Студопедия — Сәнкем — шул уҡ Үҫәргән
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сәнкем — шул уҡ Үҫәргән






 

Әйткәндәй, тыуған ауылымдың исеменең «Сәнкем» тигән өлөшөнә лә аңлатма биреү кәрәктер. Бабаларым үҫәргәндәрҙең был ғәзиз төйәген бәғзеләр, башҡорттоң бөгөнгө Ҡыпсаҡ ырыуында Сәнкем-Ҡыпсаҡ араһы барлыҡҡа таянып, моғайын, уны ҡыпсаҡтар нигеҙләгәндер, тип яңылыш юрай.

Боронғо бер ҡыҫҡа әйтелешендәге Әсәр//Әсән һәм тулы әйтелешендәге Әсәркөн//Әсәнкөн — шул уҡ Үҫәргән тигән һүҙ. Үҫәргән тәүырыуының төньяҡ-көнсығыш (Тышҡы Башҡорт) ҡанатын тәшкил иткән Әсәнкөн//Сәнкөн (йәки Сәнкем//Сәмкем) ҡәүеме ҡытай тәүәрихтәрендә әүәлерәк үсүн тип, һуңырағын чумукун тип теркәлгән. (Мәғлүмәттәр түбәндәге китаптарҙан һоҫолдо: А.Г. Малявкин. Танские хроники о государствах Центральной Азии. Новосибирск, «Наука», 1989; Л.Н. Гумилев. Древние тюрки. М., 1993).

Б.э. тиклем II — I быуаттарҙа Үсүн ҡәбиләләр берләшмәһе хәҙерге Ҡырғыҙстандың — төньяҡ, Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығыш өлөштәрен биләгән (үҫәргәндәрҙең тәүтөйәк Уралдан барып ҡышлау урыны), берләшмә башлығы көнбиҙең ыҫтаны (баш ҡалаһы) — Әсәккүлдең йәки Исыҡкүлдең көньяҡ ярындағы Сигеү (хәҙерге Рыбачий) ҡалаһы булған. «Сигеү» — Уралдағы (йәйләүҙәге) һалҡын ҡыштан яҙға тиклем бер миҙгелгә ваҡытлыса сигенеү, ҡышлау урыны, тигән һүҙ. Ул заманда үҫәргән-үсүндәр Ҡытай менән берлектә үҙҙәренең игеҙәк туғаны һун башҡорттарына ҡаршы көрәшкән; Ҡытай, үсүндәргә таянып, Урта Азияны яулай башлаған. Б.э. 125 — 144 йылдарында «көнбайыш илдәрен» Ҡытай баҫып алыуҙары осоронда Үсүн иле Ҡытайға буйһоноуҙан баш тарта.

V быуаттың 30-ынсы йылдарында жужандар ҡыҫымы көсәйгәс, Үсүн иле 437 йылда ярҙам һорап Ҡытайға илсе ебәрә, 437 — 438 йылдарҙа Үсүндә лә Дун Вань исемле ҡытай илсеһе булып китә. Жужандарҙың ҡыҫымы аҫтында үсүндәр Памир тауҙарына табан күсенергә мәжбүр була, ә улар тарафынан ҡыҫырыҡланмыш йыуасалылар, Или йылғаһы буйҙарын ҡалдырып, Урта Азияға сигенә. Ҡытай тәүәрихнамәһендә үсүндәр шул V быуатта юҡҡа сыҡты, тип һанала, ләкин улар һис юҡҡа сыҡманылар, ә инде үҙҙәренең тулы исемендә сәнкем (үсәнкән — үҫәргән тигәндән) атала һәм ҡытай тәүәрихтәрендә лә чумукунь тип яҙыла башлай. Уларҙың ҡыпсаҡ түгеллеген ҡытай тәүәрихендә асыҡ күрәбеҙ: 635 йылда Көнбайыш Төрки Ҡағанат дәүләте етәкселегенән ситләтелгән ҡыпсаҡтарҙан айырмалы булараҡ, сәнкемдәр дәүләт идаралығына киң йәлеп ителә. (Л.Н. Гумилев, 213-өнсө бит). Әйткәндәй, “ҡыпсаҡ” этнонимының да шул уҡ изге “Бүре-әсә тоҡомо” -- Үҫәргән икәнлеге күренә (һәм ул тарихи яҡтан да дөрөҫләнә -- “Мәхмүт Ҡашғари картаһы” тигән хеҙмәтемдән ҡарағыҙ), бына ул этнонимдың килеп сығышы: көб-әсәк (“көб” -- бүре, “әсәк” -- әсә тигән һүҙ) -- ҡыпсаҡ; өҫтәүенә, Үҫәргән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙарының изге ораны ла бер үк: Туҡсаба.

VII быуат башында, билдәле булыуынса, Бөйөк Төрки Ҡағанат икегә (Көнсығыш һәм Көнбайыш) бүленеп, 604 йыл Көнбайыш Төрки Ҡағанат (артабан: К.Т.Ҡ.) тәхетенә Үҫәргәндең биш араһынан тәшкил Насиби ҡәбиләһенән Шығай-кенәз менеп ултыра, насибиҙәргә ҡан-ҡәрҙәш һәм шулай уҡ биш аралы Дала ҡәбиләһе лә ныҡ тартыша тәхет өсөн. Үҫәргәндең был бер туған ҡәбиләләренең исемдәре бик боронғонан килә: б.э. тиклем 104 йылда Үҫәргәндең (Үсүндең) ҡартайып әлһерәгән көнбие Әлми бабабыҙ («Таштуғай» йырының авторы булған Көнбикә һылыуҙың ире, «Әлмисаҡтан» тигән әйтемебеҙ шул заманға ишара) үҙе үлер алдынан илен Дала һәм Насиби тигән улдарына бүлеп бирә; шунан һуң халыҡтың Дала уҙаманға ҡараған яртыһы — далалар тип, Насибигә ҡараған икенсе өлөшө иһә насибиҙәр//нушибиҙәр тип атап йөрөтөлә. («Таштуғайҡай, һинең ҡамышыңды...» тигән хеҙмәтемдә ентеклерәк яҙылған былар).

Шығай-кенәз ҡаған булып ултырған ул осорҙа далалар — Етеһыу аралығын һәм Көнбайыш Жунгарияны, ә нушибиҙәр — Тянь-Шань тауҙарының көнбайышын һәм Әсәккүл тирәһен биләгән. Дәүләттең баш сәрғәскәре йәғни яу-аға (ябғу) вазифаһындағы ҡаған урынбаҫары (далалар вәкиле) Ашина Хәллек, сәйәсәттә Шығай-ҡаған менән килешә алмай, 646 йылда үҙенең төп көстәрен — сәнкем (чумукунь), һалъйыуыт (хилуцзюй), шишәй (шэшэшти), төркәй (туциши), бүре (шуниши) тигән биш аралы Дала ҡәбиләһе менән Шығай-ҡағандан айырылып, Ҡытайға буйһона. Ләкин 650 йылда уҡ Ҡытайға ҡаршы баш күтәреп, Ҡытай ғәскәрҙәренән еңелгәс, көнбайышҡа сигенә лә боронданғы Дала-ҡаған ерҙәрен (хәҙерге Ҡаҙағстандың көньяҡ-көнсығышы — Ҡырғыҙстан — Үзбәкстан) йәғни Боротал һәм Меңболаҡ йылғалары аралығын биләп ала. Был һуғышта сәнкемдәр бик күп ҡырыла, ләкин һуңғы тамсы ҡандарынаса Ашина Хәллеккә тоғро ҡалалар һәм уның биләмәләренең көнсығыш сиктәрен ҡытайҙарҙан ныҡ һаҡлап торалар. 654 йылда ҡытайҙар йәнә ҡаты һөжүмгә күсеп, дәһшәтле һуғышта сәнкем ғәскәренең күп өлөшөн тураҡлап ташлай, утыҙ мең сәнкем мәйетенең ҡырҡып алынған ҡолағын ҡытай генералы императорына улъя итеп оҙата. (Л.Н.Г., 238-енсе бит). 656 йылғы һөжүмдә лә ныҡ ҡыралар сәнкемдәрҙе. 658 йылда Ҡытай императоры баяғы Ашина Хәллек дәүләтенә хәл иткес ҡырғын армияһын ебәрә, сәрғәскәр итеп — Динфан тигән генералды, уның урынбаҫарҙары итеп Жэнь Ясянды һәм уйғырҙар башлығы Пожунды билдәләй. Берләштерелгән был армия ил сигендә һаҡта торған сәнкемдәр менән тағы ҡаты бәрелешеп, Болан-дала (Ланьдулу) тигән ир-көндө (ғәскәр башлығын) ун меңдән ашыу йортло ауылы менән баш эйергә мәжбүр ҡыла. Ашина Хәллек ҡаған үҙенең төп көстәре — Дала ҡәбиләһенең баяғы биш араһы (шул иҫәптән сәнкем) һәм Насиби ҡәбиләһенең биш араһы тәшкил иткән йөҙ меңлек ғәскәре менән ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтһә лә, үҙ ҡәбиләһенең һалйыуыт араһы һәм насибиҙарҙың бөтә биш араһы дошманға бирелгәнлектән, еңелеп, эргәһендәге тоғролоҡло бер нисә йөҙ сәнкем һыбайлыһы менән көнбайышҡа ҡаса. Фронттың көньяҡ йүнәлешендә тороп ҡалған Дала ҡәбиләһенең биш араһы ла, уның еңелеүен ишетеп, һөжүм итеүсе ҡытай генералы (башҡорт) Ашина Бөрйән алдында ҡорал һала. Был һуғыштарҙа Ҡытай яҡлы уйғыр атлы ғәскәре һәм заманында Көнбайыш Төрки Ҡағанатҡа хыянат ҡылып ҡытайҙар яғына сығып киткән Ашина тоҡомло Ашина Мышы һәм баяғы Ашина Бөрйән Ҡытай илбаҫарҙарының удар көсөн тәшкил итә. Ашина Хәллек һуғышта әсир алына һәм 659 йылда Ҡытайҙың баш ҡалаһы Чанъанда вафат була.

VII быуат урталарында Тибетҡа ҡаршы һуғыш ғәрәсәттәре кисергән Ҡытай көнбайышта үҙенә ҡаршы баш күтәргән төркиҙәрҙе тынысландырыу һәм Тибетҡа ҡаршы аяҡландырыу өсөн, 671 йылда Ашина Дәүәйҙе (Дучжиҙы) Ҡытай ҡулы аҫтындағы сәнкемдәр өлкәһенең (хәҙерге Ҡытай — Ҡаҙағстан сигендәге Эби-Нур күле буйҙарында) хәрби башлығы һәм идарасыһы итеп билдәләй. Ләкин көнбайыш төркиҙәр 694 йылда шул Ашина Дәүәйҙең улы Ашина Сөйҙө етәкселегендә Ҡытай иҙеменә ҡаршы баш күтәреп, ҡытайҙар тарафынан тағы ҡыйратылғас, сиреүҙәре төрлө яҡҡа һибелеп, үҫәргән-сәнкемдәр үҙҙәренең изге тәүтөйәге Уралға ҡайтып төпләнә, ә бер ярсығы (һәм дә һун ҡалдыҡтары) Ҡара Иртыш буйындағы ҡыпсаҡтарға барып ҡушылып, Ҡыпсаҡ ырыуының Сәнкем-Ҡыпсаҡ һәм Һун-Ҡыпсаҡ араларын тәшкил иткән (татар-монгол яуҙарынан һуң улар ҙа ҡайта Уралға)...

Инде йомғаҡлап әйтәм: әле тарихы һөйләнгән Сәнкем дә шул уҡ Үҫәргән. Үҫәргәндең тере тәненең айырылғыһыҙ бер киҫәге ул минең тыуған ауылым -- Сәнкем-Биктимер ауылы.

Үҙебеҙҙең замандарға шөйлә яҡын (18-енсе быуат уртаһы) осорҙа ла Башҡортостандың, башҡорт халҡының ҡанлы-данлы тарихының үҙәгендә ҡайнаған тыуған ауылым.

Ул сәхифәне аса башларҙан элек, Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың «Башҡорттарҙың тарихы» (Өфө, 1994) тигән китабына (92, 95-енсе биттәр) күҙ һалайыҡ:

«Петр I Полтава янында еңеүгә өлгәшкән 1709 йылдан алып уның ҡыҙы Елизавета тәхеткә ултырған 1741 йыл араһында көнсығыш Рәсәйҙәге төрки һәм башҡа мосолмандар тамам ҡоллоҡ хәленә төштө... Рәсәй хөкүмәтенең яңы сәйәсәте тураһында Түләкәй улының Петербургтан яҙған хатын алыу менән Килмәк Абыҙ башҡорт ырыуҙары күренеклеләренән Йыһанғол улын, Ирәтҡол улын, Кимәт улын (ихтимал, Кимәк улы) саҡырып, «Хажи мәсете»ндә (йәғни хәҙерге Хажи ауылында) ҡоролтай, башҡортса йыйын тупланы. Унда рустарҙың был эштәренә ҡорал менән ҡаршы торорға ҡарар иттеләр...»

 

 







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 524. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Функция спроса населения на данный товар Функция спроса населения на данный товар: Qd=7-Р. Функция предложения: Qs= -5+2Р,где...

Аальтернативная стоимость. Кривая производственных возможностей В экономике Буридании есть 100 ед. труда с производительностью 4 м ткани или 2 кг мяса...

Вычисление основной дактилоскопической формулы Вычислением основной дактоформулы обычно занимается следователь. Для этого все десять пальцев разбиваются на пять пар...

Расчетные и графические задания Равновесный объем - это объем, определяемый равенством спроса и предложения...

Плейотропное действие генов. Примеры. Плейотропное действие генов - это зависимость нескольких признаков от одного гена, то есть множественное действие одного гена...

Методика обучения письму и письменной речи на иностранном языке в средней школе. Различают письмо и письменную речь. Письмо – объект овладения графической и орфографической системами иностранного языка для фиксации языкового и речевого материала...

Классификация холодных блюд и закусок. Урок №2 Тема: Холодные блюда и закуски. Значение холодных блюд и закусок. Классификация холодных блюд и закусок. Кулинарная обработка продуктов...

Расчет концентрации титрованных растворов с помощью поправочного коэффициента При выполнении серийных анализов ГОСТ или ведомственная инструкция обычно предусматривают применение раствора заданной концентрации или заданного титра...

Психолого-педагогическая характеристика студенческой группы   Характеристика группы составляется по 407 группе очного отделения зооинженерного факультета, бакалавриата по направлению «Биология» РГАУ-МСХА имени К...

Общая и профессиональная культура педагога: сущность, специфика, взаимосвязь Педагогическая культура- часть общечеловеческих культуры, в которой запечатлил духовные и материальные ценности образования и воспитания, осуществляя образовательно-воспитательный процесс...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.012 сек.) русская версия | украинская версия