-һил штилдәрен дә. Матрос өсөн диңгеҙ хеҙмәтенең иң ҡыйыны — штормдарҙа табан аҫтыңдағы палубаның һиртмәләй сайҡалыуы, йәки ҡапыл умырылып аҫҡа төшөп киткәнендә йә ҡалҡҡанында бөтә булған эс-бауырыңды тамағыңа ҡапландыртҡан, үҙәгеңдән ҡарының атылып сығып китерҙәй уҡшытҡан, башыңды ҡыҫып сатнатҡан “диңгеҙ ауырыуы”лыр. Бирешеүселәр койкаға лыпан яталар ҙа, вахтаға һәм тревогаларҙа һикереп тороу түгел, баштарын да ҡалҡыта алмайҙар. Минең менән килгән ике урыҫ егетен ошо зәхмәт сигенмәй ыҙалағас, диңгеҙҙә йөрөргә яраҡһыҙ тип таптылар ҙа ярға “списать” иттеләр. Баштан уҡ мин был яуыздың үҙен матҡып бығауларға, бер нисек тә ҡоҫмаҫҡа һәм ҡоламаҫҡа өйрәндем — әҙәм балаһы еңмәгән һынауҙар юҡтыр ул... Диңгеҙ өҫтө ялтыр көҙгө йөҙөләй шыма ятҡан штилдәрҙә командир карапты туҡтата — рәхәтләнеп һыуҙа ҡойоноп алырға рөхсәт бирә. Кейемдәрҙе палубаға теҙеп һалып, диңгеҙгә ырғылабыҙ. Әммә ҡайһы бер хеҙмәттәштәребеҙ һыуҙан ҡурҡа — йөҙә белмәйҙәр икән. Карап уставында команданы йөҙөргә өйрәтеү бойоролмауы бик аптыратты мине.
Миналарҙы траллаусы (юҡ итеү-се) ошондай хәрби караптар ул осорҙа һуғыш шарттарын-дағы хеҙмәтте үтәүсе һанала, шартлатылған һәр мина өсөн командаға фәләнсә һум түләнеп, мина яландарын һөрөп үткәрелгән хәтәр сәғәттәр өсөн дә фәләнсә һум өҫтәлә, ә шундай күпмелер сәғәтен тултырған тралсы карап командаһының һәр береһенең сираттағы айлыҡ ялына (отпускыға) йәнә ун биш тәүлек ял өҫтәп бирелә (мин фәҡирегеҙгә лә шундай ял насип булды)... Диңгеҙҙә йөрөп ҡайтҡан һайын, Таллинн ҡалаһына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға сыҡҡан сәғәттәрҙә республика китапханаһына, мәшһүр йырсы Георг Отсты тыңларға опера театрына йөрөнөм. Үҙемдең хәләл бөтә хәрби бурыстарымды үтәүҙән тыш, әҙәбиәтте лә үтә лә һөйгәнлектән һәм китаптарҙы йотлоғоп уҡығанлыҡтан, йәмәғәт башланғысындағы өҫтәлмә вазифа — карап китапханасыһы эшен дә бик теләп йөкмәнем, база китапханаһының байтаҡ ҡына аҫыл китаптарын үҙебеҙгә күсертеүҙәренә өлгәштем (матростар ҡалын романдарҙы яратып уҡый ине). Үҙемә Өфөнән “Әҙәби Башҡортостан”ды ла алдыртам (журналды редакцияның үҙенән гәзит ҡағыҙына бандероль итеп төрөп ебәрәләр ине), шиғырҙарымдың «Моряк һүҙе» тигән береһе лә тап шунда 1953 йылда ташҡа баҫылып сыҡты:
Ҡай берәүҙәр әйтә: «Һеҙ — моряктар, Диңгеҙҙәрҙә үтә көнөгөҙ. Ҡоро ер тип китмәй һис иҫегеҙ, Ярҙа йәшәү һеҙгә күңелһеҙ!»
Юҡ, ҡоро ер бик ҡәҙерле беҙгә, — Туған булған өсөн һөйәбеҙ. Ғәзиз булған өсөн уны һаҡлап, Шашҡын диңгеҙҙәрҙә йөҙәбеҙ. 1953. Таллинн.
Ауыр диңгеҙ хеҙмәтен шулай ҙа ауырһынмай кисерҙек, дөйөм дуҫлыҡ хисенә ҡоролған мөхит ныҡ ярҙам итте. Командала урыҫ телле түгелдәребеҙ усҡа һыйырлыҡ ҡына — бер ҡытай егете, ике татар һәм мин йәғни бер башҡорт инек, әммә һис кем һис ваҡытта ла беҙҙе “нацмен” тип түбәнһеткәне, айырып ҡарағаны булманы, барыбыҙ бер ғаиләләй татыу йәшәнек — шундай ҙа гүзәл заманалар бар ине... Бөтәбеҙ ҙә бер төптән, әлбиттә, Бөйөк Октябрь революцияһында яулап алынған һәм Бөйөк Ватан һуғышында фашизм үләтенән һаҡлап алып ҡалынған социалистик ҡоролош, илде етәкләүсе Коммунистар партияһы өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға әҙер инек. Социализм юлына баҫҡан Ғәмәл Әбдел-Насер етәкселегендәге Египетҡа 1955 йылда Англия һәм АҠШ баҫымы көсәйгәс һәм Насер ҡорал менән ярҙам итеүҙе һорап совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт ҡылғас, флот караптарында Египетты яҡлап митингылар үткәрелде һәм беҙ, матростар, сикһеҙ нәфрәтләнеп, карабыбыҙ менән беҙҙе шул ғәрәп илен яҡлау өсөн йүнәлтеүҙәрен үтендек, хистәребеҙ ысын йөрәктән ине... Шуға тиклемге диңгеҙ хеҙмәте ваҡиғаларының береһе — И.В. Сталиндың вафаты булды. “Теге донъя”ға оҙатҡандарын бөтә команда палубала шыҡая баҫып тороп, радионан тыңланыҡ (артынса уҡ шул хаҡта яҙған бер нәҫерем һаҡланған), партия политбюроһы ағзаларының (шул иҫәптән Л.П. Берияның) илай-илай һөйләгәндәре хәтерҙә ярылып ҡалды. 1955 йылда Балтик флотына СССР Оборона министры Советтар Союзы маршалы Г.К. Жуков килде һәм Таллиндың офицерҙар клубындағы осрашыу кисәһенә караптан мине лә ебәрҙеләр. Тимер маршал Ҡара диңгеҙ флотындағы катастрофа (ҙур хәрби караптың түңкәрелеүе һәм күп ҡорбандар) һөҙөмтәһендә флоттарҙың “гайкаһын бороп” йөрөй икән... Август айында уның фарманы менән хәрби диңгеҙ флотында хеҙмәт итеү арауығы элекке биш йылдан дүрт йылға ҡыҫҡартылып, 1956 йылдың 19 ғинуарында мин дүрт йыл йәш ғүмерем үткән тимер карап менән дә, күк йөҙө мәңге ҡобарыулы Балтиҡ диңгеҙе менән дә бер айҡан хушлаштым. Эшелонға тейәлерҙән алда ҡайтыусылар перронға теҙеп ҡуйылғас, йылғыр моряктарҙың тороп ҡаласаҡ һөйәркәләре, ҡайһы берҙәре сабый балаларын күтәреп килеп, илашырға, ҡауғалашырға кереште, әммә был уларҙың көҫәгән һөҙөмтәһен бирмәне... Был юлы Мәскәүгәсә баяғы мал вагондарына тынҡыслап килтерһәләр ҙә, артабан беҙҙе үҙ тыуған төйәктәребеҙгә ҡәҙимге пассажир поездарында тараттылар; Ҡазан вокзалында поезға билет көткәндә, һалдат хеҙмәтенән ҡайтып барыусы бер үзбәк егете менән таш иҙәндә аҫтыбыҙға – уның һоро шинелен түшәп, минең ҡара шинелде бөркәнеп бер-нисә тәүлек йоҡлап йөрөнөк. Элегерәк хәрби хеҙмәттән ялға ҡайтышлай Мәскәүҙә Ленин мавзолейына инеп сыҡҡайным; был юлы ла шунда үзбәк егетен эйәртеп барып, Ленин менән Сталиндың ҡушарлап ятыуын күрҙек тә поездарыбыҙға ашыҡтыҡ. Мин, әлбиттә, бөтә башҡа донъямды, шул иҫәптән ғәзиз әсәйемде лә бер яры ҡалдырып тороп, туған әҙәбиәтебеҙҙең ысын мәркәзе булған һәм йәнем-тәнемде сихриәтле арбаған Ағиҙелле Өфөбөҙгә тура уҡталдым... Дүрт йыл буйы тимер карап ҡыҫымында һуғыш фәндәренә генә бирелеп, бик ныҡ үҙгәргәнмендер, күңелем тимерҙәй ҡатҡандыр, тип уйлаһам да, елеп барған вагон тәҙрәһенән Башҡортостаным тупрағына бағыуым, уның саф елдәрен һулауым менән үк ашҡынып, йөрәгем тилереп типте:
Оҙаҡ йылдар йөрөп ҡайтамын Тыуып-үҫкән ғәзиз илемә. Йәшлек юлым ситтә һүтелде, Патронташ аҫып билемә.
Дүрт йыл буйы ғилем өйрәндем — Тыуған илде һөйөү Ғилемен. Ватан өсөн дошман боғаҙын Сәйнәргә лә әҙер инем мин!
Йәнем менән янып йөрөнөм Илем өсөн, тиреп бар көсөм. Шуның өсөн янмай йәшәһә, Егет тыуа ергә ни өсөн?!.
Ҡаршы ала, боҫрап, баҫыуҙар, Дүрт йыл көткәс, еткәс ир булып... Күңелкәйем сыңрап түгелә Бураҙнама, сабый йыр булып...
Япраҡтарҙың серле сырлауы Итә икән тиле һаман да! Әле лә ныҡ тулғып шатланам Ҡыяҡтарҙа ысыҡ янғанда.
Әле лә мин буҙлап илайым, Әле лә мин тулап көләмен. Йәшәүемдең ябай байманын Илкәйемә алып киләмен.
1956.
|