Студопедия — Сәйем хикәйәте
Студопедия Главная Случайная страница Обратная связь

Разделы: Автомобили Астрономия Биология География Дом и сад Другие языки Другое Информатика История Культура Литература Логика Математика Медицина Металлургия Механика Образование Охрана труда Педагогика Политика Право Психология Религия Риторика Социология Спорт Строительство Технология Туризм Физика Философия Финансы Химия Черчение Экология Экономика Электроника

Сәйем хикәйәте






*

Мин был дәфтәргә Сәнкем-Биктимер ауылының нигеҙ ташын кем башлап һалғанын, улар ҡайҙан күсеп килеп ултырғанын яҙам. Нигеҙ ташын һалыусылар Биктимер, Аҡкилде һәм Ҡолбәк исемле өс ҡарт (Аҡкилдеһе — үҙемдең бабам), Нөгөш буйынан күсенеп, Һаҡмар буйына ултырған. Сәнкем ауылы икәү булған: йәнә Үрге Сәнкем, хәҙер Һунарсы тип йөрөтәләр. Инде Сәнкем-Биктимер юҡ, халҡы күсеп китеп бөткән.

 

*

Үҙемдең тыуған ауылымдың ер-һыуын яҙып сығам.

Беҙ элек Башҡортостанға ҡарай инек, беҙҙе 32 — 33-өнсө йылдарҙа бүлеп, Ырымбур обласына — Һарыҡташ районына ҡалдырҙылар. Элек беҙ Ырымбур гөбөрнәһе Орски өйәҙе 6-нсы Үҫәргән ылыҫы (волосы) булып йәшәнек.

Мин хәҙер үҙемдең ике ауылымдың — Үрге (Һунарсы), Түбәнге Сәнкем ауылдарының ер-һыуларын яҙырға булдым (һүрәттә Ҡаҫмарт һыуы, Һунарсы ауылы эргәһендә).

Көрмөйә тауы аҫ-ты — тау бите ур-манлыҡ-туғайлыҡ булып, Ҡаҫмарт-тан бүленеп сыҡ-ҡан Аҡма тигән бәләкәй генә йыл-ға, ул Сәнкем-Биктимер ауылы-ның үр яғында Ҡаҫмартҡа ҡоя. Аҡма һыуының был яғында (Оло-байҙа) — Шырту-ғай тигән сабын-лыҡ, үләне яҡшы, муйыл, балан, ҡа-рағат, бөрлөгәнгә бик бай. Өйкөм таллыҡлы Аҡманы буйлап — Зимләнкә, Байғаҙ, Ҡамыткүл төбәктәре. Аҡҡош, торна Олобайға төшөп, ял итеп китә; оса алмай ҡалғанлары шунда бала сығарып, көҙ көнө ҡушылып осоп китә торғайнылар. Бабайлар: «Аҡҡош төшкән — рашҡы барҙыр, ҡар яуырмы икән, тип йөрөй торғайнылар.

Олобай тигән бик ҙур сабынлыҡ, аны ҡартлар, «Битрау» үткәс, бүлешә. Һәр кемдең үҙенең аҡһаҡалы — түбә ҡарты тип йөрөтә торған ҡарт бар. Баяғы шул йөҙ йәшәгән бабай ҡамалар араһына сабынлыҡ өлөштәрен үҙе, кемгә арҡырыһын нисә арҡан иңләүендә тейешенсә бүлеп, сабып сик һалып, таяҡҡа һәр кемдең исемен йәки тамғаһын яҙып ҡуя.

Төрөкмән араһының — үҙ аҡһаҡалы, борайҙың — үҙ ҡарты, бешкәктең — үҙ ҡарты, күректең — үҙ ҡарты, маңҡаның — үҙ ҡарты. Ахун муллаға үҙенә айырым мижа. Бишҡаралар араһы — аларҙың үҙ аҡһаҡалы...

Олобайҙа өҙөм-өҙөм күлләр; күл йыуаһы, ҡуҙғалаҡ, көпшә, валериан, тағы төрлө-төрлө дарыу үләне. Бесәнгә бай сабынлыҡ. Зимләнкә тәңгәлендә үрге Ҡаҫмарт тирмәне булһа, артабан — Алма төбәге, Буҡлыман төбәк, Бикәнәй төбәге, Дәүи төбәге. Ул ерләр емеш-еләккә бай. Ҡаҫмарт буйында түбәнерәк Кәрҫлән төбәге, Мулла төбәге, Микалай күле, Йәнүҙәк төбәге емешкә, еләккә бай.

Үрҙә әйткән Аҡманан бүленеп — Ҡайын Аҡма аға, шул яҡта Урта тирмән, Түгәрәк бай тигән сабынлыҡ башлана, ул һәр кемгә — бер төбәк, аны бүлмәй торғайнылар. Шунан дүрт километр саҡлым — Ҡырғы бай[3], Оҙон Күл тигән ерҙә — Селек хуторы, хәҙер Ново-Николаевка тип йөрөтәләр. Халҡы хахул һәм мармун тигән ҡәүем була торғайны, хәҙер урыҫ йөрөйләр.

Һаҡмар буйына төшәм: Үле Һаҡмар, Сирүбай соҡоро, Түбәнге тирмән юлы, Ҡомло йорт — боронғо оло атайларҙың көҙгө йәйләүе; һәйбәт туғайлыҡ, емешкә бай сабынлыҡ була торғайны... Сәләм соҡоро, Нияз соҡоро, Шаһи соҡоро, Таҙлыбай батҡан, Ҡараҡуян туғайы — йүкәгә, ҡайынға, емешкә бай бесәнлек.

Килеп төштөм Ҡаҫмартҡа. Аның буйы ағасҡа бай.

Барып төшәм Урта тирмәнгә — Аҡма буйына: Дөйә утары, Ҡормантай. Хәҙер унда халыҡ картуф сәсә.

Мөстән соҡоро — сейәлек; борон мөстәндән (йоғошло түләмә сиренән) ҡасырып шунда быҙау, башмаҡ аҫырағанлар. Ауылда бер һыйыр ҙа ҡалмай ҡырылып бөтә торғайны, тип һөйләр ине ҡартлар. Төнлә урамда елән ябынған ҡатын кеше булып, урамда көйшәп ятҡан һыйырлар араһына инеп йөрөһә, шул көндә һыйырлар үлеп сыға торғайны, тип һөйләр ине әнейләр. Мөстәнде әүрәтергә кәртәгә май, ҡорот ҡыҫтырып ҡуяр инек, ти торғайнылар (хәҙер ул ауырыу юҡ). Шуны юшай булғандыр. Шул соҡорҙоң түбән яғында Хәлил байы, Бесәнсе байы, Хәлфә байы (сабынлыҡлары). Ауылдың икенсе муллаһының сабыны, Тимерғәли байы, Мофаззал байы, ғөзәирхан байы, Түгәрәк бай, Хөсәйен байы күпере. Туғайы емешкә бай, ағасҡа ла. Ҡаҫмарттың Һаҡмарға ҡойған ере — Ҡаҫмарт яғы.

Килеп төштөм инде Ҡаҫмарттың уң яғынан — Үрге Сәнкем (Һунарсы) үр яғы Билән тауға. Бейек кенә тау, урта билендә юл, Билән артында — Һултанбай ауылы, аҫта — Ҡаҫмарт; тау аҫты туғайы емешкә бай. Түбән яғы — Ҡаҙаҡлар сабынлығы, аларҙың ерләре айырым, алар ҡайһы ваҡытта килеп йәшәгәнләрҙер, мәғлүм түгел[4]. Оло атайымдың (Зариф ҡарт Байназаровтың) яҙған яҙыулары юғалып бөткән, йөҙ йәшкә етеп үлде. Бик ныҡ уҡыған кеше ине. Урыҫса шкулды Ҡурғашлы тигән ерҙә уҡыған.

Ҡаҙаҡ сабыны түбән яғында — Уҫаҡлыҡ, Әхәт төбәге, Ҡаҙғай төбәге, Мөфтөй быуаһы; Сергей тигән шул уҡ быуа-тирмәндең хужаһы Сергей ҡарт (урыҫ), ниндәй генә булмаһын, төрки китапларын особый үҙенсә көйө белән уҡый торғайны, мәҫәлән, Йософ китабын... Ҡаҫмарт буйлап — хәҙерге Һунарсы ауылы рощаһы йәғни йүкәлеге, Маныс тигән кисеүендә Ҡырсынташ төбәк, анан түбән герман һуғышында Аустрия халҡы пленныйы һыуға төшөп үлгән. Ҡормантай кисеүе, Һаҡал төбәк, ғәзиз төбәге, Муса төбәге, Иҫке ауыл урыны. Артабаныраҡ — Түбәнге тирмән быуаһы, Иҫке ауыл ҡәберлеге, Түбән тирмән соҡоро аҫты — баяғы Ахун Хәҙрәт баҡсаһы. Арыҡтың аръяғында — Имәннек исемле дурға; йүкәгә, төрлө емешкә бай. Ҡоромай торған күлен Һалабаш күле тип йөрөтә торғайнылар. Аннан түбән яғында Әхмәтшаһ күпере урыны бар; әрәмәлектең буйы — Имәннек тауы, Ҡыҙлар тауы — Ҡарға бутҡаһына сыҡҡанда уйнай торған; түбән яғында — Әбей Үлгән тауы, юл һыртында Саҡанай сағылы; Соҡор тамағы тигән бер яғында Ҡара айғыр юғалған урман булған. Бер ваҡыт Ҡаҫмарт күперенең ауыҙындағы рощала сиған таборы — уларҙың ҡунып китә торған ере, унда бик ҙур ҡарама бар ине — Хәйерсе ҡарамаһы тип йөрөтә торғайнылар ул төбәкте. (Һүрәттә Һаҡмар-һыу: Сәнкем-Биктимер ауылының һыуалғысында Сания, Йыһат һәм ҡәйнешем Ирек Абдрашитов).

Бар унда быуа урыны, Һаҡмарҙан килгән арыҡ (канал) урыны. Һаҡмарҙа быуа ташы әлдә бар, өҫтәл кебек ҙур таш. Ярҙы менгәс, оло юл — Кершәнник юлы өҫтө — туҙанлы ҡара түмәләс. Ырис-тандарҙы Сәнкем-Биктимер аша Бала-сайҙан (Биләйҙән?) ҡыуалағанда Ҡаҫмарт күперенән сығып, стражниктар үҙҙәре арбаларында ҡырын ятып, суд хөкөмөндә гөнаһлы булған баяғыларҙы тау текәһе ерҙән йәйәүләтеп үтә торғайнылар үргә. Сәнкем-Биктимер ауылына утыҙ саҡрым ерҙән килә улар, Сәнкем-Биктимерҙән Мансурауға (Мансуровкаға) — ҡырҡ биш саҡрым ер. Халыҡ бахырҙарға нәрҫә бирергә сыҡһа, баяғы ҡырын ятҡандар ҡамсы болғап ҡыуып ебәрә торғайнылар. Хәҙер ул хуторҙы (Мансурауҙы) Спасский тип йөрөтәләр. Мин анда Ватан һуғышы ваҡытында мал санитары булып уҡып йөрөнөм. Боронғо баярлар ауылы булған икән. Төрлө ерҙә дачалары, йортлары булған. Хәҙер — Кесе Эйек Тамаҡ тигән колхоз.

Ауылыбыҙ башындағы Һаҡмар туғайын Руша (Роща) тип йөрөтәләр; һәр төрлө емешкә бай; имән, йүкә, муйыл, ҡарағат, бейек булып үҫкән тирәкләр, матур ҡырсынлыҡлар күп. Балығы йәйен, суртан, бурыс күп була торғайны. Беҙҙең ҡамалар араһынан Солтанов Хәлил олатай йәйенде күп тота торғайны. Оҙон буйлы кеше тиң йәйенде яурынынан аша һалып, ҡойроғон ергә һөйрәлтеп ҡайта торғайны. Үҙе ат, һыйыр тотманы, хатыны ла, үҙе лә уҡымышлы кеше ине. Ауыл башында (Саҡанай сағылында) һәр ваҡыт йылтырап янған ут күреп, барып һуҡҡан икән, бер бәләкәй генә ҡумта менән алтын балдаҡ булған. Хәнифә инәйҙе ул ғашиҡ булып алған, хәлле кеше ҡыҙы булған. Уға бәйетләр сығарған, менә мин бер өҙөгөн яҙам:

 

Ирәм бағындамы үҫтең, йөрәгем майыны киҫтең;

Саба еле кебек иҫтем, һиңә ғашиҡ булып, жани.

Хәнифә атлы дөхтәр[5] ул, Ирәм бағым, гөлөстаным...

 

Инде төштөм Сәнкем-Биктимер ауылына. Һунарсы яғынан килешләй, Түбәнге тирмәнде үткәс, юлдың һул яғында — Тирмән тау, уны уҙып соҡор аша күтәрелгәс һул яҡта — Әбей Үлгән тау, эргәһендә — Ҡыҙлар тауы; юлдың уң яғында — Таш Өйгән тау. Анда башҡа ауылға кейәүгә киткән ҡыҙлар, килгән һайын, таш күтәреп башына өйәр булғаннар; бейек кенә тау, аҫты ырҙын, мәгәзәй яны — ҡәберлек. Үур ғына келәт (мәгәзәй) була торғайны, анда йыл һайын йән башына икешәр сажин ашлыҡ сәсеп, көҙ көнө һуғып тапшыра торғайнылар. Ул келәттең бер ҡарауылсыһы — асҡыссыһы була торғайны, бахтыр (вахтер) тип йөрөтә торғайнылар. Ул игенде аслыҡ булған йылда кешенең хәленә ҡарап бүлеп бирә торғайнылар...

Ауыл халҡы иген, ҡарбуз баҡсаһы сәсмәй һис ҡалманы, һәм дә быны һыңар атлы кеше — дүртәүһе бер булып та сәсә торғайнылар. Сәнкем ауылына ете километр Яңауыл бар, шул уҡ Сәнкемдән ҡайсан килеп ултырғанларҙыр — аныһы аныҡ ҡына мәғлүм түгел. 1868-енсе йылларҙа алар үҙләренә ер бүлеп алып күсеп киткәннәр, ауылларына Новый Ғафар тип исем биргәннәр, һаман бер обществоға ҡаранылар — Сәнкемгә. Улар урынына Сәнкемгә Быҙаулыҡ өйәҙенән мишәрләр килеп ер һорағас, килегеҙ, еребеҙ иркен, тип әйткәннәр беҙҙекеләр. Алар (мишәрләр) 1871-енсе йылларҙа күсеп килгән. Аларға ер айырып биргәннәр. Ҡыҙ биреп, килен алып, бик татыу йәшәгәннәр. Ауылдың ярты (түбәнге) яғы — мишәр, ярты (үрге) яғы башҡорт булған. Ауылда бер Һаҡмарҙа — ике күпер, ике борам була торғайны. Бәғзе берҙә ғауғалашып, ике борам араһына ситән үреп ҡуя торғайнылар.

Сәнкем-Биктимер ауылы — ҙур ғына ауыл ине. Ҙур ғына мәсете, биш мәҙрәсәһе бар ине. Ул заманда ахун — Мөхәммәд-Камал Дәүләтшин, төрлө яҡтан шәкертләр күп килеп уҡый торғайнылар. Яйыҡ аръяғынан ҡаҙаҡлар, ҡыҙларын, улларын уҡытыр өсөн, семьялары белән күсеп килә торғайнылар, аларҙың шәкертләренә айырым мәҙрәсә бар ине. Яҙғыһын күсеп ҡайтып китәләр...

Ауыл тапҡырында Һаҡмарҙы аръяҡлап Сафа ҡарт күле тигән бик ҙур күл бар, аршын буйы балығын — һаҙан балығын тота торғайны шул ҡарт. Шуның янында өйәңкелек соҡор — Көпшәлек, ҙур ғына туғай — Йүкәлек тип йөрөтә торғайнылар. Аның Көнәс (Көҙәс?) ере тигән юл буйы — Һаҡмарҙан бүленеп аҡҡан йырын-остров, андағы ағас — ерек, тирәк. Емешкә бай Муйынһөйәк тигән сайтаҡаны — ауылдың икенсе муллаһының сабынлығы ине. Һаҡмар балыҡҡа, бигерәген йәйенгә, бай һыу ул. Һаҡмарҙың уң (ауыл) яғы — киртләс-киртләс ҡыҙыл ташлы яр. 1921 аслыҡ йылында балыҡ үрләгән яҙғы ташҡын ваҡытына барып еткән кеше үлмәне. Халыҡ күп ҡырылды, өйө-өйө менән. Яр башында, ҡәбер ҡаҙырға көс булмағас, бер ҡарттың өй баҙына ҡырҡ биш кешене күмделәр... Хөкүмәттән ярҙам килгәс, үлеү туҡталды.

Яҙҙарын, ауылды урталай, Ишемүҙәк тигән бик шәп ҡар һыуы-йылға аға, бәғзе йылда ат белән сығып булмай торғайны. Ауылдың түбән яғында (Һаҡмарҙың яр яҡаһында) Борам тауы тигән түң бар. Ә юлдың уң яғында (ауылды сыҡҡас) ҡушарлап-ҡыйыҡлап ултыртылған таш бар (Әүлиә зираты). Хәсән-харунъя тигән кеше белән энеһе Лотфулла тигән кеше, Хәлилгә табылған хазина беҙгә лә табылыр — ут күренә, тип ҡаҙғаннар; көтмәгәндә ел-дауыл ҡубынып, икеһенең дә — береһенең ауыҙы ҡыйшайып, икенсеһенең күҙе салшайып ҡалған ине — шул ҡыйыш-салыш көйө үлгәнсе йөрөнөләр. Ил-ауыл сығып, шул ташларҙы ҡартлар барып әүәлге хәленә ҡуйғас ҡына, дауыл баҫылды; имеш-мимеш һүҙ түгел — үҙ күҙем менән күрҙем[6]. (Һүрәттә: Әүлиә -- бабабыҙ Урмәмбәт кенәз зиратының ҡәбер ташы).

Борам тауынан түбәнгәрәк төшкәс, Һаҡмар буйы һомғол тирәклек, ҡоромай торған күл; түбәнендә Өс Ҡарама тигән ер, яр өҫтөндә Әүлиә зираты: бер ерҙә — башы, бер ерҙә кәүҙәһе күмелгән, тип һөйләй торғайны ҡартлар. Таш бурап ҡуйғаннар. Юлдан өҫтә — Ташҡаҙған, һырт яғын Ҡыҙылташ һырты тип йөрөтәләр. Һәм шундағы ҡыҙыл ташлы Һаҡмар текәһе — Ҡыҙылташ тип атала. Аҫ яғы һыу буйлап — баяғы Өс Ҡарама, түбән яғы — Бибекбиргән таллығы, унан түбәндәрәк — Билал Тирәге, ярыш туғайы (эсе сабынлыҡ — Мишәрләр сабынлығы), һырт яғы ҙур күл — Ярыш күле.

Ташҡаҙған юлы барып Тәрәнүҙәккә төшә, үҙәк буйында балан, йәнә этбауыр ағаслары бар. һул яғы тигеҙ йырын. Элек һабан һөргәндә тимер күлмәк яҡалары — иҙерәп ҡалған гәүҙәле яҡалары сыға торғайны. Тәрәнүҙәктең икенсе яғында сейәлек була торғайны. Үр яҡ үҙәк буйында Камал хәҙрәт тиреҫ ташып, тупрағын ашлап сәскән ерләрендә ашлыҡ бик уңа торғайны. Аръяғы — Маяҡлытау, аҫтағы тигеҙлеге — Мансур юлы (шуның ере булған). Ул ерҙе хәҙерге ваҡыт Рамаҙан ырҙыны тип йөрөтәләр. Түбән яғында бейек тау еге бар, тәрән соҡор — элек Этбауырүҙәк тип әйтә торғайнылар, ә хәҙер Комбайн Ауған тип йөрөтәләр. Соҡор барып Ярыш күленә төшә; анда ҙур сирәм, тип, һабандағы кеше һәммәһе шунда ҡыуыш ҡороп ята торғайнылар. Һуңғы ваҡытта колхоз өй һалып, культурный ыҫтан яһаны. Аръяғында Һаҡмар Йорт — боронғо олатайларҙың Урта йәйләүе булған. Һуңғы ваҡытта урыҫ хуторы килеп ултырғас, Хомутовка тип йөрөтәләр, тик хәҙер юҡ инде. Аның аҫ яғында Эшләпә туғайы, анан түбән Бүребәйләгән туғайы. Тау өҫтөндә яңғыҙ өй яғы — Ҡыҙылйорт, бер генә өй — Бундыр өйө — Сруша (Сережа) тигән ҡараҡ йәшәй торғайны. Халыҡ, малы саҡ ҡына күренмәһә, Сруша ҡараҡҡа олаҡмаҫы борон табырға тырыша торғайны. Аның ярҙа ҡаҙып яһаған мал һарайы бар, тип һөйләй торғайнылар. Анда барып керһә, күсенеп йөрөй торған Әлем ҡаҙағы Нарымбайға барып эләкһә — вәссәләм, ти торғайнылар.

Маяҡлытау башындағы Шаһи тауы битләүе — хәҙрәт ере. Шул үҙәкте буйлап — Кершәнник юлы, Тирәкле шишмәһе. Ул ерҙә ашлыҡ бик уңа торғайны. Ул һыу (Тирәкле йылғаһы) бик алыҫҡа бармай.

Инде ҡабат Һунарсы ауылы яғына килһәк, уның үр яғында — Урта Биләнтау юлы, Билән Көрмөйәһе. Боронораҡ бик ҙур мәмерйә булған. Хәҙер күмелеп ҡалған, емерелгән. Уның был яғында Үтәбикә туғайы, Ташҡаҙған соҡоро. Анда 1921 йыл аслыҡта бик күп үлек күмелгән.

Көрмөйә буйлап Манҡыс яғаһы тигән үҙәк — ағаслыҡ, баланлыҡ, бөрлөгәне бик матур, тәмле. Һыуы бар. Шул уйһыуҙың түбән яғында Бетән Ҡойоһо тигән, ағып ятҡан, һыуы һаҙмат бесәнлек бар; 1932-нсе йылдарҙа Уфанан агранум барып, шул йылғаны быуып, чумиза тигән тары сәстерҙе, бик уңды — ҡытай тарыһы, ти торғайны халыҡ. Шул уҡ агранум Олобайға ла, быуа яһатып, дөгө сәстерҙе, насар булды аның уңышы.

Төштөм Маңҡыс йылғаһы ҡойған Һаҙлыйылға башына. Ул йылға Һунарсы ауылынан үтеп аға, Әселеүҙәк йылғаһы ҡушылып, Ҡаҫмартҡа ҡоя. Һунарсынан Һаҙлыйылғаны кисеп сыҡҡан оло юл Сәнкемгә табан бара, һул яҡта — ҡәберлек (халыҡта «Сәғиҙәләр зираты» тип йөрөтәләр; Миңнебай тигән берәү зираттың бура таштарын алып китеп, өй нигеҙенә һалды, «Сәғиҙәләр зираты» өҫтөндә хәҙер — өйҙәр), юл аҫтында (Ҡаҫмарт тарафлап) колхоздың бик ҙур таш келәте. Анан түбән бик ҙур мал һарайы. Тигеҙлек — ашлыҡ сәсә торған ер. Юл һыртында (уң яҡлап тау битләсендә) — Барсын ҡойоһо, элек һыуы ағып ята торғайны, хәҙер юҡ. Анан түбән — Балаҡ үҙәге. Юл аҫ яғында һулда — Ҡамышлығолаҡ, Ғәзиз сабыны. Юл ҡырыйында — Ат батып үлгән һаҙ, хәҙер һаҙы юҡ. Хәҙер ул тигеҙлек, ашлыҡ сәсәләр. Атбатҡандың өҫ яғы, һул ҡулдағы яҫы ғына түмәләс — боронғо Уртауыл (Иҫке Ҡый) ҡәберлеге. Шунан юл буйлап барып (Түбәнге тирмәнде үткәс) — Һабыр Ҡарауылы тигән бейек кенә тау, бер яҡ битендә тәрән генә соҡор (Тәрәнсоҡор); шунда егетләр барып ҡурай, гармун тартып уйнап ҡайта торғайнылар (ауылда уйнарға имам хәҙрәттән ҡурҡып — бик ғәййәр булды). Туғыҙынсы йылдарҙа шул Мөхәммәт-Камал хәҙрәт мәҙрәсәләге шәкерт Сәйетбатталов Ғәбдел-Әхәтте (боронғо шағирыбыҙ Һибәтулла Сәлиховтың тоҡомо, 1918 йылда ошондағы ҡыҙыл гвардия әтрәте командиры), һабаҡташы Сөнәкәйев Төхфәтте (һуңынан билдәле шағир, Шәйхзада Бабичтың дуҫы), башҡа бик күп кенә шәкертләрҙе мәҙрәсәнән ҡыуҙы (йәдитселәр хәрәкәтендә ҡатнашҡандары өсөн). Кухняла шәкертләргә сәй ҡайнатып йөрөй торған Хөснәлитдин Байназаровты ла (әнейем Бибиғәфифәнең бер туған энеһен) ҡыуҙылар, хөкүмәткә ҡаршы йәшерен собрание үткәрмәгеҙ, тип.

Инде йәнә Һунарсының Оҙон Ҡырла тауҙары яғына баҡһаҡ, билән аша Маңҡыс йылғаһы ағып сыҡҡан тау ҡыҫығы — Ҡапҡанташ; шул уҡ исемдәге яҡаһы тигеҙ яғында — Факан хуторы; боронғосаһын Хаҡан әбей утары тип йөрөтә торғайнылар. Ҡыҫыҡ йылғаһының үр яғындағы Ҡолонһуйған тауы йыуаға, артышҡа бик бай. Анан — Шәкәрҡасҡан тау йылғаһы, анан — Кәзәбаҡырған тау йылғаһы, Ҡыҙларбиргән тау йылғаһы, «Ишәй ыҙма бураған» тау йылғаһы, Туҡмаҡ йылғаһы, Туҡмаҡ хуторы (хәҙер Митрский — Дмитриевка тип йөрөтәләр), инде хәҙер юҡ, күсеп бөткән. Түң аша — Һыулыүҙән, анан сыҡҡан һыу — Бейлеғош йылғаһы (ҙур, шәп йылға), шул йылға башында — «Генерал Перовский юлы», түбәндә — Перовский хуторы. Анан түбән — Гразлуфка (Грязьловка), Бүгәслүфкә (Богословка) хуторлары. Бейлеғош — олатайларҙың боронғо яҙғы йәйләүе. Анан түбән — Монашка хуторы, Кәйерский (Каировка), Назарский. Шул ауылларҙан үтеп, Тимаш баяры еренән Бейлеғош Оло Эйеккә ҡоя. Аръяғы Кершәнников — ҙур баҙарлы ауыл, хәҙер үр яғы — Сураш ере. Бейлеғош һул яғында — боронғо оло атайларҙың Үрге йәйләүе. Яҙ башында шунда күскәннәр, ҡарт-ҡоролары ара ҡунып барғаннар. Хәҙер анда баяғы Бүгәслүфкә (Богословка) тигән сиркәүле ауыл. Минең иҫемдә ҡалған: был ерләребеҙҙе 1894 йылда һатҡаннар...

Беҙҙең Сәнкем-Биктимер ауылына 1924 — 25-енсе йылларҙа хөкүмәтебеҙ аты юҡҡа — ат, һабаны юҡҡа — һабан бирҙе; ашлыҡ сәстек, баҡса, картуф үҫтерҙек.

Сәнкем халҡының борондан һәр өйгә бер һауын бейәһе, бер аты булды. Иген сәсеп көн итте. Үрге Сәнкем (Һунарсы) ауылы ла шулай йәшәне.

1913 — 14-енсе йылларҙа ауыл халҡы «ширкәт» тигән лафҡа асып, шуға силин (член) булып яҙылып, байтаҡлары дебеттән нәҙек («паутинкә») шәл бәйләп тапшырып, тауар ҡайтартып торҙолар, конторы Яйыҡ буйында Сиркәш (Черкес) ауылында булды. Һәр ауылдың һайлап ҡуйылған һатыусыһы барып килтерҙе тауарҙы.

Совет йылдарында, хөкүмәтебеҙ ҡушыуы буйынса, «кәмитәт взаимопомощи»ға ойоштоҡ.

Донъяны әҙерәк тынысҡа ҡалдырып, үҙебеҙҙең ауыл ҡыҙыл партизанлары ҡайтты.

Партизан исемлеге:

 

Сәйфитидинов Ғариф Этйеймәҫов Бесәнсе улы.

Ихсанов Ғиналитдин Низамитдин улы.

Солтанов Хисамалитдин Шиһабиттин улы.

Солтанов Суфиян Ғәзиз улы.

Солтанов Сәлимулла Хәлил улы.

Ҡолбаҡов Ғайса Фәхри улы.

Байназаров Хәмзә Зариф улы.

Уразов Ғөбәйҙулла Тажи хәҙрәт улы.

Әбдрәшитов Сәләхитдин Низамитдин улы.

 

Үрге Сәнкемдән (Һунарсынан):

Биктимеров Ғиндулхалиҡ Йәнтүрә улы.

Биктимеров Рахманғол Ислам улы.

Һунарсин Баймөхәммәт Зөлҡәрнәй улы.

Сөйөндөков Хәмиҙулла Сәйфулла улы.

Көбәков Бәҙрәлитдин Умырҙаҡ улы.

 

Һултанбайҙан:

Әхмәров Ғимаҙислам, указной мулла, Фәтхелислам ишан хәҙрәт улы.

 

Ырыҫҡолдан:

Таймасов Вәлиәхмәт Ырыҫҡолов Хужахмәт улы.

Ырыҫҡолов Сәхиулла Нәбиулла улы.

Ырыҫҡолов Ҡәһәрмән Ғәбделваһап улы.

Ырыҫҡолов Ғафурйән Хәкимйән улы.

Арыҫланов Рәхимйән Хәсән улы.

Ярышев Хәйбулла Хәйрулла улы.

 

Яңауылдан (Яңы Ғафарҙан):

Сәйетбатталов Ғәбдел-Әхәт Садиҡ улы.

Баҡиев Сәләх Хисам улы.

Бакиев Иҙрис Ғәләү улы.

Хөсәйенов Һаҙый Ғариф улы.

Хөсәйенов Исмәғил Исхаҡ улы.

Хәкимов Миңлеғәли Харис улы.

Собханғолов Әсәт...

Файызов Хаматый Шәрип улы.

...Исмәғил...

 

Әсәйемдең яҙмаларын һүҙ ыңғайында ошо урында бүлеп, ҡыҙыл партизан олатайым Хисамитдин Шиһабитдин улы Солтанов (өҫтәге исемлектә бирелгән) тураһында бер-ике кәлимә өҫтәп китәйем. Ғүмере буйына тыуған ерҙең тәбиғәтен ҡурсалар, аҡ казак ҡылысы сапҡан муйыны бер яҡҡа ҡыйшайып йөрөр, шуға күрә Ҡыйышмуйын тип тә ләҡәпләнер ине. Мин, бик йәшләй үк әҙәбиәт менән мауыҡҡан улан, төбәгебеҙҙең ҡыҙыл партизандары тураһында роман яҙырға хыялланып, олатамдың граждандар һуғышында күргәндәрен, башҡорттарҙан беренсе ҡыҙыл гвардия ойоштороусылар һәм етәкләүселәр Сөләймән Мырҙабулатов, Ғәбделәхәт Сәйетбатталов һәм башҡалар тураһында һөйләтер инем. Шул хәтирәләренең 1949 йылдың 11 ноябрендә үҙ ауыҙынан яҙып алғандарымдың 5-6 бите һаҡланып ҡалған, бына ул:

“1917 йылдың феврале – Ырымбурҙа мин хеҙмәт иткән запас полкта агитация башланды. Карауанһарай, пороховой погреб. Ауылға мартта ҡайтарҙылар. Апрелдә Ғәлләм мулла Дәүләтшин (Жултый ҡасабаһының Нуғай биҫтәһе имамы, 1918 йылда уны Ырымбурға сигенеүсе большевиктарҙың Каширин әтрәте атып китә. – Й.С.) сельский собрание саҡырҙы (Сәнкем-Биктимер, Һунарсы, Ырыҫҡол, Яңауыл, Селек Мужигы ауылдары). Староста Хисмәт. Урамға теҙеп ҡуйҙылар, аҡтарҙың Дутов армияһына яҙылырға өндәйҙәр. Беҙ теләмәйбеҙ. Байҙар, барыусыларға малдар бирәбеҙ, тип өгөтләйҙәр. (Ауылыбыҙҙың Фатих мулла[7], большевик яҡлы булып, Ғәлләм мулла менән талашты). Бүтән яҡтарға агитация таратыу өсөн 3-4 уполнамус һайланылар. Барырға теләмәүсе 40-50 кеше өҫтөнән протокол төҙөнөләр, 18 сәғәт эсендә атырға, тип. Ҡайтып киттек. Һыу ташҡан ваҡыт. Төнгө 12 – 1 сәғәт – атылыу срогы. Өйҙә йәш ҡатын. Бөтә ауылдарҙың партизандары Сәнке-Биктимерҙә йыйылдыҡ, бында ғына борам кәмәһе сөнки. Йоҡо килмәй, эс боша. Берәү тәҙрә сиртә. Балта тотоп тупһаға баҫтым. Ҡарттам инде, илай: “Большевиктар килә”, -- ти. Орудие тауыштары ишетелә Черный Отрог яғынан. Ҡарттамды йыуаттым. Иртәгәһен Әхәт Сәйетбатталов килде, бөтәбеҙ әтрәткә индек. Ауыл эштәрен тикшерҙек. Әтрәт исемләнде “Сакмарская свобода” тип. Жултыйҙан ҡасып килә башланылар, большевиктарҙан ҡурҡып. Ҡамауҙа торҙоҡ. Жултыйҙы барып алдыҡ, беҙҙең әтрәткә яҙыла башланылар. 15 көн яттыҡ шунда. Ырымбурҙан элемтә өҙөлдө. Ҡыуандыҡ менән элемтә тоттоҡ. Шул сәбәпле Ҡундырау тимер юл станцияһына киттек, 60 кеше әтрәттә. Жултый тимер юл станцияһы башлығы большевик Расщепкин – беҙгә башлыҡ, Әхәт Сәйетбатталов – комиссар. Көнбайыштан беҙҙе кавалерия ҡамай башланы, кемдәр икәнен белмәйбеҙ. Ата башланыҡ. Һул флангаһы ауылға бәреп инде. Ҡараһаҡ, сиркәү башында ҡыҙыл флаг. Атыу туҡтатылды. Сиркәүгә барҙы Әхәттәр. Тегеләр 1-й Оренбургский ҡыҙыл казачий кавалерский полк булған, улар беҙҙе белмәй килеп баҫҡан. Беҙҙе арестовать итеп алып киттеләр Дубиновкаға. Тикшергәс, ҡоралдарҙы кире бирҙеләр. (Уларҙың алтауһын үлтергәнбеҙ, аттарының 12-һе яраланған, беҙ – һау). Вагондарға тейәп, Ырымбурға алып киттеләр, Ҡыуандыҡ әтрәте менән бергә. Барғас, дүрт тәүлек бикле торҙоҡ. Тикшергәс, көндөҙ сәғәт 6-ла беҙҙе асып сығарҙылар. Әхәт команда биреп аттарҙы вагондарҙан төшөртөп, һыбайланып алдыҡ. Гөрләтеп оркестр уйнай. “По одному!” командаһы менән шәһәргә сығып, “по 2 шеренги” киттек. Царский (хәҙерге Советский. – Й.С.) урамға сыҡҡас, “по три” менән Форштад биҫтәһенә киттек. 105-енсе баракка алып барып, карантин яһанылар. Мунса индек. 6-нсы көндә обмундирование бирҙеләр. “Рубка”ға (ҡылыс менән сабышырға) шәһәр ситенә маневрға сығарҙылар. Әхәт (Ғәбделәхәт Сәйетбатталов. – Й.С.) 60 тал киҫте. 10-дан кәмдәрҙе пехотаға ҡалдырҙылар. Мин кавалерияға эләктем (4-5 кеше – пехотаға). Ырымбурҙан 18 эшелон булып сигендек. Ишеттек: Дутов Ҡыуандыҡҡа сапҡын яһаған. Унда инә башлағас, Расщепкин 3 платформаны паровоз алдына ҡуйырға команда бирҙе, ә пехотаға – цепҡа таралырға. Кавалерия һөжүм итә. Китмәҫебеҙ борон теге яҡтан бер буш паровоз килә башланы, бәрҙертергә. Бәрелгәс, бер платформа осоп китте, паровоз үҙе лә осто. Икенсе платформа, тәгәрләп барып, беҙҙең паровозға бәрелеп, Расщепкиндың аяғы һынды. Ҡураған йылғаһы янында һуғыш башланды. Беҙ – тау өҫтөндә, улар аҫта. Обоздарын ташлап, Индилка яғына ҡастылар. Дутов легковик менән ҡасты. Бер 7 сәғәттәй ҡыуып барып боролдоҡ. Ҡыуандыҡҡа индек, 120 кешене һуйғандар. Аҡтарҙың ҡайһылары йәшенеп өлгөргән тиреҫлектәргә, Һаҡмар, Ҡураған буйҙарына. 4 офицерҙы тотоп аттылар. Индилканан бер приказчикты, аҡһаҡ изменникты, Хәмзә[8] атты. (Туңҡайтып ҡуйып арттан атты, пүлә башынан сыҡты). Братская могилаға иптәштәрҙе ерләнек, 4 көн ял иттек. Ҡалған 6 эшелон менән Орскиға ҡуҙғалдыҡ (ауған паровозды торғоҙоп ултырттыҡ). Орскиҙа музыка менән ҡаршы алдылар. Май айында бер аҙна ял алдыҡ, байрам иттек. 1 июндә аҡ казактар атаковать итә башланы, ҡамалышта ҡалдыҡ 11 ай буйына. Әхәт – командующий, Лысов (Семистополь ауылыныҡы) комиссар булды. Аҙыҡ-түлекте һуғышып таптыҡ. Бер көн июнь айында Орск янындағы ауылдар беҙгә ярҙам һорап килделәр, Дутов көсләп мобилизовать итә, тип. Июндең 15-ендә беҙҙең эскадрон Ҡомаҡ ауылына ярҙамға киттек, 150 кеше: бер взвод пехота, бер эскадрон кавалерия. Орский тигән казачий ҡасабанан 15 саҡрым. Ләкин ир-аттың бөтәһен дә шул көндә алып киткәндәр. Һөйләнеләр, Нафорскийҙа мобилизация, тип. Шунда киттек. Өлгөрмәнек: күптәрҙе үлтереп, талап киткәндәр. Семостополгә барҙыҡ. Лысовтың 15 йәшлек улын, ҡатынын үлтергәндәр, өйөн яндырғандар. Лысовтың ағаһы (полковник) подвалда иҫереп ятып ҡалған. Лысов уны урамға һөйрәп сығарып, сапҡылап үлтерҙе. Әйттеләр, тегеләр Яңы Таналыҡҡа киттеләр, тип. Аҙыраҡ торғас, шул ауылда беҙҙе атаковать итә башланылар. Уларҙың винтовкаһы юҡ, только ҡылыс. Лысов команда бирҙе ҡаршы сығырға. Ҡамауҙан сығыу өсөн һуғыша башланыҡ, шунда Ғәлиев 12 юнкерҙы сапты. Сигенделәр Таналыҡҡа. Ҡыуҙыҡ Таналыҡҡа тиклем. Унда беҙҙе тағы өс яҡлап атаковать итә башланылар. Борам кәмәһен ватҡандар. Ямғыр китте. 2 пулемет, таҫмалары ҡомланып, атыуҙан туҡтаны. Тегеләр, отбивать итеп, пулеметтарҙы эләктерҙеләр. Әхәт, ҡырандасты ауҙарып, уның артында ятҡан килеш ҡул пулеметынан ата башланы. Команда биреүсе юҡ. Шул ваҡыт Яшка Яков сигенергә команда бирҙе. Хоҙайбәндин тигән 19 йәшлек егет ҡул пулеметы алып, уң флангаға ата башланы, шул уңдан йырып сығып сигендек, ун биш саҡрым китеп йыйылдыҡ. Һау ҡалған 53, пехотала 17 кеше. Шул ваҡыт бер атлы сабып үтә башланы. Мин (бөтәбеҙ ун кеше) уның артынан төштөк. Шулай ҡыуып барһаҡ, соҡор эсендә бер сотнялай аҡ казак ҡылыстар менән тора. Арттан баҫтырҙылар, дүртебеҙ ятып ҡалған. Минең арттан етеп, ҡылыс менән арҡамды эләктерҙеләр, муйыныма саптылар – яға һәм шарф аша яңаҡ һөйәге киҫелде. Ике атҡа арҡылы һалып, сепрәк менән ҡанды баҫҡандар. Ҡояш сығып килгәндә Орск күренде, ләкин элемтә юҡ. Беҙгә орудиенан ут яуҙыра башланылар. Алдан флаг күтәреп сапҡас, атыу туҡтатылды, ҡалаға ҡайтып индек. Беҙҙе алсаҡ ҡаршылап, май, һөт, ҡаймаҡ тотоп торалар. Ауыр хәлгә ҡалыуыбыҙҙың сәбәбен дә аңланыҡ: Ткачев тигән врач, иҙән аҫтына радиотапшырғыс ултыртып, шпионлыҡ ҡылып йөрөгән... Шул 18-енсе йылда хәбәр алдыҡ: Ырымбур аҡтарҙан таҙартылған”...

Инде әсәйемдең яҙмаһын дауамлайыҡ.

Партизаннар ҡайтҡас, донъяның городынан (ҡаланан) бер завод кешеһе килеп, беҙҙе калхузға өндәне, беҙ берәүҙән (бер тауыштан) калхузға ойоштоҡ, калхуздың исемен «Бәлшәвик» тип ҡуштыҡ. Үрге Сәнкем (Һунарсы) ауылыныҡылар калхузларына «Барсын» тип исем бирҙеләр. Хәҙер унда һигеҙ йыллыҡ мәктәп, китапхана, клуб, медпункт, магазин, бушта (почта) бүлеге бар. Ҙур ғына ферма-һарай, ашлыҡ һ







Дата добавления: 2015-10-01; просмотров: 607. Нарушение авторских прав; Мы поможем в написании вашей работы!



Кардиналистский и ординалистский подходы Кардиналистский (количественный подход) к анализу полезности основан на представлении о возможности измерения различных благ в условных единицах полезности...

Обзор компонентов Multisim Компоненты – это основа любой схемы, это все элементы, из которых она состоит. Multisim оперирует с двумя категориями...

Композиция из абстрактных геометрических фигур Данная композиция состоит из линий, штриховки, абстрактных геометрических форм...

Важнейшие способы обработки и анализа рядов динамики Не во всех случаях эмпирические данные рядов динамики позволяют определить тенденцию изменения явления во времени...

Дренирование желчных протоков Показаниями к дренированию желчных протоков являются декомпрессия на фоне внутрипротоковой гипертензии, интраоперационная холангиография, контроль за динамикой восстановления пассажа желчи в 12-перстную кишку...

Деятельность сестер милосердия общин Красного Креста ярко проявилась в период Тритоны – интервалы, в которых содержится три тона. К тритонам относятся увеличенная кварта (ув.4) и уменьшенная квинта (ум.5). Их можно построить на ступенях натурального и гармонического мажора и минора.  ...

Понятие о синдроме нарушения бронхиальной проходимости и его клинические проявления Синдром нарушения бронхиальной проходимости (бронхообструктивный синдром) – это патологическое состояние...

Седалищно-прямокишечная ямка Седалищно-прямокишечная (анальная) ямка, fossa ischiorectalis (ischioanalis) – это парное углубление в области промежности, находящееся по бокам от конечного отдела прямой кишки и седалищных бугров, заполненное жировой клетчаткой, сосудами, нервами и...

Основные структурные физиотерапевтические подразделения Физиотерапевтическое подразделение является одним из структурных подразделений лечебно-профилактического учреждения, которое предназначено для оказания физиотерапевтической помощи...

Почему важны муниципальные выборы? Туристическая фирма оставляет за собой право, в случае причин непреодолимого характера, вносить некоторые изменения в программу тура без уменьшения общего объема и качества услуг, в том числе предоставлять замену отеля на равнозначный...

Studopedia.info - Студопедия - 2014-2024 год . (0.016 сек.) русская версия | украинская версия