Студопедия — Инде татарса уҡырға...
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Инде татарса уҡырға...






 

Белмәйем, беҙ торған колхоз өйө башҡа берәүгә кәрәктеме икән, мин үҙебеҙҙең башланғыс мәктәпте уңышлы тамамлағас, ҡабат Сәнкем-Биктимергә — Ғилаз бабайымдарға күсенеп ҡайттыҡ (үҙебеҙҙең өйҙөң Ғилаз бабайымдар яҡ аҫҡы бер ниргәһе сереп төшкән, ә мейесен колхоз һүтеп алғайны) һәм мин Жултыйҙағы ете йыллыҡ мәктәптең бишенсе татар синыфына уҡырға барҙым. Ҡасандыр беҙҙең Олобайҙы баҫып алмаҡ булып бабаларыбыҙ менән ҡан ҡойошҡан Нуғай биҫтәһендәге киң күңелле Кәлимулла бабайҙың (һуңынан уны ырҙындағы колхоз игенен ҡарауыллағанда бурҙар һуғып үлтерҙе) өйөнә килтереп урынлаштырҙы әсәйем. Минән кесерәк Сәлисә исемле бик үткер ҡыҙҙары (хәҙер Һунарсыла беҙ һатып киткән йортта йәшәй), Әмир тигән аҙ һүҙле, алсаҡ күңелле улдары бар (барыһы ла мөләйем аҡ йөҙлө нуғайҙар ине). Тормоштоң ауырлығына, өйөбөҙҙән килтергән аҙналыҡ ризыҡтың наҡыҫлығына, ул ғына ла етмәһә, үҙемдең күңел ҡайтарғыс сирләшкә (төндәрҙә ҡай саҡ бәүелһеҙләнә инем) булыуыма ҡарамаҫтан, бөтә ғаилә миңә яҡты йөҙ, күңел йылыһын бирҙе, ә йомарт ҡуллы хужабикә Лотфиә әбей үҙ балаһылай ихлас ҡараны мине.

Татар синыфында уҡыу күңелле булманы әммә: «Башҡырт, башында биш ҡорт», «Ун башҡыртҡа — бер иман», «Исәүән башҡырт», — тигәндәрен ишетеп ҡыйырһытылдым. Татарса «ч» өнөнә телем әйләнмәгәнлектән, урыҫса «ч» итеп әйтеүемдән дә, өҫтөмә әсәйем ҡулдан һырып кейҙерткән ҡалын сепрәк бишмәтемдән дә көләләр ине синыфта. Ошолар бөтәһе Жултыйға ҡарата йәмһеҙ тойғо ҡалдырҙы. Ләкин яғымлы яғы ла онотолмай: үҙемдең синыфташым Сәхәбитдин тигән алсаҡ малай менән бик ныҡ дуҫлаштым. Мәктәптән ҡайтып баш-күҙ алыу менән үк, уларға йүгерер инем, сөнки Хөснөтдин исемле һомғол буйлы ағаһы тимер юл станцияһы яғында боронғо казактар казармаһына һуғыш ваҡытында килеп урынлашҡан Боғорослан татар-башҡорт педучилищеһендә уҡый (әйткәндәй, шағир Марат Кәримов, журналист Мәргән Мырҙабәков, Дауыт Юлтыйҙың улы Таң да шунда уҡып киткәндәр), училищенең ул заман өсөн шаҡтай бай китапханаһынан алған китаптарын уҡырға бирә миңә (үҙебеҙҙең мәктәптә китапхана юҡ). Шуның аша беренсе тапҡыр Жюль Верндың татарсаға тәржемә ҡылынған романдары менән таныштым, бер керешһәм, өҙөлә алмайынса, иҫем китеп һыу кеүек эсер инем.

Уҡыусылар тау яғына мәктәпкә тура юлдан йөрөһөн өсөн, Мәрҙеғәлләм тигән мәктәп директоры Суртанлы йылғаһы аша бейек итеп таҡтанан һалдыртҡан тар ғына, ләкин оҙон «Мәрҙеғәлләм күпере»нең боҙлауыҡтарына тая-тая йүгереп сыға инек тә ҡаршылағы текәнән ҡыҙыу

жыйлатып санала шыуа инек кистәрен. Шундай бер мәлдә санам ситкә ҡайырылып, уң аяғым боҙланып ҡатҡан яр киртләсенә бәрелде, тороп баҫа ла алмағас, фатирыма санала һөйрәп алып ҡайтып ташланылар ҙа тиҙ арала өйгә лә илтеп ҡуйҙылар. Тарамыштары тартылып шешкән аяғым биллеген дауалап ун биш көн ятҡас ҡына, ҡәҙимгесә атлап мәктәпкә килдем. Әлегәсә шуны иҫемдә тотоп, текәнән санала шыуған бала-сағаны күрһәм, аяҡтарығыҙҙы йыйнап ултырығыҙ, тип киҫәтәм.

Яҙ ҙа килеп етте. Йәйәүләп яҙғы каникулға ҡайтып барғанда, Ҡаҫмартыбыҙ ҡапыл ташып китеп, Олобайыбыҙға йәйелгән боҙло һыу диңгеҙенән оҙон араны бил тиңентен кисеп үтергә тура килде, ҡайһы тәңгәлдәрҙә күкрәктән ине һыу. Өшөп-ҡатып, баштан-аяҡ лысма һыу килеш, Һунарсылағы әлеге Миңсылыу апайымдарға (Бибиғәфифә оләсәйемдең ейәнсәре) көскә килеп йығылдым. Дөрләп янған мейес алдында ҡыҙынып, өҫ-башымды киптереп, иртәгәһенә лә мине көтөп торған, ажғырып ташҡан Һаҙлыйылғаны йәнә лә билдән кисеп сығып, Сәнкем-Биктимеребеҙгә — Ғилаз бабайҙарға өйҙәш йәшәгән әсәйем янына саҡ ҡайтып еттем. Һыуыҡ ныҡ үткәнлектән, һул аяғым тубыҡтан түбән тубалдай шешеп китеп, хәстә түшәгенә йығылдым — 1944 йылдың яҙы ине был.

Ятыуым оҙаҡҡа һуҙылды. Һуҙа алмай гел бөкләп тотҡанлыҡтан, шул аяғым тубыҡ быуынынан ҡатып, «Г» хәрефе шикелле кәкрәйеп ҡалды. Шешек ярылып, ҡан ҡатыш эрен, һөйәк кимектәре ағылды, һис кенә лә төҙәлә алмаған сей яраға әйләнде. Ҡуҙғала алмайынса, бөтәһе аҫтымда булды... Өйҙәге һәммәбеҙгә бер буй урындыҡ (һике) ине, шунда төрлө еҫ аңҡытып һәм Ыңғырашып хәрәкәтһеҙ мин ятам. Үҙҙәре лә саҡ һыйышып йәшәгән бер бүлмәле тар ғына өйҙә киң күңеллелек менән беҙҙе түҙеп торғоҙған Ғилаз бабайыма, Мәликә һәм Латифа әбейҙәремә мең рәхмәтлемен — мәрхүмдәрҙең йәне йәннәттә булһын!

1945 йылдың да йәмле яҙын, шул көйөмсә тубыҡ сәнсеп һике башында ятҡан килеш, тәҙрәнән донъяны зарығып ҡарап ҡаршыланым. Күҙ алдымда урам ситләп күк әремдәр ҡалҡынды, күбек кеүек бөҙрә баштары талғын елгә бәүелде. Тышҡа атылып сығырҙай тилереүсене, уғата йөрәкһетеп, сихриәтле-тылсымлы ауаздар ҡолағыма яғылды, йәнемде иркәләне: «Һуғыш бөткә-ә-ән! Беҙ еңде-е-ек!» Бынан да ҙурыраҡ бәхет, изгерәк хәбәр юҡ ине...

Минең хаҡта ауыл гиҙгән ғәйбәттәрҙе лә килтереп еткерерҙәр ине: әжәл ҡорто кимерә икән аяғын, оҙаҡламай үлергә тейеш икән... Яңғыҙ балаһының ошондай хәлгә тарыуынан әсәйемдең йөрәккенәһе ҡайһылай ҡанһырағандыр — Хоҙай үҙе генә белә.

Әммә йәшәү теләге көслө ине — урынымдан тороп ултыра башланым. Марля бәйләме тышына һүлдәре һарҡып сыҡҡан, тубыҡ быуынынан кәкрәйеп ҡатҡан хәрәкәтһеҙ аяғымды ҡулдарым менән алға шыуҙыра-шыуҙыра, һике йөҙлөгөнән төштөм, бейек буҫағаны үттем, бесәй һәм ҡаҙ үләндәре күпереп үҫкән йәшел донъяға сыҡтым. Ярам быуына эркелешкән себендәрҙе ҡыуалап, сағыу ҡояшта ҡыҙындым...

Оса менән шыуышып йөрөүҙән арынырға, һыңар аяҡҡа булһа ла баҫырға кәрәк ине. Ҡурысын һыҙырып алған йәш йүкә ағасының һуйҙан һөйәндәрен һоратып алып, аҫҡы башын тубығым тәңгәлендә ҡайыш ҡулса менән ҡыҫып нығытып, шуға тиклемге өҫкө өлөшөн ҡап-урталай ярып сығарып, һуҙған ҡулым етерлек тәңгәлдә шул ярымталар араһына арҡыс тотҡалар ҡуйып, уларҙы ике яҡтан ҡаҙаулап тоташтырып, өҫкө осҡа ҡултыҡ таянысы беркетеп, фронттан ҡайтҡан аҡһаҡтарҙан күрмешләй, ҡултыҡ таяҡтары әтмәләп алдым, һул аяғым «Г» хәрефеләй артҡа кәкрәйгән килеш, тертәңләп атлап киттем. Шулай аҡһауымды күргән бәғзеләр: «Һунарсыла уҡығанында ҡултыҡ таяҡ таянып уйнағайны, көҫәгәнен бирҙе Хоҙай», — тип, әллә ҡыҙғанып, әллә үсәп һөйләнеләр...

Ҡыбырлай башлауым менән үк, башҡа сығыу — үҙ аллы йәшәү сараһын күрҙек. Был саҡ өйөбөҙ мейесһеҙ, ә Ғилаз бабайымдар яғына ҡараған бураһының иҙән өҫләп аҫҡы бер ниргәһе сереп төшкән дә өй эсе күренеп тора ине. Әсәйем ҡайҙандыр һыңар ғына бүрәнә заты тейәп килтереп, шуны мин тишеккә керетерлек итеп үлсәп юныштырҙым да, Ғилаз бабайым оҙон һуйыл-рычаг ярҙамында бураны шаҡарып күтәрткәс, бүрәнәне тишеккә ҡыҫтырып, төшөп китмәҫкә бармаҡ йыуанлыҡ ҡорос тырма тештәре ҡағып нығыттыҡ, ә ярыҡ-йороҡтарын балсыҡ һылап бөтәштерҙек (шунан биреле, ошо йәшемә еткәнсе, ҡурҡыныслы төш күреп тертләп уянам: Сәнкем-Биктимерҙәге шул өйөбөҙҙөң аҫҡы ниргәһендәге тишеген бөтәштерергә өлгөрмәйенсә ҡыш еткән...). Ҡалын ҡарағас таҡтанан юнылған мейес ҡаҙнабыҙ ҙа, һүтеп алынып, солан мөйөшөндә һаҡланған икән, алай ҙа. Урынына кире ҡороп, эсенә тупраҡ төйгөсләп тултырҙыҡ. Ҡаҫмарт һыуы Һаҡмарға ҡушылған тәңгәлдә Ырушала (Рощала) яр буйы ҡомло балсыҡ ине — әсәйем менән шунда төшөп өс йөҙләп кирбес һуҡтыҡ (Хисамитдын олатайымдан алдыҡ ҡалыпты). Һуңынан был «Кирбес һуғам» тигән шиғырымда сағылды.

Кирбестәрҙең етмәгән ике йөҙләбен Һунарсынан — Бәхтиямал еңгәмдән һатып алдыҡ та (шуның менән дә кәсеп итә ине ул) шул уҡ ауылдың башҡорт мейесе оҫтаһы Йәмилә апайҙы саҡырып (Солтановтарҙың бер тармағының ҡыҙы ул — Мусаҡаев Толомғужаға кейәүгә биргәндәр) килтереп, мейес сығартып алдыҡ (һуңынан мин үҙем дә өйрәндем ул һөнәргә). Ут яғып ебәреп, мөрйәбеҙҙән тере төтөн борлатҡас, беҙҙән дә бәхетлерәк кеше булмағандыр, моғайын.

Абруйлы фельдшерыбыҙ Илья Дмитриевич Пудовкиндың (һүрәттә уңдан И.Д. Пудовкин һәм атайым. Сабатар ҡасабаһы, 1933 й.), атай дуҫының, өйрәтеүе буйынса, тубыҡ быуындарымды йылыта һәм тартып ҡымшата торғас, аҡрынлап яҙлыға һәм аяҡ осом ергә тейер хәлгә килә башланы, сей ярам ғына һис тә уңалмай ине. 1946 йылдың йәйендә колхозыбыҙ идараһы Солтанов Хисамитдин олатайымды, ат ектертеп, мал-тыуар дауаһына һаҫы дарыу — креолин ҡайтартыу өсөн, Ырымбур ҡалаһына юлландырҙы, ул шундағы «профессорға күрһәтергә» мине лә арбаһына ултыртып алып китте. Насар ат тояғы менән юлда өс кис ҡунғас ҡына, саҡ барып еттек ҡалаға; йәй айы тип өҫтөмә хатта бишмәт тә алмағанлыҡтан, даланың төнгө һыуығында дер-ҡалтырап, арбалағы бесәнгә күмелеп ятып таң аттыра инем, ә ниндәйҙер бер ауыл эргәһендә аҙғын ҡаҙаҡтар атыбыҙҙы урлап китә яҙҙылар...

Ауылда мин Юлдашбаев Сәйетбаттал тигән дуҫымдың иҙән аҫтына йәшерелгән, сөнки «халыҡ дошмандары»ның әҫәрҙәре рәүешендә тыйылған Булат Ишемғолдоң — урмандағы партизан тураһындағы «Ҡарағош», Ибраһим-Ҡыпсаҡтың Ырымбур, ундағы Зәки Вәлидов хәрәкәте хаҡындағы «Түңәрәк өҫтәл» тигән китаптарын һорап алып уҡығайным, һәр саҡ шулар хаҡында уйланып йөрөнөм. Каруанһарай тәңгәленән йөрәгем жыулап уҙҙым...

Олатайым ҡала биналарының береһенә килтереп, саллана башлаған өскөл һаҡаллы, урыҫ бабай ҡиәфәтендәге профессорға алып кереп күрһәткәс, аяғымдың марля бәйен систертеп, ярам тирәһенә бармағын баҫып-баҫып ҡараны ла: «Астемиелит», — тип, йөҙөн саҡ ҡына йыйырып һөйләнде, дарыу алырға рецепт яҙып бирҙе. Өйөбөҙҙә булған барлыҡ аҡсаны — егерме биш һумлыҡты, күлдәгемә ҡуйын кеҫәһе тегеп, һалып ебәргәйне әсәйем; Хисамитдин олатайым шуға ишаралап, «бир, бир» тип шыбырлағас, ояла-ояла, сығарып һалдым өҫтәлгә. Профессор, шундайын да ҙур аҡса алдында һис тә иҫе китмәгәнлеге менән мине хайран ҡалдырып, аҡсаны тырнап алып кеҫәһенә тығырға һис уйламай, һул ҡулы менән өҫтәл тартмаһын асты, уңының илтифатһыҙ хәрәкәте менән шунда ышырып төшөрҙө лә ябып та ҡуйҙы... Уның яҙыуы буйынса аптеканан алған көрән төҫтәге ҡуйы һәм күңел уҡшытҡыс балыҡ майлымы, әллә татлымы дарыу, байтаҡ ваҡыт ерәнә-ерәнә эсһәм дә, шифалы булып сыҡты, буғай — ярам яйлап бөтәште лә, баҫҡанда ауыртһа ла, ҡултыҡ таяҡтарын ташлап, кәкре башлы һыңар ғына таяҡ ярҙамында туйтаңларға керештем, бер йылдан һуң уныһын да сүплеккә быраҡтырҙым.

1947 йылда колхоз идараһы, әсәйең ҡартайып бара — урынына кеше кәрәк, ә һинең ише аҡһаҡйәнгә ғүмерлек икмәк булыр, тип, мине район үҙәгебеҙ Йәнсурала (Бәкәтәрҙә) асылған ветеринария санитарҙары әҙерләүсе алты айлыҡ курсҡа юлландырҙы. Шиғырҙарҙы ла арыу уҡ ҡына яҙыштыра инем инде, фатирым хужабикәһенең бер һылыуға күҙе төшөп йөрөгән мыҡты кәүҙәле еткән улы, һылыуҙың төҫ-ҡиәфәтен миңә ситтән генә күҙләттертеп, шуға бағышланған мөхәббәт шиғыры яҙып биреүемде үтенде һәм был уңышлы килеп сыҡты ла, буғай, сөнки мин курсты тамамлап ҡайтып киткәс тә егет, хат аша үтенеп, мөхәббәтнамәләрҙең дауамын бер нисә тапҡыр яҙҙыртып алды, аҙаҡ уларҙың ҡыуаныслы ҡауышыуын ишеттем (билдәле сәбәптәр арҡаһында исемдәрен атамайым). Әммә, аҡыл һәм оҫталыҡтан да бигерәк, хыялыйлығым өҫтөнлөк иткән, буғай, сөнки, үрмәксенән күрмәкселәй, бөйөк Гоголь дә әҫәренең ҡулъяҙмаһын утҡа яҡҡан, тип рухланып, өйрәнсек тәүге шиғырҙарым һәм әкиәт-поэмаларым теркәлгән бер нисә ҡуйын дәфтәремде мейескә ырғытҡан булдым...

Бер-ике йыл ғына эшләгәнмендер «мал духтыры»лыҡта, әсәйемә ярҙамлашып; артабан колхозда келәтсе лә (кладовщик), хисапсы ла булып йөрөнөм. Трактор һабансыһы ла (прицепщик), бесән тырматыусы ла, ат егелгән «лобогрейка» тигән машинала иген урыусы ла булдым — ни ҡушһалар, шуны үтәргә тырыштым. Аттар етешмәй, күпселек эштәрҙе үгеҙ егеп башҡарҙыҡ. АҒастан юнып үгеҙ ҡамыты яһарға, ат ҡамыттарына йүкәнән — мөйәт, ә яҙғы һабанда ҡайыш тәртәгә (постромкаға) ҡурыстан ыңғырсаҡ үрергә өйрәндем. Шулай уҡ йәш йүкә ағастарының ҡабығы ҡурыстан бик шәп сабаталар үреп, һабанда йә бесәндә йөрөгән туған-тыумасаның аяҡтарын бөтәйттем, ҡыр эшендәге был еңел һәм әрһеҙ кейемде үҙем дә яратып кейҙем. Ошо һөнәргә урыҫтан өйрәнгәнлектән, сабатаны үксәнән башлап үрҙем (ә татар сабатаһын башынан башлайҙар). Күҙ асҡыһыҙ әсе бурандарҙа баяғы Аҡай һәм Килмәк батыр ихтилалсылары гиҙеп йөрөгән тарихи Тирәкле йылғаһы буйындағы баҫыуыбыҙ Тирәкленән, үгеҙ санаһына баҫыраулап тейәп, ферма малдарына көндөкөн-көнгә һалам ташыныҡ, ә кистәрен шул уҡ арыған үгеҙҙәр менән туғайҙан өйгә яғырлыҡ утын килтерҙек, Һунарсыға төнгө уйындарға, кино ҡарарға йөрөнөк (бригадирҙың ҡаты тыйыуына ҡарамай, арып ҡайтҡан малҡайҙарҙы урлап егә инек). Бер саҡ зәһәр февраль һыуығында (селләлә) бөтмөр бригадирыбыҙ Фәзрахман абзый Байназаров етәкселегендә туғайыбыҙҙан ҡоро-һары ағас ауҙарып, биш-алты үгеҙ санаһына тейәп, Яйыҡ йылғаһы буйындағы Донская ҡасабаһының май заводына утын һатырға киттек, аҡсаһына колхоз малдарына ялатырға таш тоҙ һатып алып ҡайттыҡ. Китеп барышлай уҡ ҡаршы әсе елгә битемде туңдырып, ҡара янып шешенеп киткәнлектән, оҙаҡ ҡына төҙәлә алмай этләндем. Шунан биреле әсе елле һыуыҡтан биттәремде йәшерәм — бер туңған тән тиҙ өшөнөүсән икән ул...

Алдынғы лобогрейкасы тип район гәзитенә яҙҙылар (минең өсөн был ғәҙәттән тыш тулҡынландырғыс хәл ине), ашыҡтырып комсомолға ла алдылар (ялҡынлы комсоргыбыҙ — урыны ожмахта булғыры Ғизылбанат апай Мусаҡаева ине) — сикһеҙ елкенеү-ҡанатланыу хистәре кисерҙем.

 

Күнектем мин иртә йәштән үк

Түгеп хәләл күкрәк көсөмдө.

Үпһәм ерҙе, ҙурлап, эштән һуң,

Ерем һөйҙө нурлап көнөмдө.

 

Ҡайнар тирем күпме аҡҡандыр

Маңлайымдан эш ҡыҙыуында...

Йөрәк әммә дәртле ҡаҡҡандыр,

Ләззәт иткәндер ыҙаһын да.

 

Эште һөйҙөм, эштән биҙмәнем, —

Ҡалъя өмөт итмәнем елдән.

Көрәшемдең ғәҙел бизмәне

Эш тауҙарын йөкмәтте көн дә.

 

Үтте шатлыҡ күпме елкетеп,

Көтә шатлыҡ күпме алдымда!

Илем ҡушһа, изге йөк итеп,

Күтәрермен Урал тауын да!

 

1951.

 

Матвиенко тигән бик уҫал агроном бар ине, осраған берәүҙе йә — «насар һөрәһегеҙ», йә — «насар ураһығыҙ» тип һүгер ине һәм уны үҙенең артында «Арыҡ Урыҫ» тип атап йөрөтөрҙәр ине. Бына шул урыҫ мине оҙаҡ күҙәткән дә, 1950 йылда мәсьәләне район етәкселеге күләмендә ҡуҙғатып, ауыл хужалығына етәксе кадрҙар әҙерләү буйынса Ырымбур өлкәһе өс йыллыҡ урта мәктәбенә колхоз иҫәбенән ебәреп уҡытырға ҡарар сығартҡан. Урта мәктәп, тигәс, шатланып ризалаштым, сөнки миңә, башланғыс белем менән генә ҡалған кешегә, ниндәй ҙә булһа урта белем алырға кәрәк ине. Бик тырышып уҡыуым менән бергә, буш ваҡыттарҙы өлкә китапханаһында Ҙур совет энциклопедияһын аҡтарып үткәрәм, мәҡәләләрен, бер-бер артлы, сарсап килеп һыу эскәндәй йотлоғоп һеңдерә инем. 1951 йылдың йәйендә ун һигеҙ йәшлек егет көйөмсә сабыйҙар сире ҡыҙамыҡ менән ауырып (булмай торған хәл!), егерме көн больницала ятып (һирәк осраҡты күрһәтергә медицина институты студенттарын килтерәләр ине), ел өрһә тәгәрәрҙәй хәлһеҙләнеп сыҡтым...

Беренсе курсты уңышлы ғына тамамлап, көҙгө бер сулала ауылға ҡайтҡас, минең йылғыларҙы армияға һыпырып ала башланылар. Сәлимә абыстайымдың улын — Яңы ғына кәләш алған Ирек Әбдрәшитов туғанымды ла оҙатып ебәргәндәр (һүрәттә уңдан: Ирек Фәсхитдин улы Абдрашитов). Был ҡайтыуымда Талғат дуҫымдың ике көн элек кенә китеүен әйттеләр.

Аптыраңҡырап, өлкә вокзалынан уны оҙатышырға һәм икенсе курста уҡыуымды дауамларға Ырымбурыма йүнәлдем.

Ул саҡтағы ҡанун буйынса, ҡартайған яңғыҙ әсәнең минең һымаҡ яңғыҙ улын армияға алмайҙар — кисектерәләр ине. Өҫтәүенә, дәртләнеп керешкән уҡыуым да осланмаған. Әммә йәшерен эске хисем тынғылыҡ бирмәй: хәрби хеҙмәткә бик барғы килә, минең һымаҡ аҡһаҡлыҡ кисереп ҡыйырһытылған йәш егеткә — бигерәк тә. Үҙеңде башҡалар рәтенә ҡуйғы, бер кемдән дә кәм түгеллегеңде тойғо килә. Шул уҡ ваҡытта уңышлы ғына барған уҡыуымды тамамлау, урта белемгә эйә булыу теләге көслө...

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 521. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Определение трудоемкости работ и затрат машинного времени На основании ведомости объемов работ по объекту и норм времени ГЭСН составляется ведомость подсчёта трудоёмкости, затрат машинного времени, потребности в конструкциях, изделиях и материалах (табл...

Гидравлический расчёт трубопроводов Пример 3.4. Вентиляционная труба d=0,1м (100 мм) имеет длину l=100 м. Определить давление, которое должен развивать вентилятор, если расход воздуха, подаваемый по трубе, . Давление на выходе . Местных сопротивлений по пути не имеется. Температура...

Огоньки» в основной период В основной период смены могут проводиться три вида «огоньков»: «огонек-анализ», тематический «огонек» и «конфликтный» огонек...

Условия приобретения статуса индивидуального предпринимателя. В соответствии с п. 1 ст. 23 ГК РФ гражданин вправе заниматься предпринимательской деятельностью без образования юридического лица с момента государственной регистрации в качестве индивидуального предпринимателя. Каковы же условия такой регистрации и...

Седалищно-прямокишечная ямка Седалищно-прямокишечная (анальная) ямка, fossa ischiorectalis (ischioanalis) – это парное углубление в области промежности, находящееся по бокам от конечного отдела прямой кишки и седалищных бугров, заполненное жировой клетчаткой, сосудами, нервами и...

Основные структурные физиотерапевтические подразделения Физиотерапевтическое подразделение является одним из структурных подразделений лечебно-профилактического учреждения, которое предназначено для оказания физиотерапевтической помощи...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.011 сек.) русская версия | украинская версия